Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

                                                        Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

     Джәберҙән (р.) риүәйәт ителгәненән, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр Рамаҙан ғәйете көнө алдындағы кисә етһә, Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге бөтә ил-ҡалаларға фәрештәләр ебәреп, уларға: «Эй Мөхәммәд ﷺ өммәте! Аллаһы Тәғәлә хозурына (ғәйеткә йыйылыр өсөн) сығығыҙ! Ул һеҙгә сикһеҙ әжер-сауабтар бирер һәм булған оло гонаһларығыҙҙы ярлыҡар!» — тийеп ауаз һалып, хәбәр таратырға ҡушар. Был әйткәнде Әҙәм балалары менән ендәрҙән башҡа бөтә мәхлүкәт ишетер һәм аңлар. Һәм, халыҡ мәсеттә йыйылғас, Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Мин уларға Рамаҙан ураҙаһын фарыз ҡылдым, шулай булғас, улар был фарызды үтәнеләр, Минең йорттарымды (мәсеттәрҙе) китабымды — Ҡөръәнде уҡып йәнләндерҙеләр; малдарынан зәкәт сығарҙылар; ә хәҙер иһә Миңә тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға йыйындылар. Эй фәрештәләрем! Йөкләнгән (ҡушылған) эшен үтәүсегә ул эште йөкләүсе ниндәй хаҡ түләргә тейеш?» — тине. Фәрештәләр: «Һис кәметмәйенсә муафиҡ камил түләү-әжер бирергә тейештер»,— тинеләр. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Мин фарыз ҡылған ураҙаны ололаған һәм Минең ризалығымды ҡаҙаныр өсөн намаҙ торғоҙоусының бөтә гонаһтарын ғәфү итеп, уға йәннәткә инеүҙе насип итермен»,— тине. Һуңынан Субхәнәһү үә Тәғәлә, әйтте: «Эй бәндәләрем! Һорағыҙ Минән, һорағыҙ Минән теләгән нәмәләрегеҙҙе! Ҡөҙрәтем һәм бөйөклеге менән ант итәмен тим, донъя-әхирәт маҡсаттарығыҙҙы белдергән һәр бер үтенесегеҙгә лә яуап бирәсәкмен! Һеҙ Минән риза булдығыҙ, шулай булғас, Мин дә һеҙҙән ризамын!» Шулай булғас, йәшерен ауаз әйтер: «Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ, әй Мөхәммәд өммәтенең тоғро бәндәләре, һәм белегеҙ: яҙыҡ эштәрегеҙ Аллаһу Сүбехәнә үә Тәғәлә тарафынан изге ғәмәлдәргә әйләндерелде!

     Фатиманан (раҙыйаллаһу ғәнһә) риүәйәт ителгәне, Аллаһының пәйғәмбәре әйтте: «Дөрөҫөн әйткәндә фәрештәләр һәм бөтә мәхлуҡ, хатта таштар ҙа, Рамаҙан айының өммәтемде ҡалдырып китеүенән ҡайғырып иларҙар, сөнки ул айҙа изге ғәмәлдәр өсөн күберәк хаҡ бирелә». Ураҙа тотоусының ауыҙынан килгән еҫ иһә — Аллаһы ҡаршыһында мускус һәм шафран еҫенән дә күркәмерәк булып иҫәпләнер». Әйтелгәне шул, ике ғәйеттең хикмәте — уларҙың Әхирәт хәлдәре тураһында иҫкәртеүенән.
    Шулай булғас, әгәр ғәйет намаҙына аҙан әйтелһә — Исрафилдың (ғәләйһиссәләм) Сурға өрәсәге иҫкә төшөр; кешеләр йорттарынан мәсеткә йүнәлһәләр — ҡәберҙәрҙән ҡубарылып сығып Мәхшәргә йыйылыу иҫкә төшөр; әгәр ул кешеләрҙе мәсеттә ғәйет намаҙын уҡырға йыйылған хәлдә күрһәң — Ҡиәмәт көндө бөтә Әҙәм балаларының һәр береһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында баҫып торасаҡтарын иҫеңә төшөр; улар араһында яңы һәм ярлы-ялпы кейемлеләре, аҡ һәм ҡара тәнлеләрен, шатлыҡлы һәм ҡайғылы сырайлыларҙы күрһәң — ғәрәсәт халҡын иҫеңә төшөр; улар араһында балҡып торған аҡ нурлы шатлыҡлы йөҙҙәре изге бәндәләр мөьмин-мосолмандар һәм уларға эйәреүселәр, ҡара, ҡайғылы йөҙлөләре — гонаһ эйәләре, кәферҙәр һәм уларға эйәреүселәр булырҙар.
     Әнәс ибн Малик (р.) әйтте: «Мөьминдең 5 төрлө байрамы булыр: беренсеһе — бер ниндәй гонаһыҙ үткән көн, икенсе — күңелендә иман нурын тотоп, шәһәҙәт әйтеп һәм шайтан мәкеренән ҡотолған хәлендә донъянан киткән көнө; өсөнсөһе — Сират күперен уңышлы үтеп, ҡиәмәттең ҡурҡыу-хәтерҙәренән имен булып, тамуҡ һәм зобаниҙарҙан ҡотолған көнө; бишенсеһе — Раббыһының рәхмәтен күргән көнө (йәннәткә инеү көнө), (беренсеһе булыр — Аллаһ рәхмәте менән был донъяға килгән көнө, ахырыһы, — дүртенсеһен төшөрөп ҡалдырғандар).
     Риүәйәт ҡылына ти, Һарун әр-Рәшит бер ваҡыт ғәйеткә яңы, бай кейемдәр кейеп, атҡа атланып барған ине. Юлда уға бер ярлы фәҡир осраны һәм әйтте: «Байрам — яңы, ҡупшы кейемдәр кейеүсе өсөн байрам түгелдер, ә бәлки, Аллаһы ғазабынан имен булған кеше өсөн генә байрамдыр: Әй Рәшит, Аллаһы ғазабынан именһеңме? — тине. (Ураҙа тотоңмы?, намаҙ уҡыныңмы?, зәкәт бирҙеңме?).
     Белегеҙ шуны, ысынында Аллаһы Тәғәлә һәр бер ҡәүемгә байрам берәр байрам (ғәйет) билдәләне: ул ҡәүем шул ғәйетте ололап, ул көндә Аллаһы Тәғәләгә күмәкләшеп доға ҡылырға тейеш булдылар. Ләкин һәр ҡәүем был ғәйет көнөнән үҙенсә уйын-көлкө һәм гонаһ көнө яһаны. Әммә Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.) өммәте генә үҙ ғәйеттәрен ололап, Аллаһҡа тоғролоҡ һаҡлап ҡалдылар. Ул ғәйеттәр — йома көн, Рамаҙан ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете. Ул ғәйеттәрҙе Мөхәммәд (с.) өммәте Аллаһы Тәғәләгә тәкбирҙәр әйтеп, Уның ризалығы өсөн саҙаҡа биреп, ҡорбан салып, игелектәр ҡылып, харам тураһында онотоп үткәрҙеләр. Шулай булғас, был көндәрҙең хәйерлеге һәм өҫтөнлөктәре тураһында онотмағыҙ, аңһыҙ хайуандарға оҡшамағыҙ, һауалы, тәкәббер булып йөрөмәгеҙ! Туған-ҡәрҙәштәрегеҙ менән элемтәне (туғанлығығыҙҙы) өҙмәгеҙ, мәрхүмдәрегеҙҙең ҡәберҙәрен белегеҙ, улар хаҡына доға ҡылып, саҙаҡа бирегеҙ! Сөнки улар һеҙҙән изгелек көтәрҙәр. Шулай булғас, был шәрәфәтле көндәрҙе аш — эсеү, йоҡо һәм ял итеү менән үткәрмәгеҙ һәм мәрхүмдәрҙе изгелек әжеренән мәхрүм итмәгеҙ. Һеҙ ҙә улар хәлендә һисшикһеҙ буласаҡһығыҙ! Үткән ваҡыттарҙы алтын-яҡуттар түләп тә кире ҡайтара алмаҫһығыҙ!
     Вәһеп ибн Мөнбиһенән риүәйәт ҡылына. Пәйғәмбәр ﷺ әйтте: «Дөрөҫөн әйткәндә Иблис һәр ғәйет байрам көнөндә ҡаты тауыш сығарып, әсе тауыш менән ҡысҡырыр, һәм шуның менән үҙенең ҡәүемен үҙе хозурына туплар. Ҡәүеме, уның янында шунда уҡ йыйылып килгәс, әйтерҙәр: «Эй беҙҙең хужабыҙ! Кем һинең асыуын сәбәпсе булды? Беҙ ул ғәйеплене, иҙгеләп, киҫәктәргә бүлеп үлтерербеҙ, юҡ итербеҙ». Иблис иһә: «Миңә һис бер нәмә лә булманы, ләкин был Аллаһы ғәйет көнөндә был өммәт кешеләрең гонаһтарын ярлыҡаны, шуға, һеҙ бөгөн уларҙы аҙҙырып, төрлө ләззәттәр һәм шәһүәтле теләктәре өсөн сабыуға этәрегеҙ, үәсүәсә ҡылығыҙ — уларға. Аллаһы Тәғәлә нәфрәт менән ҡарағанға ҡәҙәр!» — тине. Шулай булғас, аҡыл һәм аң эйәһе булған һәр кешегә был ғәйет көндәрендә үҙенен нәфсеһен төрлө теләктәрҙән, шәһүәттән, хәрәм эштәр эшләүҙән тыйып, һаҡлап, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға ашҡынырға тейештер: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Был Рамаҙан ғәйете көнөндә саҙаҡаны күп бирегеҙ һәм башҡа изге эштәрҙе күп ҡылығыҙ, күберәк тәсбих-тәһелдәр әйтегеҙ! Сөнки бөгөн Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы кисерер, доғаларығыҙҙы ҡабул ҡылыр, һеҙгә Үҙенең рәхмәт ҡарашы менән ҡарар.
     Эй Раббым! Беҙҙе тура юлыңа күндергәндән һуң күңелдәребеҙҙе ҡарайтма. Үҙ хозурыңдан беҙгә рәхмәтеңде индер, сөнки Һин— рәхмәт һәм ниғмәт Биреүсеһең!