Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ үрнәге. (Мәүлид)

                                        Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ үрнәге. (Мәүлид)
     Әлхәмдулилләһи Раббил ғәләмин үәссәләтү үәссәләмү ғәлә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әждмәғин. Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, ололауҙарыбыҙ, бөтә ҡылған ғибәҙәттәребеҙ һәм доғаларыбыҙ бөтә донъяны юҡтан бар иткән һәм бөтөнөһөн дә тәрбиә ҡылып торған Раббыбыҙға бағышлайбыҙ. Һәм Уның һөйөклө Пәйғәмбәре һәм илсеһе Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә сәләмдәребеҙҙе һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йә Раббым барыһын да риза булып ҡабул итһәң ине.
     Ҡәҙерле, ғәзиз дин ҡәрҙәштәрем! Әссәләмүғәләйкүм рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ! Бөгөн беҙ Мәүлид – Ән-Нәби, йәғни Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең тыуған көнөн үткәрәбеҙ. Беҙҙең һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо Рабиғүл-әүүәл айында тыуған. Һәр йылды бөтә ер шарының Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дең өммәтенән булған мосолмандар Мәүлид Ән-Нәби Байрамын үткәрәләр. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла ошо изге байрам менән тәбрикләйем.

     Бар донъя халҡы өсөн Пәйғәмбәребеҙ, ﷺ, ошо донъяға нур булып килеүе Аллаһ Тәғәләнең бик ҙур ниғмәте. Аллаһ рәхмәте менән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ донъяға килде һәм Аллаһ Тәғәлә уны ахырзаман пәйғәмбәре итеп һайланы. Аллаһ Тәғәлә уға иң тәмле һүҙ, иң татлы һүҙ — Ҡөръән-Кәримде иңдерҙе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ул аманатты алып, бөтә донъяға тапшырҙы. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә пәйғәмбәр ﷺ тураһында:
                                                       قُلْ بِفَضْلِ اللّهِ وَبِرَحْمَتِهِ فَبِذَلِكَ فَلْيَفْرَحُواْ هُوَ خَيْرٌ مِّمَّا يَجْمَعُونَ
     Ҡуль бифадли-лләәһи үә бирахмәтиһи фәбиҙәәликә фәл-йәфрахүү һүүә хайрум-миммәә йәджмәғүүн.
     "Ҡөръән иңдерелгән өсөн һәм уның менән ғәмәл ҡылғандар, Уның рәхмәттәре өсөн шатланһындар!" («Юныс» сүрәһе, 10/58-се аят). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, Аллаһ беҙгә рәхмәте өсөн шатланырға ҡуша, ә Пәйғәмбәр Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм – иң ҙур рәхмәт, сөнки Раббыбыҙ шулай уҡ былай тигән
                                                                                      وَمَا أَرْسَلْنَاكَ إِلَّا رَحْمَةً لِّلْعَالَمِينَ
     Үә мәә арсәлнәәкә илләә рахмәтәллил-ғәәләмиин.
     «Беҙ һине бөтөн ғәләмгә рәхмәт өсөн ебәрҙек, тик рәхмәт өсөн генә ебәрҙек»,— тип әйткән. (Әнбиә сүрәһе 21/107).
     Ул беҙгә тура, йәннәткә алып бара торған юлды күрһәткән. Уның аша Ҡөръән Кәрим индерелгән. Ысынлап та беҙ, шөкөр итеп, пәйғәмбәребеҙ аша, Ҡөръән аша аңлатылған Аллаһ Тәғәлә ниғмәтендә, Ислам ниғмәтендә йәшәйбеҙ. Әлхәмдүллилләәһи! Һис шикһеҙ, был аманатты килтереүсе — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ. Тағын бер аяттында Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә: «Беҙ иңдерҙек һиңә зекерҙе (йәғни Ҡөръән-Кәримде) әҙәмдәргә уларға нимә ингәнлеген аңлатыу өсөн. Һәм дә, улар аңлап, ул диндә булып, уй-фекер йөрөтөп, ахирәттә еңел яуап бирерҙәр»,— тип әйткән. Ахырзаман Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саләллаһү үәс-сәлләмдең тыуыуы, уның ошо донъяға килеүе ер йөҙөндә булған һәр бер халыҡ өсөн нур һәм сәғәҙәт, бәрәкәт һәм рәхмәт тип әйтә алабыҙ. Сөнки пәйғәмбәребеҙ ﷺ килгәнгә тиклем, аҙашып йөрөүҙә, ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡтар уның был донъяға килеүе менән хаҡиҡәтте танынылар. Дөрөҫөнән дә Аллаһ Тәғәлә әҙәмдәргә тура юлды аңлатып биреү өсөн пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәрен бирҙе, холоҡтарын күрһәтте. Һәм пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өлгө булып, әҙәм балаларына дөрөҫ юлды күрһәтте.
     Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡатыны Ғәйшә разый Аллаһу ғәнһәнән: «Беҙгә аңлатып бирегеҙ әле, Мөхәммәд ﷺ тең холҡо ниндәй ине?» — тип һоранылар. Ғәйшә разый Аллаһ ғәнһә: «Уның холҡо Ҡөръән ине», — тип яуап биргән. Холҡо — Аллаһ китабы Ҡөръән! Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ҡөръән-Кәримдә әйтелгәндәрҙәң һәм яҙылғандарҙан саҡ ҡына булһа ла тайпылмаған, ул уның холҡо, уның ғәмәле, уның йәшәү рәуеше булған. Беҙҙең быуат ғалимдары фәнни тикшеренеүҙәр нигеҙендә Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең был донъяла иң хәйерле кеше, иң тоғро, иң әҙәпле, юғары әхләкле кеше булыуын иҫбатланылар.
     Мәүлид байрамын үткәреү иң изге эштәрҙең береһе була, беҙ был эш менән беҙ Аллаһ Тәғәләгә яҡынаябыҙ. Сөнки беҙ Пәйғәмбәребеҙ тыуғанына ҡыуанабыҙ, Уға үҙебеҙҙең мөхәббәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ә Пәйғәмбәребеҙҙе һөйөү динебеҙҙең бер шарты.
     Аллаһ Раббыбыҙ әйтә: «Әйт, йә, Хәбибем Мөхәммәд ﷺ: «Әлбиттә, мин һеҙҙең кеүек бер кеше, миңә вәхи килде, Аллаһ Тәғәлә миңә Унан башҡа илаһ юҡлығын иңдерҙе, — тип, — шулай булғас, хәҙер инде кемдең Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең ризалығына ирешәһе килһә, ул изге эштәр, яҡшылыҡтар эшләһен һәм ғибәҙәт ҡылған ваҡытта һис бер нәмәне Аллаһы Тәғәләгә ширеҡ ҡатнаштырмаһын»,—тип». Бынан шуныһы аңлашыла, пәйғәмбәребеҙ ﷺ илаһ түгел, ә Аллаһының илсеһе, Уның аманатын дөрөҫ үтәүсе хөрмәтле, бөйөк, ғалийәнәб шәхес. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ — иң ҙур пәйғәмбәр, бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең иң өҫтөнө. Ул — Ҡиәммәт көнөндә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең башлығы буласаҡ пәйғәмбәр. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәрим дә уның тураһында бик күп аят-кәримәләр индерҙе.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ үҙе тураһында: «Был"ғорурланыу" түгел, маҡтаныу түгел, мин Аллаһ Тәғәләнең һөйөклө бәндәһе,— тип әйтә. — Мин Аллаһ Тәғәләнең маҡтау байрағын күтәреүселәрҙең тәүгеләре булырмын, минең артымдан Әҙәм ғәләйһиссәләм һәм унан һуң килгән бөтә пәйғәмбәрҙәр теҙелеп китәр». Тимәк, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ Аллаһ Тәғәләнең байрағын күтәреү кеүек, бөйөк эш йөкләнер, һәм, иншә Аллаһ, ул уны күтәрер.
     Дауам итеп пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Мин Ҡиәмәт көнөндә иң беренсе шәфәғәт ҡылыныусыларҙан һәм шәфәғәт ҡылыусыларҙан булырмын, бында маҡтаныу юҡ, был — хәҡиҡәт»,— тип әйтә. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә барыбыҙға ла шәфәғәтен насип ҡылһа ине. «Ожмах ҡапкаһының тотҡаһын хәрәкәтләндереүсе, тотоусыһы иң беренсе мин булырмын, бында маҡтаныу юҡ. Һәм Аллаһ Тәғәлә миңә йәннәт ҡапҡаһын асыр һәм йәннәткә индерер, минең менән мосолмандарҙың фәҡирҙәре булыр»,—тигән пәйғәмбәр ﷺ. Тимәк, пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йәннәтенә фәҡирҙәр беренсе нәүбәттә инерҙәр, сөнки улар был донъяла хәйерселек әсеһен татып ҡарағандар.
     Һәм һүҙҙең ахырын Мөхәммәд ﷺ: «Мин Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында борон килгәндәрҙең һәм һуңынан килгәндәрҙең иң күркәме, иң хөрмәтлеһе, бында маҡтаныу юҡ», — тип тамамлай.
     Шулай булғас, мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ гә эйәреп, үрнәк алып,уның әйткәндәрен тыңлап һәм тыйғандарынан тыйылып, тормошобыҙҙы сөнәттәренә нигеҙләнеп ҡорорға, йәшәргә һәм Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләнең оло рәхмәттәрен ирешергә насип булһын ине.
     Бер Хәҙис Шәрифендә Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм шулай тигән: «Аллаһ Тәғәлә менән ант итәм, берегеҙ ҙә мөьминдәрҙән булмаҫһығыҙ, мине бөтөн кешеләрҙән, үҙҙәренең балаларынан, ата – әсәләренән нығыраҡ яратмайынса.»
     Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм юлы – кешелек өсөн хаҡ юл һәм Ҡиәмәт Көнөнә тиклем юлыбыҙҙы яҡтыртыусы пак Сөннәт ул. Үҙенең тышҡы ҡиәфәте һәм юғары әхлағы менән беҙ уға оҡшарға тейешбеҙ, сөнки Ҡөръән Кәримдә шулай тиелгән:
                                 قُلْ إِن كُنتُمْ تُحِبُّونَ اللّهَ فَاتَّبِعُونِي يُحْبِبْكُمُ اللّهُ وَيَغْفِرْ لَكُمْ ذُنُوبَكُمْ وَاللّهُ غَفُورٌ رَّحِيمٌ
     Ҡуль иң күңтүм түхиббүүнә-ллааһа фәттәбиғүүнии йүхбибкүмү-ллааһу үә йағфир ләкүм ҙүнүүбәкүм үә-ллааһу ғафүүру-ррахиим.
     “(Әй Мөхәммәд!) әйт: «Әгәр Аллаһыны һөйәр булһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, миңә эйәрһәгеҙ – Аллаһы һеҙҙе һөйәр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Тәүбә итеп, Аллаһы юлына керһәгеҙ, Ул, һис шикһеҙ, ярлыҡаусы һәм рәхимле" («Әлү Ғимран» сүрәһе, 31-се аят).
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең тыуған көнө үткәреү Уны хөрмәтләү була, Уны хөрмәт итергә Аллаһ Тәғәләбеҙ Үҙе ҡушҡан. Шулай булғас был шәриғәт буйынса рөхсәт ителгән һәм изге эштәрҙән һанала. Раббыбыҙ Пәйғәмбәребеҙҙең бөйөклөгөн Ҡөръәндә күрһәткән. Мәүлид байрамын беҙҙең ата – бабаларыбыҙ һижри буйынса 4-5-се быуатта уҡ үткәргән булғандар. Бергә йылышып Ҡөръән уҡығандар, салауаттар әйткәндәр, Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм тураһында вәғәздәр һөйләгәндә, мөнәжәттәр уҡығандар, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ атап Ҡорбандар салғандар, аш-һыу әҙерләп ҡунаҡтарҙы, зәғиф-ғәриптәрҙе, фәҡирҙәрҙе һыйлағандар. Беҙҙә иншә Аллаһ! Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн, Уға яҡынайыр өсөн, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ де хөрмәтләр өсөн бөгөн ошо Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт итә торған урында Мәүлид Ән-Нәби байрамын үткәрәбеҙ. Йә Раббым Үҙеңдең ризалығыңды һәм ярҙамыңды бирһәң ине. Йә Раббым Мәүлид Ән-Нәби байрамыбыҙҙы мөбәрәк үә миәсәр ҡылһаң ине.

     Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html