Оялыу

                                                                  Оялыу
     Мосолман кешеһе өсөн иң мөһим сифаттарҙың береһе — әҙәп һәм оялыу. Әгәр кешеләрҙә әҙәп һәм оялыу, Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыу булмаһа, тормошобоҙҙың, көн итмешебеҙҙең тәртибе боҙолор ине. Кеше ҡылған хаталарынан һәм гонаһтарынан оялмаһа, башҡаларҙан тартынмаһа, Аллаһынан ҡурҡмаһа, уны насар, йәмһеҙ эштәрҙән туҡтатып булмаҫ ине. Әҙәпле кеше башҡалар менән дуҫ, татыу йәшәр, ололарҙы хөрмәт итер, кешеләргә рәхим-шәфҡәт күрһәтер. Ундай кеше үҙен түбәнәйтә торған эштәрҙән алыҫ торор. Намыҫы өсөн ҡайғырған әҙәм — әҙәпле, күркәм кеше. Ислам дине ҡанундары буйынса, кешегә һис кенә лә гонаһ эшләргә ярамай. Эшләгән икән, тәүбә ҡылыу зарур. Гонаһлы кеше ҡылған гонаһтары өсөн тейешле язаһын аласаҡ. Аллаһ Тәғәләнән оялыу кешеләрҙән оялыуҙан да өҫтөн, ул кешеләрҙе һәр төрлө яуызлыҡтарҙан һәм уҫаллыҡтарҙан туҡтатыр.
     Әбү Һөрәйрә, Аллаһ унан риза булһын, шулай тигән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм шулай тине: «Аллаһҡа иман етмештән артыҡ тармаҡҡа бүленә. Иң юғарыһы — «ләә иләәһә илләәллаһ», иң түбәне – юлда ҡамаусалап ятҡан әйберҙе ситкә алып ҡуйыу. Оялсанлыҡта ана шул имандың бер тармағы».

     Күркәм холоҡтарҙан булған оялыу сифаты һәр беребеҙгә таныштыр. Оят үлсәүе менән кешенең әхлаҡ байлығы үлсәнер, изгелеге һәм боҙоҡлоғоның күләме беленер. Һәр кемдә булған изгелектең дә, яуызлыҡтың да ғәләмәте бар. Изгелектең ғәләмәте: намыҫты һаҡлау, йомшаҡлыҡ, ояла белеү һәм мәрхәмәтлелектер. Яуызлыҡтың күрһәткесе: әҙәпһеҙлек, нәфсене тота белмәү, аҙғынлыҡ һәм әшәкелектер.
     Әгәр ҙә кеше Аллаһы Тәғәләнән ояла икән, ул насарлыҡ эшләмәйәсәк. Тимәк, был әҙәмдең иманы, Раббыбыҙҙан ҡурҡыуы көслө. Ислам тураһында: «Ислам — иң юғары холоҡҡа эйә булыуҙы васыят итә торған дин», — тип әйтелә. «Ҡиәмәт көнөндә күркәм холоҡ ауыр йөк булып изгелек үлсәүенә төшәр», — тип тә әйтелә беҙгә.
     Рәсүлебеҙҙең: «Оялмаған кеше теләһә нәмә эшләһен», — тигән ҡыҫҡа ғына хәҙисе бар. Оятты ике төрлө мәғәнәлә аңларға була: береһе Аллаһ Тәғәләнән оялыу, икенсе әҙәм балаһынан оялыу. Оялып, ниндәйҙер әшәкелек, насарлыҡ, эшләмәй ҡалаһың. Кеше Аллаһтан да оялмай, кешенән дә оялмай икән, был инде бик түбән дәрәжәгә төшөү була. Ләкин бөгөнгө көндә мосолмандар араһында башҡа сифат киң таралған: беҙ әҙәм балаһынан оялабыҙ, Аллаһ Тәғәләнән оялмайбыҙ. Беҙ кеше күрер тип, ул эште эшләмәйбеҙ, күреүсе булмаһа, ҡаса-боҫа насарлыҡ, йәки башҡа насар эш эшләргә мөмкинбеҙ. Был иманыбыҙҙың зәғиф икәнен күрһәтә. Сөнки матур холоҡҡа эйә булған кеше, Аллаһ Тәғәләнән оялып, яман, ярамаған эштәр, хәрәм ғәмәлдәр ҡылмай.
     Быуындар алмашына килә хәҙерге көндәрҙә «Кешеләрҙән оялмаған – Аллаһ Тәғәләнән дә оялмаҫ» тигән хәҙискә ярашлы, бында Аллаһ Тәғәлә бар икәнен онотоп һәм Аллаһҡа иғтибар итмәй, хатта үҙ эргәләрендәге оло кешеләрҙән, үҙ ата-әсәләренән, үҙ баларынан оялмай башланылар. Ни күрәбеҙ? Хәҙерге мәлдә сит ил культураһына эйәреп, шулай уҡ урыҫтарҙан күреп, ирҙәрҙең ҡатын—ҡыҙҙар менән иркенләп ҡосаҡлашып, үбешеп күрешеү нимәгә алып килде? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың оялыу, тыйнаҡлыҡ, намыҫ, ғорурлыҡ тигән холоҡтары юғалды. Әҙәп ҡәғиҙәләрендә түбәнгә тәгәрәне һәм балаларына насар йоғонто һәм үрнәк күрһәтеп яңы үҫеп килгән быуындарға боҙоҡлоҡ таратты. Таныш булмаған ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында әҙәп һәм әхләҡ тигән кәртә юғалды. Былар барыһы ла шул оло гонаһ булған теләк нәфсеһенә – зинаға алып бара.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән-Кәримдең «Әғраф» сүрәһенең 26-сы аятында:
      يَا بَنِي آدَمَ قَدْ أَنزَلْنَا عَلَيْكُمْ لِبَاسًا يُوَارِي سَوْآتِكُمْ وَرِيشًا وَلِبَاسُ التَّقْوَى ذَلِكَ خَيْرٌ ذَلِكَ مِنْ آيَاتِ اللَّهِ لَعَلَّهُمْ يَذَّكَّرُونَ
     «Йәә бәнии Әәдәмә ҡад әңзәлнәә ғәләйкүм либәәсәй-йүүәәрии сәү'әәтикүм үә риишәү-үә либәәсүт-тәҡүәә ҙәәликә хайруң ҙәәликә мин әәйәәти-лләәһи ләғәлләһүм йәҙҙәккәруун».
     «Эй һеҙ, әҙәм балалары! — тине, — Оятығыҙҙы ҡаплар өсөн Беҙ һеҙгә кейем менән зиннәт бирҙек», һәм Аллаһ Раббыбыҙ аяттың аҙағында: «Беҙ уларға үҙҙәре күрмәй торған кейеме дә бирҙек, тәҡүәлек кейеме бирҙек, әгәр улар аңлаһалар, был кейемдәре улар өсөн бигерәк тә хәйерлерәк», — тип әйткән.
     Ошо аяттан күреүебеҙсә, кеше балаһына кейем оят ерҙәрен ҡаплап йөрөр өсөн бирелгән, һәм Аллаһ Раббыбыҙ аҡыл менән зиннәтләп, хайуандарҙан өҫтөн ҡуйып һәм әҙәм балаһының хайуандарҙан өҫтөн сифаты — ояла белеү сифаты — тәҡүәлек, иман биргән.
     Кеше оятын юғалтһа, уларға Аллаһы әлегәсә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ауырыуҙар ебәрер. Әйе, шул заманаһы менән үҫеп килгән быуынға был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау ауырҙыр. Әммә, ғүмерҙең 40-50 йыл тирәһе уҙғас, үҙҙәре олоғайғас, ояттың ҡиммәте көндән-көн аҙая барғанда, ата-әсәләренең әйткән һәр бер һүҙенең дөрөҫлөккә сыға барыуына инанырға тура киләсәк. Бына ни өсөн бөгөн ер йөҙөндә СПИД өҫтөнлөк итә, яңы ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Оят тигән нәмәне бөтөрөү өсөн оятһыҙ матбуғат таратып, телевизорҙан зинаны нисек итеп кенә күрһәтмәйҙәр, хатта сериал-сериалдары менән халҡыбыҙҙы аҙыралар. Йәмғиәттең һәм әйләнә-тирә мөхиттең тиҫкәре йоғонтоһо ла быға сәбәп. Мәғәриф системаһында булған етешһеҙлектәр киләсәк быуынды әхләҡтә тәрбиәләүгә иғтибар бирмәй. Һәр кем үҙенә бикләнеп, ошо донъя өсөн – нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү өсөн йәшәй башланы.
     Ана шул оятты бөтөрә торған сифат — нәфсе. Нәфсебеҙ беҙҙе төрлө яҡлап ләззәттәргә ҡыҙыҡтырып, оят хистәрен юҡҡа сығара. Оялыу хисе булдырыу өсөн нәфсене еңергә кәрәк. Нәфсе – ул беҙҙе үлемгә лә алып бара. Ауырыуҙарҙың күбеһе беҙгә нәфсене еңә алмағанға күрә килә. Беҙ күп ваҡыт, ләззәт алабыҙ тип, ауырыу алабыҙ. Кемдер күп ашауҙан, кемдер эҫе, әсе-татлы, майлы-баллы, тоҙло ашауҙан, араҡы эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан, берәүҙәр яланғас йөрөүҙән, ҡайһы берәүҙәр зина ҡылып йөрөүҙән ләззәт ала. Нәфсенең һәр ләззәте артында төрлө ауырыу – бәлә-ҡаза, тимәк үлем ҡушыла. Бына бер ҡатындың әсенеп йәш ғүмерен эскегә һалғаны һәм хәҙер хаталарын таныуынан миҫал килтерәйек: кемдеңдер мине ошондай хәлдә күреүенән тартыныу тойғоһо, оялыу бөтөнләй булманы, сөнки араҡы менән тупаҫланған мейегә барыбер ине. Ә кемдән оялырға? Үҙең кеүек үк эскеселәрҙәнме ни? Урамда осраған таныштарҙан ҡасырға, улар күҙенә салынмаҫҡа тырыштым. Әгәр ҙә ҡасып ҡалыу мөмкинлеге булмаһа, алдан уҡ агрессив төҫ алып, уларҙы урап үттем йәки меҫкен ҡиәфәт менән ҡаршыларына сыҡтым...
     Кеше булған кеше ояла белә. Хайуандарҙа оят тигән хис юҡ. Ер йөҙөнә Аллаһ тарафынан иман нурын таратырға ебәрелгән һәр бер пәйғәмбәр кешелекте ояла белергә саҡырҙы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Кешелеккә элек килеп иманға өндәгән пәйғәмбәрҙәрҙән ирешкән һүҙҙәрҙең береһе — оялмаһаң, нимә теләһәң шуны эшлә», — тип әйткән. Оялыу кешенең йөрәгендә булған иманының бер күрһәткесе булараҡ яҡшы тәрбиәле һәм күркәм әхләҡле, гүзәл холоҡтарға эйә булғанына ишаралай.
     Һәм ер өҫтөнә Аллаһ тарафынан таратылған һәр шәриғәттең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булды. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Һәр диндең үҙ әхлағы булды, исламдың әхлағы — оялыу», — тине. Тимәк, ер өҫтөндә тик ислам ғына, Ҡөръән әһеле өмәтенән булыусы оялыуҙың үрнәге булырға тейеш. Әгәр был донъяла мосолмандар ояттарын юғалтһалар, башҡаларҙан ул сифатты нисек өмөт итергә була? Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең был әйтелгән һүҙҙәре өҫтөбөҙгә оло яуаплылыҡ өҫтәй, беҙҙе — мосолмандарҙы оят мәсьәләһендә айырыуса етди булырға саҡыра.
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм беҙҙе һәр саҡ ояла белергә өйрәтте, үҙе лә бик ояла ине. Бер мәле, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер сәхәбәһе янынан үтеп барғанда, уның үҙ ҡустыһын оялсан булғаны өсөн шелтәләгәнен күрҙе һәм: «Уны шелтәләмә, сөнки оялыу — имандың бер билдәһе», — тине. Кемдәрҙер: «Бөгөн заманаһы башҡа шул, оятың булһа, асҡа үләрһең, өҫтөңдән тапап китерҙәр», — тиҙәр. Кеше исемен йөрөтөүсе зат ҡайһы ваҡытта ғына йәшәмәһен, яҙмыш елдәре уны ҡайҙарға ғына ташламаһын, оялыу һәр ваҡыт зиннәт-күркәмлек булып ҡала. Пәйғәмбәребеҙ: «Оялыу хәйерлектән башҡа нәмә менән килмәҫ», — тине.
     Ҡылған яман ғәмәлдәребеҙ өсөн кешенән оялыуыбыҙ, кәм-хур булмайыҡ тип тырышыуыбыҙ юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Был ғөрөф-ғәҙәт динебеҙҙән. «Оялыу – Аллаһ тарафынан яҙылған бүләк» тигән әйтем дә бар халыҡ телендә. Киләсәк быуыныбыҙҙы ла, баланы Аллаһ Тәғәләнән һәм кешенән оялырға өйрәтеү, ғөмүмән, оят-хәйәт белеү кәрәклеген йолаларыбыҙҙа раҫлай. Атай-әсәләрҙең, мөғәллимдәрҙең бурысы булған был эште ҡасан башҡарырға тигән дә, һис шикһеҙ, динебеҙ аңлатҡанса: баланы кешенән оялырға өйрәтеү кәрәк, ләкин кеше алдында ғәйебен фаш итеп оятлы итеү кәрәкмәй. Оялырға өйрәтеүебеҙ рәнйетеүгә әйләнмәһен өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәне белеү кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм кешенең хатаһын, кәмселеген бер ҡасан да башҡалар алдында фаш итмәгән. Бындай риүәйәт килтерелә: бер мәле сүлдә йәшәгән ярлы әҙәм, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм эргәһенә килә. Бүләк итеп һауытта бер-нисә устай виноград та алып килә. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм уның бүләген ҡабул итә, һәм бер виноградты ҡабып ҡарай ҙа йылмая. Унан һуң икенсеһен, өсөнсөһөн... ҡабып ашай ҙа йылмая. Әлеге сүл ғәрәбе бик тә һөйөнә был хәлгә. Сәхәбәләр ҙә был хәлде күҙәтеп тора һәм аптырайҙар. Ғәҙәттә, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм улар менән күстәнәсте бүлешә торған була, ә был юлы – юҡ, өлөш сығармай. Аллаһтың илсеһе виноградтары ашап бөтөргәс, һауытты кире хужаһына бирә. Ул кеше пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең күңелен күтәргәнгә шатланып ҡайтып китә. Шунан һуң сәхәбәләрҙең береһе һорай: «Йә рәсүлуллаһ, ни өсөн беҙҙең менән виноградты бүлешмәнең?». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм йылмайып: «Һеҙ уның йөҙөндәге шатлыҡты күрҙегеҙме? Ә виноград бик әсе ине. Әгәр һеҙҙең менән бүлешһәм, берәрегеҙ уға был турала әйтер ҙә, уны күңелһеҙләндерер, хәтерен ҡалдырыр, тип ҡурҡтым». Ана шул кешенең күңелең төшөрөп, миҫалға: мәжлестәрҙә ашын килеп сыҡмаған тип, кемделер ғәрләндереп, йә иһә баланы саманан тыш оялтырға кәрәкмәй.
     Бер ғалим: “Әгәр ҙә кеше Аллаһ Тәғәлә алдында оялып йәшәһә, Раббыбыҙ был кешене ҡиәмәт көнөндә газапҡа һалырға оялыр. Ләкин әгәр ҙә кеше Аллаһтан ҡурҡмайынса насар, алама, боҙоҡ, хәрәм ғәмәлдәр эшләй икән, ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә уны ғазапҡа һалырға оялмаҫ", — тигән.
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә тәүфиҡ һәм тәҡүәлек бирһә ине, беҙҙең холоҡтарыбыҙҙы пак итһә ине һәм Үҙе риза булмаған ғәмәлдәрҙән беҙҙе һаҡлаһа ине. Үҙебеҙҙең төҙәтелгән, матур холоҡтар менән балаларға ла тәрбиә бирә алһаҡ ине. Раббыбыҙ имандарыбыҙҙы камил ҡылып, беҙҙе насар ғәмәлдәр ҡылыуҙан һаҡлаһа ине. Әмин.
     

     Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?https://nazir1965.com/din/yauly%D2%A1-xidzhab-%D3%99ll%D3%99-bash-kejememe.html

     Мосолман ҡатын-ҡыҙ кейеме: https://nazir1965.com/din/mosolman-%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99-kejeme.html

     Асыҡ ғәүрәт – боҙоҡ энергия магниты: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/asy%D2%A1-%D2%93%D3%99%D2%AFr%D3%99t.html

     Кейем — Аллаһ биргән бөйөк бер игелек: https://nazir1965.com/din/kejem-alla%D2%BB-birg%D3%99n-b%D3%A9j%D3%A9k-ber-igelek.html

     Яулыҡ хаҡында: https://nazir1965.com/bez-rubriki/yauly%D2%A1-xa%D2%A1ynda.html