Насар яҙмыш юҡ

                                                               Насар яҙмыш юҡ

     Аллаһ Тәғәлә доньяны юҡтан бар иткәндә бөтә йәндәрҙе лә яралтҡан һәм һорау биргән: «Әләстү бираббикүм», — йәғни: «Раббығыҙ кем?» — тип. Шул ваҡыт бөтә йәндәр: «Һин беҙҙең Раббыбыҙ һәм тәрбиәсебеҙ», — тип Аллаһты таныйҙар. Шул ваҡытт Аллаһ Тәғәлә йәндәргә Үҙен күрһәткән. Нисек күрһәткәне беҙгә таныш түгел. Бына ошо йәндәрҙе Раббыбыҙ «тән» тигән кейемгә төрөндөрөп, Ер йөҙөнә һынар өсөн ебәргән. Ер йөҙөндә йәндәр тән рәүешендә үҙҙәрен һәм башҡа йәндәрҙе күрәләр, әммә Аллаһты күрмәйҙәр. Аллаһты таныған, бер төрлө үк иман килтергән йәндәр төрлөһө һәр төрлө юлдар менән ғүмер һөрә башлай, төрлө яҙмышҡа дусар була. Ҡайберәүҙәр төшөнкөлөккә бирелеп: «Минең яҙмыш насар, мин бер ни ҙә эшләй ҙә алмайым» , — тип йөрөй. Ҡайберәүҙәр маһайып: «Мин барын да булдырам», — ти. Юғиһә, Әҙәм балаһы белә бит, Аллаһ теләмәһә, алдыңда торған ризыҡты ла ҡулың менән алып, ауыҙыңа килтерә алмайһың һәм бер кем дә һинең был халәтеңде үҙгәртә алмай. Бөгөн: «Шифаны Аллаһтан һорағыҙ», — тигән өсөн ҡайһы бер табибтарҙы ғәйепләп сығыусылар ҙа бар. Ул табип та бит Аллаһ ҡулында бер инструмент, Аллаһ теләһә, уның аша шифа бирә, теләй икән, үлемгә дусар итә. Әллә ниндәй данлыҡлы, билдәле табибтар, өшкөрөүселәр, экстрасенстар бар, шифа улар ҡулында булһа, берәүҙә, бигерәк тә йөрөргә, түләргә мөмкинлеге булған кешеләр үлмәҫтәр ине. Ләкин ни ғәжәп, байҙар ҡысҡараҡ ғүмерле.

     Хаҡиҡәттә, насар яҙмыш юҡ, Аллаһтың хәйерһеҙ эше лә юҡ. Раббыбыҙ Ҡөръәндә (94-се «Иншираҡ» сүрәһе, 5-15-сы аяттар): «Фә иннә мәғәл ғүсри йусра. Иннә мәғәл ғүсри йусра», — йәғни «дөрөҫөн әйткәндә, ауырлыҡтан һуң ғына файҙалы еңеллек табыла», -тип әйтә.
     Бер риүәйәт бар. Берәүҙең бик яҡшы аты булған. Уға бик ҡыйбатҡа хаҡтар биреп һатып алырға теләүселәр килгән. Әлеге кеше ярлы булһа ла, атын һатмаған. Көндәрҙән бер көндө ат юғалған. Кешеләр ҡартты шелтәләйҙәр икән. «Ҡыйбатҡа һатҡан булһаң, бай кеше булыр инең, хәҙер атың да юҡ, аҡса ла юҡ», — тип. Ҡарт: «Киләсәге хәйерле булһын», — тигән. Бер аҙнанан ҡарттың аты унлап ҡырағай ат эйәртеп ҡайтып килгән. Күршеләре һоҡланып, көнләшеп ҡарағас, бабай: «Аҙағын белмәйһегеҙ», — тигән. Ҡарттың улы булған . Ул ҡырағай аттарҙы өйрәтә башлаған. Бер төндө аттан йығылып, бик ҡаты имгәнгән. Күршеләре: «Берҙән-бер малай имгәнде бит», — тигәс тә: «Киләсәге хәйерле булһын», — тигән. Шул йылды һуғыш сығып, бар кешенең дә улдарын һуғышҡа алып киткәндәр. Ҡарттың улы янында ҡалған. Күршеләре: «Һинең улың бер аҙ аҡһаҡлап йөрөһә лә яныңда, ә беҙҙекеләр юҡ», — тип борсолалар икән. Бына шулай, хәйерһеҙ эш булмаған кеүек, насар яҙмыш та юҡ.
     Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә әйтелә: донъя яралтылғас, Аллаһ йәндәргә ерҙе лә, йәннәтте лә күрһәткән. Ҡайһы бер йәндәр: «Беҙгә ерҙән һис бер нәмә лә кәрәк түгел, йәннәт булһа, еткән», — тигәндәр. Бына шул йәндәр Ер йөҙөндә кеше, ғәрип, диуана булып йәшәйҙәр, йә булмаһа, бала саҡта үләләр. Ә беҙ ниҙәр генә әйтмәйбеҙ, Аллаһыны мәрхәмәтһеҙлекте ғәйепләп, көфөрлөккә төшәбеҙ. Ә хаҡиҡәттә, ул яҙмышын йәндәр үҙҙәре һайлаған. Улар ахирәттә бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ Аллаһының йәннәтенә инәсәктәр. Шуның өсөн дә бит уларға йыназа уҡығас та: «Йә, Раббым, был мәйетте беҙгә шәфәғәтсе ҡыл, шәфәғәтен мәғбул ҡыл», — тип доға ҡылабыҙ.
     Ҡайһы бер йәндәр әйткән: «Ерҙә, йәннәттә оҡшамай», — тигәндәр. «Һеҙгә ни оҡшай һуң?» — тигәс: «Ий, Раббыбыҙ, беҙҙең Һиңә яҡын булаһыбыҙ килә», — тигәндәр. Аллаһ: «Мин мохтаждар, ҡайғы — хәсрәттәргә яҡын булам, һеҙ улар күргән ауырлыҡтарға түҙерһегеҙме?» — тип һораған. «Һиңә яҡын булыр өсөн беҙ бар нимәгә лә риза», — тигәндәр. Былар миллионлаған йәндәрҙән берәр генә булған. Улар пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр йәне. Шуға күрә лә иң күп борсоу-мәшәҡәттәр, ауырыу-сырхауҙар пәйғәмбәрҙәргә һәм әүлиәләргә тарыған. Был иһә иманы зәғиф булған күп кенә кешеләрҙе көфөрлөккә төшөрә: «Бына, ғүмер буйы намаҙ уҡый, харамға ла ҡатышмай, үҙенең борсоу-мәшәҡәттән арынғаны юҡ», — тип уйлайҙар.
     Ҡалған кешеләрҙең дә яҙмыштары төрлөсә. Раббыбыҙ һәркемгә лә йәннәткә инергә мөмкинлек биргән, шул уҡ ваҡытта бер кеше лә: «Йәһәннәм ғазабына эләкмәм», — тип тә әйтә алмай. Бөгөн араҡы эсеп, кеше талап, зина ҡылып һ.б.ш. оло гонаһтар ҡылып йәшәүселәр бар. Шундай кешеләр арҡылы Аллаһы Тәғәлә башҡаларға был эштәрҙең ни тиклем насар икәнлеген күрһәтә. Лоҡман Хәким: «Әҙәпһеҙҙәргә ҡарап, әҙәпкә өйрәндем», — тигән.
     Берәүҙең малай эсергә һәм отош уйындары уйнарға ярата икән. Атаһы тегеләй ҙә, былай ҙа вәғәзләп ҡараған, һөҙөмтәһе булмаған. Үләр алдынан улына әйткән: «Һин бит мине тыңламаның, һуңғы һүҙемде тыңла, эсһәң — даны сыҡҡан эскесе менән эс, уйнаһаң — иң атаҡлы уйынсы менән уйна», — тип. Атаһының вафатынан һуң улы иң даны сыҡҡан эсеүсенең һәм отош уйындары уйнаусы атаҡлы кеше эҙләп киткән. Эҙләп тапһа, ҡала ситендә ташландыҡ подвалда көн итеүсе бомждар икән. Береһен эсеү, икенсеһен отош уйындары шул хәлгә еткергән. Малай уларҙы күреп ғибрәтләнгән һәм насар ғәҙәттәрен ташлаған.
     Кем генә булмаһын, Раббыбыҙ һәркемгә тәүбәгә килергә мөмкинлек биргән. 25-се «Фурҡан» сүрәһе 70-се аяттар Аллаһ Тәғәлә: «Илләә мәң тәәбә үә әәмәнә үә ғәмиләң саалихаң фә үләәәәикә йүбәддилүллааһү сәййи әтиһим хәсәнәәт», — йәғни: «Мәгәр берәү тәүбә итеп, иман килтерһә һәм Ҡөръән юлы менән изге ғәмәлдәр ҡылһа, бына шундай кешеләрҙең насарлыҡтары яҡшылыҡҡа алмаштырылыр, Аллаһ ундайҙарға ярлыҡаусы үә рәхмәт ҡылыусы булыр», — ти. Бына был аят Аллаһтың мәрхәмәте сикһеҙ икәненә, бар кешегә лә тәүбәгә килеп, төҙәлергә мөмкинлек бирелеүенә дәлил түгелме? Кеше ярамаған эш эшләп бер гонаһлы булһа, тәүбәһен кисектереп, аҡылға килмәйенсә йөрөп, тағы ла ҙурырак гонаһҡа бата. Беренсенән, тәүбәгә килмәйсә, иманһыҙ булып үлеп китеүе бар. Икенсенән, тәүбәгә килмәү ул — гонаһыңды инҡар итеү, йәғни мин-минлек, тәҡҡәберлек була. Сирле кеше ауырыуҙарына сабыр итһә, ҡайғы-хәсрәтле, борсоулы кеше ҡайғыларына сабыр итһә, гонаһтарына кәффарат һәм йәннәткә инеүенә сәбәп була. Раббыбыҙ Ҡөръәндә (2-се «Бәҡара» сүрәһе, 155-156-се аяттар): «Үәләнәбелү үәннәкүм бишәй им минәл хауфи үәл джүүғи үә наҡәсыйм минәл әм үәли үәл әңфүси үәссәмәрааат, үә бәшшириссаабирииин», — йәғни: «Һуғыш фажиғәһен дә, аслыҡ яфаһын да күрерһегеҙ, ауырырһығыҙ ҙа, малдарығыҙға ла ҡытлыҡ килер, йөрәк емеше булған балаларығыҙҙың да хәсрәтен дә күрерһегеҙ, кемдәр шул саҡ сабыр итһә, уларға йәннәт һөйөнөсө булыр», — тип әйтә.
     Кемдер бай кеше икән, был бит әле бәхет түгел. Байлығына шөкөр ҡылмаһа, тейешле зәкәт, ғөшөрөн бирмәһә, йәтимдәргә, мохтаждарға, мәсет-мәҙрәсәләргә ярҙам итмәһә, был донъяла мал-мөлкәт уның күңел тыныслығын ала, ахирәттә йәһәннәмгә алып бара. Бер кеше һау — сәләмәт булып та, шуға шөкөр ҡылмаһа, ғәрип-ғорабаға, инвалидтарға ярҙам итмәһә, көсһөҙҙәрҙе яҡламаһа, ураҙа тотмаһа, мәсеткә йөрөмәһә, сәләмәтлеге уны шулай уҡ тамуҡҡа индерә.
     Кемдер мәсеткә йөрөһә, намаҙҙар уҡыһа, ураҙа тотһа, әммә был эштәре менән маһайһа, башҡаларҙы кәмһетеп ҡараһа, был мин-минлек, тәҡҡәбәрлек, хатта изге ғәмәлдәрен дә юҡҡа сығарып, уны йәһәннәмгә алып бара. Бөгөн беҙгә Аллаһының рәхмәте булып, намаҙ уҡыйбыҙ, мәсеткә йөрөйбөҙ, ураҙа тотабыҙ икән, һәр изге ғәмәлебеҙ өсөн Аллаһҡа шөкөр ҡылыуыбыҙ кәрәк. Маһайһаҡ (маҡтанһаҡ), «мин булдырам», — тиһәк, көфөрлөккә төшөүөбөҙ бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Күңелендә тары бөртөгө тиклем генә тәккәберлеге булған кеше йәннәттең еҫен дә һиҙмәҫ», — тигән.
     Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн генә булып, күңел йөрәгебеҙҙе таҙатырға, күңелебеҙҙе нескәртергә һәм үҙебеҙҙе түбәнселектә тоторға ярҙам итергә тейеш. Шулай булғанда ғына хаҡ юлдан тайпылмайса, Аллаһтың йәннәтенә алып барыусы ғәмәлдәр булыр, инша Аллаһ.
     Раббыбыҙ дөрөҫ юлдан яҙған, тәүфиҡһыҙлыҡта йөрөгәндәргә тәүбәгә килергә, тура юлды табырға, изге ғәмәлдәр ҡылып та тәҡәбберләнеүселәргә шул изгелектәрен юғалтмаҫҡа ярҙам күрһәтеп, Үҙенең йәннәттәрендә осрашыуҙарыбыҙ насип ҡылһа ине.
                                                                                                 «Йөҙ ҙә бер вәғәҙ» Йәлил хәҙрәт Фазлыев