Мосолманлыҡ нисек үлсәнә?

                                                 Мосолманлыҡ нисек үлсәнә?
     Күңелдәребеҙҙе Иман, Ислам нуры менән нурландырған, изге динебеҙгә мөхәббәт уятҡан, Аллаһыны бар, бер, хаҡ тип аңлатҡан, Ер йөҙөнә рәхмәт өсөн ебәрелгән хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ дең изге ғәмәлдәрен түкмәй-сәсмәй беҙгә килтереп еткергән ғалим-ғөләмәгә, остаз, мөғәллим-мөғәллимдәребеҙгә Аллаһының сикһеҙ рәхмәте һәм мәрхәмәте насип булһа ине.
     Беҙҙең һәр беребеҙгә Иманлы булып донъяға килгәндән һуң да Аллаһының беҙгә аманат иткән изге байлығынан айырылмайынса, түгелмәй-сәселмәй, аҙашмай-һаташмай, Аллаһының һүҙе булған Ҡөръән Кәримгә һыйынырға, Пәйғәмбәребеҙ сөннәте-хәҙистәрен аңлап, белеп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙ насип булһа ине.

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйткән:
                                                                                              لَا إِكْرَاهَ فِي الدِّينِ
     «Ләә икрааһә фид-диин... »
     «Диндә көсләү юҡ». Әл-Баҡара сүрәһе 2/256
     Һәм ошо аятҡа таянып үҙ ирке менән ихлас күңелдән Исламдың беренсе шарты булған кәлимәи-шәһәҙәте:
     «Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүүлүһ» тип, әйткән кеше мосолман була.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең шундай бер хәҙисе бар: «Һөйөнөс бирәм мин һеҙгә, һеҙ үҙегеҙҙән арттағыларға һөйөнөс бирегеҙ. Кем донъяла үҙ ирке менән бер мәртәбә «Ләә иләәһә илләлаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип әйтһә, һәм үҙенең һүҙенә тоғро ҡалып вафат булһа, ул кеше йәннәткә инер».
     Шәһәҙәт һүҙенең мәғәнәһе шулай: Аллаһ Тәғәләне танып, һеҙ ныҡлы ҡараштарға эйә булып. Үҙегеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ, телегеҙ һәм бөтә йөрәгегеҙ менән дәлилләп, ысынлыҡта һеҙ Аллаһтан башҡа бүтән һис кемгә лә, ә бары Уға ғына табынырға тейешле Берҙән бер Иләһ – Аллаһ булыуын ысын күңелдән таныйһығыҙ. Аллаһ Тәғәләне ихлас рәүештә таныу, Уға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ күрһәтеүҙән оялыу, Уның асыуынан ҡурҡыу, Уның ҡаршыһында тыйнаҡ, һәм бар нәмәләр ҙә бойһоноусан булыу, Уға ялбарыу, Уның ихтыярына бойһоноу, Ислам күрһәтмәләрен һәм терәктәрен (бағаналарын) үтәү, һәм дә Мөхәммәд ﷺ – Уның ҡоло һәм илсеһе тип таныу.
     Исламдың биш шартын: Кәлимәи-шәһәҙәт, намаҙ, зәкәт, ураҙа, хажды еренә еткереп үтәүселәрҙе мөьмин үә хаҡ мосолман тип әйтәләр. Әлбиттә Аллаһты танып, шәһәҙәт әйтеп ҡалған шарттарҙы үтәмәүселәр гонаһты мосолман булалар.
     Бер һорау һеҙгә: «Үҙегеҙҙең ниндәй мосолман булыуығыҙҙы беләһегеҙ киләме?»
     Кешенең мосолманлығын тикшереү өсөн, беҙ тик Аллаһ һәм уның Рәсүле белдергәндәргә генә мөрәжәғәт итә алабыҙ.
     Исламда беҙҙең ни дәрәжәлә мөьмин булыуыбыҙҙы тикшереп ҡарарға ярҙам итеүсе мизан, мосолманлығыбыҙҙы билдәләүсе ҡағиҙәләр бар. Үҙегеҙгә мосолман булараҡ баһа биреү өсөн иң дөрөҫ, иң ғәҙел мизан бына был йөмләнең ысын мәғәнәһендә: «Сауаплы эштәрегеҙгә ни тиклем һөйөнһәгеҙ — һеҙ шул тиклем мосолман, ҡылған гонаһтарығыҙ ни өсөн дәрәжәлә үкенһәгеҙ — һеҙ шул дәрәжәлә мөьминһегеҙ».
     Мәҫәлән, бәндәселегегеҙ менән бер хата ғәмәл ҡылдығыҙ, гонаһҡа керҙегеҙ ти. Аллаһтың әмеренә хилаф (ҡаршы килеү), Рәсүлулланың сөннәтенә ҡаршы килеүсе хәрәкәт яһанығыҙ ти. Шунан һуң йәнегеҙгә борсоу, күңелегеҙгә үкенеү хисе килеп урынлаша. Бына шул үкенеү, шул уфтаныуҙың күңелегеҙҙе яндырып-көйҙөрөүе дәрәжәһе һеҙҙең мосолман булараҡ ихласлығыҙҙы күрһәтә лә инде. Иманығыҙҙың ныҡлығы, диндарлығыҙың тәрәнлеге шунан билдәле була!
     Шулай уҡ, әйтәйек, Ислам дине өсөн ҙур һәм файҙалы эш башҡарҙығыҙ, йәғни сауабы күп ғәмәл ҡылдығыҙ ти. Шул эшегеҙ өсөн һөйөнөүегеҙ, йәнегеҙҙең хозурлыҡта йөҙөүе һеҙҙең ихлас күңелдән мосолман икәнлегегеҙҙе күрһәтеп тора.
     Ҡайһы бер мосолмандарҙың насар яғы бар: ...эштәре яҡшы барған, кәйефе яҡшы кеше, һис шикһеҙ, был хәлдән бик ҡәнәғәт, үҙен бәхетле хис итә. Шуға күрә ундайҙар, форсаты сыҡҡан һайын:
     — Миңә был ниғмәтте Раббым бүләк итте! — тиҙәр. Аллаһҡа шөкөр итеүҙән туҡтамайҙар.
     Ләкин донъя беҙ уйлағанса ғына бармай бит. Көндәрҙән бер көндө әлеге кешенең тормош хәле бер ни тиклем насар яҡҡа үҙгәреп китә. Шуға эсе бошҡан кеше был юлы: «Раббым миңә хыянат итте», — ти икән. Шулай итеп ул Йәнабе Хаҡҡа шикәйәт (ялыу) белдерә.
     Ниғмәттә үә рәхәттә булған саҡта Раббыһына шөкөр иткән, ә хәҙер үҙенә бер ни ауырлыҡ-ҡыйынлыҡ килгәндә: «Раббым миңә хыянат итте», — тип һөйләнеп йөрөгән кешене ысын мөьмин тип әйтеп буламы? Юҡ, билдәле. Сөнки ысын мөьмин, эше уңайға барғанда, Аллаһҡа шөкөр итә, эштәре аҡһап китһә, бәлә-ҡазаға дусар булһа, сабыр итә. Раббыһына ҡаршылыҡ ҡылмай. Ысын мөьминдең төп сифаты бына шул.
     Әйе, йыһанда бер нәмәнең дә хикмәтһеҙ генә булмауын аңлаған, шуға иман иткән мөьминдең ысын сифаты бәлә-ҡазаларҙы сабырлыҡ һәм шөкөр менән ҡаршы алыуҙыр. Ысын мөьмин: «Бының да бер хикмәте барҙыр. Был да уҙар, яҡшылыҡ килер», — тип фекер йөрөтә.
     Тарихтан бер генә миҫал. Бер кеше Аллаһтың Рәсүленән иман үә Ислам тураһында һораған. Хәҙрәте Рәсүлуллаһ уға былай яуап ҡайтарған:
     — Сауаплы эштәрең һине ни тиклем шатландырһа, тимәк, шул ҡәҙәр мосолманһың. Гонаһтарыңа ни хәтле үкенәһең, тимәк, шул дәрәжәлә мөьминһең.
     Мәсьәләнең асылы шул: әгәр һин сауаплы эш ҡылыу бәхетенә ирешәһең икән, Аллаһҡа шөкөр итерлек дәрәжәлә һөйөнөргә тейешһең, йәненә ҡәнәғәтләнеү инергә тейеш. Әгәр ҙә инде гонаһ эшләү бәхетһеҙлегенә дусар булһаң, күҙ йәшең түгелерлек дәрәжәлә үкенергә һәм йәнеңде көйҙөреп алырлыҡ дәрәжәлә ҡайғырырға тейешһең.
     ...Бер көн Хәҙрәте Рәсүлуллаһ сәхәбәләре янына килә, Сәхәбәләрҙең кемдәр булыуын беләһегеҙ инде: уларҙың бар маҡсаттары, бар эш-ғәмәлдәре Аллаһтың ризалығын алыу, Рәсүлуллаһ шәфәғәтенә ирешеү өсөндөр. Шуға күрә әңгәмәләре йыш ҡына «мөьминдә ниндәй сифаттар булырға тейеш?» тигән һорауға яуап эҙләү рәүешендә үтә. Рәсүлуллаһ Хәҙрәттәре әңгәмәнең эстәлеген аңлап ала ла, мәсьәләне асыҡлау өсөн, сәхабәләрҙән һорай:
     — Һеҙ кемдәр?
     Әсхәбе кирам:
     — Беҙ — мөьминдәр,— тип яуап ҡайтаралар.
     Хәҙрәте Рәсүлуллаһ йәнә һорай:
     — Яҡшы, ул ваҡытта мөьмин булыуығыҙҙы иҫбат итеүсе ниндәй сифаттарығыҙ бар?
     Яуабында сәхәбәләр:
     — Мөьмин булыуыбыҙҙы күрһәтеүсе сифаты шулдыр: беҙ ниғмәттәрҙең килеүенә — шөкөр, китеүенә сабырлыҡ итәбеҙ, — тиҙәр.
     Бындай яуапты ишеткәс, Рәсүлуллаһ Хәҙрәттәре былай тип әйтә:
     — Улай булғас, һеҙ ысынлап та мөьминдәр икәнһеҙ.
     Эйе шул, дөрөҫ, хаҡиҡый мөьмин рәхәттә лә, михнәттә лә Раббыһына хәмед үә шөкөр итә, үҙенә килгән бәлә-ҡазаларға сабыр итә. Ул был донъяның бөтөн ҡайғылары һәм мәшәҡәттәренең фани, ваҡытлы булыуын яҡшы мөҡәфәт (яҡшылыҡҡа ҡаршы эшләнгән яҡшылыҡ), бүләк үә әжер йәки яза булыуын да бик яҡшы аңлай. Бер хәҙисе-шәрифтә былай тиелә: «Ҡиәмәт көнөндә бер төркөм кешеләргә ҡанат биреләсәктер. Улар, ҡанаттарын елпей-елпей осоп, йәннәткә керәсәктәр.
Фәрештәләр уларҙан һораясаҡ:
     — Һеҙ хисап бирҙегеҙме? Сират күперен үтегеҙме? Йәһәннәмде күрҙегеҙме?
     — Юҡ.
     — Һеҙ ҡайһы пәйғәмбәрҙең өммәте?
     — Беҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өммәте.
     — Зинһар өсөн, һөйләгеҙ әле, һеҙ хисапһыҙ ғына йәннәткә инә алыуығыҙ өсөн донъяла ниндәй ғәмәлдәр ҡылдығыҙ һуң?
     Әлеге инсандар ошолай яуап ҡайтарасаҡ:
     — Беҙҙең ике сифатыбыҙ, ике өҫтөнлөгөбөҙ бар ине. Уларҙың береһе шул: диндарлығыбыҙ даими, тотороҡло ине. Аулаҡта ла, майҙанда ла, кеше йөрөмәй торған ерҙә лә, кеше алдында ла диндарлығыбыҙҙы дауам иттерҙек, динебеҙ ҡушҡанса йәшәнек!
     Икенсе сифатыбыҙға килгәндә, беҙ бәлә-ҡазаларға һәм бәхетһеҙлектәргә сабыр иттек, ҡурҡыуға, өмөтһөҙлеккә бирелмәнек. Раббыбыҙ беҙгә билдәләгән тәҡдиргә ризалыҡ күрһәттек, нимә генә күрһәк тә, бының бер хәйере булмай ҡалмаҫ тинек, юлыбыҙҙан тайпылманыҡ.
     Фәрештәләр был һүҙгә:
     — Улай икән, тимәк, һеҙ был мөҡәфәткә лайыҡлы. Юлығыҙға аҡ йәймә! — тиерҙәр».
     Беҙгә лә мосолман ҡәрҙәштәрем, килгән бәлә-ҡазаларға түҙәргә Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла күркәм сабырлыҡтар бирһен. Һәм Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Уны танып. Ибраһим ғәләйһиссәләм шикелле, Уның биргән ауырлыҡтарына түҙеп, иман менән донъяла йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә насип итһә ине. Һәм иман менән донъянан үтеп, һәр беребеҙҙең һуңғы урындарын йәннәттә ҡылһа ине.