Коронавирус һәм Аллаһ

                                        Коронавирус, Аллаһ, динебеҙ
     Аллаһы Тәғәлә һәр бер мосолманға шәриғәт ҡушҡанса йәшәргә бойорҙо. Кеше Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәү өсөн шәриғәт хөкөмдәрен белергә, хәләл менән харамды айыра белергә тейеш. Белмәй икән, ул уны үтәй алмай. Шуға күрә лә Исламда белем алыуға ҙур иғтибар бирелә. Ә белемһеҙ халыҡ донъянан милләте менән юғалыуға дусар.
     Сәләмәтлек — Аллаһы Тәғәләнән үҙенең ҡолона — бәндәһенә бирелгән иң ҙур ниғмәттәрҙең береһе. Беҙ йыш ҡына: «Һаулыҡ булһа, барыһы ла була», — тиебеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис — сәләм дә: «Иртән һау-сәләмәт, имен һәм ризығы булған хәлдә уянған кеше бөтөн донъяға эйә», — тигән. Шуға иртән уянып аяҡҡа баҫҡаныбыҙ икән, «Әлхәмдүлиллләһ» тип әйтеп, шөкөр итәйек.
     Аллаһ Тәғәлә «Юныс» сүрәһенең 107 –нсе сүрәһендә:
وَإِن يَمْسَسْكَ اللَّهُ بِضُرٍّ فَلَا كَاشِفَ لَهُ إِلَّا هُوَ وَإِن يُرِدْكَ بِخَيْرٍ فَلَا رَادَّ لِفَضْلِهِ يُصِيبُ بِهِ مَن يَشَاءُ مِنْ عِبَادِهِ وَهُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
     Үә иййәмсәскәл-лааһу бидурриң фәләә кәәшифә ләһүү илләә һүүә үә иййүридкә бихайриң фәләә рааддә лифадлиһи йүсыиибү биһи мәй йәшәә'ү мин ғибәәдиһи үә һүүәл-ғафүүрурур-рахиим.

     «Әгәр Аллаһ һиңә берәр зарар бирһә, ул зарарҙы һинәң алырға Унан башҡа Зат юҡ, әгәр һиңә берәр ниғмәт бирергә теләһә, Уның йомартлығынан биреләсәк ниғмәтте кире алыу юҡ. Ниғмәтте Үҙе теләгәндәргә – лайыҡ булғандарға бирер. Ул ярлыҡаусы үә рәхимле».
     Аллаһ биргән һаулыҡ беҙҙе был донъяла бәхетле итһә, Аллаһҡа таныу һәм ныҡлы иман беҙҙе ахирәттә бәхетле булыуға әҙерләй. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис — сәләм: «Аллаһтан ныҡлы иман һәм һаулыҡ һорағыҙ. Сөнки иман һуңынан сәләмәтлектән өҫтөн нәмә юҡтыр», — тип әйткән.
     Был донъя тормошонда әҙәм балаһын төрлө хәлдәр көтә, һәм ул үҙенең ни тиклем көсһөҙ һәм Аллаһҡа ни тиклем мохтаж икәнлегенә күп тапҡыр инана. Әҙәм балаларына ебәрелгән әфәттәр, бәлә-ҡаза һәм һуғыштар, психик һәм физик төрҙәге төрлө ауырыуҙар, сирҙәр ҙә уны һынау өсөн ебәрелә. Әлеге коронавирус һәм пневмония сирҙәрелә шул рәтенән. Ҡайһы бер әҙәм аҡтыҡтары шашып китеп, бар донъя байлығын үҙ ҡулына йыйҙы, мохтаждарға зәкәт сығарманы, нәфсе һәм аҙғынлыҡ таратып йәмғиәтебеҙҙең йәшәү кимәлен түбәнгә төшөрҙө, ҡоро вәғәҙәләр биреп донъяны кеше алдауға ҡорҙо. Уларға Аллаһтың ҡәһәре төшмәҫ тип уйлайҙармы икән?
     Әлбиттә, бында ул донъя хакимдары ғына түгел, ә ил халҡының да шуларға эйәреп түбәнлеккә төшөүенә бәйле һәр бер ауырыуҙың килеп сығыуының матди һәм рухи сәбәптәре бар. Иң беренсе сиратта улар Аллаһтың Үҙенә генә билдәле булған хикмәттәр менән, тәҡдиребеҙгә яҙылған буйынса килеп сығалар. Улар һәр кешенең иманын, ихтыярын, йәки башына килгән бәлә-ҡазаларға сабырлығын, сыҙамлығын һынап ҡарау өсөн бирелергә мөмкин. Шулай уҡ, улар уны гонаһтарҙан паклау өсөн дә хеҙмәт итергә мөмкиндәр. Ә беҙҙең гонаһтарбыҙҙың иге-сиге юҡ!
     Аллаһ Үҙенең ҡолон төрлө дәрәжәлә һынарға мөмкин, хатта Раббыһы ҡаршына ҡайтҡанда уның бер ниндәй ҙә гонаһы ҡалмаҫ. Ҡайһы берәүҙәргә, хатта ныҡ гонаһлы бәндәһенә лә был донъяла яза йә ауырыу ебәрмәй, теге донъяға эләккәс ҡаты язаларға мөмкин, йәки Аллаһҡа ныҡ яҡын кешеһенә был тормошта ныҡ ауырыу биреп, ахирәткә сиратһыҙ үткәреүе мөмкин. Шулай булғас, башына төшкән борсоу, мәшәҡәт, сирҙәр Аллаһының тәҡдиренә риза булған, сабыр иткән өсөн кешегә Раббыһы хозурында дәрәжәһен күтәреү өсөн дә бирелергә мөмкин.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд бер хәҙисендә: “Эй, әҙәм балалары, ауырыуығыҙҙы дауалағыҙ. Аллаһы Тәғәлә ауырыуҙы яралтҡас, уның дауаһын да яралтты. Мәгәр бер ауырыуға дауа юҡтыр, ул ауырыу — ҡартлыҡ”, — тине. Тимәк, был хәҙистән күренеүенсә, һәр ауырыуҙы дауаларға тейеш булабыҙ. Әйе, һәр сирҙең үҙ дауаһы бар. Тимәк, сирҙе дауалау — сөннәт. Әммә был хәҙистән күптәр тик тән ауырыуын ғына дауалау тураһында һүҙ барыуын аңлар, тик тәрәнерәк мәғәнәһенә төшә башлаһаҡ тотош йәмғиәтебеҙҙең рухи ауырыуына бәйле икәненә аңлайбыҙ. Йәмғиәтебеҙҙең төп ауырыуы –Аллаһты танымауҙа һәм Уның ҡушҡандарын үтәмәүҙә. Халыҡтың әхләге үә әҙәбе боҙолоуы, нәфсеһе шашыуы арҡаһында. Һәм бының һөҙөмтәһе: яңынан яңы төрлө көслө йоғошло ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе. Тик бар хакимдарҙы һәм халыҡты тубыҡландырған был коронавирус ауырыуы менән бигерәк артырып ебәрҙеләр. Ябай грипп ауырыуына ҡарағанда коронавирустан үлем әҙерәк. Халыҡтың иҫәбе совет осорона ҡарағанда күпкә арты. Ә яңы больництар төҙөнөләрме? Юҡ, булғанының яртыһын бөтөрҙөләр, шул арҡала хәҙер ятып дауаланырға урында юҡ һәм һәр нәмәгә сират. Башҡа ауырыуҙарҙы дауалайҙармы? Юҡ, барыһында коронавируска һәм пневмонияға списать итәләр. Беҙҙәге Башҡортостандағы 7-9 ҙур ҡала больництары шул ауырыуҙарҙы таратырға сәбәп булманымы? Кем бының өсөн яуап бирергә тейеш? 
     Хәҙер беҙгә нимә эшләргә тигәндә, барыһыла беҙҙең ҡулда. Киләсәгебеҙ хәйерле булһын тиһәк, халҡы өсөн йөрәге менән янған кешеләр кәрәк. Әлегә ошо ауырыуҙарҙан һаҡланайыҡ.
     Бер хәҙистә: “Йоғошло ауырыу булған ергә бармағыҙ, барһағыҙ, унан сыҡмағыҙ”, — тигән Мөхәммәд пәйғәмбәр. Хәҙрәти Ғүмәр Шам ҡалаһына сәйәхәткә сыҡҡас, унда ваба ауырыуы барын белеп, хәҙисте иҫкә төшөрөп, кире борола: Уға: “Һин тәҡдиреңдән ҡасаһыңмы?”- тип һорау бирәләр. Ғүмәр хәҙрәт: “Тәҡдирем ҡушҡанға күрә, мин кире боролам”, ти. Әммә беҙ тәҡдиребеҙ ҡушҡанса ошо йоғошло ауырыуҙарҙың уртаһындабыҙ. Көндә теләйбеҙме йә юҡмы беҙ халыҡ менән төрлөсә аралышабыҙ. Өйөбеҙҙә бикләнеп ултырып ҡына Аллаһтың тәҡдиренән ҡаса алмайбыҙ, күреп-ишетеп торабыҙ: ундайҙар барыбер ауырыйҙар, хатта прививка эшләткәндәр ҙә ауырыйҙар, ауырып алғандарҙа ҡабат ауырыйҙар. Ә ни эшләп балалар ауырымайҙар һуң? Сөнки уларҙың гонаһтары юҡ, күңелдәре саф, таҙа! Әле улар ысын ниәттән боҙоҡлоҡ ҡыла алмайҙар. Шулай булғас беҙгә һәм йәмғиәтебеҙгә был сирҙәр яза рәүешендә Аллаһтан ебәрелде. Был сирҙәр бик оҙаҡ йылдар дауам итеүе ихтимал, йәмғиәтебеҙ әҡләхе төҙәлеп тура юлға баҫҡансы, йә иһә юҡҡа сыҡҡансы.
     Был ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн беҙгә беренсе сиратта Аллаһҡа йөҙ бороу кәрәк, күңелебеҙҙә Ул булырға тейеш һәм Уның китабы Ҡөръән Кәрим. Йәмғиәтебеҙҙәге һәм һәр кемдә булған рухи ауырыуыбыҙҙы бөтөрөп кенә тән ауырыуҙарынан ҡотола алырға мөмкин. Рухи ауырыуҙарҙы барлаһаҡ, былар; туғанлыҡ ептәрен өҙөү, кесе олоно оло итмәй, оло кесене кесе итеп белмәй, һаранлыҡтың көсәйеүе, бер-беребеҙгә ҡарата ихлас мөнәсәббәттәр юғалыуы, изгелек ҡылыуҙың юҡҡа сығыуы, ғөшөр-зәкәт сығармау, бер-беребеҙҙең торошона битараф булыу, хөкүмәттең массовой психозы арҡаһында бер-беребеҙ менән дошманлашыу, бергә һәм берҙәм булмай һәр кемдең тик шәхси тормошҡа ынтылыуы, бер-береһенән байлыҡта уҙышыуы һәм башҡа ошо кире ҡылыҡтар өсөн яза килеүен аңлар кәрәк. Үлемдән ҡурҡыр кәрәк тип әйтәбеҙ. Ләкин ҡурҡыу түгел, ә уға ҡаршы барыр кәрәк, тик нимә менән Аллаһ ҡаршыһына ҡайтаң? Йыйылған байлығын, гонаһҡа батҡан күңелең менәнме? Әлбиттә Аллаһты таныһаҡ, Ул тамуҡ уты менән беҙҙең бысраҡ күңелде таҙартыр. Ана шул хәлгә ҡалмаҫ өсөн хәҙерҙән таҙарынайыҡ! Рухыбыҙҙы, күңелебеҙҙе таҙартайыҡ! Таҙа иманлы тәнгә ауырыуы ла ҡағылмаҫ, ҡағылһа сабыр итеп ҡабул итәйек, сөнки Аллаһ беҙҙе Үҙенә тағыла яҡыныраҡ итер өсөн һынай бит.
     Бер хәҙистә фәһемле һүҙҙәр әйтелгән. “Әҙәм балаһына сир килмәҫ, ауырыу килһә, уның гонаһтарына кәффарәт булыр”. Сирләйбеҙ икән, беҙҙең гонаһтарыбыҙ аҡлана, Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте менән шифа табабыҙ.
     Әлбиттә ауырыуҙарға дауа эҙләү һәм дауаланыу кәрәк. Сөнки пәйғәмбәребеҙ (уға Аллаһтың сәләме да рәхмәте булһын) үҙе лә дауаланған һәм сәхәбәләренә лә: «Дауаланығыҙ!» — тип дауаланырға ҡушҡан. Әммә ул ваҡытта бит кешеләр күбеһенсә Ислам дине ҡабул итеп, ысын күңелдән, ҡурҡыу менән Аллаһҡа табынғандар бит. Пәйғәмбәребеҙҙең күп кенә кәңәштәрелә мосолман кешеләренә бит. Ә беҙ тел менән генә мосолман булып, ысын күңелдән Аллаһтың ҡушҡан ғибәҙәттәрен башҡармағас нимә өмөт итәбеҙ? Күптәр әле был ауырыуҙарҙан әллә ниндәй бик күп ҡиммәтле дарыуҙар ҡулланып йүнәлә алмағас күңелдәрен Аллаһҡа бороп бер-нисә көн эсендә һауыға. Бына ҡайҙа ул хикмәт! Мосолман кешеһе дауаны бер сәбәп кенә итеп, ә шифаның Аллаһ ҡулында икәнлеген белә.
     Ибраһим ғәләйһиссәләм бер тапҡыр Аллаһы Тәғәләнән: «Әй Раббым! Ауырыуҙар ҡайҙан килә?» — тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Минән», — тип яуап биргән. Ибраһим ғәләйһиссәләм: «Шифа ҡайҙан килә?» — тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Минән», — тип яуап биргән. Ибраһим ғәләйһисәләм: «Шулай булғас, табип кем була һуң?» — тип һораған. Аллаһы Тәғәлә: «Мин уның ҡулына дауалау сараларын биреп ҡуйған кеше», — тип яуап биргән. Һәр кемде теләһә Аллаһ һауыҡтыра, ә табиб түгел, шуға тәүбәгә киләйек. Иманыбыҙҙы көсәйтәйек!
     Аллаһ дауалауҙың төрлө сараларын беҙҙең аяҡ аҫтынан күрһәтә, ә улар беҙгә йүнәлеүгә сәбәп кенә. Дарыу тип аҡбур ашатып ҡына кешеләрҙе һауыҡтырған осраҡтар аҙмы? Бер дарыу берәүгә килешә, икенсегә — юҡ. Аллаһының рөхсәт итеүе кәрәк. Шуға ла сәләмәтләнеп сығабыҙ икән, “Әлхәмдүлилләһ!” — тигән һүҙҙәрҙе әйтергә тейешбеҙ. Дарыу эсһәк: “Йә, Раббым, шифа бир!” — тип әйтеү зарур.
     Бөгөнгө пандемия торошона килгәндә ни эшләргә һуң? Ауырыуҙан һаҡланам тип кем маска кейә? Кейгән осраҡта ла бер масканы өс ай буйы кейә түгелме? Ил башлыҡтарының ахмаҡлығы арҡаһында, дауаланыу системаһы бөтөрөлөп халыҡты талауы көсәйҙе. Дарыуҙарға хаҡтар бик ҡиммәт, операция һәм башҡаһына аҡса түләргә барыһыныңда хәленән килмәй, етмәһә маскаһыҙ йөрөгәнгә 30 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Был кешеләрҙең эш хаҡы уртаса 10 мең булғанда! Был аҡсаға бар ғәилә ағзаларына маска алаһыңмы әллә уларға ашарға алаһыңмы, газ-светен, кредитен түләйһеңме!? Ә врачтарҙың ҡушыуы буйынса һәр кем айына 11 меңлек маска ҡулланырға тейеш. Шуға өҫтә ултырып юнһеҙ закондарҙы ғәмәлгә ашырыусыларҙы һәм уларҙың ҡушыуын үтәлеүен тикшереп штраф һалып йөрөүселәрҙе ҡәбәхәттәр тип әйтергә ҡала! Иң башта ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн үҙәктәр төҙөп, кешеләрҙең йәшәү кимәлен артырып, һәйбәт эш хаҡтары бирһендәр! Ә коронавирус вирусы кешеләрҙә 9 ай һаҡланып йөрөй һәм был кеше үҙе ауырымай ғына күпме кешегә ауырыу йоҡтора! Вирус ҡоро һауала 6 сәғәт осоп йөрөй, шулай булғас 1.5 метр социальная дистанция нимәгә кәрәк? Әллә берәү әйтмешләй коронавирус рулетка тотоп кешеләр араһын үлсәп йөрөймө? Урмандарҙа йәки яланда йөрөгән яңғыҙ кеше ни өсөн маска кейә? Кейә сөнки ул һарыҡҡа әйләнгән, донъяның бер төркөм иң бай ҡәбәхәттәре кешеләрҙе ҡол итеп бойһондороу өсөн экспрементар эшләй. Ә вакцина тигән нәмәләрен өс айҙа (өс йыл урынына) ғына һынау үткәреп бар кешеләрҙе шуның менән прививать итергә уйлайҙар! Уныһынаң һуң да кешеләр ауырығаны асыҡланды һәм прививканан кешеләрҙә ҡаты баш мейеһе ауырыуҙары барлыҡҡа килеүе мөмкин. Был коронавирусҡа беренсе тест биргәндә ул ыңғай һөҙөмтә: ауырыйың тип күрһәтә. Икенсе һәм өсөнсөһөн дә юҡ тип күрһәтә –һеҙ быға ни эшләп шикләнмәйһегеҙ? Шул тестар өсөн нисә мең аҡса түләнегеҙ? Фармацевтика бизнесы һәм коррупцияһы был тестарҙан һәм дарыуҙарҙан миллиард-миллиард доллар аҡса эшләй! Дарыуҙары былай ҙа ҡиммәт, хаҡтары көс еткеһеҙ. Ауырып үлгәндәрҙең бөтәһе лә коронавирустан тиҙәр, башҡа ауырыуҙар әллә юҡҡа сыҡтымы?
     Иң яҡшы һәм һөҙөмтәле дауаларҙың береһе — Аллаһтың шифалы һүҙҙәре — Ҡөръәне Кәримдер. Ҡөръән уҡыу йәнгә лә, тәнгә лә шифа бирә. Шәриғәттә Ҡөрьәндең төрлө психик һәм физик ауырыуҙарға ҡарата иң һөҙөмтәле дауа булыуы раҫланған. Бик күптәр сирҙәренә сихәт, дауа табыуҙан өмөт өҙгәндән һуң Ҡөръәни Кәрим менән төҙәләләр.
                                                                                                     الَّذِي خَلَقَنِي فَهُوَ يَهْدِينِ
                                                                                                وَالَّذِي هُوَ يُطْعِمُنِي وَيَسْقِينِ
                                                                                                   وَإِذَا مَرِضْتُ فَهُوَ يَشْفِينِ
                                                                                                    وَالَّذِي يُمِيتُنِي ثُمَّ يُحْيِينِ
                                                                             وَالَّذِي أَطْمَعُ أَن يَغْفِرَ لِي خَطِيئَتِي يَوْمَ الدِّينِ
     Әлләҙии халәҡании фәһүүә йәһдиин.
     Үәлләҙии һүүә йутғимүнии үә йәсҡиин.
     Үә иҙәә мәрыидтү фәһүүә йәшфиин.
     Үәлләҙии йүмиитү-нии ҫүммә йүхйиин.
     Үәлләҙии атмәғү әй-йағфира лии хатыии'әти йәүмәддиин.
     «Раббым мине юҡтан бар итте. Тоғро юлды күрһәтте. Ул – мине ашатыусы ла, эсереүсе лә, ауырыған сағымда шифа биреүсе лә. Ул мине йәнһеҙ ҡалдырасаҡ һәм һуңынан терелтәсәк. Яза көнөндә гонаһтарымды ярлыҡар, тип өмөт иткәнем дә –Ул», –тигән. «Шағирҙәр», 26 –нсы сүрә? 78-83 аяттар
     Интернет сығанаҡтарҙа хәбәр ителгәнсә, күптән түгел Нидерланд психологы профессор Ван дер Ховен Ҡөръәне Кәримде уҡыу һәм «Аллаһ» һүҙен ҡабатлау ваҡытында тап асышы булған тураһында хәбәр итә.
     Профессор үҙенең асышын өс йыл буйына күп кенә кешеләр өҫтөндә алып барған тәрән эҙләнеүҙәр тәжрибәһе менән раҫлай. Уның пациенттары мосолман булмай, күптәре иһә ғәрәпсә бер һүҙ ҙә белмәйҙәр. Уларға «Аллаһ» һүҙен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтәләр. Һөҙөмтә иҫ киткес була, бигерәк тә төшөнкөлөккә бирелеү һәм психик көсөргәнешлек менән яфа сигеүселәр ыңғай һөҙөмтә алалар.
     Психолог Ван дер Ховен былай тип әйтә: «Ҡөръәне ғәрәп даими уҡыусылар һәр төрлө психик ауырыуҙарҙан имен булалар. Сөнки унда «Аллаһ» һүҙе күп мәртәбә ҡабатлана».
     Шуның менән бергә, профессор «Аллаһ» һүҙендәге һәр бер хәрефтең психик ауырыуҙарҙы дауалағанда уйнаған ролен аңлата. Мәҫәлән, «хәмзә» менән «әлиф» һулышты контрольдә тотоп, тын алыу юлының эшсәнлеген яҡшырта. «Ләм» — һулышты еңеләйтә. Һуңғы хәреф «һә» үпкә менән йөрәкте тоташтыра. Тулыһынса бергә әйтеү, үҙ сиратында, йөрәк тибешен тәртипкә һала.
     Хәҙерге осорҙа медицина фәнендә күп асыштар яһайҙар, уларҙың барыһын ла Ҡөръән Кәримдә 14 мең йылдар элек Аллаһы Тәғәлә тасуирлаулаған.
     Ҡөръәндә, был китап — Аллаһтан, һәм уны хаҡ юлды күрһәтә торған ҡулланма итеп ҡабул итергә тейеш, тиелә. Ҡөръән — кешенең әхлағын күтәрә торған китап, ул күңел ауырыуҙарын дауалай, Ғәрәбстан ярымутрауында бер иҫеректе лә ҡалдырмай, бәләкәй бала ҡыҙҙарҙы тере килеш күмеп ҡуйыу йолаһын юҡҡа сығара. Ҡөръән — ниндәй бөйөк һүҙ!
     Ҡөръән — бөйөк китап, ул Ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡланасаҡ, бер ҡасан да үҙгәртелмәгән берҙән-бер китап ул. Ҡөръән уҡыу йәнде сафландырыуға, тәҡүәлекте арттырыуға ярҙам итә. Ҡөръән уҡыусы шуны аңлай: дин ғибәҙәт кенә түгел, ә ғәмәлдәр ҙә; дини йолалар менән көнкүреш эштәрен үтәү, беҙҙең был тормошта йәшәүешебеҙ рәүеше. Мосолман үҙе генә йәшәмәй, ә йәмғиәтте лә матурларға теләй. Ҡайһы бер әҙәмдәр динде сәйәсәт менән бутама тип әйтергә тырыша. Диндә булайыҡта халыҡты кәмһеткән, талаған һәм ҡырған сәйәсәт менән риза булып, ҡуштанлашып, түрәләргә ярамһаҡланып, уларға мәдхиә уҡып йәшәйек тиҙәр. Диндә генә йәшәргә теләйһең икән, бар ана ҡуйы урман-тауҙар араһына һәм йәшә урыҫтарҙың староверҙары һымаҡ.
     Шуға динебеҙ сәйәсәттән айырылған тимәҫкә кәрәк, динһеҙ сәйәсәт бөтөүгә, ҡолауға дусар була торған төҙөлөш. Аллаһҡа кәрәкмәй Үҙен иҫкә алмаған ҡолдар, Ул уларҙы һөрәсәк. Шуға ла Аллаһ юлында булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ил-һыуыбыҙҙы яҡлайыҡ, киләсәгебеҙҙе булдырайыҡ, балаларыбыҙға әхләҡ үә әҙәп биреп, олатайҙарыбыҙҙың аманатын һаҡлайыҡ. ИншаАллаһ , Аллаһ бәрәҡәтен бирер.

     Рамаҙан һәм коронавирус: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%BB%D3%99m-koronavirus.html

     Аҫта коронавирустан ауырығанда дауаланыу хаҡында.

 

https://vk.com/video-156878095_456239521?t=

https://vk.com/video-156878095_456239521