Йәнең ни әйтер?

                                                             Йәнең ни әйтер?

                                                  Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
     Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында былай тип әйткән:
                                       وَيَسْأَلُونَكَ عَنِ الرُّوحِ قُلِ الرُّوحُ مِنْ أَمْرِ رَبِّي وَمَا أُوتِيتُم مِّنَ الْعِلْمِ إِلَّا قَلِيلًا

     85. Үә йәс'әлүүнәкә ғәни-рруухи ҡули-рруухү мин әмри раббии үә мәә үүтиитүм минәл-ғилми илләә ҡалииләә. Исра (Төндә күсереү) сүрәһе, 85-се аят.

     “Әй, Мөхәммәд, рух, йән тураһында һорайҙар. Һин әйт, рух, йән ул Аллаһы Тәғәләнең яратҡан бер барлығылыр һәм һеҙгә йән тураһында бик аҙ ғына мәғлүмәттәр бирелде". Кешелек доньяһын бик күп һорауҙар борсой: “Үлгәндән һуң тормош дауам итәме? Йән, рух тигән нәмә бармы? Был фани доньянан үткәндән һуң, донъя тормошо менән айырылғандан һуң әҙәм балаһының ғүмере дауам итәме?" һәм башҡаһы. Ер йөҙөндәге булған бөтә диндәрҙә үлгәндән һуң ғүмерҙең дауам итеүе хаҡында һөйләйҙәр һәм ошо диндәр араһында иң дөрөҫ, саф Ислам дине лә кеше ғүмеренең үлеп киҫелеп, бөтөүөн түгел, ә айырым бер башҡа тормошҡа, икенсе донъяға китеүе, күсеүе хаҡында хәбәр итә. Әлбиттә, үлгәндән һуң серейбеҙ, юҡҡа сығабыҙ тиеүселәр ҙә бар. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм ваҡытында ла шундай кешеләр булған.


     Бер мәле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ожмах һәм тамуҡ тураһында, үлгәндән һуң Аллаһы Тәғәлә хозурында яуап биреү хаҡында һөйләгәндә, бер кеше килде, уның ҡулында серегән һөйәк ине. Ул уны туҙан хәленә килтерҙе һәм пәйғәмбәребеҙҙең йөҙөнә өрҙө. “Әй, Мөхәммәд ни өсөн һин кеше башын ҡатыраһың? Ошо һөйәк туҙан хәленә килгәндән һуң кемдер уны терелтә, уға йәннәт йә иһә йәһәннәм бирә тип, йәннәт һәм йәһәннәм бар тип кешеләрҙе бутайһың,"—тине. Ләкин Мөхәммәд ғәләйһиссәләм бер ҙә ҡаушаманы, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре менән яуап бирҙе: “Әй, әҙәм балаһы ҡарамаймы, күрмәйме? Әй, әҙәм уйламаймы? Беҙ уны бер тамсы һыуҙан бар ҡылдыҡ. Һәм үҙенең бер тамсы һыуҙан яратылғанлығын онотоп, ул “мине кем терелтһен" тип һорау бирә. Башҡа бер аятында ла Аллаһы Тәғәлә әйтә: “Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә, көсөнә ни өсөн шикләнәһегеҙ? Һеҙ үле инегеҙ түгелме? Был донъяла ғүмерегеҙ бөткәндән һуң, ул һеҙҙе ҡабаттан үлтерҙе, һуңынан тағы терелтеп сығарыр".

     Әҙәм балаһы ике әйберҙән яратылғандыр: беренсеһе — уның кәүҙәһе, ул ер матдәләренән яратылған, һәм икенсеһе — ул кәүҙәне хәрәкәтләндереүсе йән. Аллаһы Тәғәлә бының тураһында ла әйтә:"Әй, кешелек доньяһы, беҙ һеҙҙе ер матдәһенән, ер киҫәксектәренән яраттыҡ һәм был донъяла ғүмерегеҙ бөткәндән һуң, һеҙҙе киренән ергә ҡайтарырбыҙ, йәғни тән сереп ер матдәләре киренән ергә һеңәр, Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙе тағы бер мәртәбә ошо ерҙән сығарырбыҙ".
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәрендә кешенең яңы ғына фани доньянан айырылғандан һуң ниндәйҙер тауыштар, ниндәйҙер ауаздар ишетеүе тураһында хәбәр бирә. “Ошо доньянан үткән, кәүҙәһенән йәне айырылған бәндә һауала өс төрлө тауыш ишетәсәк: “Әй, әҙәм балаһы, һин доньяны ҡалдырҙыңмы, йә иһә донъя һине ҡалдырҙымы!? —“Әй, әҙәм балаһы, һин доньяны йыйып бөтөрә алдыңмы, йә донъя һине ҡәбергә йыйып һалдымы!?" —“Әй, әҙәм балаһы, һин доньяны үлтерә алдыңмы, йә иһә донъя һине үлтерҙеме!?"
     Кәүҙәне йыуыр өсөн ләхет таҡтаһына һалғандан һуң, йыуғандан һуң йән тағы өс төрлө тауыш ишетәсәк икән: “Әй, әҙәм балаһы, ҡайҙа һинең ошо көслө кәүҙәң, йөрөй торған аяҡтарың, тота торған ҡулдарың, тәмле-татлы итеп һөйләй торған телең? Ни өсөн бөгөн аяҡтарыңды ла, ҡулдарыңды ла, телеңде лә ҡыбырҙата алмайһың?" —"Әй, әҙәм балаһы, һин бөгөн бик алыҫ сәфәргә китәсәкһең". «Әй, әҙәм балаһы, һин бөгөн өйөңдән сығасаҡһың һәм башҡа бер тапҡыр ҙа өйөңә кире ҡайтып инә алмаясаҡһың».
     Тәнде йыназа уҡырға тип күтәреп алып киткәндән һуң, әҙәм балаһы йәнә өс төрлө тауыш ишетер: «Әй, әҙәм балаһы, һинең хәлең шул тиклем шатлыҡлы, әгәр һин ошо мәлдә доньянан тәүбә менән сыҡҡан булһаң». “Әй, әҙәм, һинең хәлең шул тиклем һөйөнөслө, әгәр һин ошо ҡыҫҡа ғына ғүмереңдә Аллаһ ризалығын алған булһаң". “Әй, әҙәм балаһы, һинең хәлең шул тиклем үкенеслелер, әгәр һин ҡыҫҡа ғына ғүмереңдә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең асыуын алған булһаң".
     Мәйетте йыназа уҡытыр өсөн ҡуйғандан һуң, йән тағы ла өс төрлө тауыш ишетәсәк: «Әй, әҙәм балаһы, һин бөгөн донъяла эшләгән бөтә ғәмәлдәреңде күрәсәкһең». «Әгәр ҙә һинең эштәрең изгелекле булһа, һинең нәтижәң дә хәйерлелер». “Әгәр һинең ҡылған эштәренә гонаһ нәмә ҡушылмаһа, һинең һөҙөмтәң дә хәйерлелер".
     Йәне сыҡҡан кәүҙәне ҡәбергә һалыр өсөн ҡәбер янына ҡуйғандан һуң, әҙәм балаһы тағы өс төрлө тауыш ишетәсәк икән:“Әй, әҙәм балаһы, нимә әҙерләп килдең ошо ҡәбер соҡоро янына?" “Әй, әҙәм балаһы, нимә әҙерләп килдең ошо ҡараңғы йортҡа?" “Әй, әҙәм балаһы, изгелектән ниндәй генә байлыҡты алып килдең ошо фәҡирлек йортона?"
     Ошо үле кәүҙәне күмгәндән һуң, мәңгелеккә ҡәбер ишектәрен япҡандан һуң, әҙәм балаһы ер тарафынан шундай бер тауыш ишетәсәк: “Әй, әҙәм балаһы, һин минең өҫтөмдә көлөп йөрөнөң, ләкин минең эсемдә илап ҡалдың". “Әй, әҙәм балаһы, һин минең өҫтөмдә шатланып йөрөй инең, гонаһты шатлана-шатлана эшләй инең, ләкин минең эсемдә ҡайғыла ҡалдың". «Әй, әҙәм балаһы, һин минең өҫтөмдә һөйләп йөрөй инең, ялғанды, ғәйбәтте айырмай инең, ләкин бөгөн һинең телең туҡтап ҡалды».
     Йәне сыҡҡан кәүҙәне күреп, туғандары, дуҫтары уны зыяратта ҡалдырып киткәндән һуң, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үҙенең бәндәһенә өндәшеп әйтер икән: “Эй, бәндәм, һине үҙеңде генә ҡалдырҙылармы? Һин «ҡатыным, балаларым, туғандарым, дуҫтарым» тип гонаһ эшләй инең, ләкин улар бөгөн һиңә ярҙам ҡулы һуҙа алманылар, һине ошо ҡараңғы ҡәбер соҡорона ҡалдырып киттеләр. Һин иман менән, изгелек менән килгән булһаң, һинең нәтижә лә хәйерлелер. Һин ошо ҡәбергә иманһыҙ һәм гонаһ менән килгән булһаң, һинең хәлең дә ғазаптыр".
     Әлбиттә, ошо хәҙистә һүрәтләнгән хәлдәр, әйтелгән хәбәрҙәр бер көндө һәр беребеҙҙең башынан үтәсәк, бер көндө ошо фани донъянан айырылғандан һуң һәр беребеҙ әлеге ауаздарҙы, тауыштарҙы, мәғәнә тулы һүҙҙәрҙе ишетербеҙ
                                                                                Мәхмүт Шәрәфетдинов, РИУ мөғәллиме

     Ҡәберҙәге ҡаты һорау: https://nazir1965.com/bez-rubriki/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ge-%D2%A1aty-%D2%BBorau.html

     Йәндең һуңғы әсенеүе: https://nazir1965.com/din/j%D3%99nde%D2%A3-%D2%BBu%D2%A3%D2%93y-%D3%99sene%D2%AFe.html

     Ҡәберҙәге тормош: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99ber%D2%99%D3%99ge-tormosh.html

     Хисап көнө: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/xisap-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99.html