Доға ҡылыуҙың фазиләте

                                                     Доға ҡылыуҙың фазиләте
     Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыуҙың бер юлы доға ҡылыу менән бәйле. Доға Ислам динендә Аллаһ Тәғәләгә ялбарыуҙы, Уға мөрәжәғәт итеүҙе аңлата. Ул, ябай ғына ғәмәл булмайынса, Аллаһҡа яҡынайтыусы бер ғибәҙәт булып һанала. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Доға – ул ғибәҙәт» (Тирмизи).
     Бына шуға күрә лә Аллаһ Тәғәлә һәр ваҡытта ла Үҙенә доға ҡылырға ҡуша. Был хаҡта Ҡөръәндә шулай тиелә:
                                     وَإِذَا سَأَلَكَ عِبَادِي عَنِّي فَإِنِّي قَرِيبٌ أُجِيبُ دَعْوَةَ الدَّاعِ إِذَا دَعَانِ فَلْيَسْتَجِيبُوا لِي وَلْيُؤْمِنُوا بِي لَعَلَّهُمْ يَرْشُدُونَ
     Үә иҙәә сә'әләкә ғибәәдии ғәннии фә'иннии ҡариибүн үджи-ибү дәғүәтә-ддәәғи иҙәә дәғәәни фәлйәстәджиибүү лии үәл-йүьминүү бии ләғәлләһүм йаршүдүүн.
     «Әгәр ҙә һинән ҡолдарым Минең турала һораһа, ысынында, Мин яҡын. Әгәр ҙә ул Миңә доға ҡылһа, Мин доға ҡылыусының доғаһына яуап бирәм. Миңә иман килтерһендәр һәм Миңә ышанһындар. Бәлки улар тура юлдан барырҙар» (Баҡара – 186).
     Икенсе бер аятта Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә:
                                                                                                 ادْعُوا رَبَّكُمْ تَضَرُّعًا وَخُفْيَةً إِنَّهُ لَا يُحِبُّ الْمُعْتَدِينَ
     Үдғүү раббәкүм тәдарруғәү үә хуф- йәтән иннәһү ләә йүхиббүл-мүғтәдиин.
     «Раббығыҙға түбәнселек күрһәтеп һәм йәшерен рәүештә доға ҡылығыҙ. Ысынында, Ул (Үҙенән башҡа заттарға доға ҡылып) сикте уҙыусыларҙы яратмай» (Әғраф – 7*55).
     Доға ҡылыу кешенең Аллаһҡа буйһоноуын һәм Уға мохтаж булыуын күрһәтә.
                                                       وَقَالَ رَبُّكُمُ ادْعُونِي أَسْتَجِبْ لَكُمْ إِنَّ الَّذِينَ يَسْتَكْبِرُونَ عَنْ عِبَادَتِي سَيَدْخُلُونَ جَهَنَّمَ دَاخِرِينَ
     Үә ҡаалә раббүкүмү-дғүүнии әстәджиб ләкүм иннә-ллә-ҙиинә йәстәкбируунә ғән ғибәәдәтии сәйәдхулүүнә джәһәннәмә дәәхыириин.
     «Раббығыҙ әйтте: «Миңә доға ҡылығыҙ, Мин һеҙгә яуап бирермен. Ысынында, Миңә ғибәҙәт ҡылырға тәкәбберләнеүселәр йәһәннәмгә түбән хәлдә инәсәктәр» (Ғафир – 40*60).
     Имам әш-Шәүкәни әйтә: «Был аят доғаның ғибәҙәт булыуын күрһәтә. Аллаһ Тәғәлә иң башта ҡолдарына доға ҡылырға ҡушты, ә һуңынан «Миңә ғибәҙәт ҡылырға тәкәбберләнеүселәр» тип әйтте. Әгәр ҙә кеше тәкәбберлеге арҡаһында Раббыһына доға ҡылмаһа, бынан да насарыраҡ тәҡәббәрлек була алмай».
     Нисек әҙәм балаһы Раббыһына доға ҡылыуҙа тәҡәббәрлек күрһәтергә мөмкин? Ул бит уны барлыҡҡа килтереүсе, ризыҡ биреүсе, йәшәтеүсе, йәнең алыусы Зат булып тора. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Аллаһ ҡаршыһында доғаға ҡарағанда ла хөрмәтлерәк ғәмәл юҡ» (Әхмәд).
     Имам әш-Шәүкәни бының сәбәбен аңлатып шулай тип әйтә: «Сөнки доға ҡылыу Аллаһтың ҡөҙрәтле Зат, ә кешенең зәғиф зат булыуын күрһәтә».
     Доға ҡылған кешене Аллаһ Тәғәлә ярата. Ибн Мәсғүд (р.г) Мөхәммәд ﷺтән ишетеп, шулай тип әйткән:
     «Аллаһтан ниғмәт һорағыҙ, ысынында, Аллаһ Үҙенән һорағанды ярата» (Тирмизи).
     Доға ҡылыу арҡылы кеше Аллаһтың асыуын туҡтата. Аллаһтың илсеһе шулай тип әйткән:
     «Әгәр ҙә кеше Аллаһтан һорамаһа, Ул уға асыулана» (Әхмәд).
     Бер кеше улына ошондай кәңәш бирә: «Әй улым! Әҙәмдән бер ҡасанда хәжәтеңде һорама, ә ишектәре ябылмай торған Заттан һора. Аллаһ һорамаһаң асыулана, әҙәм балаһы һораһаң асыулана».
     Аллаһҡа доға ҡылыу Уға таяныуҙың, тәүәккәл ҡылыуҙың дәлиле булып тора. Аллаһҡа таяныуҙың ысын мәғәнәһе — йөрәктең Уның Бер Үҙенә генә таяныуы. Шунан сығып Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыу доға ҡылғанда асыҡ күренә. Сөнки кеше доға ҡылғанда Аллаһтан ярҙам һорай һәм эшен бары тик Уға ғына тапшыра.
     Доға ҡылыусы үҙендә Аллаһтан башҡа бер затҡа ла мохтажлығы булмауын һиҙә. Шул сәбәпле бер кемгә лә түбәнселек күрһәтмәй, улар янына барып ялбармай.
     Доға ҡылыу аша хәйерле нәтижәгә ирешеү Аллаһ теләгенә бәйле. Әгәр ҙә кеше доғаның ҡабул булыу шарттарын үтәһә, ул бер нәмә лә юғалтмай, ә хәйерле нәмәгә ирешә. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Әгәр ҙә бер кеше доға ҡылһа һәм доғаһында гонаһлы бер нәмәне йәки туғандар менән араны өҙөүҙе һорамаһа, Аллаһ уға йәки һорағанын бирә йәки уны бер зарарҙан һаҡлай» (Әхмәд).
     Икенсе бер хәҙистә Мөхәммәд ﷺ шулай тип әйткән:
     «Әгәр ҙә бер мосолман гонаһ йәки туғанлыҡ ептәрен өҙөү менән бәйле булмағандарҙы һораһа, Аллаһ уға өс нәмәнең береһен бирә: йәки Ул уға һораған нәмәһен тиҙләтә йәки уны ахирәткә сауап булараҡ ҡалдыра йәки уны бер зарарҙан һаҡлай. Шул ваҡыт Әбү Сәғид әл-Худри: «Улай булғас беҙ күп итеп доға ҡыласаҡбыҙ», — тип әйтте. Мөхәммәд ﷺ уға: «Аллаһ күберәк доғаларҙы ҡабул итә», — тине» (Бохари).
     Доға ҡылыу кешегә килеүсе бәлә-ҡазаны туҡтата. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Тәҡдирҙе бары тик доға ғына туҡтата»(Әхмәд).
     Имам әш-Шәүкәни шулай тип әйткән:« Был хәҙистә Аллаһ Тәғәләнең ҡолона билдәләгән бәлә-ҡазаны доға арҡаһында туҡтатыуына дәлил бар. Шунан сығып доға – ул Аллаһтың тәҡдиренән. Ул Үҙенең ҡолона доға ҡылмау арҡаһында килергә мөмкин булған бәлә-ҡазаны билдәләй. Әгәр ҙә ҡоло Уға доға ҡылһа, ул бәлә-ҡаза уға төшмәй» («Төхфәт-зәкирин» китабы, 29-30 бит).
     Доға ҡылыу шулай уҡ кешегә төшкән бәлә-ҡазаның китеүенә лә сәбәпсе булып тора. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
      «Әгәр һеҙҙең берегеҙгә доға ҡылыу ишеге асылһа, уға рәхмәт ишеге асылған булыр. Аллаһ Тәғәлә бирә торған нәмәләрҙән иң һөйөклөһө Унан һаулыҡ һорау. Ысынында, доға килгән бәлә-ҡазаға һәм килмәгән бәлә-ҡазаға ҡарата файҙа бирә. Шуға күрә Аллаһтың ҡолдары доға ҡылығыҙ!» (Тирмизи).
     Доға ул бары тик Аллаһ Тәғәләнән нәфсе теләгән нәмәләрҙе генә һорау түгел. Ул мосолман кешеһе өсөн Аллаһ Тәғәлә менән аралашыу һәм һөйләшеү юлы ла булып тора. Бер кеше әйткән: «Аллаһ Тәғәләгә хәжәтем барлыҡҡа килгәс, мин уны Унан һорайым һәм Ул миңә Үҙе менән аралашыу үә алдында түбәнселек күрһәтеү мөмкинлеген аса. Ошо хәл һәр саҡ дауам итһен өсөн, хатта мин хәжәтемдең үтәлеүен дә теләмәйем».
     Доға ҡылыу Исламға ҡаршы көрәшеүсе дошмандарҙы еңеүҙең бер сәбәбе булып тора. Мәҫәлән, Талут батша Жалут батшаны доға арҡаһында еңде. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     «Улар Жалут һәм уның ғәскәре менән йөҙгә-йөҙ осрашҡас: «Әй Раббыбыҙ! Беҙгә күп итеп сабырлыҡ бир, аяҡ табандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл (күңелебеҙҙән ҡурҡыу хисен) һәм кәфер халыҡты еңергә беҙгә ярҙам ит», — тип әйтте. Улар Аллаһтың ярҙамы менән Жалут ғәскәрен еңде һәм Давуд Жалутты үлтерҙе» (Баҡара: 250-251). ( Даут ибн Йәһә (г.с) ул ваҡытта пәйғәмбәр түгел ине, ғаиләлә етенсе бала булып һарыҡ көтөүен көттө. Был һуғышта ул Жалутҡа таш атып, уны үлтерҙе).
     Доға ҡылыу — Аллаһҡа ышаныуҙың, Уның Раббы, Иләһ булыуын, исем-сифаттарын таныуҙың бер дәлиле. Сөнки доға ҡылыусы кеше Раббыһының Бар булыуын, бер нәмәгә лә Мохтаж булмауын, Ишетеүсе, Күреүсе, Йомарт, Рәхимле, Көслө Зат булыуын таный.
     Доға ҡылыу тәртибе:
     1. Доға ҡылыр алдында Аллаһты маҡтарға һәм Мөхәммәд ﷺгә салауат әйтергә кәрәк;
     Фәдалә ибн Ғабид (р.г) шулай ти: «Аллаһтың илсеһе ﷺ мәсеттә ултырғанда бер кеше килеп инде һәм намаҙ уҡыны. Намаҙҙан һуң ул: «Йә Аллаһ! Мине ғәфү ит һәм миңә рәхимле бул», — тине. Аллаһтың илсеһе ﷺ уға: «Әй намаҙ уҡыусы әҙәм! Һин ашыҡтың. Әгәр намаҙ уҡып, доға ҡылырға ултырһаң, Аллаһты Уға лайыҡ булған һүҙҙәр менән маҡта, миңә салауат әйт, һуңынан доға ҡыл». Шунан һуң был кеше намаҙ уҡыны, Аллаһты маҡтаны, Мөхәммәд ﷺгә салауат әйтте. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: «Әй намаҙ уҡыусы кеше! Доға ҡыл һәм һиңә яуап биреләсәк», — тине» (Тирмиҙи, №3476).
     2. Доға ҡылғанда гонаһ ҡылыуҙы иҫкә төшөрөү;
     Юныс пәйғәмбәр хата эшләүен танығанға күрә, Аллаһ уның доғаһын ҡабул итә. Аллаһ Тәғәлә әйтте:
     «Ул (Юныс) ҡараңғылыҡта эсендә доға ҡылды: «Һинән башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы зат юҡ.      Ысынлыҡта, мин гонаһ ҡылыусыларҙан булдым». Һәм Беҙ уға яуап бирҙек, уны ҡайғынан ҡотҡарҙыҡ. Бына шул рәүешле Беҙ мөьминдәрҙе ҡотҡарабыҙ» (Әнбийә: 87-88).
     3. Доғаны түбәнселек күрһәтеп ҡылыу;
     Аллаһ Тәғәлә Үҙенә яҡын булған ҡолдарының доға ҡылыуҙарын иҫкә алып, Ҡөръәндә шулай тип әйтә:
     «Ысынында, улар хәйерле нәмәләргә ашыға һәм Беҙгә ынтылып үә ҡурҡып доға ҡыла ине. Улар Беҙгә ҡарата түбәнселекле булды» (Әнбийә – 90).
     4. Доғаны ҡаты мәғәнәлә ҡылыу;
     Мөхәммәд ﷺ шулай тип әйте:
     «Берегеҙ ҙә «Йә Аллаһ! Үҙең теләһәң мине ғәфү ит, йә Аллаһ, Үҙең теләһәң миңә рәхимле бул»тип әйтмәһен. Ул үҙенең хәжәтен ҡәтғи рәүештә һораһын, сөнки Аллаһты кем дә мәжбүр итмәй» (Бохари, №6339).
     5. Бер нәмәне һорағанда ҡат-ҡат доға ҡылыу;
     Бер нәмәне Аллаһтан күп мәртәбә һорау, кешенең уға ысынлап та ынтылыуын күрһәтә. Шул сәбәпле Аллаһ Тәғәлә әлеге доғаны ҡабул итә. Мөхәммәд ﷺ әйткән:
     «Ысынында, Аллаһ ҡат-ҡат һорап доға ҡылыусыларҙа ярата» (Табарани).
     6. Һәр ваҡытта ла доға ҡылыу;
     Мосолман кешеһе ауыр саҡта ла, рәхәт ваҡытта ла, мохтаж булған һәм мохтаж булмағанда ла Аллаһҡа доға ҡылырға тейеш. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Кемдә кем ауыр ваҡытта Аллаһтың доғаһына яуап биреүен теләһә, рәхәт (уңайлы, шатлыҡлы, кинәнес) ваҡытта күп доға ҡылһын» (Тирмиҙи, № 3382).
     7. Доға ҡылғанда ҡиблаға йүнәлеү;
     Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд (р.г) шулай ти: «Мөхәммәд ﷺ ҡиблаға боролдо һәм Ҡурайш ҡәбиләһенең бер төркөм кешеләренә ҡаршы: Шәйбә ибн Рабиға, Ғүтбә ибн Рабиға, әл-Вәлид ибн Ғүтбә һәм Әбү Джәһелгә доға ҡылды. Аллаһты шаһит булараҡ килтерәм ни, мин уларҙың бөтөнөһөн дә үлтерелгән хәлдә күрҙем. Ҡояш уларҙың тәндәрен үҙгәрткән ине, сөнки ул көндө бик ҡыҙыу булды» (Бохари, № 3960).
     8. Доға ҡылғанда ҡулдарҙы күккә күтәреү;
     Әбү Муса әл-Әшғари әйтә:
     «Мөхәммәд ﷺ ҡулдарын күтәреп доға ҡылды һәм мин уның ҡултыҡ аҫтына аҡлығын күрҙем» (Бохари).
Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Ысынында, һеҙҙең Раббығыҙ Оялсан, Йомарт. Әгәр ҙә ҡоло доға ҡылып, Уға ҡулдарын күтәрһә, Ул уларҙы яуапһыҙ ҡайтарырға ояла» (Әбү Дауыд, № 1488).
     Имам ән-Нәвәүи доға ҡылғанда ҡулдарҙы күккә күтәреүҙең хикмәтен шулай аңлата: «Аллаһ — барлыҡҡа килтереүсе, идара итеүсе, Үҙе теләгән нәмәне эшләүсе. Намаҙ уҡыусы ҡиблаға йүнәлгән кеүек доға ҡылыусы ла күккә йүнәлә. Былай эшләү Аллаһ Тәғәләнең Кәғбә яғында йәки күк эсендә икәнлеген аңлатмай. Намаҙ уҡыусыға Кәғбә ҡибла булған кеүек, доға ҡылыусыға күк шулай уҡ ҡибла булып тора».
     Доға ҡылғанда ҡулдарҙы күккә күтәреүҙең хикмәте «Әл-Мәфәәтиих шәрхү Мишкәәтил-Мәсаабих» китабында ла аңлатыла:
     «Күк йөҙө доғаның ҡиблаһы, ризыҡтың, вәхинең, рәхмәт-бәрәкәттең төшөү урыны булып тора».
Аллаһ Тәғәлә алдында күк хөрмәтле урын алып тора. Шуға күрә лә Ул уның менән Ҡөръәндә ант итте. Күктә фәрештәләр йәшәй, Аллаһтың рәхмәте, бәрәкәте күктән төшә.
     Ибн Рәжәб шулай ти:
     «Элекке ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре бының сәбәбен аңлатып әйтте: «Доға ҡылғанда ҡулды күтәреү Аллаһҡа ҡарата түбәнселек күрһәтеүҙе аңлата».
     Шәйх Ғәтиә Сәҡар әйтә: «Ысынында, доға ҡылғанда ҡулдарҙы күтәреү фәҡир кешенең бай кешенән хәжәтен һорауына оҡшаған. Бик ныҡ мохтаж булғанда хәйер һораусы бай кеше алдында хатта теҙләнә лә. Шул рәүешле ул уны ҡыҙғанырға мәжбүр итә. Шулай уҡ доға ҡылыусы мосолман ҡулдарын күтәреп Аллаһ Тәғәләгә түбәнселек күрһәтә һәм мохтаж булыуын белдерә».
     9. Доға ҡылыу алдынан бер хәйерле ғәмәл эшләү;
     Мәҫәлән, хәйер-саҙаҡа биреү, ике рәкәғәт намаҙ уҡыу, нәфел ураҙаһы тотоу. Был ғәмәлдәр доғаның тиҙ ҡабул булыуына бер дәлил булып тора. Бының шулай булыуын тау ҡыуышында өҫтән таш тәгәрәп төшөү арҡаһында сыға алмайынса ҡалған өс кеше тураһында хәҙис раҫлай. Уларҙың һәр береһе үҙенең ҡылған изге ғәмәлен иҫкә төшөрөп доға ҡылды һәм Аллаһ Тәғәлә уларҙы ошо бәләнән ҡотҡарҙы.
     Ҡайһы бер кешеләр киреһен эшләй. Саҙаҡа биргәс улар үҙҙәре доға ҡылмай, ә саҙаҡа алған кешенән доға ҡылдыралар. Күп осраҡта был мәсеттәрҙә күҙәтелә. Ләкин иң хәйерлеһе саҙаҡа биреүсе йәки башҡа изге ғәмәл эшләүсе кеше үҙе Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылырға тейеш. Сөнки изге ғәмәл эшләгәндән һуң, ул Аллаһ Тәғәләгә күберәк яҡыная һәм уның Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәһе арта. Шул сәбәпле доғаһы ла тиҙерәк ҡабул була.
     10. Доға ҡылғанда Аллаһ Тәғәләгә мохтажлыҡты күрһәтеп, Уның күркәм исем-сифаттарын ҡулланыу;
     Әгәр беҙ Ҡөръәндә иҫкә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең доға ҡылыу рәүештәренә иғтибар итһәк, улар Аллаһ Тәғәләнең исем-сифаттарын ҡулланып доға ҡыла торған булғандар. Мәҫәлән, Сөләймән пәйғәмбәр Аллаһ Тәғәләгә шулай доға ҡылған: «Әй Раббым! Мине ғәфү ит һәм миңә үҙемдән һуң бер кемдә лә булмай торған батшалыҡ бүләк итеп бир. Ысынында, Һин күп итеп ниғмәттәр биреүсе – Вәһһәәб» (Сад – 35).
     Сөләймән пәйғәмбәр (г.с) башта Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе үтенде, ә һуңынан Аллаһтың «Вәһһәәб»- «Күп итеп ниғмәттәр Биреүсе» исемен ҡулланып, кәрәкле нәмәһен һораны. Әгәр ҙә кеше Аллаһ Тәғәләгә доға менән мөрәжәғәт итһә, ул иң тәүҙә Уны ихластан маҡтарға, гонаһтарын ғәфү итеүҙе үтенергә һәм һораған нәмәһенә тура килгән Аллаһ Тәғәләнең бер исемен ҡулланырға тейеш. Мәҫәлән, бер кеше Аллаһтан шифа йәки ризыҡ һорарға теләһә, ул Уға: «Әй шифа Биреүсе Аллаһ – әш-Шәәфии, Әй ризыҡ Биреүсе Аллаһ — әр-Раззаҡ», — тип доға ҡылырға тейеш. Шул ваҡытта уның доғаһы тиҙерәк ҡабул буласаҡ, «иншә Аллаһ».
     Әйүб пәйғәмбәрҙең доға ҡылыу рәүешенә ҡараһаҡ, Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә:
     «Әйүб Раббыһына доға ҡылды: «Ысынында, миңә ауырыу ҡағылды һәм Һин Рәхимлеләрҙең иң рәхимлеһе» (Әнбийә – 83).
     Әйүб пәйғәмбәр башта үҙенә ауырыу килеүе тураһында хәбәр итеп, үҙенең Аллаһ Тәғәләгә мохтажлығын белдерҙе, ә унан һуң Аллаһ Тәғәләнең «Әрхәмәр-Раахимиин» — «Рәхимлеләрҙең иң рәхимлеһе» тигән күркәм исемен ҡулланды.
     Шунан сығып, әгәр ҙә кешегә ауырыу йәки ҡайғы-хәсрәт килһә, ул башта Аллаһ Тәғәләгә мохтажлығын күрһәтергә, ә унан һуң һораған нәмәһенә тура килгән Аллаһ Тәғәләнең бер исем-сифатын ҡулланырға тейеш.
     Зәкәриә пәйғәмбәр Аллаһҡа шулай доға ҡылды:
     «Әй Раббым! Мине нәҫелһеҙ ҡалдырма, Һин бит мәңгелеккә ҡалыусыларҙың иң хәйерлеһе. Беҙ уның доғаһына яуап бирҙек,уға Яхъяны бүләк иттек һәм ҡатынын балаға уҙа торған иттерҙек» (Әнбийә – 89).
     11. Доға ҡылғанда күп мәғәнәне үҙ эсенә алған һүҙҙәрҙе ҡулланыу;
     Аллаһ Тәғәлә алдында иң хәйерле доға — ҡыҫҡа ҡылынған, ләкин йөкмәткеле, үҙ эсенә күп мәғәнәне һыйҙырған доға. Ҡайһы бер кешеләр яртышар сәғәт доға ҡыла, ә уның эстәлеге шул уҡ өс-дүрт һүҙгә әйләнеп ҡайта. Бына шуға күрә лә Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә беҙгә әҙер доғалар иңдерҙе. Әгәр ҙә беҙ шуларҙы өйрәнеп, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылһаҡ, был иң хәйерле, эстәлекле доға буласаҡ.
     Ҡайһы бер ваҡытта кеше бик күп доға ҡыла, ләкин Аллаһ Тәғәлә ҡабул итмәй. Был доғаның ҡабул булыуына ҡамасаулаусы сәбәптәргә бәйле булырға мөмкин. Ибнүл-Ҡайим әл-Жәүзиә доғаның ҡабул булыуына ҡамасаулаусы бер нисә сәбәпте атай:
     1. Гонаһтар ҡылыу;
     2. Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартыу;
     3. Хәрәм ризыҡ ашау.
     Әлеге сәбәптәрҙе аңлатып, ул шулай тип әйтә: «Доға зарарҙы кире ҡағыуҙа һәм хәйерле нәмәгә ирешеүҙә иң көслө сәбәптәрҙән һанала. Ләкин уның ҡабул булыуы һуңға ҡалырға мөмкин. Был кешенең Аллаһ Тәғәлә яратмаған нәмәләрҙе һорап доға ҡылыуы йәки тура килмәгән ваҡытта доға ҡылыуы йәки уның ҡабул булыуына ҡамасаулай торған сәбәптәр арҡаһында булырға мөмкин. Мәҫәлән, хәрәм ризыҡ ашау, кеше хаҡын боҙоу, йөрәкте гонаһтар,ғәфләт ауырыуы ҡаплау, шәһүәт теләгенә эйәреү». Мөхәммәд ﷺ әйтә:
     «Яуап биреүенә ысын күңелдән инанған хәлдә Аллаһҡа доға ҡылығыҙ. Һәм белегеҙ, Аллаһ ғәфил йөрәкле, күңеле Унан башҡа нәмәгә бәйле кешенең доғаһын ҡабул итмәй» (Хәким, «Мустәдраҡ»китабы).
     Ғәфил (вайымһыҙ) йөрәк кешенең иман көсөн юҡҡа сығара. Шулай уҡ харам ризыҡта тәндең көсөн бөтөрә һәм уны зәғифләндерә. Әбү Һурайранан килтерелә: Мөхәммәд ﷺ шулай тип әйтте: «Ысынында, Аллаһ яҡшы һәм ул яҡшынан башҡа нәмәне ҡабул итмәй. Һәм, ысынында, Аллаһ Тәғәлә мөьминдәргә пәйғәмбәрҙәргә әмер иткән нәмәне әмер итте. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Әй илселәр (пәйғәмбәрҙәр)! Яҡшы нәмәләрҙән ашағыҙ һәм изге ғәмәл ҡылығыҙ»(Мөьминдәр – 51). Башҡа аятта Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ризыҡ итеп биргән яҡшы нәмәләрҙе (хәләл, файҙалы ризыҡтарҙы) ашағыҙ»(Баҡара– 172). Артабан ул оҙаҡ ваҡыт сәфәрҙә булып, сәстәре туҙып бөткән һәм туҙанға батҡан бер кешене иҫкә алды. Ул кеше ҡулын күккә күтәреп: «Әй минең Раббым, әй минең Раббым», — тип доға ҡыла, ләкин уның ашай торған ризығы харам, эсә торған нәмәһе харам, кейеп йөрөй торған кейеме харам һәм уны харам ашатып үҫтерҙеләр. Бындай кешенең нисек доғаһы ҡабул булһын?!» (Мөслим).
     Ғабдуллаһ ибн Әхмәд үҙенең «Әз-Зүһд»китабында шундай бер хикәйә килтерә:«Бер ваҡыт Бәнү Исраил халҡына бәлә килде һәм улар йыйылып, күмәкләшеп ҡырға сығып, Аллаһҡа доға ҡыла башланылар. Аллаһ Тәғәлә уларҙың пәйғәмбәренә вәхи иңдерҙе һәм шулай тип әйтергә ҡушты:  «Ысынында, һеҙ нәжес тәндәрегеҙ менән үҙәнлеккә сығып, ҡулдарығыҙҙы Миңә күтәрәһегеҙ. Һеҙ бит ул ҡулдарығыҙ менән кеше ҡанын түктегеҙ һәм хәрәм менән йорттарығыҙҙы тултырҙығыҙ. Ә хәҙер асыуым көсәйгәс, һеҙ Миңә доға ҡылаһығыҙмы? Һеҙ был ғәмәлегеҙ менән үҙегеҙҙе Минән бары тик йырағайтаһығыҙ ғына!»
     Бер ваҡыт Ибраһим ибн Әҙһәм, Аллаһ уға рәхимле булһын, Бусра ҡалаһының баҙары буйлап бара ине. Шул ваҡытта уның янына кешеләр йыйылдылар һәм әйттеләр: «Әй Әбү Исхаҡ! Ни өсөн беҙҙең доғаларыбыҙ ҡабул булмай?». Ул шулай тине: «Сөнки һеҙҙең йөрәктәрегеҙ ун нәмә арҡаһында үлгән». Улар: «Нимә һуң ул ун нәмә?»- тип һоранылар. Ул әйтте:
     1. Һеҙ Аллаһты танынығыҙ, ләкин Уның хаҡын үтәмәнегеҙ.
     2. Һеҙ Аллаһтың илсеһе Мөхәммәд ﷺте яратабыҙ тип әйтәгеҙ, ләкин уның сөннәтен ҡалдырҙығыҙ.
     3. Ҡөръәнде уҡынығыҙ, ләкин уның буйынса ғәмәл ҡылманығыҙ.
     4. Аллаһтың ниғмәттәрен ашанығыҙ, ләкин улар өсөн шөкөр итмәнегеҙ.
     5. Шайтан һеҙҙең дошманығыҙ тип әйттегеҙ, ләкин уның менән дуҫ булдығыҙ.
     6. Йәннәт хаҡ тип әйттегеҙ, ләкин уға инеү өсөн тырышманығыҙ.
     7. Йәһәннәм хаҡ тип әйттегеҙ, ләкин унан ҡасманығыҙ.
     8. Үлем хаҡ тип әйттегеҙ, ләкин уға әҙерләнмәнегеҙ.
     9. Йоҡонан уянғас, кешеләрҙең кәмселектәрен тикшереү менән мауыҡтығыҙ, ә үҙ кәмселектәрегеҙ ҡалдырҙығыҙ.
     10. Мәйеттәрегеҙҙе ерләнегеҙ, ләкин уларҙан һабаҡ алманығыҙ.
                                                                                           http://islamsemya.ru, «Өметлеләр» сайтынан тәржемә.

Доға ҡылыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-t%D3%99rtibe.html

Доға ҡылыу әҙәбе: https://nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-%D3%99%D2%99%D3%99be.html

Доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/do%D2%93a.html

Доғалар һәм кеше тормошо: https://nazir1965.com/din/do%D2%93alar-%D2%BB%D3%99m-keshe-tormosho.html

Доғалар: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/do%D2%93alar.html