Дин һәм зәғифтәр

                                                             Дин һәм зәғифтәр
     Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үҙенең китабы Ҡөръәни Кәримдә әйтә:
                        يَا أَيُّهَا النَّاسُ إِنَّا خَلَقْنَاكُم مِّن ذَكَرٍ وَأُنثَى وَجَعَلْنَاكُمْ شُعُوبًا وَقَبَائِلَ لِتَعَارَفُوا إِنَّ أَكْرَمَكُمْ عِندَ اللَّهِ أَتْقَاكُمْ إِنَّ اللَّهَ عَلِيمٌ خَبِيرٌ
     «Йәә әййүһә-ннәәсү иннәә халәҡнәәкүм миң ҙәкәриү-үә үңҫәә үә джәғәлнәәкүм шүғүүбәү-үә ҡабәә'илә литәғәәрафүү иннә әкрамәкүм ғиңдә-ллааһи әтҡаакүм иннә- ллааһа ғәлиимүн хабиир».
     «Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле кеше тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!». «Хүджүрат / Бүлмәләр», 49:13
     Һәр әҙәм балаһының, һәр хайуандың, хатта бөжәктең ҙә был донъяға килеүенең бер хикмәте бар. Был ғәләмдең, был мәхлүктарҙың барлыҡҡа килеүенең хикмәтен Аллаһ Үҙе генә беләлер. Беҙ был донъяға килгәнбеҙ икән, арабыҙҙа төрлөләребеҙ бар. Беренсенән, Аллаһ ир-ат һәм ҡатын енесенә, төҫтәргә бүлгән: аҡ тәнлеләр, һары тәнлеләр, ҡара тәнлеләр, ҡыҙыл тәнлеләр бар. Һәм Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын башҡа төрлө йүнәлешендә лә бүлгән: аҡыл, зирәклек, ғилем, зиһен тарафында; бер үк төрлө халиҡ ҡылмаған. Һис шикһеҙ, берәүҙәргә Ул ғилемде әҙ биргән, ғалимдәргә иһә күп биргән. Ҡөръәни Кәримдә Мөхәммәдкә ﷺ әмер ҡылып әйтә:                                                                                                       قُلْ إِنَّمَا الْعِلْمُ عِندَ اللَّهِ وَإِنَّمَا أَنَا نَذِيرٌ مُّبِينٌ
     «Ҡуль иннәмәл-ғилмү ғиңдә-ллааһи үә иннәмәә әнә нәҙиирум-мүбиин».
     «Әйт һораусыларға, бөтә ғилем Аллаһ тарафында, мин фәҡәт һеҙҙе киҫәтеүсе генә һәм тура юлға өндәүсе». «Мүлк / Батшалыҡ», 67:26
     Кемдеңдер фәнгә һәләте ҙур, икенсе берәүҙең иһә физик эшкә мөмкинселеге ҙур, башҡа берәүгә Аллаһ Тәғәлә тиҫкәре сифаттар биргән. Әгәр ҙә аҡылды эшләтеп ҡараһаҡ, кеше балаһының аҡ булыуында, икенсе берәүҙең ҡара булыуында ниндәй хикмәт ята икән? Береһе бер телдә һөйләшеп, икенсе башҡа бер телдә һөйләшеүенең фәлсәфәүи яғын уйлаһаҡ, ниндәй хикмәте бар икән? Ни өсөн? Миҫал: Аллаһ Тәғәлә беҙҙе татар (башҡорт) милләтенән халиҡ ҡылған, икенселәрҙең иһә ғәрәп, инглиз, төрөк йәки башҡа әһелдән булыуының сәбәбе нимәлә тиһәк, бында Аллаһы Үҙе генә беләлер, кемгә ниндәй телде, ниндәй енестә һәм ниндәй милләттә халиҡ ҡылыуын. Ҡөръәндә әйтелә: «Һеҙ башта бер генә өммәт инегеҙ», – тип, һәм «Хүджүрат» сүрәһенең 13-се аятында әйтә: «Литәғәәррафүү» – йәғни «мәғруф» тигән һүҙ ул ғәрәп телендә бер-береңә ярҙам итеүҙе аңлата. Был милләт, ошо халыҡ бер-береһенә ярҙам итеп йәшәһендәр өсөн, төрлө милләт итеп халиҡ ҡылдым, тип әйтә Аллаһ Тәғәлә.
     Әҙәм ғәләйһиссәләм үҙе 700 гә яҡын тел белһә лә, уның улдары бер телдә һөйләштеләр, һуңынан уның нәҫеле ер йөҙөнөң башҡа мөйөштәренә таралып, үҙҙәренең йәшәгән ерҙәрендә һөйләшеү телдәре менән аталары Әҙәмдең ғәләйһиссәләм теленән йырағайып, башҡа телдәр барлыҡҡа килде. Бына ошо әҙәм балалары араһында һау-сәләмәт булғандары ла бар, бар ауырыуҙар, шулай уҡ зәғифтәр һәм тыумыштан ғәриптәрҙә бар. Хатта һау-сәләмәт тыуып та, тормош рәүешендә йәрәхәт алған йәки башҡа төрлө ауырыу сәбәпле ғәрип ҡалғандары бар. Хикмәтенә төшөнәйек, ни өсөн Аллаһ Тәғәлә береһенә һаулыҡ-сәләмәтлек, икенсеһенә ауырыу-сырхау, зәғифлек биргән? Береһенең йөҙө күркәм, икенсеһенә шундай матурлыҡ насип булмаған.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙис шәриф бар: «Аллаһ һеҙҙең матур ҡиәфәтегеҙгә, байлыҡтарығыҙға ҡарамай, әммә ләкин һеҙҙең ҡәлебтәрегеҙгә (йөрәк күңелегеҙгә), үә ғәмәлдәрегеҙгә ҡарайҙыр», – тигән. Аллаһ Тәғәлә мәрхәмәтле, шәфҡәтле. Ҡөрьәндең «Фәләҡ» сүрәһе лә ошо һүҙҙән башлана. Ҡайһы ваҡыт шундай һүҙҙәр әйтәләр: ни өсөн Аллаһ Тәғәлә миңә генә биргән икән был ауырыуҙы, йәки был тормоштағы ауырлыҡтарҙы? Ни өсөн бына фәләнгә Аллаһ Тәғәлә малын да, һаулығында биргән? Хатта бит ул үҙ ғүмерендә бер генә «бисмилләһ» әйтмәгән кеше, йортона бер Ҡөръән мәжлесе саҡырып уҡытмаған, намаҙҙың барын да белмәгән, ә шул гонаһҡа сумған бәндәнең тормошо гөрләп бара. Ә мин ни тиклем генә ғибәҙәттә, зикер-тәсбихтән булһам да, ни өсөн минең тән ағзаларым һау-сәләмәт түгел, ни өсөн мин һуҡыр, минең аяғым юҡ? Бына, йәмәғәт, ниндәй һорауҙар бар бит. Беҙ был ауырыуҙарҙың, ауыр тормошта йәшәүселәрҙең хәлдәренә кереп, был зәғиф иманлы бәндәләрҙең йөрәктәренә үтеп, ошо тормоштың аҫыл-нигеҙен аңлатырга тейешлебеҙ. Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Китабында әйтә:
                                                                  وَاتَّقُوا يَوْمًا تُرْجَعُونَ فِيهِ إِلَى اللَّهِ ثُمَّ تُوَفَّى كُلُّ نَفْسٍ مَّا كَسَبَتْ وَهُمْ لَا يُظْلَمُونَ
     «Үә-ттәҡуу йәүмәң турджәғүүнә фи- иһи илә-ллааһи ҫүммә түүәффәә күллү нәфсим-мәә кәсәбәт үә һүм ләә йуҙләмүүн».
     «Аллаһыға кире ҡайта торған көндән һаҡланығыҙ. Шул көндө һәр йәндең үҙ ҡаҙанышына ҡарап, тотош түләнер. Улар рәнйетелмәҫ!». «Әл-Бәҡара / Һыйыр», 2:281
     Беҙ был ваҡытлыса килгән донъяға алданмайыҡ. Беҙ бит был донъяға һыналыу өсөн килдек, аҙым һайын, сәғәт һайын Аллаһы Тәғәлә беҙҙе һынайҙыр. Әгәр беҙ ошо ҡыҫҡа тормошҡа донъя сиге менән генә ҡараһаҡ, был тормош көндәрҙән бер көннө үлем менән бөтәсәк. Үлемдән һуң буласаҡ хисап көнө тураһында тәрәнерәк фекер йөрөтөп уйлаһаҡ, беҙҙең яҙмышыбыҙ был донъя менән генә тамамланмай. Ерҙәге ҡараш менән кеше үҙенең яҙмышын тыуғандан алып үлгәнсегә ҡәҙәр ти, әммә ләкин Аллаһ Китабынан, Раббыбыҙҙың күҙлегенән ҡарағанда, беҙҙең яҙмыш үлгәндән һуң да дауам итә, бындағы ғәмәлдәр өсөн ахирәттә яуап бирәсәгебеҙ бар. Был әҙәм балаһының 3 көнлөк ҡунаҡхана донъялағы йәшәйешенең бик ҡыҫҡа ғына өлөшө генә. Был хаяттың ҡыҫҡа ғына өлөшө тамам булғас, мәңгелек тормош башлана. Фекерләп ҡараһаҡ, мәңгелек ахирәт тормошо менән сағыштырғанда, беҙҙең был 50-70 йыллыҡ тормошобыҙ секунд кеүек тә булмаҫ, Ҡиәмәт көндө беҙҙең бер көнөбөҙ 50 мең йылға тиң буласаҡ. Кемдәрҙер беҙҙән алданыраҡ ҡәбер ҡуйынына китә торалар, уларҙан һуң беҙгә лә сират етәсәк. Уйламайыҡ, был үлде дә, мин мәңге ҡалдым, тип. Мөхәммәдтең ﷺ хәҙис шәрифен иҫкә төшөрәйек: «Бөтә ләззәттәрҙе киҫеүсе үлемде йыш иҫкә алығыҙ», – тип әйткән. Әҙәм балаһына көндәлек тормошта ғибрәттәр бик күп, әммә ғибрәтнәүселәр генә аҙ. Шуны оноторға ярамай: үлем ул күҙ менән ҡаш араһында, артыбыҙҙан күләгә кеүек һаҡлап йөрөй. Әгәр ҙә беҙ был тормоштың һынауҙарына, ауырлыҡтарына түҙһәк йәки түҙемлек итһәк, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ахирәт тормошонда йәннәт ниғмәттәрен вәғәҙә итә. Әҙәм балалары йәннәттәге икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәрҙе күргәс, донъялағы кисергән бөтә михнәтте, ҡайғы-хәсрәттәрҙе оноторҙар, тип әйтә Мөхәммәд ﷺ. Хатта әйтерҙәр икән: беҙ донъяға кире ҡайтып, тәндәребеҙҙе ҡайсылар менән киҫәргә әҙербеҙ, донъялағы ауырлыҡтарҙы кисереп, был йәннәткә инер өсөн, тип. Доньялыҡта уйын-көлкө ҡороп, Аллаһыны танымайынса йәшәүсе иң бай бәндәләр, иң матур тормошта йәшәүсе кешеләр ҙә, йәһәннәмдәге ғазаптарҙы күргәс, донъяла кисергән ләззәттәрен бер секундта оноторҙар. Шуға күрә Аллаһ әҙәм балаһын халик ҡылғанда был донъя менән генә түгел, ә киләсәктәге ахирәт тормошо менән уға яҙмыш ҡылған. Бала тыуғанда үк инде уның әхирәте яҙылған. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына был донъяла төрлө халәт биреп, ахирәттә бөйөк дәрәжәлә булыуҙарын теләйҙер. Был донъя тамамланғас, киңерәк күләмдә ахирәт тормошо бар. Донъя тормошо ул сүлмәккә ике тишек яһап, шунан ҡарауға тиң, ә ахирәт тормошо иһә – шул сүлмәктән сығып, бөтә дөньяны киң масштабта күреү. Шуға күрә һис ҡасан да оноторға ярамай: йәннәт (ожмах) һәм йәһәннәм (тамуҡ) бар. Йәннәт юлы ауыр юл, сабырлыҡ һәм түҙемлек, иман һәм ғибәҙәт юлы. Йәһәннәм юлы еңел, ул нәфсегә эйәреп, ғилемһеҙ, иманһыҙ, намаҙһыҙ булыуҙыр. Аллаһ Тәғәлә бына был сабырлыҡ ҡылып, ауырлыҡ кисергән әҙәм балаһына яҡын. ИншәАллаһ, сабырлыҡтары менән Аллаһтың биргән яҙмышына риза булһалар, уларға йәннәт юлы еңел булыр һәм уларҙан Аллаһы риза булыр. Бының тураһында Ҡөръәндә һәм Мөхәммәдтең ﷺ хәҙис шәрифтәрендә күп әйтелә. Шуға күрә белеп булмай бит, бөтөн тән-ағзалары ла, күҙе лә, йөрәге лә иҫән-һау булып та, Аллаһыны танымайынса йәшәүсе бәндәләр йәһәннәм утында мәңге янмаҫтармы? Аллаһ Үҙе һаҡлаһын! Әммә ошо ғәриплеге менән дә, һуҡыр булып, ҡояш нурын күрә алмаған йәки ҡулы-аяғы юҡ, бөтә ағзалары ауырыу булыу сәбәпле был донъяның рәхәтен, шатлығын күрә алмаған әҙәм балаһы йөрәгенә: «Йә Раббым, миңә бирҙең ошо яҙмышты, сабыр итәм Һинең йәннәтең өсөн», – тигәндә, Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә уға ла урын әҙерләгәндер, ул йәннәт әһелдәренән булыр, иншәАллаһ!
     Аллаһы Тәғәлә һынауҙы теләһә ҡайһы бәндәгә төрлөсә бирә. Кемдең тормошонда ауырлыҡтар күп булды, бәлки уға йәннәттең түрелер, тормошо еңелерәккә түбәнерәк дәрәжә булыуы мөмкин. Шуға күрә зәғиф, ауырыуҙар Аллаһының һынауында икәнлеген оноторға ярамай. Ошо һынауы менән ахирәт бәхетен теләүен аңлаһындар ине. Аллаһҡа ҡайтып ғибәҙәт ҡылһалар, был донъяла ауыр тормошта йәшәп, ахирәттә уларға еңел булыр. Аллаһ көслөрәк булыуыбыҙҙы теләп, беҙгә ауырлыҡтар бирә. Һуҡыр кешенең йәннәттә күҙҙәре күрәсәк, аҡһаҡ кеше тура баҫыусы аяҡлы булыр, ауырыу кеше сәләмәт булыр, йәннәттә һис бер ҡайғы һәм хәсрәт булмаҫ. Аллаһынан сабырлыҡ һорайыҡ. Был Аллаһының хикмәтең аңлаһаҡ ине. Мөхәммәд ﷺ мохтаждарға, мәҙлүмдәргә был донъяла бөйөклөк бирә: «Ҡурҡығыҙ рәнйетелгәндәр доғаһынан, уларҙы ҡыйырһытмағыҙ, уларҙың доғалары ҡабул булыуы һис шикһеҙ,» – тигән.
     Мөхәммәдтән ﷺ һоранылар: «Кемдең тормошо иң ауыр?» – тип. Ул әйткән: «Пәйғәмбәрҙәрҙеке, уларҙан һуң уларға яҡын булған кешеләрҙеке, Аллаһҡа яҡынайған һайын һынау ҙурая». Икенсе яҡтан ҡарағанда, сәләмәт кешеләр өсөн ауырыуҙарҙа ғибрәт бар. Үҙебеҙгә яҙылған сәләмәтлегебеҙгә шөкөр итеү кәрәк. Әлхәмдүлилләһ, сәләмәтлегем бар, тип, тел менән генә түгел, сәждәгә йығылайыҡ. Аллаһы миңә ике ҡул, ике күҙ бирҙе, тип тә, әҙәм балалары сәждәгә бармайҙар. Намаҙ уҡыуҙан иблис кеүек баш тарталар. Иблисте күп һөйләйбеҙ йәннәттән ҡыуылған тип, бер гонаһы өсөн, сәждә ҡылмаған өсөн, ҡыуылды иблис йәннәттән, ә бөгөнгө көндә күпме кеше үҙен тәҡҡәбер, бөйөк һанап йөрөй. Иблис урынында түгелме икән былар? Һау-сәләмәт булған ваҡытыбыҙҙа Аллаһҡа яҡыныраҡ булайыҡ, беҙгә рәхәт ваҡытта Аллаһыға ҡулдарыбыҙҙы күтәреп доға ҡылайыҡ, рухи байлығыбыҙҙы арттырайыҡ, ауырлыҡҡа, ҡайғы-хәсрәткә сабыр булайыҡ, ахирәттәге бәхетебеҙҙе табайыҡ. ИншәАллаһ, мәңгелек тормошта Аллаһы Тәғәлә йәннәт әһелдәренән булырға насип әйләһен. Аллаһының рәхимлеге киң, һанап бөтөргөһөҙ. Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Китабында әйтә:
                                                                                                                            فَإِنَّ اللَّهَ غَفُورٌ رَّحِيمٌ
     «...фә'иннә-ллааһа ғафүүру- ррахиим»,
     «Аллаһ – ярлыҡаусы, рәхимле бит!» «Нур», 24:5

     http://dumrt.ru/ сайты, ТАТАРСТАН РЕСПУБЛИКАСЫ МӨСЕЛМАННАРЫНЫҢ ДИНИЯ НӘЗАРӘТЕ, Рөстәм хәҙрәт Хәйбуллин, Быуа районы «Мәлик» мәсете имам-хатибы