Бәлә-ҡаза ни өсөн килә?

                                            Бәлә-ҡаза ни өсөн килә?
     Аллаһ Үҙ рәхмәте менән беҙҙе юҡтан бар итте. Һәр мәхлүк Уның рәхмәте менән йәшәй. Беҙҙә булған һәр ниғмәт, һәр хәйерлелек Уның рәхмәте менән килә, һәр яуызлыҡ, бәлә-ҡаза беҙҙән Уның рәхмәте менән китә. Аллаһының ғилеме ҡайҙа ирешһә, рәхмәте лә шунда тиклем барып еттә.
                                                                              فَبِأَيِّ آلَاءِ رَبِّكُمَا تُكَذِّبَانِ
     «Фәби'әййи әәләәәә'и раббикүммә түкәҙҙибәәән», йәғни: Әй, әҙәм балаһы һәм ен, Минем барлығыма тағын ниндәй дәлилдәр кәрәк? — тип һорай Аллаһ Тәғәлә. Рахман сүрәһе 34 аят.
     Әҙәм балаһының ошо донъяға Аллаһтың рәхмәте менән тыуыуы һәм ошо тормошта йәшәп ятыуы үҙе бер ҙур дәлил. Тик был донъя ваҡытлы — алдаҡсы донъя икәнен онотмайыҡ! Был тормошобоҙҙа һәр беребеҙ менән дә төрлө хәлдәр булырға мөмкин: шатландыра торғаны ла, ҡайғырта торғаны ла.

     Был донъялағы ҡатмарлы тормошобоҙ шулай ҡоролған: һәр кем менән тиерлек, әленән-әле төрлө хәлдәр булып тора. Һәр кешенең ғүмерен бәхетле мәлдәр, уңыштар һәм ҡайғы-төшөнкөлөк, уңышһыҙлыҡтар оҙатып бара. Бизмәнгә һалып үлсәү мөмкин булған хәлдә, уларҙың сағыштырмаһы, ысынында, типә-тиң генә булыр ине. Сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн ваҡытлыса биргән ошо ғүмеребеҙҙә һис бер ғәҙелһеҙлек юҡ. Тик һәр әҙәм балаһы бар нәмәне фәҡәт үҙ үлсәме менән генә үлсәп, үҙ күҙлегенән сығып баһалай. Ҡайғы йәки бәлә-ҡаза килһә, ҡайһы берәүҙәр: “Ни өсөн һуң шундай хәл булды? Ниңә минең менән генә бына шулай була һуң?"— тип зарланып, үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә: «Башҡа кешеләр рәхәтләнеп йәшәйҙәр, бер ҡайғылары ла юҡ, ҡайғы-хәсрәт һәр ваҡыт миңә килә», — тип әсенә. Былай уйлау хата һәм Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы сығыу була, Аллаһ һаҡлаһын. Бына шул «бер ниндәй маҙаһыҙ, рәхәтләнеп, бер ниндәй ҡайғыһыҙ тыныс йәшәйҙәр» тип уйлаған кешенең хәлдәрен тикшереп ҡараһаң, уларҙағы ҡайғылар тағы ла ҙурыраҡ булыуы асыҡланыр. Донъя — ҡайғы йорто, бер сәғәт шатлығы булһа, ике сәғәт хәсрәте була.
     Аллаһ Тәғәлә әйтә:
                وَإِن يَمْسَسْكَ اللَّهُ بِضُرٍّ فَلَا كَاشِفَ لَهُ إِلَّا هُوَ وَإِن يَمْسَسْكَ بِخَيْرٍ فَهُوَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
     Үә ий-йәмсәскә-ллааһу би-дурриң фәләә кәәшифә ләһүү илләә һүүә үә ий-йәмсәскә би- хайриң фәһүүә ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир.
     Әгәр һиңә Аллаһ берәй бәлә-ҡаза менән ҡағылһа, Аллаһнан башҡа унан һис бер ҡотҡарыусы булмаҫ. Ә әгәр Аллаһ һиңә хәйерле нәмә ирештерһә — Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Әл-Әнғәм (Мал-тыуар) 17 аят.
     Ниндәйҙер берәй бәлә килһә йә иһә берәй юғалтыу кисерһәк, уның беҙгә ебәрелгән һынау икәнлеген дә күптәребеҙ танымай, шунлыҡтан, быны ифрат та ауыр кисерәбеҙ. Ул ғына ла түгел, берәй бәлә-ҡаза килһә, шунда уҡ «Кем быға ғәйепле?» тигән һорауға яуап эҙләй башлайбыҙ. Ни эшләп минем ғәиләмә килде, ни эшләп йәп-йәш баланы Хоҙай алды тип зарланабыҙ. Ул баланың йә иһә беҙҙең бер гонаһыбыҙҙа юҡ бит, ана урамда йөрөгән теге кеше шулай-былай тип әйтәбеҙ, уларға бер нәмә булмай, һәр ҡаза-бәлә уны урап үтә тип уйларға ашығабыҙ…
     Фекерләп ҡараһаҡ, миҫалға; эскелектән сыға алмаған кешелә бит шул Аллаһтың һынауында, башына хәсрәт итеп ауырыу алды, уға ла бәлә килгән. Уға бынан ҡотолоу юлы йә Аллаһҡа ҡайтыу йә ҡәбер.
     Ғәрәпсәнән «Бәлә-үн» һүҙе урыҫ теленә «испытание, беда», тип тәржемәләнә, беҙҙенсә бәлә инде. Буласаҡ ҡайғы – бәләбеҙҙә маңлайыбыҙға яҙылған, тәҡдиребеҙгә ышанып, яҙмышыбыҙ менән ризалаша белеү тәҡүә мосолманға хас күренеш.
                                             وَمَا أَصَابَكُم مِّن مُّصِيبَةٍ فَبِمَا كَسَبَتْ أَيْدِيكُمْ وَيَعْفُو عَن كَثِيرٍ
     Үә мәә әсаабәкүм мим-мүсыиибәтиң фәбимәә кәсәбәт әйдиикүм үә йәғфүү ғәң кәҫиир.
     Ғәләмдәрҙең Раббыһы Ҡөръәндә былай тип әйтә: «Һеҙгә ирешкән бәлә-ҡазалар һәм ҡайғылар, үҙегеҙ кәсеп иткән гонаһтарығыҙ сәбәплелер, шулай булһа ла, Аллаһ гонаһтарығыҙҙы күберәген ғәфү итәлер» («Шура» сүрәһе, 30 -сы аят).
     Тимәк, ғәйепте бары тик үҙебеҙҙән эҙләргә кәрәк. Аяттан аңлашылғанса, ҡайғының сәбәбе үҙебеҙҙең ғәмәлебеҙ, йә иһә ата-әсәләрҙең балаларына тейешле дини тәрбиә ҡылмай үҫтергәне өсөндөр. Әхләҡ үә әҙәп тәрбиәләрен бирмәгәндәргә, Аллаһтың ҡушҡанын үтәмәй, тыйғандарынан тыйылмағандарға яза киләсәге көн кеүек асыҡ. Был донъялала һәм ахирәттә лә уның буласағы билгеле.
     Беҙ үҙебеҙгә Раббыбыҙ тарафынан бирелгән һанһыҙ ниғмәттәрҙе күпселек ваҡытта һиҙмәйбеҙ, күрмәйбеҙ, хатта күрмәмешкә һалышабыҙ. Үҙебеҙгә бирелгән ғүмеребеҙ, һаулығыбыҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, эшебеҙ, дәрәжәләребеҙ, йортобоҙ, мал-мөлкәтебеҙ һәм башҡа бихисап байлығыбыҙ өсөн Уға шөкөр итеп, зекерҙәр әйтеп йәшәргә һәр саҡ онотабыҙ, шуның менән үҙебеҙгә үҙебеҙ золом (ғәҙелһеҙлек) ҡылабыҙ.
     Язаны Аллаһ Тәғәлә кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә һынау – сабырлыҡты, камиллыҡты тикшереү – өсөн бирә. Бәләләр бәндәне күңел керенән таҙарта. Шул ваҡытта паклана белгәндәр алтынға әйләнә, ә булдыра алмағандар вәхшигә әүерелә. Бар бәлә иманһыҙлыҡтан килә, Аллаһы танымауҙан, Уға шөкөр итмәүҙән.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә былай тип әйтә:
                                       مَّا أَصَابَكَ مِنْ حَسَنَةٍ فَمِنَ اللَّهِ وَمَا أَصَابَكَ مِن سَيِّئَةٍ فَمِن نَّفْسِكَ
     «Мәә әсаабәкә мин хәсәнәтиң фәминәл-лааһи үә мәә әсаабәкә миң сәййи'әтиң фәмин-нәфсикә...»
     "Һиңә килгән игелектәр Аллаһтан. Башыңа килгән бәләләр үҙеңдән". Ән-Нисә сүрәһе, 79 аят.
     Бер көндө Рәсулүллаһ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, сәхәбәләренә үҙе ҡаршы сығып:
     "Һеҙ бөгөн ни рәүешле иртә торҙоғоҙ? " – тигән.
     Улар: "Аллаһыға иман килтерергә торҙоҡ, " — тигәндәр.
     Рәсулүллаһ: "Иманығыҙҙың ғәләмәте ниҙә һуң? " – тигәс, сәхәбәләр: "Бәлә-ҡазаларға сабырлыҡ күрһәтәбеҙ, муллыҡҡа шөкөр итәбеҙ, яҙмышҡа ризабыҙ, " — тигәндәр.
     Рәсулүллаһ: «Ҡәғбә Раббыһы менән ант итеп әйтәм, һеҙ – хаҡ мосолмандарҙан, „ — тигән.
     Бөгөнгө көндә динебеҙгә юл асыҡ булып, мәсет-мәҙрәсәләр булып, ғибәҙәттәр ҡылырға мөмкинселек булһа ла, халҡыбыҙҙың иманға ҡайтыуы һүлпән. Бар бәлә йәмғиәтебеҙҙең ғәҙелһеҙ ҡоролошонан: динебеҙ ил сәйәсәтенән айырылған, иманһыҙ башлыҡтар һәм түрәләр, тормошобоҙ халыҡты алдауға һәм талауға ҡорған сәйәсәттә, әхләҡ үә әҙәп төшөнсәләре юғалған. Күрә-белә тороп хаҡлыҡты йәшереп, монафиҡлыҡ күрһәтеүебеҙҙә бөгөнгө көндөң һәм тиҙҙән киләсәк ҙур ҡайғы-бәләләрҙең булмышына юл булыр.
     Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр, радыйаллаһу ғәнһүмә тапшыра: «Бер ваҡыт Аллаһтың рәсүле (саллаллаһү ғәләйһи үәс- сәлләм) беҙҙең эргәбеҙгә килеп әйтте: «Әй мөһәжирҙәр! Биш нәмә һеҙгә килер, һәм Аллаһ һаҡлаһын шул заманға тиклем йәшәүегеҙҙе:
     1. Әгәр ниндәйҙер халыҡта зина таралһа һәм уны йәшермәй башлаһалар, Аллаһ Тәғәлә уларға быға тиклем булмаған сирҙәр ебәрер.
     2. Әгәр кешеләр үлсәгәндә кәметеп үлсәһәләр, уларға ҡоролоҡ, аслыҡ килер һәм батшалары тарафынан боҙоҡлоҡ ҡылыныр.
     3. Әгәр малдарынан зәкәт түләмәһәләр, күктән ямғырҙар туҡтар һәм хайуандар булмаһа, бөтөнләй яумаҫ ине.
     4. Әгәр Аллаһ һәм Уның рәсүле ҡаршыһында булған бурыстарын үтәмәһәләр, Аллаһ Тәғәлә уларға ситтән дошмандар ебәрер һәм ул дошмандар уларҙың ҡайһы бер әйберҙәрен талап алырҙар.
     5. Әгәр хакимдәре Ҡөръән менән хөкөм итмәһәләр, Аллаһ уларҙың араһында фетнә сығарыр.» (Ас-силсилә ас-сахих 106).
     Бөгөнгө көн ысынбарлығына ҡараһаҡ, кешелектең гонаһ батыуын күреп таң ҡалырлыҡ, бөтә йәмғиәт үҙенә зарар һала тиһәк тә дөрөҫ булыр. Хатта Аллаһ ҡушҡанын үтәгән мосолман кешеләрҙең дә башҡаларға ҡарата, йәмғиәткә ҡарата битараф булыуынан. Бәлә-ҡаза килгәндә кемдең кемлеге лә күренә инде. Кемдер әле һаман һуҡырлыҡта булыр, кемдер кемгәлер ышаныр йә иһә уны ғәйепләр. Бар бәлә ҡомһоҙ әҙәм аҡтыҡтарына ҡол булыуҙа һәм үҙ нәфсенә хужа булмауҙа. Үҙебеҙҙең Раббыбыҙ Аллаһтың ҡоло икәнен танымауҙа.
     Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     وَإِن يَمْسَسْكَ اللَّهُ بِضُرٍّ فَلَا كَاشِفَ لَهُ إِلَّا هُوَ وَإِن يُرِدْكَ بِخَيْرٍ فَلَا رَادَّ لِفَضْلِهِ يُصِيبُ بِهِ مَن يَشَاءُ مِنْ عِبَادِهِ وَهُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
     Үә ий-йәмсәскә-ллааһу бидурриң фәләә кәәшифә ләһүү илләә һүүә үә ий- йүридкә бихайриң фәләә рааддә лифадлиһи йүсыиибү биһи мәй йәшәә'ү мин ғибәәдиһи үә һүүәл-ғафүүру-ррахиим.
     Ул һиңә бәлә-ҡаза килтерһә, был бәләнән һине Аллаһтың үҙенән башҡа бер кем дә ҡотҡарып ҡала алмаҫ; әгәр ҙә Ул һине игелектәр менән күмеп ташлай икән, Уның рәхмәтенә бер кем ҡаршы килә алмай. Игелекте Ул үҙе теләгән ҡолона бирә. Ул бит Ғәфү итеүсе, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе”. «Юныс”сүрәһе, 107 — нсе аят.
     Шуға мосолман кешегә һәр һынауға сабыр итеп, биргәненә шөкөр итергә кәрәктер, сөнки был донъялағы һәр бер бәлә мәңгелек донъяға юл булып тора. Хәйерлегә булһын бәлә-ҡазабыҙ тип, тәүбә ҡылырға, киләсәктең өмөтлө булыуын Аллаһтан һорар кәрәк.
     Сабыр итеүселәр һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан килгән ҡазаларға риза булып тороусылар тураһында Ҡөръән-Кәримдә ҙур әжер-вәғәҙәләр бар. Шул вәғәҙәләргә ышанып, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылыусыларҙың бәхетле булыуҙарында шик-шөбһә юҡ. Килгән бәләләргә сабыр итеүселәр һәм ҡазаларға буйһоноу — бәлә булмай һәм ҡазалар күрелмәй торған йәннәттәргә алып бара торған берҙән-бер юл. Әҙәм балаһының донъяла йәшәгән ваҡытта ҡайғы-хәсрәттәр күрмәйенсә ғүмер итеүе мөмкин түгел. Бар ғүмер бер ыңғай яҡҡа ғына түгел, ә ҡаршылыҡтар менән дә ғибәрәт.
     Аҡыллы кеше шул мәшәҡәттәрҙән ҡурҡмаҫҡа һәм киләсәктәге рәхәттәрҙе өмөт итеп уларҙан еңелмәҫкә, күңелен төшөрмәҫкә тейеш. Сөнки Ҡөръән-Кәрим һәр ҡыйынлыҡ артынан еңеллек булыуын вәғәҙә итә. Мосолман кеше, һис шикһеҙ, шул вәғәҙәне хәтерләп, күңелен йыуатыр һәм үҙенә нәсихәт дәрестәре бирер.
     Ошо бәлә-ҡазаларҙы, ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙы кисергәндә, кеше сабырлыҡ тигән дәрес ала. Бер кеше йыш ҡына: «Йә Раббым, сабырлыҡ бир!» – тип әйтә торған булған. Һәм уға яңынан-яңы ауырлыҡтар килеп кенә торған. Шуларға сыҙамайынса, аптырап, ғалим кешегә барған да: «Ни өсөн мине Аллаһы Тәғәлә һаман да ҡыйын хәлдәр ебәреп һынай?» – тип әйткән. Хәҙрәт унан: «Һин Аллаһтан үҙеңә нәмә һорайһың?» – тип әйтә икән. Ул әҙәм: «Сабырлыҡ», – тип яуап ҡайтара. «Шуға күрә, һиндә сабырлыҡ сифатын булдырыу өсөн, Аллаһ ауырлыҡ бирә лә инде. Раббыбыҙҙан еңеллек һорарға кәрәк», – тип, хәҙрәт уға хикмәтле дәрес бирә.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ үҙенең бер хәҙисендә: «Кешенең бармағына шырау ҙа инмәҫ, әгәр ҡаҙалһа, берәр гонаһына кәффәрат булыр», — тине. Әммә шул уҡ ваҡытта Пәйғәмбәребеҙ: «Берәүгә әфәт, бәлә-ҡаза килгән икән, шундай-шундай эштәре өсөн булды был, тип тә юрамағыҙ, ахырын белмәйһегеҙ», — тип киҫәткән. Әгәр кеше кемгә лә булһа килгән бәлә-ҡазаға һөйөнә икән, ул ҡазаны үҙенә лә саҡыра, тигән һүҙ. «Ахырын белмәйһегеҙ», — тигәне, «Ахырында үҙегеҙҙә шулай ҡазаланырһығыҙ», — тип аңларға кәрәк. Был хәҙистә әйтелгәндәрҙең үтәлешен эргә-тирәләге кеше тормоштарынан күрәбеҙ: кемдер урамда аунап ятҡан иҫерек кешенән көлә икән, үҙен шул хәлгә төшөп үлеп киткәнен күрәбеҙ, кемдер кемдәндер кәмселек табып (миҫалға: инвалидтан) уның йөрөштәрен ҡыландырһа, аҙаҡ үҙең шул хәлгә ҡалғанын ишетәбеҙ…
     Килгән бәлә-ҡазаларға күп ваҡыт үҙебеҙ сәбәпсе булабыҙ, әммә, ҡыҙғаныс ни, сабыр итеп, сауаб алаһы урынға, зарланып, ғәйеплене эҙләп, үҙ башыбыҙға тағын да ҙурыраҡ хәсрәттәр саҡырабыҙ. Шуға күрә бәхетле булыу өсөн дөрөҫ йәшәргә кәрәк. Дөрөҫ йәшәү рәүеше ул бәндәнең Аллаһы менән араһын ышаныслы тотоуҙа.
     Шатлыҡ килгәндә лә, ҡайғы-хәсрәт килгәндә лә, ниндәй генә хәләттә булғанда ла уҡый торған доғаны барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ул доғаны хатта намаҙ уҡымаған кешеләр ҙә белә.
     Был доға — бөтә доғаларҙың да батшаһы: «Раббәнәә әәтинәә фи-д-дүнйәә хәсәнәтәү үә фил-әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыинәә ғәҙәәбәннәәр». Мәғәнәһе: «Әй, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ, әй, Раббым, был донъяла һәм ахирәттә беҙгә изгелектәр, яҡшылыҡтар, хәйерле, яҡшы тормош насип итһәң ине».
     Бер мәле бер ғәрәп кешеһе Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйтә: «Әгәр Аллаһы Тәғәлә миңә ара яғынан яҡын булһа, мин Уға тыныс ҡына ялбарырмын, ә Раббым минән алыҫта булһа, мин уға ҡысҡырып ялбарырмын», тигән.
     Әлеге ваҡиғанан һуң яңы аят төшә һәм һәр нәмәгә асыҡлыҡ инә: «Әгәр бәндәләрем һинән Минең тураһында һораһалар, Мин, хаҡиҡәттә, яҡын бит, Миңә ҡылып доға үтеүсенең доғаһына яуап бирермен. Шуға күрә улар Миңә яуап ҡайтарһындар һәм Миңә инанһындар! Бәлки, тура юлға баҫырҙар» («Бәҡара» сүрәһе, 186-сы аят).
     Кеше, гонаһ ҡылып, үҙен бәлә-ҡазаға дусар итеп кенә ҡалмай, хатта төрлө ниғмәттәрҙән дә мәхрүм итә ала. Бәрәкәтле, бәхетле тормош алып барайыҡ тиһәк, иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылып, шөкөр итеп йәшәргә тырышырға кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткәненән сығып: “Әгәр берегеҙ ҡыйынлыҡҡа осраһа йәки уға бәлә-ҡаза килһә “Бисмилләәһ”- не әйтһен, Аллаһ Тәғәлә унан бәләләрен ситләтер”, тигән бит.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Көндәребеҙ мөбәрәк, ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, йөҙөгөҙҙө мәрхәмәтлек нуры биҙәһен. Тупһаларығыҙҙан ҡараңғылыҡ, хәүеф-хәтәр атлап кермәһен, бәлә-ҡаза урап үтһен. Ғаилә усағы гел балҡып торһон. Донъялар имен булһын. Иманыбыҙҙан һәм динебеҙҙән Аллаһ яҙырмаһын, Уның ризалығына һәр саҡ өмөт итәйек!