Алдаҡсы хакимдар

                                              Алдаҡсы хакимдар
    Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем!
    Беҙҙең быуын бер быуаттың аҙағын ғүмер кисереп, икенсе быуаттың егерменсе йылының яртыһында үткәреп бара. Әлхәмдүллилләһи, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошо заманаларҙы күрергә һәм унда ҡатнашып йәшәргә насип итте. Бөгөнгө вәғәҙебеҙ илебеҙҙең эске сәйәсәти хәле тураһындалыр. Кемдәрҙер диндәрҙәрҙең илдең сәйәси (политик) торошона ҡыҫылышы булырға тейеш түгел тип һанаһа – улар бик ныҡ яңылыша. Беҙ ошо илдә йәшәйбеҙ икән, уның тулы хоҡуҡлы граждандары булараҡ бар эшенә ҡыҫылырға тейешбеҙ. Светский илдә диндең урыны дәүләттән айырым булырға тейеш тигәндәр – улар наҙандар. Светский ил тигән нәмә юҡ ул, бөтә ерҙә лә дин бар. Әлеге атеизм фекерендә булғандарҙа кеше тыуһа ла, туйы булһа ла, үлһә лә муллаға йә попҡа килә. Илдәрҙең стройҙары ҡолап тора, яңылары барлыҡҡа килә, ә дин шул көйө ҡала килә. Үткән быуатта 1917 йылдың революцияһына тиклем диндәрҙәр Дума эшмәкәрлегендә актив ҡатнашҡандар. Ислам дине һәр саҡ ғәҙелеккә, татыулыҡҡа, яҡшылыҡҡа, тигеҙ хоҡуҡлыҡҡа, рәхимлеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй. Аллаһ Тәғәлә ҡанундарына бойһонмаған дәүләт ҡолауға дусар ителгән.

     Һәм ошо октябрь революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән яңы социалистик строй дин әһелдәрен хөкүмәт һәм Дума ойошмаларынан сығарып үҙҙәренсә атеистик социализм төҙөп ҡараныларҙа, ләкин был строй етмеш йылдан һуң ҡоланы. Сәбәбе диндән ситкә тайпылыуҙары һәм бер партиялы хөкүмәт булыуы арҡаһындалыр, хатта СССР –ҙың Конституцияһы Ислам дине ҡанундарынан алынған булһа ла.
     Шунан һуң СССР ҡолағас, бөгөнгө көнгә тиклем утыҙ йыл буйына дауам иткән торош халыҡты ҡолдарға һәм байҙарға бүлеп, илде боронғо феодал торошона ҡайтарҙы. СССР төҙөгән әҙер фабрика-заводтарҙы тулыһынса туҙырып, урынына яңыларын төҙөмәнеләр. Колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, ерҙе аҫтын-өҫкә килтереп, теләһә кемгә һатып бөттөләр, бар байлығын соҡоп алдылар. Әҙәм аҡтыҡтары бөтә халыҡ өсөн яратылған ер-һыу, урманын, дөрөҫөрәге «Һинең милкең дә, минеке лә, беҙҙеке түгел, улар һәммәһе – Аллаһ милке!» булған аманаттан үҙҙәре байыр өсөн табыш алып, ҡалған кешеләрҙе фәҡирлектә ҡалдырҙылар. Һәм дә бөгөн беҙ донъя байлығының ҡырҡ процентын тупланған иң бай илдә фәҡирлектә һәм ҡоллоҡта йәшәйбеҙ.
                                                                        وَلِلَّهِ خَزَائِنُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَلَكِنَّ الْمُنَافِقِينَ لَا يَفْقَهُونَ
     «...үә лилләәһи хазәә'инү-ссәмәәүәәти үәл-ардыи үә ләәкиннәл-мүнәәфиҡиинә ләә йәфҡаһүүн».
     «…Күктәрҙең һәм Ерҙең хазиналары – Аллаһтыҡы. Ләкин монафиҡтар быны белмәй» (Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр), 7).
     Ана шул монафиҡтарға — ике йөҙлөләргә, алдап-талап кеше көсө менән байыған залимдарға, түрәләргә Аллаһ Тәғәләнең язаһы был донъяла уҡ киләсәк. Бөтә донъяла ҡупҡан кризис шауҡымы менән беҙҙең илдә лә улар менән ни булыры билдәһеҙ, улар Аллаһ хөкөмөндә.
      Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең киләсәгәбеҙ өсөн илле миллион кешеһен ҡорбан иткән СССР ошо һуғыштан һуң ун алты йыл эсендә илде күтәреп космонавтын космоска осорҙо, барыһына ла тулы белем биреп юғары бушлай уҡыу йорттары асты, бушлай медицина, бушлай санаторийҙәр, бушлай квартиралар, арзан аҙыҡ-түлек, хатта икмәге лә бер мәле бушлай булды, һәр кемдең эше булды, фәҡирҙәр булманы, халыҡ татыу һәм әхләҡле булды. Был Ислам диненә тура килгән социалистик сағылыш ине.
     Бөгөнгө көндөң хакимдәре һәм түрәләренең башташлығы менән тиҫтәләгән йылдар буйынса тупланған ауыл хужалығы тарҡалды, халыҡ көсө менән йыйылған уртаҡлыҡ, мөлкәт сарыф ителеп, юҡҡа сыҡты. Ауылдарҙа кешеләр һаны аҙая бара, сөнки эш урындары юҡ, колхоздары тарҡалған ауылдарҙа халыҡ бөтөнләй юҡ тиерлек. Ауыл йәштәре ҡалаларға китә. Бөгөнгө ысын барлыҡта ла ҡалаларҙа ла уңайлы шарттар юҡ, яңы эш урындары төҙөлмәй тип әйтергә мөмкин, эш юҡ. Кризис булыу сәбәпле эшселәр һанын ҡыҫҡартыу башланды. Эшһеҙҙәр менән донъя тула башланы. Күпме йәштәр эшкә урынлаша алмай, рәсмиләштермәйенсә генә төҙөлөштәрҙә, ауыр эштәрҙә йөрөйҙәр, Себер китәләр. Улар нишләргә тейеш? Ярай әле Совет осоронда эшләп ҡалғанбыҙ. Ул саҡта кешенең ҡәҙере бар ине. Хәҙер пенсия реформаһы менән халыҡты бөтөнләй ҡылдылар. Ғүмер оҙонлоғо арта тип, пенсия йәшен арттырҙылар. Йәштәргә эш булмағанда, ҡарттар ҡайҙан эш тапһын. Ахмаҡ депутаттарға пенсия кәрәкмәй, улар былай ҙа бай һәм бар яҡлап айырым статус, льготаға эйә. Алтыны, газы ла, нефтьтә, урман һәм башҡа байлығы булмаған күрше илдәрҙә халыҡ бай йәшәй, хатта пенсиялары беҙҙең эш хаҡынан бер-нисә тиҫтә мәртәбә артыҡ. Ә беҙҙә ни эшләп һуң улай?
     Бар бәлә үҙ нәфселәренә, байлыҡҡа һәм ҡомһоҙлоҡҡа, шайтанға өндәүенә эйәргән хакимдарҙың белдекһеҙ сәйәсәте сәбәп. Дөрөҫ социал, мадти һәм экономик базаһы төҙөй алмай, дәүләттә халыҡтың йәшәү шарттарын ҡыҫыуҙалыр. Төрлө милләтле халыҡ һәм региондар араһында бер тигеҙ хоҡуҡлы сәйәсәт алып бармау һәм башҡа тиҫкәре проблемалар илде бөгәлер. Шулай уҡ был етәкселәрҙә иман тигән нәмәнең юҡлығын да һәм дин тотоу урынына икейөҙлөлөк күрһәтеүҙәре арҡаһындалыр.
     Аллаһ Тәғәлә был етәкселектә һайлау бирә:
                                                                                                           فَأَلْهَمَهَا فُجُورَهَا وَتَقْوَاهَا
     Фә'әлһәмәһәә фүджүүраһәә үә тәҡүәәһәә.
     Аятта әйтелә: «Уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткән...» (Шәмс (Ҡояш), 8).
     Аллаһ Тәғәлә Халыҡ өсөн яҡшы булған дини һәм кәрәкле канундарҙы боҙоп, шәхси мәнфәғәттәрен генә күҙәтеүсе туймаҫ ҡорһаҡлы залимдарҙе ҡаты шелтәләгән, китап әһелдәрен, хосусән уларҙың башлыҡтарын һәм байҙарын, Инҗил – Тәүрат ҡуйған асыл принцибын боҙоуҙары өсөн ғәйепләп, Ҡөръәндең “Әл-Мәидә” сүрәһенең 66-нсы аяттында әйтә:
     «Әгәр ҙә улар (әһле китаб) Тәүрат, Инҗилдә күрһәтелгән канундарҙы дөрөҫ рәүештә урынына еткерһәләр ине, баш өҫтөндәген дә һәм аяҡ аҫтындағын да ашарҙар ине (ризыҡтары киң булыр, бәрәкәт күп булыр ине). Улар араһында ғәҙелек һаҡлаған кешеләр ҙә бар, ләкин күбеһе насарлыҡ ҡыла! (йәғни халыҡ файҙаһы өсөн ҡуйылған ҡанундарҙы боҙоп золом ҡылыусылар күп)».
     Ислам дине асылда ижтимағый дин булып, бөтөн халыҡтың рәхәтен үә бәхетен тәьмин итеү халыҡ араһында тыныслыҡ, ғәҙеллек, тигеҙлек урынлаштырыр өсөн ебәрелгән, халыҡ файҙаһы өсөн хәжәт булған мөһим ҡанундарҙы эсенә алған йүнәлештер. Сөнки илаһи китаптар ҡуйған маҡсат бөтөн халыҡҡа ярҙам итеү һәм тормоштарын яҡшыртыу, донъялала тыныслыҡты урынлаштырыуҙыр.
      Аллаһ Тәғәлә дауам итеп 68 нсе аяттында әйтә: «Әйт: “Әй һеҙ китап әһелдәре! Һеҙ Тәүрат, Инжилде һәм Аллаһ тарафыннан индерелгән башҡа ҡанундарҙы (Ҡөръәнде) дөрөҫ рәүештә тормошҡа ашырмай тороп бер төрлө лә диндә була алмайһығыҙ (йәғни һеҙ ул ваҡытта динле түгел, динһеҙҙәрһегеҙ)!” ». Был аят китаптар белән хөкөм итмәү, ундағы ҡанундар менән ғәмәл ҡылмау, динһеҙ булыуҙарын йә иһә икейөҙлөләр икәнен асыҡ итеп әйтеп бирә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәд ғәләйһиссәләм әйткән:
      «Ике йөҙлөлөктең дүрт билдәһе бар. Ошоның бөтәһенә лә эйә булған кеше ысынында юха, ике йөҙлө, берәүһенә генә лә эйә булған әҙәмдә ике йөҙлөлөк һыҙаты бар. Бына улар: кешегә ышанһан ул һине һата. Ул һөйләгәндә алдай. Ышандырып һүҙендә тормай. Һүҙ көрәштергәндә ялған ташлаусы». (Сәхих Әл-Бухари, Сәхих Мөслим).
     Динебеҙҙә аманат тигән төшөнсә бар. Аллаһы Тәғәлә уның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтеп, Ҡөръәндә шулай тип әйтә:
     «Дөрөҫөн әйткәндә, Аллаһ һеҙгә аманаттарҙы эйәһенә ҡайтарырға ҡуша, әгәр ҙә кешеләр араһын хөкөм итһәгеҙ, ғәҙелекте һаҡлап хөкөм итергә әмер итә. Ысынында, Аллаһ һеҙҙе ниндәй яҡшы рәүештә вәғәзләй. Ысынында, Аллаһ ишетеүсе, күреүсе Зат» (Ән-Нисә -58).
     Беҙ үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, илебеҙҙе ошо хакимдар һәм түрәләр алып барған сәйәсәткә ышанып ҡулдарына аманат итеп биргәнбеҙ.
     Бөгөнгө көндә йәмғиәттәге бөтә проблемаларҙың башы аманаттың юҡҡа сығыуға, үтәлмәүгә бәйле. Дәүләттә эшһеҙҙәр һаны артыуы, ғаиләләр тарҡалыуы, һатып-алыуҙағы алдау, кеше милкенә ҡул һуҙыу, табибтың ауырыуҙарға тейешенсә дауалау саралары күрһәтмәүе, етем балалары күбәйеүе аманаттың юҡҡа сығыуы сәбәпле. Кешеләр ни өсөн үҙҙәренә тапшырылған аманатты үтәмәйҙәр? Бының төп сәбәбе йөрәктә иман булмауға бәйле. Әгәр кешелә Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышаныу булмаһа, ул аманат булараҡ бирелгән бурыстарын үтәмәй башлай, уларҙы үтәүгә һалҡын ҡарай. Мөхәммәд ﷺ шулай әйтә: «Аманат булмаған кешенең иманы юҡ (иманы зәғиф), ә килешеүҙе үтәмәгән кешенең дине юҡ» (Әхмәд).
     Эшкә лайыҡлы кешене ҡуйыу аманат һәм ҡушылған эште башҡарыу ҙа аманат;
     Бер ваҡытта Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ эргәһенә бер кеше килеп, Ҡиәмәт көнө тураһында һораны. Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Әгәр ҙә аманат юҡҡа сыҡһа, Ҡиәмәт көнөн көт». Был кеше: «Аманаттың юҡҡа сығыуы ҡайһылай була һуң ул?» – тине. Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Әгәр ҙә эш лайыҡ булмаған кешегә тапшырылһа, Ҡиәмәт көнө киләһен көт» (Бохари).
     Һәр эште йәки һөнәрҙе белемле, булдыра ала торған оҫта кеше башҡарырға тейеш. Әгәр берәр эшкә лайыҡһыҙ кешене билдәләһәләр, был аманатҡа хыянат итеү була. Бер мәле Әбү Зәрр (р.г.) Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ шулай тип әйтте: «Мине бер ҡаланың етәкесеһе итеп ҡуймайһыңмы?» Мөхәммәд ﷺ, уның елкәһенә ҡулы менән ҡағылып: «Әй Әбү Зәрр! Ысынлыҡта, һин был эште булдыра алмайһың. Ә ул эш – аманат. Ҡиәмәт көнөндә аманатты тулыһынса үтәүселәрҙән ҡала, уны үтәмәү түбәнселек һәм үкенес буласаҡ».
      Ана шул етәкселек рәтен белмәгән тәҡҡәберҙәрҙең хакимлектә тороуы, социал хәлдәрҙе һәм юридик нормаларҙа, экономика ла белемдәре булмаған кешеләрҙе депутат итеп ҡуйыу, мәҫәлән миҫалға: бер образование булмаған кешене (ул Россияның экология һәм биология буйынса бик ҙур белгесе итеп ҡуйылған) йәки туҡһанынсы йылдарҙа халыҡтарҙы талап йөрөгән бандит һәм жуликтәрҙе хакимлеккә үрләтеү тулы ахмаҡлыҡтыр.
     Егерме йыл буйына өҫтә ултырған хакимдәрҙән алып түбән дәржәләге түрәләргә тиклем беҙҙе күҙҙә йоммай алдайҙар: пенсия реформаһы булмаясаҡ, Конституция үҙгәрмәйәсәк, эш хаҡы артасаҡ, йәшәү кимәле күтәреләсәк һәм башҡаһы. Һәм ошо арала нимәгә килдек: халыҡ бөлдө, уҡыу һәм уҡытыу системаһы боҙолдо, медицина ярҙамы бөттө, больництар ябылды, ауырыһаң өйөңдә ятта үл. Эшһеҙлек, инфляция, тотороҡлолоҡ булмау, киләсәккә өмөт булмау, балаларыбыҙға киләсәк юҡлығы, йән аҫрау өсөн әсе таңдан ҡараңғы төнгә тиклем бер нисә урында эшләү халыҡтың рухи халәтен байтаҡ ҡаҡшата. Ул әллә ҡасан талсыҡҡан, йонсоған, арыған, кәйефһеҙләнгән инде. Эстәрендә был сәйәсәткә ҡаршы бәрелеп сығырға торған асыу һәм нәфрәт тупланған. Өҫтәүенә, пенсия йәшен дә арттырҙылар, хаҡтар үҫкәндән-үҫә... Меҫкен халыҡ тамаҡ тыйҙырыу өсөн бөтә көсөн һалғанда кемдер миллионлыҡ машинала елдерә, бер нисә ҡатлы йорто менән маҡтана, аҡ ҡомло диңгеҙ ярында ятып төшкән һүрәттәрен, ресторанда туҡланған һыйҙарын социаль селтәргә ҡуя, Думала ултырған депутаттың төшкө ашының хаҡы ҡәҙимге эшсенең бер айлыҡ эш хаҡына тиң, байҙар көнөнә генә эш хаҡы итеп ике-өс миллионлаған аҡса ала, әлеге кризис ваҡытында премиялар алып, хөкүмәттән дотациялар алып шаша. Бай кешеләр байый, көн күрергә тырышҡан кешеләр ярлылана, халыҡтың төп өлөшө фәҡирлеккә төшә бара. Күпселек халыҡ аҡсаһын аҙыҡ-түлеккә, беренсе сиратта, кәрәк-яраҡҡа ғына тота. Ауырыу балаларҙы дауалау өсөн хата аҡса ғына түгел медицина үҙәктәре лә юҡ! Ә миллиардерҙәр шаша!
     Ябай кешеләрҙе эшкә һанамай, уларҙы ҡол урынына күреп, мыҫҡыл итеү асылында хакимлыҡ, байлыҡ ята. Кешеләрҙе кредит, ипотека һәм башҡа бурысҡа батырып баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәйҙәр. Уларҙың принцибы: «Дай деньги взаймы и властвуй над ними» тигән төшөнсә менән эш итеп халыҡты ҡол итеүҙәлер. Хаҡты эҙләгәндәргә Аллаһ дөрөҫ юлын күрһәтә.
      Беҙҙең халыҡта бер мәҡәл бар: «Бер ялғанлаһаң, икенсе ысын һүҙеңә лә ышанмаҫтар». Шулай булғас нисәмә мәртәбә алданып йәшәргә була? Алдашыу Аллаһ Тәғәлә тарафынан тыйылған:
                                                                         وَلَا تَلْبِسُوا الْحَقَّ بِالْبَاطِلِ وَتَكْتُمُوا الْحَقَّ وَأَنتُمْ تَعْلَمُونَ
     «Үә ләә тәлбисүл-хәҡҡа бил-бәәтыили үә тәктүмүл-хәҡҡа үә әңтүм тәғләмүн».
     «Хәҡиҡәтте белгән көйө йәшермәк булып, дөрөҫтө ялғанға төрмәгеҙ». («Не облекайте истину в ложь и не скрывайте истину, тогда как вы знаете ее»). Әл-Баҡара (Корова), 42-се аят.
                                                              إِنَّمَا يَفْتَرِي الْكَذِبَ الَّذِينَ لَا يُؤْمِنُونَ بِآيَاتِ اللَّهِ وَأُولَئِكَ هُمُ الْكَاذِبُونَ
     «Иннәмәә йәфтәрил-кәҙибә-лләҙиинә ләә йүьминүүнә би'әәйәәти-лләәһи үә үләә'икә һүмүл-кәәҙибүүн».
     «Аллаһтың аяттарына инанмаған кешеләр ҡоро буш ялғанды уйлап сығара, улар ысын алдаҡсы».
     «Воистину, ложь измышляют те, которые не веруют в знамения Аллаха. Они и есть лжецы» (Коран 16:105, Пчелы)
     Аллаһ Тәғәлә дөрөҫлөктө еткерергә ҡуша, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙә быны эшләгән. Шуға Аллаһҡа иман килтергәнбеҙ икән ғәҙел юлда булайыҡ. Батшаларҙың һуғышы, байҙарҙың ыҙғышы, донъяның болаһы һис ҡасан да бөтмәҫ ул. Аллаһ боҙоҡ хакимдәргә бойһонорға ҡушмай!
     Көнбайыш мәҙәниәтенең культураһы килеп инеүе, тәрбиәнең нигеҙҙән ҡаҡшауы, байлыҡ, көс, секс, хакимлек һ.б. культҡа әйләнеү ҙә йәмғиәтте сиргә һалыштырҙы һәм законһыҙлыҡҡа юл ярҙы. Үҫеп еткән яңы быуыныбыҙ хаҡында психологтарҙың тикшереүе буйынса бөгөнгө йәштәргә хис-кисерештәр ят, башҡаларҙы йәлләй белмәйҙәр. Улай ғына ла түгел, идеологияһыҙ үҫкән егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен нисек тоторға кәрәген дә белмәйҙәр ҙә, үҙ эш-ғәмәлдәренә лә баһа бирмәйҙәр. Суицидтың күбәйеүе, секталарҙың таралыуы әлеге һәм башҡа проблемалар ошо илдең хакимлегенә тоташа. Йыртҡыс бүреләр үҙ өйөрөндәге балаларын һәм ауырыу иптәштәрен ташламай уларға ризыҡ тапҡанда, беҙҙең йәмғиәттә ата-әсәләрен үҙ балаларын үлтерәләр. Эйе, был ҡот осҡос күренешкә беҙ көн дә тап булабыҙ. Хәйерселәр, асарбаҡтар, эскеселәр аҙмы арабыҙҙа? Ә бит бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек ошондай күренештәр йәмғиәтебеҙгә үтә лә ят ине. Хатта эшләмәй йөрөгән кешеләрҙе элек “әрәмтамаҡ” тип мыҫҡыллап, көсләп хеҙмәт итергә ҡушалар ине. Эше лә, лайыҡлы баһаһы ла булды шул кешегә. Ул замандарҙы хәҙер татлы төш кеүек иҫкә алырға ҡалды. Ер ҙә күсәренән сыҡманы, ҡояш та шулай уҡ ҡыҙҙыра, ҡыш менән йәй алмашына, бәрәкәтле еребеҙ ҙә сүллеккә әйләнмәне, тик ниңәлер илдәге тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрер урынына кире яҡҡа ауҙы. Йөрәге һәм аҡылы булған кешенең был турала шымып ҡалыуы мөмкин түгел. Үҙ гражданын хәйерселек көнөнә ҡалдырған илде бөйөк тип әйтеп буламы?! Әгәр эштәр былай барһа, алда беҙҙе ниҙәр көтә? Башҡаларҙан айырылып торған фекерен белдереүҙән ҡурҡып, ябай кеше ысын исемен йәшерә, бүтәндәрҙән асыҡ айырылып тормаҫҡа тырыша. Һис шикһеҙ, был юл күптәрҙең хәтерен үҙгәртә: үҙ асылын оноттора, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренән баш тартырға мәжбүр итә. Хаҡлыҡтан ҡурмайыҡ, дөрөҫлөккә ынтылайыҡ, беҙгә ҙур һынауҙар осоро килде.

     Аллаһ Тәғәлә кешенең аҡылына яҡшылыҡҡа әүәҫлек менән бергә яманлыҡты көҫәүҙе лә һалған. Шуға ла бәндә ғүмере буйы ыңғай һәм кире ике ҡотоп тәьҫирендә. Кире ҡотопҡа тартылыу – оло хәүеф. Унда тартылғандарҙың күңеле шул ҡәҙәр һуҡырая, улар тормоштарында ирешкән бөтә нәмәне тик үҙ ҡаҙанышы тип иҫәпләй башлай һәм тик үҙен, тик үҙенең эштәрен генә маҡтай. Рухи ауырыуҙарҙың яманы ла – тәкәбберлек, ундайҙар еңел аҡылдары менән үҙҙәрен, Илаһи ихтыярға буйһонмаған үҙен ҡөҙрәт эйәһе тип иҫәпләй һәм башҡаларҙың мохтажлыҡтарын күрмәй, күрергә лә теләмәй. Ундай заттар булып китмәйек.
     Дөрөҫлөктө аңлатыу өсөн мосолман «Иманым камил!» тип тә әйтә. Замана заңына ҡарап иман да үҙгәрә ул. Ҡайһы яҡҡа үҙгәрә? Яҡшығамы? Яманғамы? Икеһе лә бар. «Әҙәм булыу» — яҡшы кеше булыу. Боҙоҡ юлда булып «Әҙәм аҡтығы» булып ҡалмайыҡ. Халыҡҡа дөрөҫлөктө һәм хаҡты еткерәйек.
     Хәлиф Ғүмәр ибн Абдулғәзиз (раҙыйаллаһу ғәнһү), был әмерҙе күңеленә яҡын алып, Аллаһ ризалығын алыр өсөн, ғаилә милкен фәҡирҙәргә, мохтаждарға тарата — үҙ халҡына гүзәл үрнәк күрһәтә, һәм етеш йәшәгән бөтә кешеләр уның миҫалына эйәрә. Шул арҡала ул идара иткән осорҙа зәкәт бирерлек бер фәҡир ҙә ҡалмай. Ғүмәр ибн Абдулғәзиздең (раҙыйаллаһу ғәнһү) хәлиф һарайы урынына сатырҙа йәшәүҙе хуп күреүе исрафҡа бер ниндәй ҙә урын ҡалдырмаған ҡарар була.
     Хәлиф Ғүмәр: “Эш башында торған етәкселәр, батшалар ҡупшы тормошҡа, кәйеф-сафаға күп аксалар сарыф итәләр. Халыҡтан йыйылған хәражд (налог) аҡсаһын фәсыйкъ-фәсадкә сарыф итеп исраф итәләр. Мин ундай тормошты яратмайым,” тине.
     Үҙ халҡына боҙоҡлоҡ ҡылған хакимлектәр ҡолар. Быларҙың һәләкәтенә сәбәп – иман килтермәүҙәре һәм халыҡҡа золом итеүҙәре арҡаһындалыр. Ҡөръән Кәримдә: «Һинең Раббыңдың боҙоҡлоҡ ҡылған мәмләкәтләрҙе тотоуы (һәләк итеүе) бына шул рәүештә булды. Аллаһның тотоуы, рәнйетеүе ҡаты». Залим хөкүмәттәрҙе һәләк итеп, уның урынына башҡа ғәҙел халыҡты килтереү мәсьәләһе икәнде башҡа аяттарҙа бик асыҡ аңлаталыр:
     «Был мәмләкәттәрҙе беҙ золом ҡылған ваҡыттарында ғына һәләк итәбеҙ. Уларның һәләк булыуҙарына билгеле бер ваҡыт билгеләнек». Йәғни золом итмәһәләр һәләк итмәйбеҙ. Һәләк итеү ваҡыты өсөн расписание ҡуйылған. Был хәл-ваҡиғалар ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам ителәсәге әйтелә (Бәни Исраил сүрәһе, 58 нсе аят). Бындай халыҡҡа башта аңлатыу эштәре алып барыла, төрлө фетнәләр менән һынала, имтихан ҡылыналар, шунан һуң ғәйәт киң тормош, байлыҡ бирелә. Кәйеф, сафа, фәсыйкъ, фәсад белән шөғөләнгән ваҡыттарында ҡабаттан был ниғмәттәр алына, һәләкәт килтерелә (Әғраф, 95).
     Был хөкөмдәрҙән хәҙерге заман хөкүмәттәре лә азат түгел әлбиттә. Әгәр ҙә золомды дауам иттерәләр икән, был яҙмыш уларға килеүе лә ҡотолғоһыҙ.
     Хаҡ Тәғәләбеҙ – Ҡөҙрәтлеләрҙең Ҡөҙрәтлеһе. Ул Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) иманы менән Нәмрудтың ялҡынын рауза баҡсаһына әйләндерә, Муса (ғәләйһис-сәләм) таяғы менән Фирғәүен батшалығын емерә, кескәй генә ҡоштар тубы ярҙамында Ҡәғбәгә яҫҡынған Әбрәхә ғәскәрен юҡ итә һәм Мәккә тирәһен һуғыш филдәре зыяратына әйләндерә; күҙгә күренмәгән фәрештәләр, ел, ҡурҡыу һ.б менән ҡеүәтләп, Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бөйөк еңеүҙәргә алып килә. Шуға күрә иманға һәм Исламға ҡаршы баш күтәргән һәр кем Илаһи язаға дусар. Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     Мөьминдәр, күп һанлы һынау ауырлыҡтарын еңеп, Аллаһҡа биргән антына тоғро ҡалырға, Раббыһы менән рухи бәйләнеште өҙмәҫкә һәм юғары әхлаҡ эйәһе булырға тейеш. Донъя файҙаһын көҫәп, иман ынйыларын алъюҫыҡҡа сарыф итеү – иманыңды хәүеф аҫтына ҡуйыу ул.
     Солтандарҙы мәҙхиәләрҙә маҡтайҙар, данлайҙар, дәүләте мәңге сәскә атһын өсөн, доғалар ҡылалар. Әммә ваҡыт үтә, солтандар ҙа һәм уларҙың дәүләттәре лә тарих биттәренән юҡҡа сыға. Пәйғәмбәрҙәр шәрәфенә әйтелгән һүҙҙәр иһә юҡҡа сыҡмай. Пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың вариҫтары булған тәҡүәләр батшалығының осо-ҡырыйы юҡ. Йөрәктәрҙә һәм Аллаһу Тәғәлә алдында улар мәңге йәшәй. Батшалар хакимлығы – фани донъялағы хакимлыҡ, шуға күрә юғалыуға дусар. Ә пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүәләр – ҡолдарҙы Раббыбыҙға илтеүсе юлбашсылар. Улар мәңгелек хаҡына донъяуи нәмәләрҙе ситкә ҡуйған фиҙакәрҙәр, мәңгелекте тапҡан һайлам ҡолдар. Улар – йәндәребеҙ хакимдары, уларҙың хакимлығы барзах һәм Әхирәттә лә дауам итә. Аятта улар хаҡында шулай әйтелә:
      «Эйе, шулай, Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыныс юҡ, улар хәсрәттә ҡалмаҫ» (Юныс, 62). Юғары рухиәтле тәҡүәләр башында – пәйғәмбәрҙәр тажы Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм).
      Ер батшаларының исемдәре хәтерҙән юйылыр, ә Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) исеме ерҙә лә, күктә лә, йөрәктәрҙә мәңгелек. Һәр кем ер хакимдары һәм уларҙың дәүләттәренең атамаларын түгел, мәңгелек тәхетендә ултырған тиңе булмағандың исемен йөрәгенә уйып ҡалдырһын, шунда ғына йөрәктәребеҙ мәңгелек ҡиммәтен һаҡлап ҡала аласаҡ.
     Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала именлек биреп тура юлынан яҙҙырмаһын, илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға бәрәкәт, хәким-түрәләребеҙгә ғәҙеллек биреп, был донъяның киләсәк һынауҙарын сабырлыҡ менән үткәрергә насип итһен. Әмин.

     Имамдар һәм түрәләр: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/imamdar-%D2%BB%D3%99m-t%D2%AFr%D3%99l%D3%99r.html

     СССР –ҙағы Ислам дине: https://nazir1965.com/tarix/9533.html

     Алдаҡсынан: https://nazir1965.com/din/alda%D2%A1synan.html

     Ялған тураһында: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/yal%D2%93an-tura%D2%BBynda.html