Ураҙа байрамы

                                                       Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы

     Беренсе хөтбә
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Тиҙҙән беҙ Ураҙа байрамын ҡаршы аласаҡбыҙ. Был байрам — ике ғәйетебеҙҙең береһе. Уны матур итеп үткәреп ебәрергә әҙерләнәйек. Мосолман өсөн был донъялағы бар көндәр ҙә — ғибәҙәт ваҡыты. Әгәр ҡыйынлыҡтар килһә, Аллаһ хаҡына сабыр итәбеҙ, һәм был — сабыр тигән ғибәҙәт. Әгәр яҡшы нәмә хасил булһа, Раббыбыҙға шөкөр итәбеҙ, һәм был да — ғибәҙәт. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Ни тиклем ҡыҙыҡ мөьминдең эше! Уның хәле һәр ваҡыт та хәйерле, һәм был тик мөьмингә генә хас. Әгәр уға ҡыуаныслы нәмә килһә, ул шөкөр итә, һәм был уға — яҡшы. Әгәр ҡыйынлыҡ килһә, сабыр итә, һәм был да уға — яҡшы». («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, беҙ һәр ваҡиғаны ла ғибәҙәткә әүерелдерергә тейешбеҙ, йынаҙаһын да, байрамын да. Ә был иһә тик пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенә эйәреү аша ғына мөмкин. Шуға пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ байрам көндәрендәге сөннәттәрен белеп, шул эштәрҙе үҙебеҙ ҙә эшләйек:

     Байрамға сығыр алдынан ғөсөл (тулыһынса йыуыныу) алып, матур кейем кейеп, мисек һөртөп сығыу — сөннәт. Имам Нәүәүиҙең әйтеүенсә, ғәйет намаҙына ғөсөл алып барыуҙы бар ғалимдар ҙа хуп күргән. Ә пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ йомаларға һәм ике байрамға кейә торған айырым кейеме булған. Ҡатындарға килгәндә, уларға матур кейенеп, хуш еҫтәр сығарып тышҡа сығыу байрамдарҙа ла, ябай көндәрҙә лә ярамай, сөнки улар был эштәрҙе тик ирҙәре өсөн генә эшләргә тейеш.
Шулай уҡ ураҙаның бөтөүен ҡотлап, мәсеткә бармаҫ борон бер нисә (таҡ һанда) хөрмә ашау хуп күрелә. Әгәр өйҙә хөрмә булмаһа, ниндәйҙер башҡа ризыҡ ашарға ла була.
     Байрам көнөндә өйҙән сыҡҡандан алып имам хөтбә һөйләргә сыҡҡансы Аллаһ Тәғәләне тәкбир әйтеп маҡтау хуп күрелә. Әүәл сәхәбәләр тәкбирҙе ишетелерлек итеп әйтә торғандар, ә башҡа кешеләр әйтмәһә, улар аптырап: «Ниңә тәкбир әйтмәйһегеҙ?» — тип һорағандар. Тәкбирҙең сифаты ошолай була: «Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләллаһ! Үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд!» (Тәржемәһе: «Аллаһ — иң Бөйөк! Аллаһ — иң Бөйөк! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ — иң Бөйөк! Аллаһ — иң Бөйөк! Һәм Аллаһҡа — маҡтау!»).
     Байрам көнөндә мосолмандар бер-береһен ҡотларға тейеш. Сәхәбәләр был көндә осрашҡан ваҡытта бер-береһенә «Тәҡаббәләллаһу миннә уә минкум!» — ти торғандар. (Тәржемәһе: «Аллаһ һеҙҙән дә, беҙҙән дә ҡабул итһен!»). Беҙ ҙә ошоға оҡшаш һүҙҙәр менән кешеләргә ҡотлау һүҙҙәре әйтәйек.
     Мәсеткә барғанда бер юл менән, ә ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтыу — сөннәт. Джәбир инб Ғәбдүллаһ хәбәр итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай итә торғайны. («Әл- Бухари» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Бының хикмәтен аңлатыр өсөн ғалимдар төрлө фекерҙәр әйткән: Ҡиәмәт көнөндә ер ҙә һөйләшәсәк һәм кеше өсөн (йә уға ҡаршы) шаһитлыҡ ҡыласаҡ, шул ваҡыт бер түгел, ә ике юлдың да кешенең ғибәҙәтенә шаһит булыуы яҡшыраҡ; бәлки, ике юл менән йөрөгән кеше күберәк кешене осрата һәм уларға нәмә менәндер ярҙам итергә форсат таба; бәлки, ике юлдан зикер әйтеп үткән мосолманды ҡәрҙәштәр генә түгел, ә кафырҙар һәм монафиктар ҙа күрә, мосолмандар һәм ислам диненең көсөн һиҙәләр, һәм был уларға яҡшы йоғонто яһай ала.
     Мәсеткә барғанда ҡатындарҙы һәм балаларҙы ла алып барыу. Күремле ҡатындар намаҙҙа ҡатнашмаһа ла, мосолмандарҙың байрам итеүен күреп торһалар, яҡшы һанала.
     Был көндә ата-әсәләребеҙҙе, балаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм бөтә яҡын кешеләребеҙҙе берәй нисек шатландырырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, был көндә кешеләрҙе бүләктәр менән ҡыуандырып була. Шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙгә ҡунаҡҡа барып, хәлдәрен белешеп, күңелле әңгәмәләр, шаярыуҙар менән ваҡыт үткәреү ҙә яҡшы ғәҙәт.
                                                                        Икенсе хөтбә
     Ураҙа байрамы алдынан мосолмандар фытр саҙаҡаһын (фытр зәкәте тип әйтһәк тә була) тараталар. Был саҙаҡа төрөн ентекләп аңлатып китһәк, файҙалы булыр тип уйлайым. Фытр саҙаҡаһы өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризыҡ булған мосолманға ла фарыз. Ибн Ғүмәр әйткәнсә, «Пәйғәмбәр ﷺ фытр садаҡаһы итеп бер саг (Хәҙистәрҙә осрай торған бер саг миҡдарын беҙ ҡулланған килолар менән грамм булараҡ үлсәү ҡыйын. Бының сәбәбе шунда: пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында нәмәнеңдер, сағы тип ике усты дүрт тапҡыр тултырылған миҡдарҙы һанағандар. Ләкин үлсәнгән нәмәләрҙең тығыҙлығы төрлөсә булғанға күрә, уның сағы ла төрлө ауырлыҡта сыға. Сәғүд Ғәрәпстанының «Фәтүәләр буйынса даими комитеты» бер сағты өс кило тип иҫәпләп сығарған. Заманыбыҙҙың ҙур ғалимы Мөхәммәт Ибн Ғуҫәймин бер сағты 2, 100 кило тип һанаған) хөрмә, йә бер саг арпаны һәр мосолманға — ҡолға һәм азат кешегә, иргә һәм ҡатынға, олоға һәм кесегә фарыз ҡылды. Ул уны кешеләр намаҙға сыҡмаҫ борон бирергә ҡушты». («Әл-Бухари» һәм «Мүслам» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ә Әбү Сәғит Әл-Худри: «Пәйғәмбәр ﷺ беҙҙең арала булған саҡта беҙ фытр садаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән, эремсектән бер саг итеп сығара торғайныҡ» — тине («Әл-Бүхари» һәм «Муслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Хәҙистән аңлашылыуынса, фытр садаҡаһы урындағы халыҡтың ниндәйҙер ризыҡ төрөнән — мәҫәлән, дөгөнән, ҡарабойҙайҙан, борсаҡтан, ондан, тарынан, арпанан, чечевицанан һ. б.— бирелә ала. Тимәк, әгәр ғаиләлә дүрт кеше булып, һәр кешенән бер сағ дөгө бирелһә, 12 кило дөгөнө ярлылаларға бирергә тейешбеҙ. (Әлегә тыумаған бала өсөн фытр фарыз булмаһа ла, уның өсөн биреп ҡуйыу хуп күрелә — бөйөк сәхәбә Ғосман шулай эшләгән. Рамаҙан айының һуңғы көнөнә тиклем үлеп ҡалған кеше өсөн фытр фарыз түгел, һәм уның исеменән бирергә кәрәкмәй). Фытр саҙаҡаһын Рамаҙан айының бөтөүөнә ике йә бер көн ҡалғас (28-се көндән башлап) бирә башлаһаҡ була. Ибн Ғәббәс бер һүҙендә: «Пәйғәмбәр ﷺ фытыр зәкәтен ураҙа тотоусоға әйтелгән буш һәм әшәке һүҙҙәрҙән таҙарыныу өсөн, ярлыларға ризыҡ булһын өсөн фарыз итте. Кем уны намаҙҙан алда сығарып ҡуя, ул ҡабул булған зәҡәт итеп һаналыр, ә кем уны намаҙҙан һуң бирә, ул ҡәҙимге саҙаҡа булыр» — тине.(Әбү Даут риүәйәт итте). Фытр зәкәтен ваҡытында биреп, өлгөрмәгән кеше (мәҫәлән, ғәйет намаҙы бөткәнгә тиклем бирәсәк кеше тапмаһа һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып, фытырын һуң булһа ла, ҡаҙа итеп биреп ҡуйырға тейеш. Йыш ҡына мосолмандар фытрҙарын аҡсалата бирә, ләкин ғалимдарҙың күбе уны ризыҡтар төрөнән бирергә ҡуша. Шуға ризыҡ һатып алырға ваҡытығыҙ булмаһа, кемгәлер был эште ҡушығыҙ. (Йәмәғәт фытр өсөн билдәләнгән аҡсаларын бер урынға йыйып, бер кешене баҙарға күмәртәләп ризыҡ алырға ебәрә ала). Ағай-эне! Рамаҙан айы бөттө, хәҙер инде элеккесә йәшәһәк тә була, тип уйламағыҙ. Әүәл сәхәбәләр Рамаҙан айынан һуң тағы ла яҡшыраҡ булырға тырышҡандар. Беҙ ҙә элекке насар ғәҙәттәребеҙҙән арынырға тырышайыҡ. Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана, ә уның тураһында хәҙистә шулай тиелгән: «Кем Рамаҙанда ураҙа тотоп сыға һәм Шәүүәлдең алты көнөндә уны дауам итә, шул бер йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр» («Муслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шәүүәл айының алты көн нәфел ураҙаһын өҙлөкһөҙ итеп тотоу шарт түгел — айҙың ҡайһы көндәрендә тотһағыҙ ҙа дөрөҫ була, ләкин иң тәүҙә Рамаҙан айынан тороп ҡалған бурыс көндәрҙе тотоп ҡуйыр кәрәк.

                                                                                                                             Йома хөтбәләре китабынан

Фитыр саҙаҡаһы ошо биттә: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html