Өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәре

                                        Өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәре
     Рәхимле һәм Рәхмәтле Аллаһ исеме менән. Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ һәм уның ғаиләһенә, сәхабәләренә сәләмдәребеҙ барып ирешһә ине.
     Кеше мәңгелек донъяға күскәндән һуң «өсөһө», «етеһе», «ҡырҡы»н үткәрергәме? Һуңғы йылдарҙа мосолмандар араһында шул хаҡта бәхәстәр ҡуйыра башланы. Өммәтебеҙ бер фекергә килә алмағанға, был мәсьәлә көндән-көн актуалдашыуын дауам иттерә. Шул сәбәпле, газета уҡыусыларыбыҙ менән берлектә, әлеге ғөрөф-ғәҙәттең рухи тормошобоҙҙа тотҡан урынын анализлап ҡарарға булдыҡ. Был традициябыҙҙы хупламаусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

     Ҡөръән-Кәримдә һәм пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтендә был мәжлестәрҙе үткәреү ярамағанлығы тураһында ҡәтғи дәлилдәр юҡ. Бер генә хәҙистән дә, Аллаһ Китабынан да: «Йә, мөьминдәр, һаҡланығыҙ!»йә иһә «Был ғәмәлдән алыҫ тороғоҙ!»тигән юлдар табан алмайбыҙ. Шуға күрә, был ғәмәлде харамға сығарырға хаҡыбыҙ юҡ. Ә белә тороп шундай хөкөм сығарған кеше диндән йыраҡ тороусы йә иһә кафыр булып һаналырға мөмкин.
     Традициябыҙҙы ҡабул итмәүселәр ябай дәлилләргә таяна. Улар пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Һәр бер яңылыҡ (биҙғәт) йәһәннәмдә», — тигән хәҙисен килтерә. Ләкин улар рәсүлебеҙҙең ﷺ тағы бер хәҙисен иҫтән сығара. Хәҙистә сөннәттең ике төрө тураһында әйтелә: «Кем ислам динендә яҡшы. ...» һәм «... насар сөннәт ҡалдырҙы».
     Белеүебеҙсә, «сөннә» тигән һүҙ ғәрәпсәнән «юл», «традиция» тигән мәғәнәгә эйә. Тимәк, традициялар ыңғай һәм кире була ала.
     Үрҙә күрһәтелгән дәлилдәрҙе күҙҙән кисергәндән һуң, объектив анализ яһауға күсәйек.
     1. Туғандар менән күрешеү.
     Ғәҙәттә, был мәжлестәрҙә мәйеттең яҡындары йыйыла. Улар араһында бик алыҫтан ҡайтҡандары ла була. Тимәк, был ғәмәл оҙаҡ ваҡыт бер-берҙәрен күрмәгән кешеләрҙең аралашыуына, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға килтерә. Шәриғәтебеҙҙә туғанлыҡ ептәрен һаҡлау ниндәй урын биләй һуң? Был һорауға хатта иң әҙ ғилемле мосолман кешеһе лә яуап бирә алыр. Был – фарыз ғәмәл. Туғанлыҡ ептәрен өҙөүселәргә Аллаһы Тәғәлә «Рәғд (Күк күкрәү)» сүрәһенең 25-се аятында былайыраҡ мөрәжәғәт итә: «Аллаһҡа итәғәт итергә ғәһед (ант) биргәндән һуң ғәһедтәрен боҙоусылар, Аллаһы Тәғәлә өҙмәҫкә ҡушҡандарҙы өҙөп, ер өҫтөндә төрлө боҙоҡлоҡтар ҡылыусыларға Аллаһтың ләғнәте буласаҡ һәм уларға бик яман йорт — йәһәннәм әҙерләнгән» (Был урында һәм алда Ноғмани тәфсире файҙаланыласаҡ).
     2. Сәләм биреү.
     Кешеләр бер-берҙәре менән осрашҡас, билдәле, сәләм бирергә тейеш. Динебеҙҙә иҫәнләшеү тәртибенә ҡараған хөкөм шундай: беренсе булып сәләмләгән кеше сөннәт ғәмәлен үтәһә, яуап ҡайтарған өҫтөндәге фарызды үтәгән була. Был мәсьәләлә Ҡөръән-Кәрим: «Әй, мөьминдәр! Әгәр һеҙгә берәүҙән бүләк бирелһә, бүләк биреүсегә үҙегеҙ алған бүләк хәтле йәки артығыраҡ итеп бирегеҙ! Һис шикһеҙ, Аллаһ һәр нәмәне хисап ҡылыусы. (Бүләктең һәр мөьмин өсөн мөмкин һәм ләзем булғаны сәләм биреү һәм ҡайтарыуҙыр)» («Ниса (Ҡатындар)» сүрәһе, 86-сы аят).
     3. Ҡайғы уртаҡлашыу.
     Әлбиттә, мәжлескә йыйылыусылар был көндәрҙә ҡайғы — хәсрәттә ҡалған ғаиләнең борсоуын уртаҡлаша. Шәриғәт буйынса, был ғәмәл сөннәт һанала. Быға миҫал итеп күп һанлы хәҙистәр килтереп була. Ән-Нәсаи йыйынтығында яҙылған бер хәҙистә ир-ат хаҡында һүҙ бара. Ул кескенә улы менән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дәрестәренә йөрөгән була.
     Бер көндө уның улы вафат була һәм ул рәсүлебеҙҙең ﷺ дәресенә килә алмай. Аллаһ илсеһе үҙенең сәхәбәләренән уның тураһында белешә. Балаһы үлгәнен ишеткәс, пәйғәмбәребеҙ ﷺ ата кешенең ҡайғыһын уртаҡлашыу ниәте менән уның янына китә.
     4. Вәғәҙ һөйләү.
     Мәжлес барышында имам, үтемле вәғәҙ һөйләп, нәсихәттәр биреү менән мәшғүл булырға тейеш. Ҡөръән — Кәримдең «Нәхел (Бал ҡорттары)» сүрәһенең 125 аятында: «Әй, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм һәм уның өммәте! Раббыңдың юлы булған ислам диненә Ҡөръән дәлилдәре, тәьҫирле яҡшы вәғәҙдәр менән кешеләрҙе саҡыр(-ығыҙ), кешеләргә хаҡлыҡты төшөндөрөү өсөн иң күркәм юл менән көрәш(-егеҙ)! Әлбиттә, һинең Раббың Уның юлынан аҙашҡан кешеләрҙе һәм Ҡөръән юлында булған хаҡ мөьминдәрҙе белә», — тигән һүҙҙәр бар. Шуға күрә лә йәмәғәттең белем дәрәжәһенә ҡарап, имамдың вәғәҙ һөйләп Аллаһ юлына саҡырыуы – фарыз ғәмәл һанала.
     5. Ҡөръән уҡыу
     Был – сөннәт ғәмәл. Имам Мөслим йыйынтығында: «Ҡөръән уҡығыҙ! Ул Ҡиәмәт көнөндә үҙен уҡыусыларға шәфәғәтсе булыр», — тип яҙылған.
     6. Доға ҡылыу.
     Ҡөръән-Кәримдә: «Раббығыҙ әйтте: „Миңә ғибәҙәт итегеҙ һәм доға ҡылығыҙ, Мин ҡабул итеп әжерен бирермен“. Әммә Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙан тәкәбберләнеп баш тартҡан кешеләр, кескенә булып хур булған хәлдә, йәһәнәм утына тиҙ эләгерҙәр», — тиелгән («Мөьмин» сүрәһе, 60-сы аят). Доға, әгәр ҙә кеше яҡшыны теләһә, кешенең теләге менән бәйле булырға, рөхсәт ителгәнде һораһа — ихтыяры, ә инде бурыс итеп йөкләнгән әйберҙәрҙе һораһа, мәжбүри булырға мөмкин.
     7. Саҙаҡа өләшеү.
     Нигеҙҙә, ул — сөннәт дәрәжәһендә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Хөрмә төшөнөң бер генә бөртегө менән булһа ла, үҙегеҙҙе йәһәннәм утынан һаҡлағыҙ», — тип әйткән. Беҙ был хәҙистән бәләкәй генә күләмдәге хәйер хаҡында һүҙ барғанлығын аңлайбыҙ.
     1. Килгән кешеләрҙе, ҡунаҡтарҙы туҡландырыу.
     Был да сөннәт ғәмәлдәрҙән һанала. Бер хәҙис беҙгә түбәндәгеләрҙе ирештерә: «Әй, кешеләр! Сәләм таратығыҙ, бер-берегеҙҙе ризыҡландырығыҙ, туғанлыҡ ептәрен һаҡлағыҙ, кешеләр йоҡлағанда төнгө намаҙҙар үтәгеҙ һәм һеҙ йәннәт әһеле булырһығыҙ».
     Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, барлыҡ хөкөмдәр буйынса ла нәтижә яһаһаҡ, уларҙың сөннәт дәрәжәһенән башлап хатта фарыз хөкөмөнә яҡын булыуына төшөнөрбөҙ. Шулай ҙа, төп нәтижә сығарырға ашыҡмаҫҡа һэм был мәжлестәрҙең вазифалары хаҡында фекерләп ҡарарға тәҡдим итәм.
     Миңә ҡалһа, мәжлестәрҙең нисек уҙыуына ярашлы рәүештә, «өсөһө», «етеһе», «ҡырҡы»н үткәреүҙе массакүләм мәғлүмәт саралары эшсәнлеге йә иһә ҡайһы бер йәмәғәт ойошмаһы йыйындар менән дә сағыштырып фекер йөрөтөргә мөмкин булыр ине. Билдәле булғанса, Мәккә шәһәрендә йәшәгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ислам динен халыҡҡа хәбәр итеү өсөн хаж ваҡытын оҫта файҙаланған. Был ваҡытта төрлө ҡәбиләләр Мәккәгә килә торған булған. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, Аллаһ илсеһе халыҡтың күпләп йыйылған ваҡытын һайларға ынтылған.
     Хәҙерге ваҡытта динебеҙҙе таратыу мөмкинлектәре бик күп. Миҫал өсөн, газета-журнал мәҡәләләре, радио-телевидение тапшырыуҙары, интернетта эш алып барыу, кеҫә телефоны һ.б. аша. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа, иҫкә алып үткән мәжлестәрҙең дә дәғүәт булараҡ ҙур роль уйнамауын иҫкәртәйек. Әбей — бабайҙарыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ татар мөхитендә динебеҙҙең һаҡланып ҡалыуында бындай мәжлестәрҙең ҙур урын тотҡанын яҡшы белә. Бөгөнгө көнд дә элеге вазифаны бындай төрҙәге мәжлестәр үтәп килә.
     Бер һүҙ менән әйткәндә, «өсөһө», «етеһе», «ҡырҡы» мәжлестәре бик файҙалы сара булып хеҙмәт итә. Шуныһын да иҫкә тоторға кәрәк: беҙҙең был мәжлестәрҙе ниндәй дәрәжәлә дөрөҫ ойоштороуыбыҙ ҙа ҙур роль уйнай. Ифтар ҡылыу өсөн бысаҡ менән икмәк киҫеп булған кеүек, был ҡорал менән кеше ғүмерен дә өҙөп була. Шулай уҡ, элеге мәжлестәр менән беҙ кешеләргә ислам динен төшөндөр алған кеүек, уларҙы диндән ситләштерергә лә мөмкинбеҙ. Барыһы ла ниәтебеҙгә ҡайтып ҡала. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Бөтә ғәмәлдәр ҙә ниәткә ҡарап баһалана», — тигән хәҙисен иҫкә төшөрәйек. Әгәр ҙә ашҡа килгән имамды мәжлестә ризыҡ һэм саҙаҡа ғына ҡыҙыҡһындырһа, уның был ғәмәле ябай мосолмандар өсөн йәмһеҙ күренеш булып тойолоп, уларҙы диндән ситләштерергә мөмкин. Әлбиттә, мулланың был рәүешле ғәмәл ҡылыуы дөрөҫ түгел, был — динебеҙҙә тыйылған. Быныһын бидғәт тип атарға ла мөмкин.
     Ләкин хәҙрәт үҙ вазифаларын ихластан үтәп, ашҡа динебеҙҙе таратыу ниәте менән генә килеп, кәрәкле аят-хәҙистәрҙе, ғибрәтле ваҡиғаларҙы һөйләп, үтемле вәғәз уҡып, күркәм доға ҡыла алһа, уның был ғәмәлдәре аша кешеләр иманға килер һәм бындай мәжлестәрҙең ҡиммәте фарыз дәрәжәһенә ирешә алыр, Инша Аллаһ.
     Тормошобыҙ ысынбарлығынан сығып, үрҙә килтерелгән тәҡдимдәрҙе ғәмәлгә индерә алһаҡ, динебеҙ милләтебеҙ тағын да ҙурырак үҫешкә ирешер, тигән өмөттә ҡалам.
                                                                                    Ғабдулла хәҙрәт Әҙһәмов

     Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы: https://nazir1965.com/din/m%d3%99rx%d2%afmde%d2%a3-%d3%a9s%d3%a9-ete%d2%bbe-%d2%a1yr%d2%a1y-%d2%bb%d3%99m-jyly.html#more-9820

     Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте: https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d3%a9s%d3%a9%d2%bb%d3%a9n-ete%d2%bben-%d2%aftk%d3%99re%d2%af-%d2%93%d3%99%d2%99%d3%99te.html#more-9835