Ҡурҡыу һәм өмөт

                                                   Ҡурҡыу һәм өмөт
     "Бөтә нәмәне күркәм яратҡан һәм кешене тупраҡ маддәһенән бар иткән" Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләгә ихлас күңелдән булған ололауҙарыбыҙ һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Һәм шулай уҡ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәссәләм рухына салауаттарыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ ирешеп торһон.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Кешенең күңелендә ҡурҡыу хисе нимәгә булһа ла нигеҙләнеп барлыҡҡа килә. Бөтә кешеләр кемдән йә иһә нимәнәндер булһа ла ҡурҡа. Күңелендә ҡурҡыу хисе булмаған кеше юҡтыр ул. Кемдер ата-әсәһенән ҡурҡа, кемдер балаларынан, кемдер енәйәтселәрҙән, кемдер йыртҡыс хайуандарҙан, кемдер аслыҡтан, кемдер ауырыуҙан, кемдер үлемдән ҡурҡа һәм быға оҡшаш күп төрлө миҫалдар килтерергә мөмкин. Ҡурҡыу хисе кешене күп ваҡытта борсоһа ла, йыш ҡына насар эштәрҙән тыйып, яҡшы эштәргә этәрә торған була. Мәҫәлән, ата-әсәһенән ҡурҡҡан кеше уларҙы рәнйетеүҙән тыйыла, киләсәктә балаларының насар юлға баҫыуҙарынан ҡурҡҡан ата-әсә балаларына йәштән үк яҡшы тәрбиә бирергә тырыша, аслыҡтан ҡурҡҡан кеше ас ҡалмаҫ өсөн запас йыя башлай, ауырыуҙан ҡурҡҡан кеше сирләмәҫ өсөн сараларын күрә, тимәк, кешенең күңелендә сәселгән ҡурҡыу орлоҡтары киләсәктә шатлыҡ емештәренә әйләнә.

     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Әлбиттә, иң юғары ҡурҡыу хисе, хөрмәткә эйә булған һәм кешене донъяла һәм ахирәттә бәхетле итә торған ҡурҡыу – Аллаһынан ҡурҡыу хисе булып һанала.
     Аллаһы Тәғәлә китабында был турала шулай тип әйтә:
                                                       وَأَمَّا مَنْ خَافَ مَقَامَ رَبِّهِ وَنَهَى النَّفْسَ عَنِ الْهَوَى
                                                                                    فَإِنَّ الْجَنَّةَ هِيَ الْمَأْوَى
     Үә әммәә мән хаафә мәҡаамә раббиһи үә нәһән-нәфсә ғәнил-һәүәә.
     Фә'иннәл-джәннәтә һийәл-мәьүәә.
     "Раббыһы ҡаршыһына барасағынан ҡурҡып, нәфсеһен файҙаһыҙ, зарарлы, буш эштәрҙән тыйған (кешенең) һыйыныр урыны, ысынлап та, йәннәт булыр" (Ән-Нәзиғәт сүрәһе, 40-41 аяттар).
     Ҡөрьәндең бик күп аяттарында Аллаһы Тәғәлә мосолмандарҙы Үҙенән ҡурҡырға саҡыра:
                              إِنَّمَا ذَلِكُمُ الشَّيْطَانُ يُخَوِّفُ أَوْلِيَاءَهُ فَلَا تَخَافُوهُمْ وَخَافُونِ إِن كُنتُم مُّؤْمِنِينَ
     Иннәмәә ҙәәликүмүш-шәйтаанү йүхаууифү әүлийәә'әһү фәләә тәхаафүүһүм үә хаафүүни иң күңтүм мүьминиин.
     "Тик шайтан ғына һеҙгә үҙ дуҫтарын ҡурҡыныс итеп күрһәтә. Әгәр иман килтереп инанған булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, Минән ҡурҡығыҙ« (Ғимран сүрәһе, 175 аят).
     Аллаһынан ҡурҡыу хисе нимәгә нигеҙләнгән һуң? Аллаһы Тәғәлә шул тиклем ҡурҡынысмы, ниңә Унан ҡурҡырға кәрәк? Аллаһы Тәғәлә ҡурҡыныс Зат түгел, киреһенсә, оло шәфҡәт һәм рәхмәт эйәһе. Аллаһы Тәғәлә Үҙе тураһында: „Минең рәхмәтем асыуымдан күберәк һәм өҫтөнөрәктер“,– тип еткерә. Тимәк, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем, мосолмандың ҡурҡыу хисе Аллаһы Тәғәләнең оло, сикһеҙ рәхмәтенән, ризалығынан өлөшһөҙ ҡалыуҙан ҡурҡыу фекерҙәренә нигеҙләнгән.
     Мосолман һәр ваҡыт былай тип уйларға тейеш: „Әгәр ҙә мин Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ рәхмәтенән өлөшһөҙ ҡалһам һәм уның асыуына дусар булһам, миңә донъяла һәм әхирәттә бәхет юҡтыр“. Тап ошо фекерҙәр кешене насар эштәрҙән тыйып, изге эштәргә этәргес буласаҡ.
     Аллаһы Тәғәлә изге китабында:
             يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَلْتَنظُرْ نَفْسٌ مَّا قَدَّمَتْ لِغَدٍ وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا تَعْمَلُونَ
     Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүт-тәҡуллааһа үәл-тәңҙур нәфсүм-мәә ҡаддәмәт лиғадиүүәт-тәҡу-ллааһа иннә-ллааһа хабиирум-бимәә тәғмәлүүн.
     »Әй иман килтереүселәр! Аллаһы Тәғәләгә ҡарата тәҡүә булығыҙ", йәғни Аллаһынан ҡурҡығыҙ һәм «һәр йән киләһе көнгә ни әҙерләгәнен күрһен», йәғни Ҡиәмәт көнөнә ни әҙерләгәнен яҡшы ҡараһын, тоғро булһын, изгелек ҡылһын. «Аллаһынан ҡурҡығыҙ! Ысынында Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең ни эшләгәнде белеп тора!», йәғни яҡшыларын да, насарҙарын да белеп тороусы (Хәшер сүрәһе, 18 аят).
     Ҡиәмәт көндө фәрештәләр, күк, ер, төн һәм көн дә әҙәм балаһының эшләгән бөтә эштәре тураһында һөйләйәсәктәр, хатта кешенең ағзалары ла телгә киләсәк: эшләгән яҡшы эштәрен дә, насарҙарын да, изгелектәрен дә, гонаһтарын да әйтеп бирәсәк. Ер мосолман кешеһе тураһында: «Был минең өҫтөмдә намаҙ уҡыны, ураҙа тотто, хажға барҙы, зәкәтен бирҙе», – тип әйтәсәк. Иманһыҙ кеше тураһында: «Был минең өҫтөмдә Аллаһыны таныманы, араҡы эсте, харам ашаны», –тип әйтәсәк.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Мосолман кеше ул тәне, йәне һәм бөтә ағзалары менән Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡырға тейеш. Дин ғалимы: «Ысын мәғәнәһендә Аллаһынан ҡурҡам тигән кешелә ете төрлө сифат барлыҡҡа килер», – тип әйтә:
     Беренсеһе: уның теле ялғандан, ғәйбәттән, һүҙ йөрөтөүҙән, яла яғыуҙан, буш һүҙҙәрҙән тыйылырға, Аллаһы Тәғәләне зекер итергә, Ҡөръән уҡырға, күркәм, файҙалы һүҙҙәр менән һөйләшеү өсөн шөғөлләнергә тейеш.
     Икенсеһе: уның күңеле, йөрәге дошманлыҡ, тәкәбберлек, тәкәбберлек, мин-минлек, ике йөҙлөлөк, мосолман ҡәрҙәштәренә ҡарата көнләшеү сифаттарынан пакланырға тейеш. Һәм инде бигерәк тә көнләшеү тураһында Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Ут утынды көл итеп юҡ иткән кеүек, көнләшеү ҙә изгелектәрҙе юҡ итер», – тип әйтә.
     Өсөнсөһө: уның күҙҙәре Аллаһы Тәғәлә тыйған нәмәләргә ҡарауҙан тыйылып, һәр бер ҡарашы ғибрәт (һабаҡ, белем алыу) менән тулы булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм был турала: «Кем күҙҙәрен харам менән тултырған булһа, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көндө уның күҙҙәрен ут менән тултырыр», – тип әйтә.
     Дүртенсеһе: уның ашҡаҙаны хәрам ризыҡтан тыйылған булыр, йәғни: «Мин Аллаһынан ҡурҡамын» тигән кеше харам ашауҙан һәм эсеүҙән тыйыла, сөнки харам ашау һәм эсеү оло гонаһтарҙан һанала. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм был хаҡта:
     "Әҙәм балаһының ашҡаҙанына бер тамсы хәрәм керһә, ошо харам тамсыһы ашҡаҙанында булғансыға тиклем, ерҙә, күктә булған бөтөн фәрештәләр уға ләғнәт уҡырҙар. Әгәр шул хәлдә үлеп китһә, уның урыны йәһәннәмдер", –тип әйтә.
     Бишенсеһе: уның ҡулдары Аллаһының ризалығы булмаған бер эшкә лә һуҙылмаҫ, киреһенсә изгелек ҡоралдары булып уға хеҙмәт итергә тейеш.
     Алтынсыһы: уның аяҡтары гонаһлы юлдарҙа йөрөмәҫ. Аллаһының рәхмәте булмаған бер ергә лә баҫмаҫ. Уның һәр аҙымы Аллаһы Тәғәләгә яҡынлашыу аҙымдарына әйләнер.
     Етенсеһе: һәр эшен, хатта һәр бер хәрәкәтен Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн генә эшләр. Күңелендә риянан һәм ике йөҙлөлөктән ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килер. Тап ошо ете сифатты үҙендә йыйған кеше тураһында: «Был кеше, һис шикһеҙ, Аллаһынан ҡурҡыусы кеше», – тип әйтеп була.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Мосолман күңеле ике ҡанат менән ҡанатланған ҡошҡа оҡшаш. Бер ҡанаты ҡурҡыу булһа, икенсе ҡанаты – өмөт. Ошо ҡанаттарына таянып, юғары дәрәжәләргә ынтылған бәхет ҡошо – һис шикһеҙ, Аллаһынан ҡурҡҡан һәм өмөтөн Уның оло рәхмәтенә бағлаған мосолман кешеһе булыр.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Ысынлап та әгәр ҙә тарих китаптарын асып, Пәйғәмбәрҙәр тормошо менән һәм, ғөмүмән, кешелек донъяһы менән танышһаң, донъяла уҡ оло дәрәжәләргә ирешкән, күп хөрмәткә лайыҡ булған кешеләрҙең Аллаһынан ҡурҡыусы булыуҙарын аңларбыҙ. Уларҙың ауыҙҙарынан «Мин Аллаһынан ҡурҡам» тигән һүҙҙәрҙе ишетербеҙ. Мәҫәлән, Әҙәм ғәләйһиссәләмдең беренсе улдары Ҡабил һәм Хабил араларында булып үткән хәл-ваҡиға Ҡөръәндә аңлатылған. Хабил ҡәрҙәше Ҡабилға: «Һин мине үлтерер өсөн ҡулыңды һуҙһаң да, мин һине үлтерергә тип ҡулымды һуҙмаясаҡмын. Сөнки мин Ғәләмдәрҙең (Раббыһы) булған Аллаһынан ҡурҡам», – тип әйткән ине (Мәида сүрәһе, 28 аят).
     Олуғ пәйғәмбәр Йософ ғәләйһиссәләм, Зөләйха уны зина ҡылырға саҡырған ваҡытында: «Был эште эшләүҙән Аллаһыға һыйынамын», – тип әйткән, Зөләйханың тәҡдимен кире ҡаҡҡан ине (Йософ сүрәһе, 23 аят).
     Ибраһим ғәләйһиссәләм дә, үҙенең эшләгән хаталарын иҫенә төшөргән ваҡытында, аңын юғалтып аяҡтан йығыла һәм уның йөрәк тибеүе янында баҫып торған кешеләргә лә ишетелә ине. Аллаһы Тәғәлә Джәбраил фәрештәне Ибраһим ғәләйһиссәләм янына ебәрә һәм: «Әй дуҫым, Ибраһим ғәләйһиссәләм, ҡайһы дуҫың үҙ дуҫынан ҡурҡҡанын күргәнең бар, йәғни ни өсөн шул тиклем борсолаһың», – тигән ине. Ибраһим ғәләйһиссәләм, был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, «Әй Джәбраил, эшләгән хаталарымды иҫкә төшөрөп, уларҙың нәтижәләрен уйлап ҡарағандан һуң, дуҫлығымды ла онотоп ебәрәм шул», – тип яуап ҡайтарған ине.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Ибраһим ғәләйһиссәләм кеүек оло шәхестәрҙең күңелдәре Аллаһынан ҡурҡыу хистәре менән нурланған. Улар бөтәһе лә Аллаһының рәхмәт ишектәрен ҡурҡыу һәм өмөт хистәре менән шаҡып астылар һәм Аллаһының мәңгелек рәхмәтенә һәм ризалығына ирештеләр.
     Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла уларҙы үҙебеҙ өсөн үрнәк итеп алырға насип итһен. Бөгөн енәйәттәрҙең, фажиғәләрҙең, үкенесле хәлдәрҙең – барыһының да нигеҙендә Аллаһыны танымау һәм Аллаһынан ҡурҡмау ята. Аллаһы Тәғәлә беребеҙҙе лә тәүфиҡтан айырмаһын ине.
                                                                   Интернет битенән тәржемә, авторы билдәһеҙ.