Ҡорбан (йома вәғәҙе)

                                               Ҡорбан (йома вәғәҙе)
     Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәләә расулиһи Мөхәммәдин үә хәбибиһи үә әсхәбиһи әждмәғиин!
     Бөтә ғәләмдәрҙе юҡтан бар Ҡылыусы, Тәрбиәсеһе Аллаһ Тәғәлә Раббыбыҙға хәмде-ҫәнә, һәм бер туҡтауһыҙ булған маҡтауҙарыбыҙ, хәмде ҫәнәләребеҙ булһа ине. Һәр эшебеҙҙә Унан ғына ярҙам һорайбыҙ. Йә Раббым ҡылғандарыбыҙҙы хәйерле итһәң ине.
     Хаҡ илсеһе, яратҡан бәндәһе — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, уның изге нәҫеленә, яҡындарына, Сәхәбәләренә һәм уларға бөтә изгелектә ҡиәмәт көнөнә тиклем эйәргәндәргәлә хәйер-доға, сәләмдәребеҙ, салауат шәрифтәребеҙ – Аллаһтын бөтмәҫ рәхмәттәре булһа ине.
     Бөгөн миләди иҫәбе буйынса 20... йылдың ... айының ... -се көнө, Һижри буйынса 14... йылдың зөлхизә айының ... -се көнө. Бына инде зөлхизә айына ла, иң ҙур фарыздарҙың береһен, Хаж ғибәҙәтен үтәй торған айға ла ирештек, әлхәмдүлиллаһ! Аллаһ Тәғәлә насип итһә бер-нисә көндән, ... көнө Ҡорбан – ғәйете байрамы башлана һәм 3 көн буйына мосолмандар Ҡорбан салып, ризыҡтар әҙерләп, ҡәрҙәштәрен, туғандарын саҡырып байрам итәләр. Шулай уҡ фәҡирҙәргә, ярлыларға ярҙам итәләр. Беҙҙең бөгөнгө вәғәҙәбеҙ Ҡорбан тураһында булыр.

     Аллаһ Сүбханә үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең Хаж сүрәһенең 34-35 аяттарында бойора:
                                                                                    :قال الله تعالي في الكتابه الكريم
                                                    ۞أَعُوذُ بِاللَّهِ مِنَ الشَّيْطَانِ الرَّجِمِ ۞ بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ
وَلِكُلِّ أُمَّةٍ جَعَلْنَا مَنسَكاً لِيَذْكُرُوا اسْمَ اللَّهِ عَلَى مَا رَزَقَهُم مِّن بَهِيمَةِ الْأَنْعَامِ فَإِلَهُكُمْ إِلَهٌ وَاحِدٌ فَلَهُ أَسْلِمُوا وَبَشِّرِ الْمُخْبِتِينَ۞
الَّذِينَ إِذَا ذُكِرَ اللَّهُ وَجِلَتْ قُلُوبُهُمْ وَالصَّابِرِينَ عَلَى مَا أَصَابَهُمْ وَالْمُقِيمِي الصَّلَاةِ وَمِمَّا رَزَقْنَاهُمْ يُنفِقُونَ ۞.35
      34. Үә ликүлли үммәтиң джәғәлнәә мәң- сәкәл-лийәҙкүрусмә-ллааһи ғәләә мәә разәҡаһүм мим-бәһиимәтил-әнғәәми фә’иләәһүкүм иләәһүу-үәәхидүң фәләһүү әслимүү үә бәшширил-мухбитиин.
     35. Әлләҙиинә иҙәә ҙүкира-ллааһу үәджиләт ҡулүүбүһүм үә-ссаабириинә ғәләә мәә әсаабәһүм үәл-мүҡиими-ссаләәти үә миммәә разәҡнәәһүм йүңфиҡуун.
     “...Һәр бер өммәткә Аллаһ исемен зекер итер өсөн бер ғибәҙәт форсатын бирҙек... хайуандарҙан ризыҡ итеп биргәндәребеҙгә шөкөр итергә. Аллаһы берәү, Бер Аллаһ — Уға инана күрегеҙ! Үә дәхи Аллаһ Раббыларын иҫкә алынһа, күңелдәре тетрәгән, уларға ирешкән бәлә, ҡайғы-хәсрәт, һынауҙарға сабыр иткән, ризыҡтан өлөш тә сығарыусыларҙы һөйөндөрөр һөйөклө Пәйғәмбәрем! “- тип әйтә.
     Шулай итеп ошо аятта Аллаһ Тәғәлә Ҡорбан салырға ҡушҡан, уны вәжиб иткән. Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн Ҡорбан салыу Уға ҙур бер ғибәҙәт була. Әммә салған Ҡорбанығыҙҙың иттәре лә, ҡандары ла Раббыбыҙға ирешмәй. Ул турала шул уҡ Хаж сүрәһенең 37 аятында әйтелгән:
                        لَن يَنَالَ اللَّهَ لُحُومُهَا وَلَا دِمَاؤُهَا وَلَكِن يَنَالُهُ التَّقْوَى مِنكُمْ كَذَلِكَ سَخَّرَهَا لَكُمْ لِتُكَبِّرُوا اللَّهَ عَلَى مَا هَدَاكُمْ وَبَشِّرِ الْمُحْسِنِينَ
     «Ләй-йәнәәлә-ллааһа лүхүүмүһәә үә ләә ди-мәә’үһәә үә ләәкий-йәнәә-лүһү-ттәҡүәә миңкүм кәҙәәликә сәххараһәә ләкүм литүкәббиру-ллааһа ғәләә мәә һәдәәкүм үә бәшширил-мүхсиниин».
     "Салған ҡорбанығыҙҙың ит, ҡандары ирешмәҫ Аллаһҡа, бәлки ирешер Уға күңелдәрегеҙ тәҡүәлеге, ысын ниәтегеҙ!" — «Шулай итеп буйһондорҙо Аллаһ Раббығыҙ уларҙы һеҙгә, ололауығыҙ өсөн Аллаһ Раббығыҙҙың һеҙҙе хаҡ юлына күндергәненә, үә дәхи һөйөндөр һин Хәбибем Раббыларын күреп торған күп изгелек ҡылыусыларҙы»- тип әйтә.
     Ҡорбан нигеҙендә Ибраһим ғәләйһис-сәләм менән улы Исмәғил ғәләйһис-сәләмгә барып тоташа. Аллаһы Тәғәлә уларҙың имандарын ҙур һынау менән һынай. Улар был һынауҙы уңышлы үтеп Аллаһы Тәғәләнең маҡтауына лайыҡ булалар.
     Ибраһим ғәләйһис-сәләм Нәмруд яҡҡан уттан иҫән-һау сыҡҡас, ватанын һәм туғандарын ташлап, хәҙерге Фәләстин ерҙәренә барып урынлаша. Шунда уға ҡартлыҡ көнөндә Аллаһы Тәғәлә «хәлим» – «йомшаҡ тәбиғәтле», тип маҡталған ир бала насип итә. Ибраһим пәйғәмбәр һәр саҡ Аллаһы Тәғәләнән изге бала биреүен һорап йөрөгән. Малайға Исмәғил тип исем ҡушалар. Ибраһим ғәләйһис-сәләм бала булыуы шатлығына ҡыуанырға өлгөрмәй, төшөндә шул баланы ҡорбан итергә бойорола. Был бойороҡ вәхи йәки тура әмер итеү аша түгел, ә бер ишара яһау рәүешендә генә була. Ләкин Раббыһына буйһоноп, Уның ҡушҡандарын үтәргә әҙер булған Ибраһим ғәләйһис-сәләмгә шул да етә. Ул был бойороҡто бер ҙә ҡаушап, юғалып ҡалмайынса, камил иман, тулы бойһоноу менән үҙенең бурысы тип ҡабул итә. Ул был эшкә бер ҙә ашыҡмайынса һәм Раббыһына асыуланмайынса керешә. Әлбиттә, был бойороҡто үтәү Ибраһим ғаләйһис-сәләмгә бик ауыр була. Ул бит балаһын һуғышҡа йәки уны үлем көтә торған башҡа бер урынға ебәрмәй, бәлки уны үҙенең ҡулдары менән ҡорбан итергә йыйына. Ни генә булмаһын, Ибраһим ғәләйһис-сәләм әлеге дәһшәтле (ҡот осҡос) бойороҡто бер һүҙһеҙ ҡабул итә һәм үҙенең маҡсатын Исмәғил ғәләйһис-сәләмгә әйтеп, уның был туралағы фекерен беләһе килә.
     Ибраһим ғәләйһис-сәләм ысынлап та Аллаһ Тәғәлә уға үҙе теләгән изге бала бирҙеме икәнен белергә теләй. Исмәғил ғәләйһис-сәләм үҙе лә Аллаһы Тәғәләнең әмеренә ихластан буйһонорға әҙер икәнлеген белдергәс, үҙенең доғаһы ҡабул булғанлығына Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең шиге ҡалмай. Исмәғил ғәләйһис-сәләм үҙенең Аллаһының бойороғона буйһонорға әҙер икәнлеген белгертеп кенә ҡалмай, ә Аллаһының рәхмәте, Аллаһының ризалығы Уның бойороҡтарын үтәүҙе икәнлегенә бөтә барлығы менән инана. Бына шул иманы уға шул тиклем ауыр һынауҙы үтәргә көс бирә. Ул:
                                                               يَاأَبَتِ افْعَلْ مَا تُؤْمَرُ سَتَجِدُنِي إِنْشَاءَ اللهُ مِنَ الصَّابِرِينَ
     «...йәә әбәтифғәл мәә түьмәру сәтәджидүнии ин шәә'ә-ллааһу минә-ссаабириин».
     «Әй атайым! Һин үҙеңә килгән бойоролғанды эшлә, ә мине һин, Аллаһ теләһә, сабыр итеүселәрҙән табырһың», – тигән һүҙҙән башҡаны әйтмәй.
      Был ваҡиғала ата ла, улы ла һынала. Ата – Аллаһының ҡушыуы менән улын ҡорбан итергә, ә улы – ҡорбан булырға әҙер була. Ләкин беҙ беләбеҙ, «Хаж» сүрәһенең 37-се аятында ҡорбан малдарының ите лә, ҡаны ла Аллаһы Тәғәләгә кәрәк түгел икәнлеге хәбәр ителгән. Шулай булғас ни эшләп Уға кеше ҡаны кәрәк булһын?! Уға беҙҙең бөтә барлығыбыҙ менән буйһонабыҙ, бирелеүебеҙ һәм ҡурҡыуҙарыбыҙ кәрәк.
      Атаһы менән улы һынауҙы уңышлы үткәс Аллаһы Тәғәлә уларҙың хәлдәрен еңеләйтә – Ибраһим ғәләйһис-сәләмгә улы урынына ҡорбан итеп, һарыҡ бүләк итә. Бына шул көндән башлап бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең атаһы булған Ибраһим ғәләйһис-сәләм милләтенә һәр йылды ҡорбан салыу йөкләнә. Беҙ ҙә Ибраһим ғәләйһис-сәләм милләте. Аллаһы Тәғәлә лә беҙҙең дә имандарыбыҙҙы шул рәүештә һынай. Әгәр беҙ ҙә Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы берҙә ҡарышмайынса, бер һүҙһеҙ үтәһәк, уның артынан һис шикһеҙ еңелек, шатлыҡ килер.
     Ислам дине – тыныслыҡ дине. Ибраһим ғәләйһис-сәләм менән улы Исмәғил ғәләйһис-сәләмгә бирелгән һынауҙың нигеҙендә тап бына шул нәмә ята.
     Йә Раббым! Мөьмин мосолман булып ҡына ошо фани донъянан йәшәп китергә насип итһәң ине. Беҙгә лә Хаж ғәмәлдәрен үтәргә насип итһәң ине, унан яңы тыуған балалар һымаҡ, ҡылған гонаһтарыбыҙҙан таҙарып ҡайтырға насип итһәң ине. Һәр йылды Ҡорбан салырға мөмкинселек бирһәң ине. Салған Ҡорбандарыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине, уның әжер сауаптарын алырға насип итһәң ине. Илдәребеҙгә, ерҙәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм бәрәкәт бирһәң ине. Күтәрә алмаған ауырлыҡтарҙы беребеҙгә лә бирмәһәң ине, тормоштарыбыҙҙы ауырайтмаһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ла Иман нуры менән нурландырһа ине. Уларҙы беҙгә доға ҡылып ҡалыусыларҙан итһәң ине, бәхет — тәуфиҡ бирһәң ине. Йә Раббым бөтөнөбөҙгә лә ике донъяның да бәхетен бирһәң ине, тамуғ уттарынан һаҡлаһаң ине!
     Әмин! Йә Раббил ғәләмин!
     Доға.
                                         Интернет киңлегенән тәржемә, авторы билдәһеҙ.

Ҡорбан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d2%a1orban-%d2%93%d3%99jete-v%d3%99%d2%93%d3%99%d2%99e.html#more-8081