Ҡорбан ғәйетенең хөтбәһе

                                                         Ҡорбан ғәйетенең беренсе хөтбәһе

     Аллааһу әкбәр, Аллааһу әкбәр, Аллааһу әкбәр. Ләә иләәһә иләллаһу үә Аллааһу әкбәру, Аллааһу әкбәр. Үә лилләһил хәмде (3 мәртәбә).
     Субехәәнә мәййәкъбәлү мин ғибәәдиһил мухлисыйнә әғмәлә. Әлләҙинә йәбеҙулүүнә фии сәбиилилләһү нифүүсә-әү үә әмүәэлә. Фәйүғтыйһимүллаһү ғәлә ҡадери тәҡүәэһум нәүә әлә.
    Аллааһу әкбәрү. Аллааһу әкбәр. Ләә иләәһә илләллаһү үә Аллаһу әкбәру, Аллааһу әкбәр. Үә лилләһил хәмде (3 мәртәбә).
    Субехәәнә мән әфтәрада хәджджә бәйтил хәрами ғәлә ғибәдиһи фәшәддүү иләйһи рихәлә. Үә тәракүү фии ридааһүл әзүәджә үәм үәлә. Үә әтәүһү шүғсә-әү үә ғубера-ә әййәрджүүнә минһү джәллә джәләләһүл ғата-и үәл уисалә.

    Аллааһу әкбәрү. Аллааһу әкбәр. Ләә иләәһә илләллаһү үә Аллаһу әкбәру, Аллааһу әкбәр. Үә лилләһил хәмде (3 мәртәбә).
     Субехәәнә мәң шәрағүл ҡараэ бәйнә ғәләлләҙиинә йәмликүүнә әмүә әлә. Лийәрджүүнә би ираҡатиһүмид-димә-ә минһүннәүәлә үә әфдалә. Фәниғмәлләҙииә йәтәҡарра бүүнә фии әййәмим-мүғдүүдәтим-биәфдалил-ләттәүәәбил ғибәдәти иләллаһил мүфдалә.
     Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһү ләә шәрикә ләһ. Әлләҙии ләә тәраәл ғуҡуулүс-сәлиимәтү ләһу мисәлә. Үә мәә зәләт үлүүһийәтү ғайриһи мүһәлә. Үә әшһәдү әннә сәййидәнә Мухәммәдән ғәбдеһү үә расүүлүһүл мәбегүүси иләс-сәҡаләйни бил һүдә үә диинил хәҡҡыйлләҙии ләйсә ғайруһү минәл әдйәни иллә даләәлә. Салләллааһү тәғәәләә ғәләйһи үә ғәлә әәлиһи үә әсхәәбиһил-ләҙиинәдж тәһәдү үә фии нәшрил исләәмү иғҙәҙә-әлләһү үә иджләәлә».
                                                        Дауам итеп башҡортса вәғәҙ һөйләнер:
    Бөгөнгө хөтбәбеҙ Ҡорбан байрамы тураһында. Ҡорбан ғәйетендә ниҙәр эшләргә, нисек эшләргә, нимәләр эшләргә ярамай — ошоларҙы асыҡлап китмәксебеҙ... Был байрам һәм ундағы ғибәҙәттәр Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) менән булған ваҡиғаға барып тоташа. Аллаһ Тәғәлә уға тәүҙә Исмәғил исемле улын ҡорбан итергә бойора, һуңынан, уның Аллаһ әмерен үтәргә әҙер булыуын күргәс, улы урынына һарыҡ салырға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: «һәм Беҙ уны (Исмәғилде) оло ҡорбан менән алыштырҙыҡ» («Сафтарҙа тороусылар» сүрәһе. 37:107 аят), һәм кешеләр ҙә бөтөн Аллаһ әмерен үтәп, Ибраһим пәйғәмбәргә эйәреп, ошо ҡорбан салыуҙары менән Аллаһҡа үҙҙәренең буйһоноуын, Аллаһ өсөн ҙур ҡорбандарға әҙер булыуҙарын күрһәтә. Был ғәмәлдең исеме үк уның ниндәй ғибәҙәт булыуын күрһәтеп тора. Ҡорбанлыҡ мал «удхийә» тип атала. Был һүҙ «даххә» («ҡорбан итеү») тигән ғәрәп ҡылымынан алынған. Йәғни, — бында кешенең үҙ аҡсаһын, көсөн Аллаһҡа яҡынайыу өсөн сарыф итеүе күҙ уңында тотола. «Ҡорбан» тигән һүҙгә килгәндә, ул ғәрәп теленең «ҡарубә» («яҡын булыу») ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Йәғни, Аллаһҡа яҡын булыу, тигәнде аңлата. Нәҡ шуға ла Аллаһ рәсүле шулай тигән: «Ҡорбан ғәйете ҡөндөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл — ҡорбан малының ҡанын ағыҙыу (йәғни ҡорбан салыу) — Был хайуан Хөкөм көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән (ҡылынған ғибәҙәттең тере шаһиты булараҡ) киләсәк. Уның ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөргәнгә тиклем үк Раббы ҡаршыһында оло урын алырҙар. Шуга ла йәндәрегеҙ тыныс булһын (йәғни Аллаһтың әжер биреуенә ныҡлы ышанығыҙ)» (әл-Хәким. Ибн Мәджәһ, Әт- Тирмизи йыйынтыҡтарынан, хәсән хәҙис).
     Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ҡорбан салыу мотлаҡ (вәджиб) булып тора. Ә ҡайһы берәүҙәр уны сөннәт ғәмәл (йәғни, вәджиб түгел) тиҙәр. Мәҫәлән, хәнәфи мәҙһәбе ғалимдары фекеренсә, ҡорбан салыу — мотлаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта Әбү Хәнифәнең уҡыусылары Әбү Йософ һәм Мөхәммәт уны сөннәт ғәмәл тип иҫәпләгән. Иң дөрөҫ фекер ҙә шул: ҡорбан салыу — ул сөннәт. Сөнки имам Әбү Хәнифә лә, ҡорбан салыуҙы мотлаҡ тиһә лә, уны зәкәт түләрҙәй (йәғни нисабы тулған) бай кешеләр өсөн генә тейешле тигән. Мәликиҙәр әйтеүенсә, әгәр кешенең йыл дауамында ҡорбанлыҡ мал һатып алырлыҡ байлығы ятҡан икән, шул осраҡта ҡорбан салыу уның өсөн ныҡлы сөннәт булып китә. Имам Шәфиғи әйтеүенсә, әгәр ҙә кеше байрам көндәрендә ҡорбанлыҡ мал алыу мөмкинлегенә эйә икән, шул саҡта уға ла был сөннәт була. Имам Әхмәд фекеренсә, әгәр ҙә кеше бурысҡа булһа ла аҡса алып, уны һуңынан түләй алырҙай булһа, ундай кеше өсөн дә ҡорбан салыу сөннәт һанала. Ҡорбан салыу ваҡыты ғәйет (байрам) намаҙын ҡылғандан һуң башлана. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндәге иң ҡыҫҡа сүрәлә былай тигән: «Раббың ризалығы өсөн намаҙ ҡыл һәм ҡорбан сал» («Муллыҡ» сүрәһе. 108:2 аят). Йәғни, тәүҙә — намаҙ уҡыу, шунан — ҡорбан салыу. Ошо көндән башлап беҙҙең ҡорбан салыу өсөн өс көнөбөҙ буласаҡ. Һәм өсөнсө көндә ҡояш байыу менән ҡорбан салыу ваҡыты тамамлана.
     Ҡорбан ителә торған хайуандың төп өс тән өлөшөнә иғтибар итер кәрәк: ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ. Нәҡ ошо тән өлөштәрендә йыш ҡына етешһеҙлектәр була. Ғөмүмән, бөтә мәҙһәбтәрҙәге фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, шундай һығымтаға килергә мөмкин: әгәр ҙә етешһеҙлек иткә тәьҫир итмәһә һәм мал сатан, һуҡыр, ныҡ сирле һәм ябыҡ булмаһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин.
                                                     Өҫтәп ошо икенсе вәғәҙделә ҡушырға мөмкин:
     Ҡорбанлыҡ хайуан төрҙәренә килгәндә, һарыҡ, кәзә, һыйыр, буйвол, дөйә малдарын ҡорбан итеп салырға була. Уларҙың ниндәйҙер бер енестә булыуы шарт түгел. (Тимәк, тәкәләр, кәзә тәкәләре, үгеҙҙәр, ата буйволдар, ата дөйәләр ҙә ҡорбан хайуандарына керә). Әммә йыш ҡына ул малдың йәшен иҫәпкә алмай хаталаналар. Мәҫәлән, ҡорбанлыҡ булыу өсөн һыйыр йә үгеҙ ике йәшкә етергә тейеш, йәшерәк булһа — ярамай, һарыҡтар иһә бер йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Әммә улар етенсе ай менән барғандарында ҙур булһалар (йәғни, мәҫәлән, уларҙы бер йәшлек һарыҡтар өйөрөнә ебәреп, ҙурлығы буйынса бүтәндәрҙән айырып булмаһа), ул саҡта ундайҙарҙы ла ҡорбанға килтерергә мөмкин. Ҡорбан салғандан һуң ит өс өлөшкә бүленә: бер өлөшөн кеше үҙенә ҡалдыра, бер өлөшөн үҙенең туғандарына, ҡәрҙәштәренә садаҡа булараҡ өләшә, һәм бер өлөшөн — ярлыларға. Ҡорбан салғандан һуң тирене ҡайҙа ҡуйырға тигән һорауға ғалимдар түбәндәгесә яуап биргән. Уны салыусыға түләү булараҡ бирергә ярамай, әммә бүләк булараҡ — ярай. Һатырға ла ярамай, әммә кеше уны үҙендә ҡалдырһа була (тик һуңынан да ул уны һатырға тейеш түгел). Әгәр ҙә инде һата ҡалһа, ул аҡсаға тулыһынса үҙендә тороп ҡала торған әйбер һатып алырға тейеш. Тирене берәй һауыт-һабаға, балаҫҡа һәм башҡа шундай тире хаҡына торошло нәмәләргә алыштырырға ла мөмкин.
     Йыш ҡына: «Үлеләр өсөн ҡорбан салырға яраймы?» — тигән һорау бирәләр. Йәғни кешеләр шул рәүешле уларҙың сауаптарын арттырырға теләй. Ғалимдарҙың берҙәм фекеренсә, әгәр ҙә кеше үлерҙән алда үҙе исеменән ҡорбан салырға васыят ҡалдырған булһа — ярай. Ә инде кеше ундай васыят ҡалдырмаһа, был осраҡта ғалимдар төрлөсә әйтә. Рөхсәт итеүселәр, ундай ҡорбан ите (йәғни васыятһыҙ салынған ҡорбан ите) тулыһынса садаҡа итеп таратылып бирелергә тейеш, тигән шарт ҡуя. Әммә, фекер берлеге булмағас, ундай эштән тыйылып ҡалыу яҡшыраҡ. Мәрхүмдең ғәмәл дәфтәренә яҙыла торған бүтән эштәр ҙә бар бит. Мәҫәлән, уның өсөн ҡылынған доға. Доғаны мәрхүмдең үҙ балаһы ҡылһа — тағы ла яҡшы. Бында фекер төрлөлөгө лә, шиктәр ҙә юҡ. Ҡорбан итеп салыныр малдың бер нисә көн алдан һатып алыныуы яҡшы. Шуның менән кеше ҡорбан салырға әҙер булыуын һәм Аллаһҡа буйһоноуын күрһәтә. Был — мүстәхәб, йәғни хупланған эш. Үҙ ҡорбаныңды үҙ ҡулдарың менән салыу ҙа мүстәхәб һанала. Хәнбәлиҙәр фекеренсә, Зөлхиджә айының тәүге ун көнөндә ҡорбан салыусы кеше үҙенең сәс-тырнаҡтарын киҫмәҫкә тейеш, быны улар харам ти. Хәнәфиҙәр иһә быны рөхсәт итә. Әммә киҫмәү яҡшыраҡ.
     Ҡорбанлыҡ малды салғанда, уны ҡиблаға ҡаратып, ергә һул яғы менән һалалар, был фарыз булмаһа ла, сөннәт. Салған ваҡытта: «Бисмилләһ, Аллаһу әкбәр» («Аллаһ исеме менән, Аллаһ иң бөйөк»), — тигән доға әйтелә. Тағы шулай тип тә өҫтәйҙәр: «Аллаһүммә, һәҙә минкә үә ләк» («Йә Аллаһ был Һинән һәм Һиңә»). Бер һарыҡты бер кеше һәм уның ғаиләһе исеменән салалар, һыйыр йәки үгеҙҙе — ете кеше исеменән, әммә был осраҡта шундай шарт бар: ете кешенең һәммәһе лә быны Аллаһҡа яҡынайыу өсөн эшләргә тейеш. Әгәр ҙә ул ете кешенең береһе генә булһа ла ит өсөн өлөшкә керһә, ҡалған алтыһының да ҡорбаны ҡабул булмаясаҡ. Сөнки Аллаһ Тәғәләгә малдың ите, ҡаны кәрәк түгел, Уға кешеләрҙең ихласлығы мөһим. Салынасаҡ ҡорбандарығыҙҙы һәм ошо бәрәкәтле көндәрҙә ҡылыныр изгелектәрегеҙҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен. Алда беҙҙең ҙур сауаптар эшләү өсөн бер нисә көнөбөҙ бар. Аллаһ рәсүле әйтеүенсә, Аллаһ өсөн Зөлхиджә айының ошо тәүге ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙән дә яҡынырағы һәм һөйөклөһө юҡ.
     Ултырып берәй доға ҡылып алырға мөмкин. Шунан һуң баҫып торғас икенсе хөтбәне уҡып алырға:
     «Әлхәмдү лилләәһи нәхмәдүһү нәстәғиинүһү үә нәстәғфируһү үә нүьминү биһи үә нәтәүәккәлү ғәләйһи нәғүүҙү билләәһи миң шүруури әңфүсинәә үә мин сәййиәәти әғмәәлинәә мәй-йәһдиһиллааһү фәләә мүдыйллә ләһү үә мәй-йүдлилһү фәләә һәәдийә ләһ. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғабдеһү үә расүүлүһ. Иннәллааһи үә мәләә-икәтәһү йүсаллүүнә ғәләннәбиййи. Йәә әййүһәлләҙиииә әәмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслимә».
                                                             «Хөтбәләр һәм вәғәҙдәр», «Йома хөтбәләре» китаптарынан

Ҡорбан ғәйете вәғәзе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99ze.html
Ҡорбан салыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-salyu-t%D3%99rtibe.html
Ҡорбан малы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-maly.html
Ҡорбан: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban.html
Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан:https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-b%D3%99li%D2%93-bulma%D2%93an-balalar-%D3%A9s%D3%A9n-%D2%A1orban.html#more-6335
Балаға ҡорбан: //nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html
Нәҙер ҡорбаны: https://nazir1965.com/din/n%D3%99%D2%99er-%D2%A1orbany-2.html#more-5631