Ҡатын-ҡыҙҙарға мөғәмәлә

саска                          Ҡатын-ҡыҙҙарға мөғәмәлә

              Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яҡшы мөғәмәлә
     Рәхимлелектең тышҡы ғәләмәттәренән — ул, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыу. Сөнки уларҙы Аллаһы Тәғәлә башҡаларға ҡарағанда көсһөҙ итеп халиҡ ҡылды. Шуға ла Ислам, ҡатын-ҡыҙға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, ихсанлы булырға, уларҙың ваҡыты менән килеп сыға торған кире холоҡтарына сабыр итергә, йомшаҡлыҡ һәм яғымлылыҡ менән мөрәжәғәт итеп, уларға йәбер-золом ҡылмаҫҡа ҡушты.
     Ҡатын-ҡыҙҙарға яҡшы мөғәмәләлә булыуҙы талап итеп килгән аят  һәм хәҙистәр бихисап. Бер хәҙистә: Әбү Һүрәйранан, пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әйтте: «Һәр ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы булығыҙ, хаҡиҡәттә улар ҡабырғанан халик ҡылындылар, һәм ундағы (ҡабырғалағы) иң кәкере урын — өҫкө өлөшө, әгәр ҙә һин ул ҡабырғаны турайтырға уйлаһаң — һындырырһың, ә инде уны ҡалдырһаң, уға тимәһәң — ул шулай уҡ кәкре булып ҡалыр, (шуның өсөн дә һәр ваҡыт ла) ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы булығыҙ!».
     Был хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ﷺ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡабырғанан яратылғандарын хикәйә итә. Ҡабырға үҙе кәкре, әммә ундағы тағы ла кәкерерәк урын — ул, уның өҫкө өлөшө. Ҡатын-ҡыҙҙың өҫкө өлөшө — уның башы (теле һәм фекер йөрөтөүе). Шулай булғас, ҡатын-ҡыҙҙың яратылыуы ошо рәүештә икән, ир-ат кеше уларҙың холоҡ — фиғеленә һәм үҙҙәрен тотоуҙа булған барса тәбиғи кәкрелектәренә, йәбер-золом ҡылмайынса сабыр итергә тейеш.

     Әбү Һүрәйранан, пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әйтте: «Мөьмин ир кеше мөьминәгә нәфрәтле (дошманлы) булмаҫ, әгәр ҙә уның бер төрлө холҡон һөймәһә, башҡа холҡонан риза булыр».
     Был хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ﷺ, кешенең тормошта була торған ваҡиға яғын тасуирлап уҙҙы. Һәр бер кешенең риза булырлыҡ һәм күрә алмаҫлыҡ яҡтары бар. Әгәр ҙә уның ҡатынында ул күрә алмаҫлыҡ бер төрлө холоҡ бар икән, ул уны яҡшы мөғәмәлә менән тәрбиәләп һәм ҡатындағы яҡшы сифаттарын ғына күҙҙә тотоп үә кимселектәрҙе күрмәҫкә тырышып, тормошон матур ғына дауам итергә тейеш.
     Йәнә бер хәҙистә: «...Һәр ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы булығыҙ, хаҡиҡәттә улар һеҙҙә (һеҙҙең ҡул аҫтығыҙҙа) әсирҙәр...».
     әт-Тирмизиҙең килгән был хәҙис, пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ, һаубулашыу хажында ҡылған хөтбәһенә бер өлөшө. Ул бында ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ирҙәре ҡул аҫтында әсирҙәр кеүек икәнлектәрен хикәйә итә, һәм шуның өсөн дә улар менән яҡшы булырға кәрәклеген белдерҙе.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ, кешеләрҙе белер өсөн ҡуйған үлсәүҙәрҙең береһе — ул, ир-аттың ҡатын-ҡыҙҙарына (ҡатындары, бер туған апай-һеңлеләре, ҡыҙҙары һәм башҡа туған тейешлеләренә) ҡарата булған мөғәмәләһе. Кемдең ҡатын — ҡыҙҙарына ҡарата мөғәмәләһе яҡшы булһа, ул хәйерле кешенән. Ә кемдең мөғәмәләһе уларға ҡарата яҡшы булмаһа, ул инде йәки файҙаһыҙ кешеләрҙән, йәки насарҙарҙан була.
     Быға ошо хәҙисе: «Камил иманлы мөьминдәр шуларҙыр — ҡайһыларының холоҡтары иң яҡшыһы. Һәм һеҙҙең арағыҙҙа иң хәйерлеләре шуларҙыр— ҡайһылары ҡатын — ҡыҙҙарына иң яҡшы холоҡлоһо».
     Ҡатын-ҡыҙ үҙенең көсһөҙлөге арҡаһында, башҡаларҙың уның менән рәхимле булыуына мохтаж. Ир-ат эш урынында йәки башҡа нәмә өсөн кешеләр менән мөләйем булған булып, йәки башҡаларға яҡшы күренергә тырышҡан булып, насар холҡон йәшереп йәшәһә лә, әммә ғаиләһендә барыһы ла билгеле була. Әгәр тәбиғәтендә насар булған икән, уның насар холҡо ғаиләһендә асыла. Ә инде тәбиғәтендә яҡшы холоҡло икән, ул ғаиләһендә лә шулай уҡ булып ҡала. Шуға ла пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡатын-ҡыҙҙарына иң холоҡло кеше — ул иң хәйерле кеше», — тине. Сөнки ул өйҙә лә, башҡа урында ла бер төрлө генә (яҡшы) холоҡло була. Беҙ был хәҙистә был пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ кешеләрҙе бик тә нескә үлсәү менән үлсәнгәнен аңлайбыҙ.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ был төшөнсәләре Ҡөръәндәге «ән-Нисә» сүрәһенең ошо аятына аңлатма булып килде:
     «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡатындарҙы мәжбури рәүештә мираҫ ҡылырға рөхсәт ителмәй. Һәм уларҙы үҙегеҙ биргән нәмәләрҙең ҡайһы берҙәрен алып китеүҙән тыймағыҙ, әгәр улар асыҡтан-асыҡ боҙоҡлоҡ ҡылмаһалар. Ҡатындар менән лайыҡлы рәүештә йәшәгеҙ. Әгәр уларҙы йәнегеҙ һөймәһә, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне күрә алмайһығыҙҙыр ҙа, ә ул нәмәлә Алла күп яҡшылыҡ ҡылған.».
     Уларға яҡшы мөғәмәлә ул — уларҙың ир менән ҡатын араһында булған хоҡуҡтарын үтәүҙе, уларға ихсанлы, йомшаҡ күңелле, насар холоҡтарына сабыр булыуҙа сағыла. Шулай уҡ уларҙы шәриғәт билдәләгәнсә, заманаға һәм йәмғиәткә ярашлы рәүештә матди яҡтан тәьмин итеү тейешле. Ҡатындар талаҡ һорарлыҡ йәки ҡазыйға барып уны талап итәрлек, уларҙы тейешһеҙ кәмһетергә, йәберләргә золом ҡылырға ярамай. Кемдәр ҡатындары ҡарата насар мөғәмәләлә булып, уларҙы ауыр һәм уңайһыҙ хәлгә ҡалдыралар икән, ул кешеләр Аллаһҡа мәғсиәт һәм гонаһ ҡылыусылар. Сөнки улар юғарыла иҫкә алынған аятҡа ҡаршы баралар, һәм ҡатындары менән насар булып уларҙы үҙҙәренән ҡасырға мәжбүр итәләр. Йәки үҙ өҫтәренә йөкләнгән мәсьүлийәттән (яуаплыҡтан) ҡасыу юлын эҙләйҙәр.
     Аллаһы Тәғәлә (мәғәнәһе): «Хатта улар һеҙгә һөйкөмлө булмаһалар ҙа. Бәлки, һеҙ нимәнелер һөймәйһегеҙ, ә Аллаһ Тәғәлә ул нәмәлә күп яҡшылыҡ ҡылмаҡлығы өмөтлө», — тип әйтеүендә, бик тә тәрән мәғәнәләр ята, һәм бында беҙҙең өсөн хикмәттәр һәм ғибрәттәр бар. Сөнки кешенең нәфсеһе нимәне лә булһа яратып бөтөрмө икән, унда зарар йәки бәлә бар тигән һүҙ түгел әле. Бәлки нәфес күп ваҡыт хискә бирелеп беленә торған әйберҙәргә таяна.
     Булһын ул тәмле йәки әсе, сибәр йәки йәмһеҙ, яғымлы йәки тупаҫ һәм башҡалар. Күп ваҡыт ошо нәфсе тойғолорына бирелеп эшләнгән нәмәләр, тормошта ир менән ҡатын араһын боҙоуға сәбәп була. Ләкин, ошо яратмаған нәмәләрҙә лә кеше өсөн дә ыңғай нәтижәләр бар. Мәҫәлән, ауырыу кешегә әсе тәмһеҙ дарыу бирһәң, ул уны эсәһе килмәй, ләкин ул дарыуҙа Аллаһ теләге менән уға дауа бар икәнен белеп йөҙөн-сырайын һытып булһа ла, сабырлыҡ күрһәтеп эсә.
     Күпме ҡатын-ҡыҙ холоҡ, оялсанлыҡ, аманат һәм дин яғынан күркәм булһа ла, кейәүгә сыҡҡас ирҙәренең күңелдәренә хуш килмәй оҡшамай башлай. Әммә инде ир-ат үҙенең күңелендә булғанды тышҡа сығармайынса сабырлыҡ менән ҡатынына яҡшы мөғәмәлә итһә, Аллаһы Тәғәлә ул ҡатында бик күп хәйерлелек ҡыла. Ул ҡатын иренә хыянат ҡылмайса, еңеллектә лә, ауырлыҡта ла уға ярҙамсы һәм терәк була. Ире өйҙә юҡ ваҡытта, уның малын һаҡлай, һәм изге-сәлих балалар үҫтереп тәрбиәләп, ирҙе бәхетле итә. Ир-ат өсөн был донъяла иң хәйерле ләззәт — ошо донъяла ла, әхирәттә лә бәхеткә илтеүҙә сәбәп булған ҡатыны булыу.
     Хәҙистә: Ғабдуллаһ бин Ғәмр бин әл-Ғастан, пәйғәмбәребеҙ ﷺ, әйтте, ти: «Донъя ул — ләззәтлек, һәм ундағы иң хәйерле ләззәтлек — изге ҡатын».
     ул шундай ҡатын тей — динле, күркәм холоҡло һәм ирен һәр ваҡытта ла шатландырып һәм күңелен күреп тороусы.
     Әгәр ҙә изге ҡатын диндар булһа, ире уны яратып бөтөрмәһә лә, уның өсөн иң хәйерлеһе — ул ҡатынды кәмһетмәйенсә уның менән яҡшы булыуы. Эйе, ул ир-ат ҡатынын яратырға үҙен мәжбүр итә алмай, ләкин уның менән күркәм булырға, ҡатынының яҡшы яҡтарын ғына күрергә булдыра ала. Һәм ваҡыт уҙып ҡатынының оҡшамаған яҡтары ошо яҡшы яҡтар менән ҡаплана, хатта ул уларҙы күрмәй башлай. Шулай уҡ заманалар үтеп улар араһына өлфәт керә, ә өлфәт кергән йөрәккә мәхәббәтең инеүе оҙаҡ түгел.
     Әйткәнебеҙсә, ир-аттың ҡатынын яратмауы, ҡатынындағы бер төрлө холҡон оҡшатмау сәбәпле булырға мөмкин. Ләкин ул уның бөтә холҡона ла ҡараһа, әлбиттә унда, уға үҙенә оҡшай торған холоҡ тапмай ҡалыуы мөмкин түгел.
     Билдәле булғанса, ҡабырға — кешеләге иң нескә һәм сибек һөйәк. Шулай уҡ ҡабырға кеше күкрәгендә һауыт кеүек, эсендә булған әйберҙәрҙе һаҡлай. Хәҙистән аңлашылғанса, ҡатын-ҡыҙ ҡабырға кеүек, нескә һәм сибек булып яратылды, өҫтәүенә уның ваҡыты менән кәкре холҡы килеп сыға. Ул ҡабырға кеүек ғаиләнең һауыты, йорт эсендә булған барлыҡ нәмәне тышҡа сығармай һаҡлай. Әгәр ҙә уны төҙәтергә уйлаһаң, һис шикһеҙ һындыраһың һәм ғаиләңә зыян килтерәһең. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың кәмселекле холҡона бик иғтибар итмәйенсә, уны вәғәзләп, яҡшы мөғәмәлә ҡылып, сабыр итергә кәрәк.
     Әгәр ҙә үҙ-ара килешеү табан алмаһалар, ул ваҡытта әлбиттә, уларға айырылыу хәйерлелер. Шуға ла, ошондай аяныслы хәлдәр өсөн шәриғәтебеҙҙә талаҡ ҡаралған. Ҡөръән Кәримдә: «Әгәр улар икеһе айырылышһа, Алла уларҙың һәр ҡайһыһын үҙ муллығынан байытыр, Алла бар нәмәне солғаусы, хикмәтле!».
     Ир-аттың бер-нисә ҡатыны булған осраҡта, ул бер һүҙһеҙ уларҙың барыһына ҡарата ла ғәҙел булырға тейеш. Ғәҙеллек көндәрҙе билдәләүҙә, ашатыу һәм кейендереүҙә, уларға ҡарата яҡшы мөғәмәлә ҡылыуҙа билдәләнә. Ә инде мөхәббәт, күңелдең бер ҡатынына күберәк ауышыуы кеүек уның теләгенән тормаған әйберҙәрҙә ғәҙеллек ҡаралмаған. Шуға ла, пәйғәмбәребеҙ ﷺ, быны үҙенең хәҙисендә былай тине: Ғәйшә әйтте: «Аллаһтың рәсүле ҡатындары араларын тигеҙ итеп һәм ғәҙеллек менән бүлә ине, һәм әйтә ине: «Әй Аллаһ! Был минең көсөмдән булған тигеҙлек һәм ғәҙеллек, минең көсөмдән булмаған, Үҙеңдең ҡөҙрәтеңдән булған (йөрәктең кемгә лә булһа ауышыуы) өсөн, мине битәрләмә ».
                                                      Ниязетдин мулла Миңлеәхмәт әл-Хәнәфи «Хатын-кызлар фикхы»