Ватан

Ватан                                             Ватан
     Ватан төшөнсәһе нимә ул? Ватан ул, йә икенсе төрлө Тыуған ил (Родина) тигән мәғәнәлә килә. Әлеге Ватаныбыҙ — Рәсәй — бер дәүләт эсендә туғанлашҡан халыҡтарҙың уртаҡ Ватаны итеп таныла. Ә беҙҙең башҡорттар өсөн ватаныбыҙ иң ҡәҙерлеһе үҙ төйәгебеҙ – Башҡортостан. Боронға Урал эпосы һәм халыҡ тарихынан, бәйеттәр, риүәйәттәр, мөнәжәттәр, йырҙар һәм шиғырҙар аша килеп, ватандашлыҡ төшөнсәһен бөйөк илгә тәрән мөхәббәт, оло гражданлыҡ тойғолары менән тығыҙ үрелеүен аңлайбыҙ. Ватан ул – ата-әсә төйәге, Тыуған ил, туған тәбиғәт, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

     Динебеҙҙә лә Ватанға мөхәббәт тураһында берәй хәбәр бармы? Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ватанды һөйөү имандан тигән. Ҡөръән Кәримдең «Ҡасас» сүрәһенең 85-се аятында Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйткән:
                                         إِنَّ الَّذِي فَرَضَ عَلَيْكَ الْقُرْآنَ لَرَادُّكَ إِلَى مَعَادٍ قُل رَّبِّي أَعْلَمُ مَن جَاءَ بِالْهُدَى وَمَنْ هُوَ فِي ضَلَالٍ مُّبِينٍ
     «Иннәл-ләҙии фәрада ғәләйкәл-Ҡур'әәнә ләрааддүкә иләә мәғәәдиң ҡур-раббии әғләмү мәң джәә'ә билһүдәә үә мәң һүүә фи даләәлим-мүбиин».
     «Ысынлап та, һинең өҫтөңә Ҡөръәнде йөкләүсе һине ҡайтыр урыныңа ҡайтарыр. Әйт: «Минең Раббым кем етәкселек менән килгәнде лә һәм асыҡ аҙашыуҙан булыусыны ла бик яҡшы белә!» — тиең. Ошо аяттағы «Ҡайтыр урын»ды имам Бохари, имам Нәсаи кеүек ғалимдәр һәм ибн Ғаббас был һүҙҙәрҙе Рәсүл Әкрам ғәләһис-сәләмдең тыуған ҡалаһы — Мәккәи Мөкәррәмә тип тәфсир ҡылғандарын риүәйәт итәләр.
     Ошо аяттың инеү сәбәбе тураһындағы хәбәрҙәрҙә шулай әйтелә: Рәсүлүлла ғәләйһис-сәләм Әбү Бәкр Ситдик менән Мәккәнән Мәҙинәгә барып Джуһфа тигән урында туҡтайҙар. Унда үҙҙәренең тыуып үҫкән, ата-бабалары йәшәгән ер булған Мәккәне ташлап киткәндәре тураһында уйлап күңелһеҙләнәләр, бошоналар һәм һағыналар. Бына шунда Аллаһ Тәғәлә юғарылағы аятты вәхи иттереп, уны һөйөндөрә.
     Һәм икенсе риүәйәттәрҙән килгәнсә, Усайл исемле сәхәбә Мәккәнән Мәҙинәгә — пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм янына килә. Хәҙрәти Ғәйшә унан: «Һин киткәндә Мәккә нисек ине?» тип һорай. Усайл: «Киткәнемдә Мәккә үҙәнлектәре йәм-йәшел, сәскәләр атҡан, ағастар япраҡ сығарған ине...» Шунда Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Әй Усайл, беҙҙе ҡайғылы итмә», — тип уның һүҙен бүлеп ҡуйҙы.
     Имам Бохари хәҙрәт Әнәс ибн Мәликтән килгәндән яҙа: «Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм сәфәрҙән ҡайтҡанда Мәҙинә юлдарына ҡарашы төшкәндә уны һөйөүҙән аҙымдарын тиҙләтә ине», — тигән хәҙистәренең шәрхенә ибн Хәжәр, Зәркәни кеүек ғалимдар Ватанды яратыу һәм уны һағыныу сәбәбе хистәре икәнлеген әйткәндәр.
     Хәҙрәти Ғәли ибн Әбү Талиб раҙыйАллаһү ғәнһә: «Ватанды һөйөү сәбәбле донъя төҙөк була», — тигән.
     Шуларҙан күрәбеҙ, Ватанды һөйөү кеүек хис шәриғәтебеҙгә тура килеүсе һәм мәғкүл икәнлеге мәғлүм була, һәр кешелә был тойғо тыуыуынан булһа ла, һис шикһеҙ, уны нығытыу өсөн тәрбиә итеү ҙә кәрәк. Тимәк, Ватанға булған мөхәббәт тәрбиәләнгәндә генә урыҫса «патриотизм» тип аталған оло хискә әйләнә. Бына ошо патриотизм хистәренә эйә булғән граждандарҙан тороусы дәүләт кенә ҡеүәтле була ала.
     Шуның өсөн ата-әсәләр балаларында ватанға тоғролоҡ тойғоһон үҫтерергә тейеш. Шул ваҡытта илебеҙҙең киләсәге өмөтлө буласаҡ. Был донъянан баҡыйлыҡҡа күскән элекке мөфтий Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин үҙенең вәғәзендә:
     «“Тыуған ерҙе һөйөү — имандың бер өлөшө” тип әйтелгән икән, Ватаныбыҙҙы (ә уға ата-әсәбеҙ, телебеҙ, тарихыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм башҡа изге төшөнсәләр инә) һаҡларға, үткәндәрҙән һабаҡ, тәжрибә, аҡыл алып, илебеҙ башҡа дәүләттәрҙән артҡа ҡалмаһын өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, аҡыллы, зиһенле балалар үҫтереп, ошо ерҙә ғүмер итергә тейешбеҙ. Шул саҡта Башҡортостаныбыҙ Рәсәйҙең матур, таҙа, тыныслыҡ, әхлаҡ һәм тәрбиә төбәге буласаҡ.
                                                                             “Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
                                                                              Һис бирмәгән башҡорт Уралын ”, —
әйтелә халыҡ йырында. Башҡортостаныбыҙҙы, Рәсәй дәүләтселеген һаҡлау өсөн милләтебеҙ бихисап батырын ҡорбан иткән. Бөгөн дә улдарыбыҙҙы аҡыллы, көслө итеп тәрбиәләп, илдең тыныслығына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ, сөнки Ватаныбыҙҙың азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү ҙә — имандың бер өлөшө. Был йәһәттән беҙгә ата-бабабыҙҙың ҡаһарманлығы — ҙур өлгө.
     Илдең именлеге өсөн ҡан ҡойған, ҡорбан булған ҡаһармандарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ, ихтирам итәйек. Яу ҡырҙарында ятып ҡалған, ахирәткә күскән яугирҙәребеҙ үҙенең мәңгелек рәхмәтен алһын, тереләргә бәрәкәтле тормош насип итһен. Әле армия сафындағы егеттәребеҙгә лә ихтирам күрһәтәйек. Уларҙың да хеҙмәте — имандың бер өлөшө.
     Шул уҡ ваҡытта илдең именлеген һаҡлау, уның үҫешенә булышлыҡ итеү — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ғәмәлдәрҙе теүәл үтәргә насип итһен». – тигән.
     Элегерәк Башҡортостанда дини эштәр буйынса етәксе һәм ҡоролтай рәйесе К. Б. Толкачев йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү мәсьәләләрен тикшереүгә арналған түңәрәк өҫтәлдең артында:
     - Патриотизм темаһы һәр заман өсөн дә йәмғиәттең рухи тормошонда ғына түгел, ә уның барлыҡ өлкәләрендә лә – идеологияла, сәйәсәттә, мәҙәниәттә, иҡтисадта, экологияла – мөһим роль уйнай. Минеңсә, патриотизмда иң мөһиме – үҙ-үҙеңде ҡорбан итә белеү. Ә үҙ-үҙен ҡорбан итеүгә бары тик юғары әхлаҡле, юғары тормош ҡиммәттәре һәм идеалдары булған кеше генә һәләтле. Әхлаҡһеҙ кеше бер нисек тә патриот була алмай, сөнки ул Ватаны өсөн героизмға бара алмай, — тине.
     Әйе был К. Б. Толкачев иптәш ваҡытында муллалар менән ҡатнашып йөрөгәс республикалағы хәлде белә. Тик динде үҫтереү арҡаһында ғына беҙ көслө була алабыҙ тигәнде аңлаған.
     90 –сы йылдарҙағы демократия арҡаһында, бөйөк ил тарҡалып, власть менән байлыҡҡа талаш киткәс, Ватан тигән төшөнсә юғалды. Тыуған илде, тыуған ерҙе тик һатырға, байлыҡтарын соҡоп алырға, халҡын ҡырырға тигән принциптә йәшәй башланылар.
     Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү изге, сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. Ислам дине лә бының шулай булыуын раҫлай. Сит ерҙәргә барып, сәфәр ҡылып, йөрөп ҡайтыу, донъя күреү, төрлө кешеләр менән аралашып һабаҡ алыу пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм тарафынан хуплана.
     Беҙҙә, башҡорттарҙа, Ватанды һаҡлау тигән төшөнсә айырыуса оло мәғәнәгә эйә. Илебеҙгә, бөйөк Рәсәйебеҙгә, ниндәй генә бәлә-ҡаза килмәһен, ниндәй генә яу ябырылмаһын, кем генә һөжүм итмәһен, ата-бабаларыбыҙ аттарына ултырып, ҡулдарына ҡылыс-хәнйәрҙәрен алып, дошмандарға ҡаршы яу сапҡан, тыуған еребеҙҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлаған. Шуға ла халҡыбыҙҙа тыуған илгә ҡарата һөйөү, уны ҡәҙерләү хисе бигерәк тә көслө.
     Ватанды һаҡлау — ир-егеттең төп изге бурысы. Хатта, кәрәк булһа, ул үҙен аямай, йәнен фиҙа ҡылырға тиклем әҙер булырға тейеш. «Айбарлы ирҙәр бар сағында, баҙынмаҫ дошман илемә», — тигән башҡорт һәм дауам итеп: «Данлы егет ил өсөн үлер». «Илең өсөн йәшә илең өсөн үл». «Иле барҙың — теле бар, теле барҙың — иле бар». Патриотик мөхит булдырғанда ғына киләсәк быуын ошо рухта үҫә ала, шул саҡта ғына уларға «тыуған илде һаҡлау», «бурыс», «намыҫ» тигән төшөнсәләр һеңә. Әммә бөгөнгө көндә хәлдәр нисек тора һуң?
     Әле лә шул Ватанды, Тыуған илде һөйөү тойғоһон белмәгән йәш фанатик мосолман егеттәр һуғыштар барған сит илдәргә сығып үҙ иленә, үҙ туғандарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашып, күпмеһе үҙ башына етте. Беҙҙә элек бындай кешеләрҙе «предатели Родины» тип стенкаға (растрелға) ҡуя торғандар ине. Үҙ Ватанына хыянат итеү башҡортта булғанмы? Тарихтәрҙә күрәбеҙ: биш йыл барған Бөйөк Ватан һуғышында бер башҡорт предателе булмаған!
     Бөгөнгө көндәрҙә армия ла хеҙмәт итмәгән, үҙ тыуған иленең тарихын белмәгән, ҡоро Ҡөръән уҡый ғына белгән йәш муллаларҙан нимә көтәһегеҙ? Ватанына һөйөү булмаған мулланан Тыуған илде яратыу, үҙ теленде һаҡлау, башҡорт тарихе менән ғорурланыу булмағас, ул ниндә әхләҡи эштәр алып бара ала? 
     Тәрәнерәк фекер итһәк бөгөнгө радикаль Ислам үҙенең фанатизмы менән һәм сит илдәр, АҠШ-тың сәйәсәте программаһы буйынса Ватанды тарҡатып, Ислам хәлифәте төҙөү менән мәшғүлдәр. Тик был тормошҡа ашмаясаҡ, сөнки Ислам хәлифәте төҙөүселәр мәңге үҙ-ара власть өсөн һуғышта, уларҙың үҙ ырыу, кландары араһында бөтмәҫ һуғыштар бара. Ана шул фанатик мосолман егеттәрҙән һорағыҙ: ни эшләп көслө мосолман иле тип һаналған илдәр араһында үҙ-ара быуаттар буйы туҡталмаған һуғыштар бара? Мосолман мосолманды үлтерә түгелме? Бер юлы бала-сағаһында һәм ҡатынында. Ана шул түбән әхләкле мосолман илдәрен беҙгә миҫал итеп, үрнәк итеп алырға теләйҙәр түгелме?
     Әлбиттә бында йәш муллаларға һәм хәҙерге йәштәргә Ватанды һөйөү тойғоһон биреү Советтәр Союзы тарҡалғас юғалды. Элек беҙ Тыуған илебеҙ – Ватаныбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә риза инек. Әле лә ул-был була ҡалһа, беҙ өлкән быуын быға әле лә әҙер. Сөнки мин башҡортмын, башҡорт ҡаны – яугир ҡаны ҡайнай тип торабыҙ. Башҡорттың ил-ергә һөйөү тойғоһонда үҫкәнмен, башҡорт тарихында, башҡорттың тыуған иле өсөн дошманға ҡаршы яуҙарҙа булғандар миңә үрнәк тип. Миҫал итеп алайыҡ: шведт интервентарына ҡаршы, урыҫ-төрөк һуғыштарында, Наполеонға ҡаршы һәм башҡа яуҙар. Монгол-татарҙан һәм ҡаҙаҡтан һаҡлаған башҡорт үҙ илен. Хатта үҙ иле өсөн Россия империяһына ҡаршы булған тиҫтәләрсә баш күтәреүҙәрҙә һәм үткән быуатта Башҡортостан автономия төҙөүҙә баш һалғандарын, Бөйөк Ватан һуғышында Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған олатайҙарыбыҙ беҙгә үрнәк һәм уларға эйәреп илең өсөн үлергә тоғролоҡ һаҡланған.
     Ни өсөн бөгөн Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда илһөйәрлек тойғоһо түбән? Сөнки кәрәкле эш алып барылмай. Сит илдең емергес пропагандаһы арҡаһында Ватанға һөйөү юғалды. Мәктәптәрҙә ана шул республика, тыуған тел иҫәптәрен алмайынса, патриотик тәрбиә, әхләҡ нормаларын бирмәгән программалар буйынса уҡытыу балаларыбыҙҙы иң түбән дәрәжәгә төшөрҙө. Дөрөҫөн әйткәндә хәҙерге балалар уҡырға теләмәй, сөнки ундай белем уларға кәрәкмәй. Ҡоро көсләп юҡ-нәмә уҡытып, ЕГЭ бирҙереп уҡыуҙан ни файҙа? Әлеге мәлдә бар нәмәне аҡса хәл итә һәм киләсәктә уҡымышлы кешеләребеҙ булыр тигән өмөтөбөҙ бушҡа. Балаларыбыҙ хата икенсе Донъя һуғышы – Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бер мәғлүмәт белмәй. Ә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты исемен тик хоккей клубының логотипынан ғына, бәлки ошо хоккей клубының спонсоро тип беләләрҙер.
     Йәштәрҙе патриотлыҡ тәрбиәләү буйынса райондарҙа эш алып барыламы? Юҡ! Бындай мәғлүмәт унда-бында үткән сараларҙа һәм ары-бире матбуғат битәрендә күренеп ҡала ла шуның менән эш бөтә. Хәҙер илде бүлеп, бар тәбиғи байлыҡтарын тартып алып, халыҡты тик ҡол итеп күреп, власть өсөн, аҡса өсөн һуғыш барған дәүерҙә нимәгә өмөт итергә? Алайыҡ беҙҙең Әбйәлил районын, башҡа райондарҙа ла шул уҡ хәлдер. Былтыр райондың хәрби комиссары менән һөйләшек ултырғанда ул: райондың иң юғары етәкселәренән алып иң түбәнге түрәләрҙең (зотехник, ветврач...) һәм уларҙың туғандарының ир балалары армиянан «косить» иткән, тине. Берәй һылтау табып: ауырыу тип, уҡыймы тип... йәки врачтарға «взятка» биреп уларҙы тыуған ил бурысын үтәүҙән алып ҡалғандар. Шунан уйлағыҙ: малайы Ватан бурысын үтәмәгән түрә беҙгә кәрәкме? Ул түрә Тыуған иле өсөн, Башҡортостаны өсөн ни эшләргә әҙер? Халыҡты класҡа бүлеп, ана ябай халыҡ армияла хеҙмәт итһен, тип үҙҙәрен өҫтөн ҡуйыу түгелме? Уларҙың тырышлығы тик үҙҙәре өсөн, түрәлек өсөн һәм тик байып ҡалып, шашып йәшәргә генә ҡоролған. Үҙ урындарына әлеге балаларын ултыртып йәмғиәтте һаҙлыҡҡа батырыу өсөн алып барылған эш был. Беҙҙең үткән заман түрәләре үҙ балаларын Афганистанға һуғышҡа ебәрергә тырышалар ине, сөнки патриотизм, илде һөйөү, яратыу көслө булды. Хатта Сталин да дошман әсирендә булған үҙ малайын бер кемгә лә алмаштырманы.
     Балыҡ башынан серей тиҙәр бит халыҡта, ана шул сереүҙе туҡтатмаһаҡ илебеҙ – Ватаныбыҙ юғалыр. Халыҡ араһындағы тәрбиә эштәрен башҡортса йәшәү рәүешенә ҡайтыуҙы хәстәрләү, башҡортса йәшәү рәүешен — ул традицион һәм дини йолалар, традицион шөғөл һәм һөнәрҙәр, традицион туҡланыу һәм кейенеү кәрәктер. Ул — туған телдә һөйләшеү һәм уҡыу. Ул — тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләү һәм һаҡлау булыр.
     Ватан өсөн аямай ғүмерен биргән милли батырҙарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ, уҡымышлы хәҙрәтәрбеҙ булған бит. Тап ошо ҡаһармандарыбыҙ батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Йәш быуын уларҙы белеп, үрнәк алып, ғорурланып үҫһә, йәмғиәттә ватансылыҡ тойғоһо көслөрәк булыр ине. Балаларҙа ҡыйыу, батыр һалдат булыу теләге уятыу, атайҙар, ағайҙар менән ғорурланыу, патриотик хистәр тәрбиәләү, Ватанды һаҡлаусылар тураһындағы миҫалдар килтереп, илебеҙҙе һаҡлау мөhимлеген аңлатыу кәрәктер.
     Башҡорт халҡы тарихынан хикәйәләр менән танышырға. Башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ һәм тыныслығы өсөн көрәше, Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында әҫәрҙәр уҡырға һәм һөйләргә. Халыҡ тормошонан күренекле шәхестәр тураһында: Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, хәҙрәттәре һәм әүлиәләре тураһында балаларға бәләкәй саҡтан уҡ һөйләп, уҡытып барыр кәрәк.
     Милли тәрбиәне бирәйек. Башҡорттың әҙәбе шул башҡорт булыуы арҡаһында һаҡлана килә, киләсәк быуынды әхләҡһеҙлеккә төшөрмәйек. Беҙҙең үткән заманға бирелгән тәрбиә мәсьәләһен генә алайыҡ. Оло быуын кешеләренә һәм беҙгә лә был әҙерәк эләгеп ҡалған заманда шулай булды, элек балаларҙы һәм йәштәрҙе бөтә ауыл менән тәрбиәләй торғайнылар. Урамдың ыңғай тәрбиәһе ине ул. Ололарҙы оло итеп, кеселәрҙе кесе итеп белдек, атай-әсәйҙәр, туғандар, олатай-өләсәйҙәр һәр саҡ нәсихәт бирә торғайнылар. Беҙ был тәрбиәне норма итеп ҡабул итә, ололарҙан ояла торғайныҡ. Шуға беҙҙең быуын тәрбиәле, тәртипле булып үҫте. Ана шундай эште хәҙерҙә ауылдарыбыҙҙағы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса эш алып барһын ине.
     - Меңәр йылдар буйы быуындан-быуынға күсә килгән халыҡ педагогикаһының төп асҡысы — ул милли йәшәү рәүешебеҙ, — тине Мәрйәм апай Бураҡаева. — Ә милли йәшәү рәүешебеҙ туған тел, туған моң менән тығыҙ үрелеп бара, улар айырым йәшәй алмай. Был ҡағиҙә, әлбиттә, бөтә халыҡтарға ла ҡағыла. Һәр халыҡтың үҙ тәрбиә мәктәбе бар, маҡсаты һәйбәт киләсәк тәрбиәләүгә нигеҙләнһә лә, уны атҡарыу ысул-алымдары айырыла. Беҙҙең ысулыбыҙ — милли сифат, милли үҙлек, милли йәшәү рәүеше тәрбиәләү. Ошоно иҫәпкә алып, бынан 25 йыл элек республиканың башҡорт мәктәптәренә «Тормош һабаҡтары» предметы индерелә башлағайны. Тик мәғариф өлкәһендәге туҡтауһыҙ үҙгәртеүҙәр, буталыштар арҡаһында ҡайһы бер директорҙар фәҡәт бөгөнгө көн күҙлегенән генә ҡарап эш итә һәм уҡыусыла туған теленә, халҡына һөйөү уятырлыҡ бик күп сараларҙы эсенә алған был предметҡа битарафлыҡ күрһәтә. Ә бит бөгөнгө көндә Мәскәү ғалимдары социалләштереу (тормошҡа, йәмғиткә яҡынайтыу тәрбиәһе) тураһында һүҙ ҡуйырта, «Тормош һабаҡтары» предметы иһә күптән инде ошо йүнәлештә тәрбиәүи эш алып бара, быны күрәғарау булмаған етәкселәр аңларға тейеш. Туған телебеҙҙең киләсәгенә хәүеф янауы, уны һаҡлау саралары күреү хәстәре ЮНЕСКО кимәленә күтәрелгән икән, үҙен башҡортмон тип һанаған һәр башҡорт һәм Башҡортостандың (тимәк, республикаға исем биреүсе төп халыҡтың) киләсәге өсөн борсолған һәр патриот кеше уйланырға тейештер. Тарихтан билдәле булыуынса, донъяла бик күп милләттәр юҡҡа сыҡҡан. Был юғалыу телде, моңдо, мәҙәниәтте, сәнғәтте юғалтыуҙан, милләт йәшәйеше өсөн яуаплы булған вазифалы әһелдәрҙең киләсәккә ҡарата битарафлығынан башланған. Туған тел — ул милләт ҡото, туған тел моңо — ағас олонондағы һут кеүек. Олон һуты кипһә, ағас ҡорой. Уны ҡоротмау хәстәрлеге йөрәгендә халҡы булған һәр кешенең — ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың, етәкселәрҙең, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары ағзаларының да изге бурысы...
     Һәм дә Ватаныбыҙға, Туған илебеҙгә, халҡыбыҙға, динебеҙгә битараф булмаған, әлеге мәлдә ахирәткә киткән БДУ-ның Сибай институты юридик факультетының элекке деканы Әхтәр Боҫҡонов үҙенең сығышында:
     - Беҙгә бер сиктән икенсе сиккә һуғылмай ғына, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған юлды ҡыуырға кәрәк, — тине ул. — Ул юлда беҙҙең милли йолаларыбыҙға ла, дини йолаларыбыҙға ла нигеҙләнгән йәшәү рәүешебеҙ, үҙебеҙҙең бөйөк шәхестәребеҙ өлгөләре бар. Ул шәхестәребеҙ, мәҫәлән, Зәйнулла Рәсүлев, Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди һәм башҡа күптәр дини тәрбиә лә алған, ләкин береһе лә, Ислам дәүләте төҙөйөк, тип йөрөмәгән. Динде улар рухыбыҙҙы яңыртыусы булараҡ баһалаған. Ата-бабаларыбыҙ һайлап алған динде, дини йолаларҙы бөгөн дә инҡар итергә ярамай, улар беҙҙең башҡа милли йолаларыбыҙ менән йәнәш йәшәргә хаҡлы. Шуның өсөн беҙгә дини ғилем алырға ла ынтылырға кәрәк.
     Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Илебеҙҙең киләсәге өсөн бөгөндән үк тырышлыҡ ҡуйырға кәрәк — балаларыбыҙҙа ватанға мөхәббәт хистәрен һалайыҡ, уятайыҡ һәм шундай рәүештә уларҙы тәрбиәләйек. Беҙ бөгөн тыныс, ирекле тормошта йәшәүебеҙ менән илебеҙҙе һаҡлап ҡалған олата –бабаларыбыҙға, һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә бурыслыбыҙ, рәхмәтлебеҙ. Киләсәк көнөбөҙ артабан да тыныс, аяҙ күкле, сағыу ҡояшлы булһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тырышайыҡ. Илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын. Бөгөнгө тыныслығыбыҙҙы ҡара һөрөм ҡапламаһын. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаһын, бер ғаиләгә лә үҙ яҡындарын юғалтырға яҙмаһын! Мәғәнәһеҙ Һуғыштар ҡабатланмаһын.
     Илдәребеҙгә тыныслыҡ, етәкселәребеҙгә ғәҙеллек, киләһе көндәребеҙҙә бәрәкәтле тормоштар, күңелдәребеҙгә иман байлығы, ихласлыҡ биреп, бер- беребеҙ менән изге мөғәмәләлә булып, араларыбыҙҙа өлфәт-мөхәббәт хасил булып, хәйерле ғүмер кисереүҙәребеҙҙе насип итһен Хоҙай Тәғәлә. Әмин.
     Ватан һәм милләтебеҙҙең иминлеге, динебеҙҙең мәңгелеге, милләтебеҙ-халҡыбыҙҙың берлеге һәм берҙәмлеге өсөн, Аллаһ ризалығы өсөн «Фатиха».
                                                                          Ҡайһы бер мәғлүмәттәр «Киске Өфө» гәзитенән алынды.