Рия

                                                                        Рия

                                                   Йософ Дәүләтшин. Йома вәғәзҙәре.

                                                                              يَوْمَ لَا يَنفَعُ مَالٌ وَلَا بَنُونَ* إِلَّا مَنْ أَتَى اللَّهَ بِقَلْبٍ سَلِيمٍ

   “Ул көндө кешегә байлығы ла балалары ла файҙа итмәҫ. Мәгәр Аллаһка сәләмәт йөрәк менән килеүсегә генә файҙа булыр.” (“Әш-Шүъара” сүрәһенең 88, 89 нсы аяттары.)
   “Тәндә бер ағза бар. Әгәр ул сәләмәт булһа, бөтөн тән сәләмәт була. Әгәр ул боҙолһа, бөтөн тән боҙола. Ул ағза — йөрәктер. ” (Хәҙис, әль-Бохари,Мөслим.)
   Ҡәҙерле ҡәрҙәшем! Аллаһтың дошманы Иблис һәрваҡыт ниндәй генә юл менән булһа ла һине Раббына ғибәҙәт ҡылыуҙан, Раббыңды зекер итеүҙән. Йәннәт юлы — исламдан, — йырағайтырға тырыша. Ширек, көфөрлөк һәм башҡа төр фәхешлектәргә саҡырып, мәңгелек хәсрәтле итмәксе була. Әгәр шайтан һине изге ғәмәлдәрҙән йырағайта алмаһа, ул һинең изгелектәреңде рия менән бөтөрөргә тырыша. Рия ул бик тә ҡурҡыныс ауырыу, сөнки беренсенән, кеше уның менән ауырыуын һиҙмәҫкә лә мөмкин. Икенсенән, ул кешенең ҡылған ғәмәлдәрен юҡҡа сығара.

   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм сәхәбәләргә:
   “Һеҙҙең өсөн Дәжжәлдән дә нығыраҡ нәмәнән ҡурҡҡанымды әйтәйемме?” — тине. Сәхәбәләр: “Әйт, Аллаһының илсеһе”, — тинеләр. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм:

   “Йәшерен ширек. Кеше намаҙға баҫа һәм уға кешеләр ҡарап торғанын белеп намаҙын биҙәп уҡый”, — тип яуап бирә(Хәҙис имам Әхмәт ӘбүСаит әль-Худри һүҙенән) .
   “Һеҙҙең өсөн иң ҡурҡҡаным — кесе ширек ”, — тине Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм. Сәхәбәләр:  “Нимә һуң ул кесе ширек?” — тип һоранылар. Рәсүлебеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм: “Рия”, — тип яуап бирҙе.
   Хәҡиҡи мосолман һәрваҡыт ғәмәлдәрен Аллаһ ризалығы өсөн ҡыла һәм берҡайсан да кеше күрһен тип эшләмәй.
   Сөнки ғәмәлдәрен рия менән ҡылыусыға әжер юҡ, уның эштәре туҙан бөртөгөнә лә тормай. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр хисап өсөн йыйылғас ул үкенесле хурлыҡта ҡаласаҡ.
   Мосолмандың маҡсаты Аллаһтың ризалығына ирешеү булһа, риясының уйында нисек тә булһа кешеләр ҡаршыһында үҙенең изгелектәре менән маһайыу.
   Кемдер үҙенең ғилеме, кемдер көсө, байлығы, кемдер ҡылған изгелектәре менән маһая. Ләкин быларҙың барыһы ла Аллаһтың ниғмәттәре. Һәм ул ниғмәттәрҙе Аллаһ кемгә теләй шуға бирә, кемдән алырға теләһә шунан ала. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм сәхәбәләре ҡылған эштәре менән маһайыу түгел, беҙ кәмселектәребеҙҙе йәшергән кеүек, үҙҙәренең изгелектәрен йәшергәндәр. Ни өсөн?
   Сөнки уларҙың ҡылған изгелектәрен кешеләр белһәләр, сауабы кәмеүҙән ҡурҡҡандар.
Шуны ла онотма, кешеләрҙең маҡтауҙарына ашҡыныу; шелтә-ризаһыҙлыҡтарынан ҡурҡыу ҙа рияға илтә. “Был эште эшләһәм кешеләр нәмә әйтерҙәр, минән риза булырҙар микән?” — тигән уйҙар йөрәкте борсой башлай. Бел, ҡәрҙәшем: Аллаһҡа гонаһ булған эштә беркемгә лә итәғәт юҡ.
   Әгәр беҙҙән Аллаһ риза булмаһа, кешеләрҙең мактауҙары беҙгә бер файҙа ла бирмәй. Әгәр беҙҙән Аллаһ риза булһа кешеләрҙең шелтәләре, асыуҙары бер зарар ҙа килтерә алмай. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйтте:
   ‘‘Кем Аллаһтың ризалығына ашҡынып үҙ өҫтөнә кешеләрҙең асыуын алһа Аллаһ уны кешеләрҙең зарарынан һаҡлар. Кем кешеләрҙең ризалыгына ашҡынып үҙ өҫтөнә Аллаһтың асыуын алһа, Аллаһ уны кешеләргә ҡалдырыр. ”
   Рия сәбәпле, кешенең ғәмәлдәре юҡҡа сыға, сөнки ул Аллаһҡа тиңдәш ҡыла. Аллаһ фәҡәт үҙенең ризалығы өсөн генә ҡылынған эштәрҙе ҡабул итә.
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйтте:
   “Аллаһы Тәғәлә әйтте: Мин үҙемә тиңдәш ҡылыуға мохтаж түгелмен. Әгәр кем дә булһа ғәмәлен Минең өсөн генә ҡылмаһа, Мин унан һәм уның ширкенән баш тартам. ” (Мөслим.)
   Риясыдарҙың Ҡиәмәттә буласаҡ хурлыҡтары тураһында Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйтте:
   “Ҡиәмәт көнөндә беренсе хөҡөм ителеүсе дин өсөн шәһит булып киткән бер кеше булыр.
Уны алып килерҙәр һәм Аллаһ уға биргән ниғмәттәрен әйтер.
   Кеше уларҙы таныр һәм Аллаһ унан: “Шөкөр итеп нәмә ҡылдың?”- тип һорар. Ул: “Мин шәһит булып киткәнсе һинең юлында көрәштем”, — тип яуап бирер. Аллаһ уға: “Һин алдайһың. Кешеләр һине “батыр”, — тип әйтһендәр өсөн генә көрәштең”, — тип әйтер. Һуңынан уға ҡарата әмер бирелер һәм уны йөҙө менән ерҙән һөйрәп утҡа алып китәрҙәр. Икенсе булып Ҡөрьән уҡып, ғилем алған һәм ғилемен башҡаларға таратҡан бер кешене алып килерҙәр. Аллаһ уға донъялыҡта биргән ниғмәттәрен иҫенә төшөрөр, ул уларҙы таныр һәм Аллаһ унан: “Уларға шөкөр итеп нәмә ҡылдың?”- тип һорар. Кеше: “Ғилем йыйып, уны башҡаларға өйрәттем һәм һинең ризалығың өсөн Ҡөрьән уҡыным”, — тип әйтер. Аллаһ уға: “Һин алдайһың, ғилемде һин “ғалим” тип әйтһендәр өсөн йыйҙың”, — тип әйтер. Һуңынан ул кешене йөҙтүбән утҡа ташларға әмер бирелер. Өсөнсө булып ғүмере буйы байлығынан мохтаждарға өлөш сығарған бер бай кешене килтерерҙәр. Уға ла Аллаһ Үҙенең ниғмәттәрен танытыр. Ул таныр. Аллаһ унан: “Шул ниғмәттәремә рәхмәт йөҙөнән нәмә эшләнең?” — тип һорар. Ул кеше: “Мин һинең ризалығың өсөн мөмкин булған бөтөн урындарға малымды сарыф иттем”, — тип яуап ҡайтарыр. Аллаһ уға: “Һин алдайһың, һин бит “йомарт” тип әйтһендәр өсөн тырыштың. Һуңынан был кешене лә Йәһәннәмгә йөҙтүбән атырға ҡушылыр”.
   Рия ҡылыу, ғәмәлдәрҙе кеше күрһен тип эшләү монафиктар сифаты.
   Монафиктар Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылалар, ләкин йөрәктәрендә иман юҡ. Шул сәбәптән улар ғәмәлдәрен рия менән, кеше күрһен өсөн ҡылалар. Аллаһ улар ту раһында “Ән-Ниса” сүрәһенең 142 нсе аятында былай ти:
                إِنَّ الْمُنَافِقِينَ يُخَادِعُونَ اللَّهَ وَهُوَ خَادِعُهُمْ وَإِذَا قَامُوا إِلَى الصَّلَاةِ قَامُوا كُسَالَى يُرَاءُونَ النَّاسَ وَلَا يَذْكُرُونَ اللَّهَ إِلَّا قَلِيلًا
“Дөрөҫлөктә, монафиктар Аллаһты алдамаҡсы булалар. Ләкин Аллаһ уларҙың үҙҙәрен алдай. Ул монафиктар намаҙға ялҡаулыҡ менән, кешеләр күрһен өсөн баҫалар. Аллаһты бик аҙ зекер итәләр”.
   Аллаһы Тәғәлә ғәмәлдәрен тыштан ғына ҡылыусы монафиктарға ғазаптың иң ҡатыһын вәғәҙә итте:
                                                                                                            إِنَّ الْمُنَافِقِينَ فِي الدَّرْكِ الْأَسْفَلِ مِنَ النَّارِ...
   “...Дөрөҫлөктә, монафиктар уттың иң аҫтында...”.(“Ән-Ниса”145)
   Рия кешенең әжерле эштәрен гонаһҡа әйләндерә. Миҫал: намаҙ уҡыусыға Аллаһ донъяла ла, Ахирәттә лә бик ҙур дәрәжәләр вәғәҙә итә. Ләкин, берәү намаҙын рия менән ҡылһа, уға Аллаһтың ғазабы тейешле.
   Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: “ Намаҙ уҡыусыларға хәсрәт , — тип әйтә. Һәм намаҙҙы ни рәүешле уҡыусылар өсөн икәнлеген аңлатып:
   1. “Кемдәр намаҙҙарына еңел ҡарайҙар”, — тине. Йәғни, намаҙҙарын өмөт һәм ҡурҡыу менән уҡымайҙар. Ваҡытынан кисектерәләр.
   2. “Кемдәр рия ҡылалар.” Йәғни, әгәр намаҙҙарын уҡыһалар, кешеләр күрһен өсөн уҡыйҙар.
   Башҡа изгелектәрен дә кешеләр күрһен тип ҡылалар. Бындай рәүештә намаҙ уҡыусыларҙы Йәннәт шишмәләре түгел, бәлки Йәһәннәмдәге үлек һыуҙары көтә.
   Аллаһ һаҡлаһын.
   Әгәр кеше ихлас икән, шайтан ул кешенең күңеленә шик һалырға тырыша һәм: “Һиндә рия! Һин риясы! Һинең ғәмәлдәрең барыбер ҡабул булмай”, — тип уны изге эштарҙән йырағайтмаҡсы була, ҡалебенә шик-шөбһә һала. Шуға күрә мосолман һәрваҡыт һаҡ, уяу һәм зирәк булырға тейеш.
   Риясылар донъяла йәшәгәндә кешеләр ҡаршыһында ҙур дәрәжәләргә ашҡынған булһаларҙа, Ҡиәмәттә улар хурлыҡта ҡалалар. Мәңгелек Йәннәт баҡсаларына кереү урынына улар мәңгелек утҡа керәләр.
   Йә, Раббым Аллаһ! Беҙҙең йөрәктәребеҙҙе риянан һәм башҡа төр шайтан ауырыуҙарынан һаҡлаһаң ине.