Яйыҡ йорт, башҡорт

                                                       Яйыҡ йорт, башҡорт
     Эй Яйыҡ йорт, яйыҡ йорт. Әлим Зарипов
     «Башҡорт иле 1557 йылда үҙе теләп Рәсәйгә ҡушылған», — тигән рәсми пропагандаға ҡарата урынлы шик тыуа. Ни өсөн тигәндә, урыҫтарҙың бөтә хакимлығы Өфө крепосынан ары китмәгән, Башҡортостан менән фактик идара итеү Күсем хан һәм уның улдары, нөғәй мырҙалары ҡулында булған. Ошо айҡанлы урынлы һорау тыуа: был тулы мәғәнәһендә урыҫ дәүләте составында булыу тигәнде аңлата аламы? Зәки Вәлиди Туғандың «Башҡорттар тарихы» исемле китабында яҙылғандарҙы бер һүҙһеҙ ҡабул итәбеҙ икән (ә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүселәр араһында Зәки Вәлиди торған бейеклеккә күтәрелгән ғалимдар Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә юҡ), беҙ бөгөн, «башҡорт халҡы 1557 йылдан Урыҫ дәүләте составында», — тигән раҫлауға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға һәм башҡорт халҡының урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы йүнәлтелгән 220 йыллыҡ азатлыҡ һуғышы тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә тейешбеҙ. Ошо ерҙә Зәки Вәлиди Туғандың үлемһеҙ һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр: «Урыҫ баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ һәм ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрки ҡәбиләһе юҡ». Урыҫ тарихсыһы Дубровин башҡорттарҙы юҡҡа ғына «урыҫ хакимиәтенең көнсығыштағы иң дәһшәтле дошманы», — тип баһаламағандыр...

     ...башҡорт халҡының Рәсәй ҡулы аҫтына инергә атлығып тормауы, Мәскәүҙең: «Урыҫ подданствоһын ҡабул итегеҙ», — тигән бойороғона һәр саҡ һуғыш менән яуап биреүе. Башҡорттоң иҫ киткес һуғышсан халыҡ икәнлеге урыҫ кенәздәре менән батшаларына монгол-татар яуы һәм Алтын Урҙа заманынан бирле бик яҡшы билдәле булған. Шуның өсөн дә, колонизациялауға тотонор алдынан, батша самодержавиеһы Башҡорт иленең сиктәрендә нығынырға, башҡорттарға ҡаршы көрәштә хәрби көс менән ярҙам итерҙәй ҡәлғәләр, урыҫ слободалары, ауылдары менән уратып алырға тырышҡан. Колонизациялауҙың икенсе этабында ошо нығытылған пункттарға таянып, башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, башҡорт ауылдарын тау-таш араһына ҡыҫырыҡлау, уларҙан талап алынған ерҙәргә башҡорттар кире дәғүә итә алмаһын өсөн яңы крепостар, ҡалалар, слободалар төҙөү һәм уларға урыҫ һәм башҡа милләт халыҡтарын күсереп ултыртыу кеүек саралар күҙ уңында тотолған. Бына ошо планды эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу башҡортто ерҙән яҙҙырыуға дусар иткән, ерен бирмәҫ өсөн халҡыбыҙ туҡтауһыҙ баш күтәргән, яу сапҡан, һөҙөмтәлә урыҫтар тарафынан яулап алынған башҡорт еренең һәр бер ҡарышы ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған, баҫҡынсыларҙың да йәне әҙ ҡыйылмаған. Шуныһы бик мөһим: Рәсәй үҙенең баҫып алыу сәйәсәтендә бүтән халыҡтар йәшәгән ерҙе уратып, сик буйы линиялары төҙөмәгән. Колонизаторҙар башҡорт илен крепостар теҙмәһе менән уратып алып, шунан һуң ғына уның эсенә үтеп инә алғандар...

     артабан ошо ссылка йәки аҫтағы пдф формата уҡығыҙ:
https://drive.google.com/file/d/1Ly-ePounV_VZ9DRutdHs_Hl7wsFwV8Wd/view?usp=sharing

ссылка буйынса телефондар аша уҡыу йәтешерәк 

&