Венгр — мадъярҙар Әбйәлилдә

                                       Венгр — мадъярҙар Әбйәлилдә

     Венгр-мадьяр этнографы Дьюла (Юлиус) Месарош 1909 йылдарҙа хәҙерге Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы аша экспедиция — тикшеренеүҙәре менән үтә. Был экспедицияһы ваҡытында Месарош элекке Башҡортостанда һәм башҡа ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар тураһында уникаль фотоһүрәттәр төшөрә. 112 йылдаң һуң был ғалим үткән юлдан – уның эҙенән Венгриянан килгән мадьяр егеттәре, ғалим, этнограф Давид (Дауыт) Шомфаи Кара һәм антрополог Иштван (Иштуған) Санта Әбйәлил районының Тупаҡ ауылына килделәр. Был осрашыу 2021 йылдың 24 сентябрендә була.

     Тупаҡ ауылы халҡы уларҙы йылы ҡаршы ала һәм ҡунаҡсылыҡ күрһәтә. Был ир-егеттәр мосолман динендә икәнлеген күрһәтеп мәсеттә йәмғиәт менән бергә намаҙ уҡыйҙар. Венгр — мадьяр ғалимдары 112 йыл элек этнограф Месарош тарафынан төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе лә алып килгәндәр. Улар урындағы халыҡ менән иркенләп башҡортса аралашты. Дауыт исемлеһе башҡорт теленә бер ай эсендә өйрәндем тигән. Был беҙҙең манҡортарға фәһем, шулай уҡ үҙ телен вата-яҙа белеүсе дин әһелдәренә лә, туған телебеҙгә сит ил һүҙҙәрен индерергә маташыусыларға ишара.

     Һеҙҙең иғтибарға видео һәм фотоһүрәттәр тәҡдим итәм.

     Тоҡас тауы башындағы әүлиә ҡәберенә үрмәләгән саҡта Мадьяр егете Дауыт башҡортса йырлап ебәрҙе...

     Боронғо Тупаҡ ауылы...

дом в Тупаково, 1909 год,быт башкир, Тупаково, Абзелиловский р-н, 1909 г. Тупаково, Абзелиловский р-н, 1909 г. быт башкирбашкирский дом, Тупаково, Абзелиловский р-н, 1909 глодка башкир с цельного дерева. Тупаково, Абзелиловский р-н, 1909 г.улица д. Тупаково, Абзелиловский р-н. 1909 г.плетенный забор из ивы, Тупаково, Абзелиловский р-н, 1909 г.башкир ставить юрту, 1909 г

 

     Икенсе ерҙәрҙә фотоһүрәткә төшөрөлгән башҡорттар...

башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бейә һауа, 1909 й.башҡорттар. 1909 йыл башҡорттың көнкүреш әйберҙәре, 1909 йыл башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме. 1909 йыл