Шәйех Абдул Ҡадир

                                                                  Шәйех Абдул Ҡадир

   Солтан Әүлиә әл-Ғауҫ әл-Әҙәм Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әд-Джилани әл-Хәсәни әл-Хөсәйни                                                                                                           (ғәләйһиссәләм)

   Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани (1077/472 — 1166/561) дини ғилем һәм Күк ҡанундары белгесе булған. Суфыйсылыҡ һәм Шәриғәт фәнендә абруйы шул тиклем юғары булып, уны заманының рухи ҡотобо булараҡ белгәндәр (Әл-Ғауҫ әл-Әҙәм). Ул христиан йыл иҫәбе буйынса 1077 йылда Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы Джилани ҡалаһында тыуған. 18 йәшендә, дини ғилем һәм рухи остаз эҙләп, Бағдадҡа юллана. Шәйехтәр Абул Вафа ибн Акил, Мөхәммәд бин әл-Хәсән әл-Баклани һәм Әбү Зәкәриә Табризи — уның тәүге остаздары була. Ошо уҡытыусылар етәкселегендә ул Ҡөрьән тәфсирен, суфыйсылыҡ йолаларын, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормош юлын, теологияны, фикхты (ислам хоҡуғы), грамматиканы, Ҡөрьән филологияһын һәм уны уҡыу сәнғәтен, Ислам хоҡуғының Ханбала мәктәбен өйрәнә, быларҙан тыш, Шәфиғи мәктәбе буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын ала. Ҡөрьәнде яттан белә һәм уны ете төр алым менән уҡый алған. Дини ғилемдең 13 фәнен һәм уға яҡын фәндәрҙе үҙләштергәндән һуң, Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани шәйех Хәммәд бин Мөслим әд-Даббас етәкселегендә рухи юлға баҫа. Алдынғы ҡарашлы һәм Бағдадтағы бөтөн остаздар кимәленә еткәндәрҙең шәйехе әл-Мөбәрәк Сәйед бин әл-Хәсәндә бәйғәт ҡыла.

   Шәйех әл-Мөбәрәк Сәйедтән шәйех Абдул Ҡадир әл- Джилани иджаза (уҡыусыларға рухи тәғлимәт биреүгә рөхсәт) һәм тәриҡәтте етәкләү хоҡуғы ала. Ул ваҡытта уға 50 йәш була. Ошонан һуң Абдул Ҡадир әл-Джилани ҡалала һәм унан ситтә билдәлелек яулай, уға илаһи һөйөү һәм илаһи ғилем юлында эҙләнеүселәр мөрәжәғәт итә. «Тәүҙә бер нисә кеше генә миңә эйәрҙе, аҙаҡ мәктәбем даими үҫте һәм артабан Бәд әл-Хилба мәсете (ул ваҡыттағы Бағдадта иң ҙур мәсеттәрҙең береһе) мине ишетергә теләүселәрҙең бөтәһен дә һыйҙыра алмай ине. Кешеләр, юлдарын май шәмдәре менән яҡтыртып, төндә лә килделәр, унда ла уларға урын етмәне. Ахыр сиктә уҡытыусылыҡ үҙәген ҡала ситенә күсерҙеләр. Халыҡ йәйәү ҙә, атта ла, ишәктә лә, дөйәләрҙә лә килде. Беҙҙең йыйылыштарға етмеш меңләп тыңлаусы йыйыла торғайны», тигән ул хәтирәләрендә.
   Шәйех Абдул Ҡадир изге ғәмәлдәр ҡылырға, ғәйеп итерҙәй эштәрҙән һаҡ булырға саҡырған. Уның кәңәштәре министрҙарға, хөкүмәт башлыҡтарына, хөкөмдарҙарға, закон сығарыусыларға һәм ябай кешеләргә йүнәлтелгән. Билдәле тарихсы ибн Ҡасир былай тип яҙған: «Абдул Ҡадир үҙенең вәғәздәрендә хата эштәре өсөн ил менән идара итеүселәрҙе асыҡтан-асыҡ шелтәләй, теләһә ниндәй сәйәси осрашыуҙарҙан ҡаса, Аллаһу Тәғәләнән тыш, бер кемдән дә ҡурҡмай, үҙенең ғәйепләүҙәрендә һәр ваҡыт ғәҙел була. Бер ваҡыт ислам донъяһы башында торған хәлиф баш судья урынына ғәҙелһеҙ кешене тәғәйенләгәс, сәййидинә Абдул Ҡадир әл-Джилани Бағдадтың үҙәк мәсетендә, үҙенең йома вәғәзендә, туранан-тура хәлифкә мөрәжәғәт итә: „Мосолмандарҙы хөкөм итергә намыҫһыҙҙарҙың иң насарын ҡуйҙығыҙ. Иртәгә Ғаләмдәр Хужаһы, шәфҡәтлеләрҙең иң Шәфҡәтлеһе алдында нисек яуап бирерһегеҙ?“ Был асыулы һүҙҙәрҙе ишеткәс, хәлиф ҡурҡышынан дер ҡалтырай. Мәсеттән күҙ йәштәре менән сығып китә һәм судьяны вазифаһынан бушата. Шәйех Абдул Ҡадир әл-Джилани кешеләрҙе холҡон төҙәтергә, фани донъяны самаһыҙ һөйөүҙе бөтөрөп, күңелдәрен таҙартырға өйрәтә. Йөрәкте Аллаһу Тәғәләгә, уның илселәре һәм әүлиәләренә һөйөү менән тултырырға, һәр эштә Пәйғәмбәргә эйәрергә, ике йөҙлөлөктән, яһалмалыҡтан, тәкәбберлектән, үҙ- үҙеңә һоҡланыуҙан, көнсөллөктән, күрәлмаусанлыҡтан, дошманлыҡтан, ялғанлыҡтан, залимлыҡтан, кенә ҡыуыуҙан ҡасырға өгөтләй. Уҡыусыларын донъя мәшәҡтәре менән генә йәшәүҙән ҡотолорға, Аллаһу Тәғәләнең ризалығына, Уның шәфҡәтенә һәм ғәфү итеүенә өлгәшеү өсөн күңел менән мөрәжәғәт итергә саҡыра.
   Шәйех Абдул Ҡадир кешеләргә уларҙың Аллаһ менән бәйләнешен яңыртыуға юл аса. Мосолмандар һәм мосолман булмағандар уны тыңларға өйкөлөшөп килә, ҡылған гөнаһтары өсөн үкенә. Бер Аллаһҡа тиңдәштәр юҡ, Уға маҡтау яуҙырырға һәм Уның йомартлығы өсөн рәхмәт әйтергә ашҡынып килә. Улар мөртәтлекте белмәгән атай-олатайҙарҙың хаҡ диненә хыянат итмәҫкә ҡарар итә. Уларҙың йөрәге, Аллаһу Тәғәләнең, Уның пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләренең һөйөүен ҡабул итеп, бер бөтөнгә әйләнә. Фани донъяға һөйөүҙәре баҡыйлыҡҡа булған һөйөүгә алмашына, бәхет эҙләү урынына, Бөйөк Аллаһ ҡанундарын ҡабул итә.
   Һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, 400-ҙән ашыу кеше яҙған лекцияларының береһендә шәйех Абдул Ҡадир шулай тигән: „Дин көсһөҙләнә бара, уның нигеҙендә тишектәр барлыҡҡа килде. Әй, кешеләр, бергә йыйылайыҡ та емерелгәнде тергеҙәйек, ҡолағанды торғоҙайыҡ! Былай булмай. Әй, Ҡояш! Әй, Ай! Әй, Көн! Бөтәгеҙ бергә килегеҙ! Әй, кешеләр, динебеҙ зинасылар, яңылыҡ индереүселәр, Аллаһтың тәртибен тәкәббер боҙоусылар, ғәмһеҙ халыҡ, яуыз залимдар һәм илаһи белемде боҙоп, хоҡуғы булмаһа ла уға дәғүә итеүселәр өсөн ҡайғырып, кешеләр ҡулдарын Күккә күтәреп, ярҙам һорай.
   Әй, Кеше! Һинең йөрәгең нисек ҡатҡан! Хатта эт тә эйәһенә хеҙмәт итә. Уны һаҡлай, оҙата, көтөүен көтә, йәнлек аулай һәм һәр ваҡыт тоғро күҙҙәре менән хужаһы өҫтәленән өлөш сығарыр, тигән өмөттә ҡарай. Ошо хаҡта уйланығыҙ һәм сағыштырығыҙ: Аллаһ биргән байлыҡ менән туйынаһығыҙ, бөтөн теләгәнегеҙҙе ҡәнәғәтләндерәһегеҙ, ә Ул ҡушҡанды бер ҡасан да үтәмәйһегеҙ, Ул тыйғандан ҡасмайһығыҙ, Уға тейеш булғанды түләмәйһегеҙ, Уның ихтыярын һанға һуҡмайһығыҙ һәм Ул тәғәйенләгән сиктәрҙе һаҡламайһығыҙ“.

                                                  Шәйех Абдул Ҡадир әл-Джилани тәғлимәте
   Бер көн Шәйех Абдул Ҡадир үҙенең уҡыусыларына „Бер кем дә һеҙҙе күрмәгән урында себеш һуйығыҙ ҙа минең янға килегеҙ“, тигән. Күптәр уның әйткәнен һүҙмә-һүҙ аңлай һәм был эште башҡаларға күрһәтмәй эшләргә кәрәк икән, тип уйлай.
   Киске намаҙға, бер уҡыусынан тыш, бөтәһе лә һуйылған себеш тотоп килә. Теге уҡыусыһын көнө буйы бер кемдең дә күрмәүе асыҡлана. Шәйех уның ҡайҙалығын һорай, әммә береһе лә белмәй булып сыға.
   Төнгө намаҙ бөтә, таң ата, теге уҡыусы һаман табылмай. Төштән һуң ғына тере себеш тотоп ҡайтып инә ул.
   - Быға тиклем ҡайҙа булдың? — тип һорай шәйех. — Һинән башҡалар бөтәһе лә себеш һуйып алып килде.
   - Әй, уҡытыусым! Һеҙ бер кем дә мине күрмәгән урында ғына һуйырға ҡуштығыҙ. Кисә көнө буйы, төн буйы, бөгөн иртән Аллаһ, Пәйғәмбәр һәм Һеҙ булмаған урынды эҙләнем. Ундай урын тапмағас, тере килеш алып килдем, — тигән уҡыусы.
   - Һеҙҙең күптәрегеҙ мин әйткәнде һүҙмә-һүҙ аңланы, — тигән шәйех, — уларҙың күңеле, ҡайҙа ғына булһа, мин һәр ваҡыт улар янында булыуын онотҡан. Кемдер беҙҙең һаран шәйех күпләп себеш әҙерләргә йыйынған, тип уйлағандыр, бәлки. Улай уйларға кәрәкмәҫ ине. Һеҙҙең арағыҙҙан берәү генә минең уның йөрәгендә тәүлегенә 24 сәғәт булыуым һәм бер ҡасан да ташлап китмәүем тураһында иҫләгән. Уның берҙән-бер теләге — миңә ҡарата хөрмәтен юғалтмай ҡушҡанды үтәү, эштең маҡсатын асырға ынтылмау һәм сәбәбен аңларға тырышмау ине. Был минең улым — минең эшемде дауам иттереүсе, ул һеҙҙе тәртипкә өйрәтер һәм яҡшы өлгө күрһәтер».

                                                             Уның Белеме
   Билдәле әүлиәләрҙең береһе әл-Ғауҫ әл-Әҙәм (Юғары Ярҙамсы), шәйех Абдул Ҡадир әд-Джилани шулай уҡ Ханбала мәктәбенең күренекле юрисы булған. Шәфиғи мәктәбе һәм имам Әбү Хәнифә менән бәйләнештә тороуы мәғлүм. Ул — Әбү әл-Хаир Хәммәд ибн Мөслим әд-Даббас (525 йылда вафат) һәм Әбү әл-Хәсән әл-Хараҡаниҙан һуң (шәйех әл-Хараүи әл-Ансари), Наҡшбәндиә тәриҡәтен дауам итеүсе уҡытыусылар араһында икенсе булған Әбү Йүсүф әл-Һәмәдәни (535 йылда вафат) кеүек билдәле әүлиәләр уҡыусыһы.
                                     Шәйех Абдул Ҡадирҙың билдәле әҫәрҙәре
   "Әл-Ғунйә ли талиби тарик әл-Хәҡҡ" («Хәҡиҡәт юлын эҙләүселәр өсөн кәрәк хәтлеһе») — Әһли Сөннәнең аҡыд һәм тәсәввуф тураһында ул осорҙа билдәле булған тәғлимәтен индереп, имам Әхмәд бин Ханбала мәҙһәбенең иң ҡыҫҡа яҙмаларының береһе.
   "Әл фәтх әр-Раббани" («Уҡытыусының асышы») — студенттар, камиллыҡ өлгөһө булған һәм рухи белем таратыусы суфыйсылыҡ юлындағы уҡытыусылар өсөн.

      Шәйех Баһауетдин: https://nazir1965.com/tarix/sh%D3%99jex-ba%D2%BBauetdin.html