Салауат

Салауат Юлаев                        Салауат

   Йүрүҙән һыуы тирәһендә боронғо ҡарағайҙарҙан ҡалған таш бағана бар. Яланға сыҡҡас та ул күҙгә бәрелеп тора. Шул бағанаға бер нисә ҡаҙаҡ ҡағылған. Салауат яуы ваҡытында унда Салауат кешеләре мылтыҡтарын элгәндәр, аттарын бәйләгәндәр.
   Хәйер, Салауат хаҡында һеҙ белмәйһегеҙҙер әле. Әгәр минән ишеткәнде кешегә әйтмәһәгеҙ мин һеҙгә бер тарих һөйләйем.
   Бик күптән булырға кәрәк, минең мәрхүм олатай уны аҙ-маҙ ғына хәтерләй ине.
   Бына ошо беҙ ултырған ерҙә ҡуйы урман булған. Айыуҙар ҡуян кеүек тегендә-бында сабышып йөрөгән. Кеше үтмәҫлек ҡарағайлыҡ булған. Бына шул урман, бөтә тирә-яҡ, арҙа халҡының ерҙәре булған. Халыҡ бик яҡшы йәшәгән. Көтөү-көтөү мал аҫраған. Көтөүҙәре күҙ күреме ерҙән дә ҙур булған. Был халыҡ бик тыныс көн иткән, бер кемгә лә теймәгән, шулай үҙ алдына йәшәй биргән. Бер заман урыҫ түрәләре башҡорттарҙы ҡайыҙлай, талай башлаған. «Халыҡ бай, ҡара, тәртип белмәй», тип, ҡыҫа башлағандар. Иң башлап ерҙәрен тартып алғандар ҙа баярҙарға һатҡандар. Мал-мөлкәттәрен алғандар. Был арҙа халҡының малын ҡырғыҙҙарҙа ҡыуып алып китеп торған. Арҙа халҡы бер нәмәһеҙ тороп ҡалған. Аптырағас, был арҙа халҡы ҡылысҡа йәбешә башлаған. Әгәр берәү яһаҡ түләтергә, йә бүтән берәй эш менән быларҙың ауылына килһә, уның күбеге лә, төкөрөгө лә ҡалмай икән. Арҙа халҡын йыуашлатырға ғәскәр ебәрә башлағандар. Былар уның һайын яман булғандар. Ҡаршы барыу бик ауырлашҡан.
   Шул ваҡытта арҙа араһынан бер батыр килеп сыҡҡан. Ҡайҙан икәнеп аныҡ ҡына әйтә алмайым, Эҫемдән шикелле. Ул батырҙы Салауат тип йөрөткәндәр. Көслө булған ул. Бер ҡулы менән егерме ботто йөн ырғытҡан кеүек итеп кенә күтәргән. Уның һуғыш күлдәге өс боттан артыҡ булған. Салауатты йәш сағында йылҡы көтөргә ҡушҡандар, тн. Көтә-көтә ул ялҡып киткән. Көтөүен ташлаған да иптәштәре янына уйнарға киткән. Уйнай башлағандар. Башлаһалар, уйынға хан, түрә юҡ. Ханһыҙ нисек уйын булһын? Салауат: «Әйҙәгеҙ беҙ бына шул һуҡмаҡ буйына, бер таяҡ ара ҡалдырып, маяк ултыртайыҡ. Үҙебеҙ атҡа атланып, шәп итеп сабып барған саҡта шул маяҡты кем ауҙара алһа, шул хан булыр», — тигән, һәр малай һанына маяҡ ултыртҡандар. Һәр кем үҙ маяғын ауҙарырға булған. Сабыша башлағандар, малайҙарҙың береһе лә маяғын ауҙара алмай икән. Салауат, бүреге менән бәреп, маяғын ауҙарған. Малайҙар:
   — Салауат, шартты боҙҙоң бит, — тигәндәр.
   — Әй аҡылһыҙҙар, — тигән Салауат, — бер таяҡ ерҙән ҡул менән нисек маяҡ ауҙармаҡ кәрәк? Мин һеҙҙән аҡыллымын икән, шулай булғас, мин түрә булдым, — тигән.
Башта улар шулай балаларса уйнағандар. Салауат һуңынан ысынлап та башлыҡ булып киткән.
   Аҙмы-күпме ваҡыт үткәс, Салауат үҫеп ир ҡорона кергән. Шул арҙаны артыҡ тағы йәбер итә башлағандар. Бер яҡтан купецтар, икенсе яҡтан Урал, Ырымбур казактары. Арҙа халҡы, эштәрҙең бик яман икәнен күреп, Салауатҡа әйтә:
   — Һин — беҙҙең батырыбыҙ. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ. Башҡорт ерҙәренән шул урыҫ, ҡырғыҙ түрәләрен ҡыуып сығар.
   Шунан һуң Салауат баярҙарға ҡаршы һуғыш аса. Көн үтмәй— ҡала, сәғәт үтмәй — ауыл алалар. Баярҙарҙың эше мөшкөллөккә ҡала. Шул ваҡытта Пугачев тигән кеше пәйҙә булған. Салауат уның менән дуҫлашып киткән. Улар икәүләп бергә күп эштәр эшләгәндәр. Күп илдәрҙе азат иткәндәр.
   Аҙаҡ казак Пугачты тотоп үлтергәндәр. Уны йүрүҙән һыуына ла батҡан икән, тиҙәр. Салауат ҡасып киткән. Хәбәр-хәтер булмаған. Аҙаҡ уны ла тотҡандар.
                                               

                                             Салауат батыр
   Урал итәгендәге түңәрәк күл буйында майҙандарҙа һис бер батырға бил бирмәҫ, сәсәнлектә һис бер сәсәнгә ал бирмәҫ, аҡыллылыҡта тиңһеҙ, бик тә мәргән атыусы, бик тә зиһенле Салауат батыр ғүмер иткән.
   Бер заман Салауат батыр тауҙан-тауға, ҡаянан-ҡаяға атылып, һунар ҡылып йөрөгән саҡта, биленә аҫҡай бер тиреһе, ҡая аҫтындағы йылғаға төшөп, түбәнгә ағып киткән.
Шул тирене Ҡырмаһаҡал батшаға тотоп алып киләләр. Батша ул тирене үҙ янында яҡшатланып йөрөгән ярандарының береһенә бүләк итә. Был тиренең тылсымлы тире булыуын әйтә:
   — Бына, — ти ул, — шул тирене алығыҙ ҙа хужаһына барығыҙ. Ошо тире тиклем генә ерен һорағыҙ. Шунан тирене яҡшы оҫтанан иләттереп, ат ҡылындай ғына нәҙек еп яһап, шул еп менән ерен үлсәп алып, башҡортто һемәйтергә кәрәк, — ти Ҡырмаһаҡал.
Шул алдаҡ менән иң әүәле башҡорттоң күҙ күреме етмәҫ ерен талап алалар. Эш тирелә түгел, кирелә булып сыға шулайтып. Тире һылтауы менән алған ергә аяҡ терәп алғас, башҡорттоң иленә лә Ҡырмаһаҡал батша түрә була башлай. Ахыр сиктә ерҙең йәме китә. Һунар ҙа ырамай. Йылғаларҙың һыуы ла кәмеп китә. Байҙарҙы Ҡырмаһаҡал батша дәрәжә бирәм тип үҙенә ҡаратҡан, ти.
   Шунан һуң Ҡырмаһаҡал батша тағы ла ҡатылыҡ күрһәтә: тирмәләрҙе туҙҙыра, ауылдарға ут һала, мал-тыуарҙы әйҙәп алып китә, халыҡты талай башлай. Түҙер әмәл ҡалмай.
Ҡарттар Салауат батырға килеп әйтәләр:
   — Илде дошманға бирмәйек, — тиҙәр,—-хәҙер түҙеп торор әмәл юҡ. Күҙ терәп торғаныбыҙ һин илдә, Салауат! — тип, уға тылсымлы ҡылыс бирәләр.
Салауат толпарына һикереп менә лә әйтә:
   — Ир яҙмышы ил ҡулында, ил яҙмышы ир ҡулында. Ҡайҙа халҡым, шунда яҙмышым! — ти.
Атын уйнатып, ҡылысын, йәшендәй балҡытып, ҡынынан һурып ебәрә лә ҡулына күмер киҫәге тотоп, оран һала:
   — Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ! Урал урманы беҙгә уҡ менән суҡмар үҫтергән. Урал иле ерен-һыуын яҡлап һуғышырлыҡ дәртле ирҙәр үҫтергән. Илде дошманға бирмәйек!
Салауат батырҙың ҡылды ҡырҡҡа ярыр һүҙҙәрен ишетеп, бөтә ир заты атҡа менгән, ҡорал таҡҡан. Салауат батырҙың оранын илгә еткереп, бөтә яҡтарға сапҡындар сапҡан.
Ирек яулашыр өсөн Салауат батыр үҙенең ғәскәрен Бүгәсәү яуына килтереп ҡушҡан. Салауат батыр Бүгәсәү батырҙың уң ҡулы булып китә.
   Ҡырмаһаҡал батша бик ҡурҡыуҙа ҡалған. Бүгәсәү батыр менән Салауат батырға ҡаршы иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ғәскәр ебәргән. Күп ҡан ҡойолған. Батша, хәлдән тайып, ғәскәр артынан ғәскәр ебәреп тора. Шунан бер аҙға һуғыш тына.
Бүгәсәү менән Салауат икенсе бер ваҡыт еткәнде көтөп, бергә күтәрелергә һүҙ ҡуйышалар ҙа, икеһе ике яҡҡа урмандарға ҡасалар.
   — Осрашырбыҙ! — ти Бүгәсәү батыр.
   — Күрешербеҙ! — ти Салауат батыр.
   Ҡырмаһаҡал батша нисек тә Салауат батырҙы ҡулға эләктерергә хәйлә эҙләй. Бер заман ул Салауат ауылындағы байҙарҙан белешеп, ғәскәре менән ул йәшәгән ҡара урманға килеп сыға.
   Салауат батыр өйҙә булмай, һунарға киткән була был саҡ, Ҡырмаһаҡал батша ҡатынының ҡотон алып, ғәскәрен баҙға йәшертеп ҡуя.
   Салауат батыр, боландай саңғыла елеп, үҙенең урман төпкөлөндәге өйөнә килеп төшә лә, уҡ-һаҙаҡтарын, тун-бүректәреп сисеп ташлай. Шул саҡта күҙ асып йомғансы баҙҙа боҫоп ятҡан һалдаттар атылып сығалар. Салауат батыр бәғзеһен һуғып йыға, бәғзеһен тибеп осора, ғәскәр тиклем ғәскәргә бер үҙе генә була. Уны тотоп алып, ҡулын көскә артҡа ҡайырып бәйләп сыуал артына килтереп йығалар.
   Шунда ғына Ҡырмаһаҡал батша, иркенләп алып, йоҡларға ята. Ғәскәрҙәрен был келәткә йоҡларға ятҡыра. Ҡырмаһаҡал батша йоҡоға китеү менән, Салауат батырҙың бәләкәй ҡыҙы сөйҙә эленеп торған әлеңге тылсымлы булат ҡылысҡа үрелә. Ҡыҙының, буйы етмәй торғанда, әпсәһе уянып китеп, улын ебәрә. Ҡылысҡа улы үрелә Салауат батырҙың. Улы ҡылысты сөйҙән алып, атаһына, сыуал артына апара. Салауат батыр ҡылыстың осон ауыҙына ҡабып, улы һабынан тотоп, аяҡ-ҡулға бәйләп ҡуйған бауҙы киҫеп өҙәләр. Шунан Салауат батыр, ярһыған арыҫландай, ырғып тороп, баяғы үҙен бәйләгән һалдаттарҙың башын ҡырҡып сыҡҡан, ти.
   Бер заман Ҡырмаһаҡал батша уянып китә. Уны-быны белмәй, бик эре атлап килә был Салауат батыр янына, сыуал артына.
Килә лә:
   — Йә, батыр, ниндәй төш күрҙең? — тип һорай.
Салауат әйтә:
   — Минең төш һиңә ярамаҫ, — ти, — үҙең ниндәй төш күрҙең?
Ҡырмаһаҡал һыңар күҙен ҡыҫа биреп, эре генә әйтә:
   — Дошманым Салауат батырҙың, ҡулдары ҡайырылып, бәйләнеп ташланғанын күрҙем, — ти.
   Шул саҡ Салауат батыр ятҡан еренән иҫе китмәй генә әйтә:
   — Мин Ҡырмаһаҡал батша ғәскәренең башы ҡырҡылып ташланғанын күрҙем, — ти.
Ҡырмаһаҡал батша, ғәскәрен барларға тип, ишеккә ынтылған икән, Салауат батырҙың тауышы тағы яңғыраған:
   — Юлың тупһанан ары уҙмаҫ! — тигән. Салауат батырҙың ҡылысы батша башын сабып осорған.
   — Үҙ башыңа булғыры! — тип, Салауат батыр Ҡырмаһаҡал батшаның башын ҡоҙғонға ырғытҡан.
   Шулай булған ул Салауат.

Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf