Сәләфит-ваһһабиттар юлы бармы?

                                               Сәләфит-ваһһабиттәрҙең юлы бармы?
     Сәләфит-ваһһабит тип Ислам диненән яҙып бер идеология юлына эйәргән радикал төркөмгә әйтәбеҙ. Элек улар ваһһабит булып йөрөһәләр, һуңғы биш-алты йылда улар сәләфиттәргә әйләнеп киттеләр. Хәҙер инде беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбенә инеп, үҙәрен хатта хәнәфиттәр тип атап, «саф» дин алып баралар имеш. Дөрөҫөндә үҙҙәре аҙашып, башҡаларҙы аҙаштырып, хәҙер инде ҡайҙа баштарын тығырға белмәй йөрөгән әҙәмдәр. Үҙҙәренең ошо идеологияһына шул тиклем сумғандарҙа, быға ҡаршы дини ғалимдарҙың яҙған, килтергән дәлилдәрен күрергә лә, ишетергә лә, уҡырға ла теләмәйҙәр. Баштарын фекерләтеп, бер аҙ уйланып, сағыштырып, тикшереп аңларға теләмәйҙәр, тик үҙ ишеткәндәрен бер ҙур ғалим һымаҡ ҡыланып башҡаларға еткерергә маташалар. Имеш «саф» дин тараталар. Күңелдәрендә һәм йөҙҙәренә сыҡҡан тәҡҡәберлек сифаты уларҙа. «Сәләфиттәр»ҙең маҡсаты аныҡ — өммәт өсөн түгел, идея өсөн хеҙмәт итеү. Был, үҙ сиратында, йәмғиәтте тарҡатыуға килтерә. Сәләфиттәрҙең нигеҙе ваһһабсылыҡта.

     Ваһһабтар кемдәр тигәнгә — улар бысраҡ алымдар ҡулланып, ялған һәм алдыҡ менән ыҙғыш-талаш, фетнә, һуғыш сығарып йөрөүселәр. Үҙҙәрен Пәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәүселәр тиһәләрҙә, сөннәт намаҙҙарҙы уҡымаусылар, Мөхәмәд ғәләйһисәләмгә салауат әйтеүҙе тыйыусылар, шулай уҡ Мәүлид байрамдарын һәм башҡа нәмәләрҙе биҙғәт (нововедение) тип тыйыусылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар үҙҙәренең бер-нисә ғалимдарының һүҙҙәренә генә таяналар, ә меңләгән ғалимдарҙың һәм төп дүрт мәҙһәб ғалимдарының ғүмер буйы өйрәнгән эштәрен иңҡар итәләр. Ваһһабтар юлһыҙ, мәҙһәбһеҙ барған, үҙ идеологияларын урынлаштырырға теләгән диндән аҙашҡан бер төркөм.
     Ваһһабтарға нигеҙ һалыусы булып Ибн Тәймиә тигән ғалим була. Зәйнулла ишан 1908 йылда «Мәҡәләт зәйнийә», «Аллаһынның хаҡиҡәте» тигән китабында яҙа: Ибн Тәймиә күп нәмәләргә ҡаршы сыға, хатта «Аллаһ» һүҙҙе маҡтау йәки иҫкә алыу өсөн түгел тигән, шулайтып Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәримендәге:

                                                               وَاذْكُرِ اسْمَ رَبِّكَ وَتَبَتَّلْ إِلَيْهِ تَبْتِيلًا
     «Үәзкүри-смә раббикә үә тәбәттәл иләйһи тәбтиләә»,
     «Раббыңдың исемен иҫкә ал, үҙеңде тотош уға арна» тигән аятына ҡаршы сыға. «Әл-Мөззәммил» сүрәһе73/8.
     Икенсе бер аятты:
                                                      الرَّحْمَنُ عَلَى الْعَرْشِ اسْتَوَى
     «Әр-рахмәәнү ғәләл-ғаршис-тәүәә».
     Әр-Рахман тәхеткә ултырҙы тип аңлата. Та-ха сүрәһе, 20 аят
     Аллаһы кеше һымаҡ ултырамы ни? Ибн Тәймиә ана шулай башҡа аяттар менән дә шундай һығымталар яһай. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең Мәҙинә ҡалаһындағы ҡәберенә барыуҙы һәм башҡа нәмәләрҙе биҙғәткә һанаған. Бер күренекле ғәрәп сәйәхәтсеһе яҙған: Дамаск ҡалаһында хәнбәли мәҙһәбенең иң ҙур ғалим-факихы Ибн Тәймиә булды, ул аҡыл тилелеге менән ыҙалай ине. Ил башы ән-Нәсир уны төрмәгә ултыртырға ҡушҡас, шунда ул бер-нисә йыл булды. Ибн Тәймиәнең әсәһе ил башы ән-Нәсирҙән уны азат итеүен үтенгәс, уны сығаралар, әммә ул бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡабаттан шунда эләгә. Нимә өсөн эләгә һуң? Сәйәхәтсе дауам итә: йома көнөнә мәсеткә барҙым, унда Ибн Тәймиә вәғәз һөйләй ине. Шул вәғәҙендә: «Аллаһ Тәғәлә күктән ошолай мин төшкән һымаҡ төшә» тип, яйлап минбәрҙән төшөп күрһәтә. Ошондай ҡылыҡтары өсөн һәм башҡа аҡылһыҙлыҡтары өсөн Ибн Тәймиә ҡабаттан төрмәгә ултыра һәм шунда үлә. Ул Аллаһ Тәғәләне әҙәм балаһы һымаҡ күрә, ишетә, күктә ултыра тип, Аллаһ Тәғәләгә һын бирә. Ана шул Аллаһ Тәғәләгә һын (образ) биреү кешене көфөрлөккә алып бара, диндән сығара һәм шуға ла ошоға эйәргән сәләфит-ваһһабтарҙы диндән яҙғандар тип әйтәбеҙҙә инде. Ҡайһы бер кешеләрҙең – улар бит башҡалар һымаҡ урамда иҫерешеп эсеп, тәмәке тарттып алйып йөрөмәйҙәр, намаҙ уҡыйҙар тигән фекерҙәре дөрөҫ түгел. Уларҙың уҡыған намаҙҙары, тотҡан ураҙалары буш ғәмәл, улар ҡабул булмай.
     Ошо Ибн Тәймиәнең һәм уның эшен дауам итеүсе уҡыусыһы әл-Джәүзийә ибн әл-Ҡаййимдең тәғлимәтен Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән һуң мең бер йөҙ йыл самаһы үткәс Ғәбдул-Ваһһаб (1703 йыл тыуа) тигән әҙәм дауам итә. Ул ХVIII быуатта йәшәгән. Уның был донъяла йәшәүен ваһһабсылар ҙа, традицион мосолмандар ҙа инҡар итмәй.
     Ғәбдел-Ваһһаб идеологияһы Исламдағы төп традицион дүрт мәҙһәбтән нимә менән айырыла һуң? Ғәбдел-Ваһһаб заманында Хижаз ғәрәптәре һәм башҡа ғәрәптәр ҙә төрөктәрҙең Ғосманлы хәлифәт-солтанлығына буйһонған ине. Ғәбдел-Ваһһаб сәғудтар ырыуы менән Хижаз ерҙәрендә баш күтәреп үҙ хакимиәттәрен урынлаштырырға йыйынғас бер ҡаршылыҡҡа килеп төртөләләр. Уларға мосолман солтанына — хәлифәткә ҡаршы фетнә сығарып мосолман ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыш башлауҙы аҡларға тура килә. Мосолмандың мосолманға ҡаршы сығып, бер-береһен үлтереү ярамағаның хәҙистәрҙән һәм Ҡөръән аятынан беләбеҙ:
     وَمَن يَقْتُلْ مُؤْمِنًا مُّتَعَمِّدًا فَجَزَاؤُهُ جَهَنَّمُ خَالِدًا فِيهَا وَغَضِبَ اللَّهُ عَلَيْهِ وَلَعَنَهُ وَأَعَدَّ لَهُ عَذَابًا عَظِيمًا
     "Үә мәй-йәҡтүл мүьминәм-мүтәғәм мидәң фәджәзәә-үһү джәһәннәмү хаалидәң фииһәә үә ғаҙыибә-ллааһу ғәләйһи үә ләғәнәһү үә әғәдә ләһү гәҙәбәң ғәҙыиимәә".
     "Ә кемдер белә тороп мөьмин үлтерә икән, уның язаһы тамуҡ. Ул мәңге шунда ҡалыр. Аллаһ бик ныҡ асыуланып, ләғнәтәләп уға оло яза әҙерләгән". Ән-Нисә сүрәһе, 93 аят.
     Был Ғәбдел-Ваһһабтың төп дүрт мәҙһәбтең дини ҡарашына, инаныуына ҡаршы сығыу була һәм ҙур гонаһ булып һанала. Бына шунда ибн Ғәбдел-Ваһабтың башына уй килә: дүрт мәҙһәбтән айырмалы булараҡ мосолмандарға ҡаршы һуғыш асыуҙы рөхсәт иткән яңы идеология уйлап сығарыу. Был идеологияның традицион Исламдан ысын айырмаһы — мәҙһәбтәрҙе «саф Ислам»ға индерелгән бидғәт-хөрәфәт тип иғлан итеү, төрөктәрҙе дингә иң ҙур зыян һалыусы, боҙоҡлоҡтар индереүселәр тип иғлан итеп, ғәрәп халҡын уларға ҡаршы һуғышыуға ҡотортоу. Төрөктәрҙең Хәнәфи мәҙһәбендә булыу сәбәпле ваһһабсылар хәнәфи мәҙһәбен бигерәк тә өнәмәй, был бөгөн дә һиҙелеп тора. Быға «дәлилдәр» ҙә табыла: Хәнәфи мәҙһәбе мәрхүмдәрҙе иҫкә алыуҙы, ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыуҙы тыймай. Ғәбде-Ваһһаб быны һөйәктәргә, үлгәндәргә табыныу тип иғлан итә һәм төрөктәргә ҡаршы һуғышыу хәләл тип фәтүә сығара. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткәнде: «Мин элек ҡәберҙәргә барыуҙы тыйһам да, хәҙер мәрхүмдәрегеҙҙе зыярат ҡылығыҙ», — тип, ҡәберстанға барып, сәләм биреү доғаларын өйрәтеп ҡалдырһа ла, ваһһабсылар бөгөн дә, традицион ислам тотоусыларын, йәғни хәнәфиләр һәм башҡа мәҙһәб әһелдәре «һөйәктәргә, үлектәргә барып табыналар» тип, мосолмандарҙы ла, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәре дә мыҫҡыллайҙар. Һәм башҡа үҙҙәре уйлап сығарған юҡ-барҙы мосолмандарҙы һәм башҡаларҙы үлтереүгә һылтау булһын өсөн ҡулланалар. Улар өсөн намаҙ уҡымаусылар кафыр бит. Ә Ғәбдел-Ваһһаб кәферҙәрҙе үлтерегә өндәгән. Беҙҙең динебеҙ буйынса кеше мосолман һаналһын өсөн «Ләә иләһә иләллааһу Мөхәммәдүр Расүлүллаһу» тип шәһәдәт әйтеү етә. Бындай иманы булған кеше, намаҙ ҡылмаһа ла, гонаһлы мосолман булып һанала. Радикалдар иһә кеше намаҙ уҡымай икән, ул мосолман булып һаналмай тиҙәр. Улар «Кем Аллаһ күктә тип инанмай – шул кафыр». Ә сөнниҙәр: «Аллаһ урынға, йүнәлешкә һәм башҡа нәмәләргә лә мохтаж түгел», — тиҙәр. Ваһһабсылар мосолмандарға ҡаршы бындай боһтан, яла яғыу, бәхәсләшеү менән генә сикләнмәй. Шул ялғандарын дәлил итеп «йыһад»ҡа – изге һуғышҡа күсә. Ана шул ваһһабтар ойошторған изге һуғыш һөҙөмтәләрен бөтә донъя буйынса күрәбеҙ. Шарлатыуҙар, терактар, ғәрәп яҙҙары Ливияла, Иракта, Сирияла һәм башҡа күп ерҙә булды. Шулай уҡ беҙҙең илдә Дағстанда, Ингушетияла, Ҡабарҙы-Балҡарияла көн һайын тиерлек теракттар булды. Шул ваһһабтар Чечняла күпме халыҡты ҡырҙы.
     Ваһһабсылыҡ йоғонтоһо беҙҙең яҡтарға егерменсе быуат башында уҡ үтеп ингән. Зәйнулла Расүлевтың хеҙмәттәрендә лә, «Дин үә мәғишәт» журналының 1911 йылғы һандарында ла «Ваһһабиҙар кем була?» дини-ғилми яҙмаларҙы күрергә мөмкин. Әммә революциянан һуң динде ҡыҫҡастар, был болғансыҡ туҡрап ҡала. Горбачев хакимиәткә килеп, үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғас динде өйрәнергә, йәйелдерергә мөмкинлек бирелә. Әммә шуның менән мәҙһәбеҙгә ҡаршы булған ағымдар үтеп инә һәм был йоғонто әле лә дауам итә. Ваһһабсылыҡ бөтә республика-өлкәләрҙәге мәсет-мәҙрәсәләргә, назараттарға үтеп инде. Әлеге ағымдың милләтебеҙгә, динебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә килтергән зыяны тураһында йөҙ йылдар элек үк матбуғатыбыҙҙа яҙылған бит. Ләкин бер быуат элек булған ваҡиғаларҙың иҫкәртеүҙәрен онотҡанбыҙ.
     Бөгөн мосолмандарҙы үҙ-ара ыҙғыштырыу өсөн мосолман секталары, бигерәк тә ваһһабсылыҡты ХХ быуатта ғына уйлап сығарҙылар тигән фекер киң таралған, әммә был хата фекер. Мосолман секталары 1400 йыл элек барлыҡҡа килә башланы. Ғәли хәлиф булып ил башында торғанда, мәҫәлән, харижиҙар, йәғни исламдан сығыусылар сектаһы барлыҡҡа килде. Урта быуаттарҙа хәрижиҙәр бәләкәй гонаһ ҡылыусыны ла диндән киткән тип һанаған һәм үлем язаһына хөкөм иткән. Тарихтан билдәле булғанса, ике тоғро хәлиф Ғосман р.г. менән Ғәли р.г. лә хәрижиҙәр үлтергән.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеп ҡалдырған: «Мосолмандар 73 сектаға бүленер, шуларҙың береһе генә ҡотолор», — тип. Үҙҙәренең сектант булыуҙарын йәшерергә тырышҡан сектанттар, һис шикһеҙ, был хәҙисте инҡар итә. ХХ быуатта империалистик көстәр мосолман секталарын үҙ сәйәси маҡсаттарында бик актив ҡуллана башланылар. Харажиҙарҙың рухи дауамсылары булған ваһһабсылар сектаһы сәйәсәттә бөгөн ҡот осҡос рәүештә ҡулланыла. Бар ерҙә ошо ваһһабсылыҡ идеологияһына таянып саф динселәр «изге»һуғыш алып бара. Статистика буйынса донъя күләмендә, мәҫәлән, Афғанстанда, Иракта, Сирияла һәм башҡа ерҙә башҡарылған был теракттарҙың ҡорбандарының 88 проценты мосолмандар. Кавказ республикаларында был һан 99 процентҡа етә. Һығымта яһап ҡараһаҡ, ваһһабсылар «изге һуғыш»тарын кемгә ҡаршы алып бара була һуң? Улар «йыһад»тарының төп объекттары — «бидғәткә, хөрафәткә сумған» әһле мәҙһәб, әһле сөннәт мосолмандары булып сыға.
     Ваһһабсылар Ғәбдел-Ваһһабты бөйөк ғалим, ҙур шәйех тип күккә сөйөп маҡтайҙар, әммә ни өсөндөр үҙҙәрен «Ибн Ғабдел-Ваһһаб эйәрсендәре» йәғни «ваһһабсы» тип атауҙан ситһенәләр, хатта, хурланалар. Был, әлбиттә, юҡҡа ғына түгел, хурланырлыҡ сәбәптәре бар – ошо донъялағы ваһһабсылар тарафынан алып барған ҡырылышты танығылары килмәй. Беҙ, традицион ислам вәкилдәре — хәнәфиҙәр — имам Әбү Хәнифәгә эйәреүселәр тип ғорурланабыҙ. Сөнки беләбеҙ хәнәфи мәҙһәбенең Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ла, йәмғиәт алдында ла оялырлыҡ, хурланырлыҡ ғәмәлдәре юҡ, беҙ бит меңләгән-меңләгән ғәйепһеҙ кешене үлтермәнек. Башҡа мәҙһәб әһелдәре лә — беҙ шәфиғиҙәр, беҙ мәликиҙәр, беҙ хәнбәлиҙәр, тип ғорурланалар. Хатта, традицион булмаған шиғыйҙар ҙа, әһле шиғый булыуҙарынан ситенһенмәй. Ваһһабсылар был хурлауҙарына төрлө аҡланыуҙар таба, имеш уларҙы ваһһабит тип атағанда шәйехтәренең «Ибн Ғәбдел-» тигән һүҙҙәре төшөп ҡала. Әхмәд ибн Хәнбәл мәҙһәбе әһелдәре үҙҙәрен хәнбәлиҙәр тип атауҙа бер төрлө лә оят һиҙмәй һәм имам Ғабделҡадир Джәйләни мәшрабы әһелдәре лә үҙҙәрен ҡадирисылар тип атауҙан оялмай.
     Ютуб каналда, бер видеола Сауд Ғәрәпстанының элекке мөфтийе Ибн Баазға (1910—1999) һорау бирәләр: «Һеҙҙе ваһһабсылар тип аталыуға ҡарашығыҙ нисек тигәнгә, — был исемдән оялмағыҙ, ул тәүхид һәм иман юлы тигән». «Ваһһабит исемен йөрөтөгөҙ» — тип фәтүә биргән, был хаҡта [Ибн Баз, «Фатава Нур аля ад-Дарб», стр. 18. Дар аль-Ватан], үҙ китабында яҙған. Шуға ваһһабсы тигән исемдән улар ни эшләп оялалар – ҡотҡо һәм һуғыш нигеҙен тәшкил иткән идеологияға таяныуҙарын бөгөнгө сәләфиттәр аңлайҙар, әммә бер баҫҡан юлдарынан сығыу тағы хурлыҡҡа төшөрә, үҙҙәренә эйәргән меңләгән кешегә нимә тип аңлатырға һуң?
     Ваһһабсылар Ғәбдел-Ваһһабты ғалим тип атауҙары дөрөҫ түгел. Ғалим — мосолман дине тураһында тәрән мәғлүмәтле һәм Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәүсе кеше. Ғалимдар иң ҡәҙерле Ҡөръәнде, хәҙистәрҙе һәм 4 мәҙһәбте (исламдағы дини — хоҡуҡи мәктәптәре) таный. Уҡый-яҙа булыуына ҡарамаҫтан, Ғәбдел-Ваһһаб мәҙһәбтәрҙе танымаған. Изге Ҡөръән аяттарын һәм Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ хәҙистәрен үҙе аңлағанса ғына аңлатҡан, мосолман өммәтенең фекерен һанға һуҡмаған. Ул Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәхәбәләрен тәнҡитләгән, сәхәбәләргә маҡтаулы урын яҙылған хәҙистәрҙе кире ҡаҡҡан. Шуның менән ул Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ: «Минең сәхәбәләрем артынан барығыҙ, улар һеҙгә хаҡ юл күрһәтер», тигән өйрәтеүен юҡҡа сығарған. Мөхәммәд ибн Ғәбдел — Ваһһабтың иң ҙур аҙашыуы — үҙ идеологияһына эйәрерғә теләмәгән һәр кемде кафыр тип атау. Ошо ғәмәле менән ул Пәйғәмбәрҙең ﷺ: «Кем мосолманды кафыр тип атай, шул үҙе Аллаһ Тәғәләгә ышанмай», — тигән һүҙҙәрен инҡар итә.
     Мөхәммәд ибн Ғәбдел-Ваһһаб ғалим түгел. Ысын ғалим кешегә дөрөҫ юл һайларға булыша, ә ул үҙенә эйәреүселәрҙе хата юлға баҫтыра. Уның Изге Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә ҡаршы булған тәғлимәте ҡурҡыныс тиҫкәре хәлдәрҙең сәбәбенә әйләнде, мосолмандар араһында дошманлыҡ тыуҙырҙы.
     “Ваһһабсы" һүҙен ҡулланырға яраймы тигәнгә, Ғәбдел-Ваһһаб шәкерттәрен иҫтә тотоп «ваһһаби» һүҙен ҡулланыу мосолмандарға рөхсәт ителә. Ҡайһы бер ғалимдәр Ғәбдел-Ваһһабҡа эйәреүселәрҙе «аҙашҡандар» тип атай, икенселәре уларҙы аҙашҡан сәләфиттар тип йөрөтә. Тик фәнни әҙәбиәттә «ваһһаби» термины йышыраҡ ҡулланыла.
     Мосолман «ваһһабсылыҡ» һүҙен Аллаһтың гүзәл исемдәренән береһе булған Әл-Ваһһаб (Бүләкләнеүсе) һүҙенә тиңләштерергә тейеш түгел. Шулай уҡ «шәфисы» һәм «мәлики» һүҙҙәре дә Аллаһтың гүзәл исемдәре Әл-Мәлик (Батша, Хужа, Хөкөмдар) һәм Әш-Шәфи (Сихәтләүсе) һүҙҙәре менән туранан-тура бәйләнмәгән. Улар мәҙһәбтәргә (дини тәғлимәттәр) нигеҙ һалыусы имам Мәлик һәм Шәфиғи исемдәренән яһалған. Ваһһабсы — Ғәбдел-Ваһһабҡа эйәреүсе кеше. Ваһһабсылар һәм Аллаһтың гүзәл исеме араһында бер ниндәй уртаҡлыҡ та юҡ һәм булырға мөмкин дә түгел. Был кешеләрҙең хеҙмәте мосолман дине принцибына һәм ғәмәлдәренә ҡаршы килә. Мосолман бары тик Мөхәммәд ибн Ғәбдел-Ваһһаб өйрәтеүенә эйәреүсене генә «ваһһабсы» тип атай ала.
     Ошонан сығып бөгөн үҙҙәрен «ваһһабит» түгел, ә «сәләфит» тип атаусылар кемдәр тиһәк, улар үҙҙәрен Ислам дине тарала башлаған тәүге 300 йыл осорона, сәхәбәләр, тәбиғи-тәбиғиндарға эйәрәбеҙ тиҙәр. Сәләф һәм ваһһабиттарҙың иң ҙур дошманы суфыйҙар бит. Суфыйсылыҡ (тасаууыф) — ябай тел менән әйткәндә үҙеңде тулыһынса Аллаһҡа бағышлау, донъя мәшәҡәттәрен ташлап зекерҙә, доғала һәм ғибәҙәттә булыу тигәнде аңлата. Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ Хира мәмерйәһенә инеп, аскетлыҡҡа (бер үҙе генә яңғыҙ булыуы) ҡалып шунда зекер һәм фәлсәуи уйҙарҙа ултырыуы суфыйлыҡтың башланғысы түгелме? Әллә ярғанаттарҙы һанап ултырғанмы?
     Хәҙер Сәйед әфәнденең «Бәрәкәтле белемдәр хазинаһы» китабынан өҙөк уҡыйыҡ: Пәйғәмбәребеҙ кешеләрҙең иң яҡшылары – ул йәшәгән быуатта йәшәүсе, уның сәхәбәләре булыуын әйткән. Уларҙан һуң иң яҡшылары булып, киләһе быуатта йәшәгән эйәреүселәр тора. Ә уларҙан һуң – киләһе быуатта (өсөнсө) уларға эйәрәсәк кешеләр. Сәхәбәләрҙең ҡайһы берҙәренә әле йәшәгәндә үк Йәннәт тураһында яҡшы хәбәр еткерелгән. Бындай сәхәбәләрҙең береһе — Әбү Бәкер. Шулай уҡ Йәннәт тураһында хәбәр еткерелгән Ғүмәргә ҡарата, Пәйғәмбәребеҙ өҫтәп: «Әгәр минән һуң тағы пәйғәмбәр булһа, ул Ғүмәр булған булыр ине», — тигән. Был ышаныслы һәм дөрөҫ хәҙис. Китаптың авторы, уны килтереп, бөтөн өммәтте шул сәхәбәләр һәм уларҙың дауамсылары артынан эйәрерғә саҡырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә хәҙер яңынан шул уҡ һорау килеп тыуа: сәләфит-ваһһабсылар үҙҙәре уларҙың юлдарынан баралармы һуң?
     Пәйғәмбәребеҙҙең көрәштәше Әбү Бәкер Исламдың белемдәрҙе берәүҙән икенсегә тапшырыу (нәҡел) менән бәйле булыуын әйткән. Үҙ ҡараштарынан сығып, бер нәмә тураһында ла фекер йөрөтөргә ярамай, сөнки Ислам һәр кешенең айырым ҡараштарына һәм нәтижәләренә ҡоролмаған. Ислам дине нәҫел буйынса бер быуындан икенсе быуынға белемдәр тапшырыу сылбыры менән тоташҡан алтын сынйырға оҡшаған. Ә хәҙер аҡыллы кеше шуны уйлап ҡараһын: сәләфтәр Әбү Бәкерҙең был һүҙҙәренә эйәрәләрме? Беҙ ваһһабтарҙың хатта «Мохтасар»ҙы ла уҡымайса, бары тик «Дүрус-үш-шифәһийә» дәреслеге буйынса ғына белемдәр алып, бәләкәс балалар кеүек, нисек Ҡөрьәнгә аңлатма биреүҙәрен күрәбеҙ. Әбү Бәкер, Аллаһы Тәғәлә Күк Тәхетендә (Ғәрштә), ултыра тип әйткәнме һуң? Ваһһабитсылыҡҡа нигеҙ һалыусы Ғәбдел-Ваһһаб мосолман йыл иҫәбе буйынса 1111 йыл тыуған, ә 1202 йылда үлгән. Әгәр ул, беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ ваҡыттарынан мең йыл дауамында имамдар, ғалимдар һәм асыҡ күңелле суфиҙар әйткәндәрҙе кире ҡаҡҡан һәм уларға яла яҡҡан икән, ҡайһы сығанаҡтан белем ала алған һуң? Беҙ алдараҡ әйтеп үткәнсә, уға белемде инглиз шпиондары биргән. Ул кемдәрҙе ялғансы һәм кәферҙәр итеп күрһәтә һуң? Мосолман йыл иҫәбе буйынса 261 үлгән Әбү Йәзид әл-Бастамины ваһһабиҙар кафыр тип һанайҙар. Уның остазы — Джәғфәр Садык. Джәғфәр Садыҡтың атаһы Мөхәммәд Бәкер — Ғәли Зәйнулғабидиндың малайы. Ә ул, үҙ сиратында, — Пәйғәмбәрҙең көрәштәше Ғәлиҙең улы Хөсәйендең һәм Пәйғәмбәребеҙҙең күҙ нуры — ҡыҙы Фатиманың улы. Джәғфәрр Садыҡтың нәҡшбәндиә тәриҡәте буйынса дини оҫтазы — Әбү Бәкерҙең улы Мөхәммәдтең улы Ҡасим булған. Ҡасимдың остазы Сәлмән әл-Фариси, ә уның остазы Пәйғәмбәребеҙҙең көрәштәше Әбү Бәкер булған.
     Пәйғәмбәребеҙ Әбү Бәкерҙе үҙенең хәлифәһе итеп, уға: «Мин һинең йөрәгеңә, үҙемдең йөрәгемдә булған белемдәрҙе һалдым», — тигән. Сәлмән әл-Фариси мосолман йыл иҫәбе буйынса йылда 33, Пәйғәмбәрҙең көрәштәше Ғосман идара иткән ваҡытта үлгән. Ғәлинең Хөсәйен улы 61 йылда үлтерелгән, ә Зәйнелғабидин 94 йылда, Мөхәммәд Бәкер 117 йылда, Джәғфәр Садык 148 йылда, Муса Ҡазыйм 183 йылда, Мәғруф Ҡарһи 201 йылда, Ғәли Риза 202 йылда, Джөнәйд әл-Бағдади 298 йылда, Йософ Һәмәдәни 535 йылда, Мөхәммәд Бохари 791 йылда үлгәндәр. Ғәбдел-Халик Ғөждуүәни имам Мәликтең нәҫеленән булған. Имам Раббани Әхмәд Фәруҡ 1046 йылда үлгән, ул Пәйғәмбәрнең көрәштәше Ғүмәр нәҫеленең 28-се быуыны булып тора. Имам Әбү Хәнифә 150 йылда үлә. Ул үлгән төндә имам әш-Шафиғи тыуған. Имам Мәлик 179 йылда, ә имам Әхмәд 216 йылда үлә. Юғарыла һанап үтелгән Ислам етәкселәрен (мәҙһәб) ваһһабтар шулай уҡ көфөрлөктә ғәйепләйҙәр. Ә бәлки улар дүрт имамды ябай, үҙҙәренән бер нәмә менән дә айырылмаусы кешеләр тип һанайҙарҙыр? Әгәр уларҙың (мәҙһәб имамдарының) айырым мөмкинлектәре йәки бары тик кәрамәттәре тураһында һөйләшһәк, бының өсөн тулы китап яҙырға кәрәк, әммә быға ваҡытты ҡайҙан алырға һуң?
     Пәйғәмбәрҙең ﷺ көрәштәше Ғүмәр, Ҡөръән һәм хәҙистәргә таянып, өс тапҡыр айырылышҡандан һуң, шәриғәт буйынса никах тарҡала, тип әйтеүселәрҙән булған. Бының менән дүрт имам һәм башҡа күренекле ислам ғалимдары лә килешкәндәр. Ваһһабиҙар иһә Ғүмәрҙең фекерен ҡабул итмәгәндәр һәм әле лә ҡабул итмәйҙәр. Уларҙың Ғүмәрҙең ҡарары менән килешмәүенең сәбәбе ниҙә һуң? Был, уларҙың фекеренсә, Ғүмәр ебәргән хата булған. Улай булғанда Ғүмәр, үҙе дөрөҫ юлда була тороп, башҡаларҙы аҙашыуға төшөрөүсе кеше була. Был осраҡта Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бындай насар ғәмәл ҡылған кеше тураһында: «Әгәр миннән һуң пәйғәмбәр булһа, ул Ғүмәр булған булыр ине», — тигән һүҙҙәренә лә бәйләнергә кәрәк. Моғайын, Ғүмәрҙең ҡарары Пәйғәмбәрҙең ﷺ үлеменнән һуң сығарылғанлыҡтан, ваһһабиҙар Ғүмәрҙең ҡарарының дөрөҫлөгөнә ышанмайҙарҙыр. Әгәр ул дөрөҫ икән, ниңә һуң уға ул йәшәгән саҡта уҡ аңлатма бирелмәгән? Әммә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғүмәр был ҡарарын сығарғансы үлһә лә, Аллаһы Ғүмәргә Йәннәт тураһында һөйөнөслө хәбәр еткергән. Ул саҡта ошолай килеп сыға: Йәннәт тураһында һөйөнөслө хәбәр алған Ғүмәр күпме кешене аҙашыуға төшөргән һәм Аллаһының Пәйғәмбәрен ﷺ тыңламаған?! Был осраҡта уны ла ғәйепләргә кәрәк булып сыға... Әстәғфируллаһ!
     Әгәр ваһһабиҙар Ғүмәрҙе хаҡһыҙ тип һанамауҙарын әйтәләр икән, ул хаҡлы булғас, ни өсөн һуң улай булғас улар уға эйәрмәйҙәр? Бәлки улар үҙҙәренең белемдәре күберәк, һәм улар Исламды уға ҡарағанда күберәк ысын күңелдән үтәйҙәр тип һанайҙарҙыр? Аллаһы бөйөк! Әгәр улар Ибн Ғаббас һүҙҙәренә эйәрәләр икән, ул түбәндәге аятҡа аңлатма бирмәгәнме әллә:
                                                           وَأَن لَّيْسَ لِلْإِنسَانِ إِلَّا مَا سَعَى
     "Үә әл-ләйсә лил'иң-сәәни илләә мәәсәғәәң".
     "Һәр кемдең үҙе тапҡаны үҙенә". Ән-Нәджм,53/39.
     Ни өсөн һуң улар был аятҡа аңлатма биргән Ибн Ғәббастың һүҙҙәренә буйһонмайҙар? Мосолмандар! Ваһһабиҙар — тирә-йүндәгеләргә үҙҙәренең һөйләгәндәре дөрөҫ тип аңлатыусы кешеләр, әммә ысынлыҡта уларҙың ғәмәлдәре дөрөҫ түгел. Әгәр ысын күңелдән Ислам юлынан барырға теләйһегеҙ икән, уларҙан һаҡланығыҙ! Уларҙың Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәләрен һәм унан һуңғы ике быуат кешеләрен маҡтауы бик һәйбәт килеп сыға, әммә шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре уларға эйәрмәйҙәр!
     Был китапта пәйғәмбәребеҙ сәхәбәһе Ғүмәр хәҙрәттең ысын кәрамәттәре тураһында тарихта ҡалғанын һәм башҡа ғалимдар, әүлиәләр тураһында яҙылған. Ә сәләфиттәр бит бындай нәмәгә ышанмайҙар. Шуға ла мәҫәлән «Әл-Әзхарҙә» өс курс бөткән Ишмурат Хәйбуллин Россия буйлап меңләгән эйәреүселәр ҡалдырған Ислам диненең остазы булған Зәйнула ишандан үҙен өҫтөн тип һанамаймы? Ишморат хәҙрәттең ғәрәп теле грамматикаһы һәйбәт, дауам итһен шул эшен, белмәгәненә оролмаһын. 
     Элекке мөфтийебеҙ Нурмөхәмәт хәҙрәттең замы Руслан Саяхов «100 лет ДУМ РБ» тигән китабында яҙа: «только около 10% учившихся в «Аль-Азхаре» закончили университет и получили высшее религиозное образование. Остальные студенты проходили две-три ступени средней школы, возможно, один-два курса основного факультета, после этого обучение прекращали. Основной причиной этого обстоятельства, безусловно, было незнание арабского языка. Студент, особенно в первые годы обучения, тратил много времени и сил на языковую подготовку. Кроме этого студент сталкивался с финансовыми проблемами, бюрократией при оформлении документов, адаптацией к непривычному образу жизни, обычаям, менталитету».
     «Среди критических оценок были такие, как поверхностное отношение к организации уроков, беспорядок и низкий уровень преподавания на начальных ступенях обучения, отсутствие контроля за посещаемостью, растянутость учебного процесса, отсутствие возможности пересдачи экзаменов, переполненность и несоответствие современным требовеяниям учебных аудиторий, запутанные и непостоянные правила обучения (это об Аль-Азхаре) ».
     Унда өс йыл уҡыу, беҙҙең ауыл мәктәбенең тәүге өс классының әлифба таныуына тиң тип яҙа. Ғәрәп әлифбаһын өйрәнеү һәм һүҙҙәр теҙмәһен уҡыуға өйрәнеү тей. Бынан башҡа грамматикаһына, орфографияһына һәм башҡа нәмәһенә өйрәнә башлаһаң күпме ваҡыт киткәнен күҙ алдына килтерегеҙ.
     Бөгөнгө көндәрҙә ғәрәпсә уҡырға өйрәнәләрҙә һәм үҙҙәрен әллә кемгә һанай башлайҙар. Ысынында Ҡөръән 1400 йыл элек төшөрөлгән. Шул ваҡытҡа ҡайтайыҡ, кем хәҙер төрки-фарсы һүҙҙәренән торған боронғо башҡорт телендә һөйләшә ала? Шул уҡ урыҫ телен алайыҡ, бик һирәк кеше бөгөнгө мат ҡатышҡан урыҫ теленән башҡа, боронғо беҙ аңламаған старорусский разговорной речь барлығын беләме икән? Шулай булғас Ҡөръән төшкәндә ғәрәптәрҙең бөгөнгө ғәрәп телендә төшкән икән тип уйлау ахмахлыҡ. Шуға күрә тура тәржемәләр Ҡөръәндең бик күп мәғәнәһен юғалта, кешене аҙаштыра. Ҡөръән уҡый белеү бер кемде лә ғалим итмәй, уның өсөн шул дәүергә ҡайтып, шунда тыуып-үҫеп, ғүмерҙе тик дингә бағышлағанда ғына бер аҙ Ислам белеменә эйә булырға мөмкин. Шуға ла беҙгә тик боронғо дин ғалимдарының эшенә, улар беҙгә еткергән дингә генә таянырға ҡала. Ә Ғәбдел-Ваһһаб һәр кемгә, һәм хатта Ҡөръәнде әле уҡымаған кешеләргә лә, ул уны үҙҙәре аңлағанса һәм үҙҙәре яһаған һөҙөмтәләр буйынса аңлатырға рөхсәт иткән, улар шулай эшләгәндәр һәм бөгөнгө көндә лә шулай эшләйҙәр.
     Ана шуға «Әл-Әзҡәрҙың выпуснигемен тип маҡтаныу кәрәкмәй, тулы курс 9 йыл һәм дауамы бар. Был турала шунда өс курс бөткән мөфтий Бирғәлин Айнур хәҙрәт үҙе лә был хаҡта ютубта һөйләй. Бирғәлин ваҡытында Үзбәкстан Республикаһы «Мир-Араб» мәҙрәсәһен 4 йыл һәм Ташкентә 9 йыл «Имам Бухари» тигән Ислам унивеситендә уҡыған мөфтий Нурмөхәмәт хәҙрәт менән тиңләшә аламы? Шул белем етмәү арҡаһында ваһһабиҙарҙы маҡтай бит Фидан хәҙрәт. Шәхесебеҙ Сәғит Исмәғилов Ишморатҡа яңылышаһың, ваһһабитарҙың юлы яңылыш тип әйтмәгәнме? Әйткән бит. Хәйбуллин менән бергә уҡыған егеттәр бөтәһе лә эш табып башҡаларҙы уҡытҡанда, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар күҙ йәше түгеп, интернет селтәрендә сит илдә уҡып ҡайтҡан егеттәрҙе һыйҙырманылар тип иланылар бит. Кемдәр булды һуң был егеттәр? Бер Ишмораттыр. Уның менән бергә уҡыған Тулҡын хәҙрәт ул беҙҙән айырылып башҡорт йәштәр төркөмөнә китте, һунынаң ваһһабсылыҡҡа бирелде тей. Саҡырҙыҡ, һөйләшәйек тинек, тик Ишморат тәҡҡәберләнеп үҙ позицияһында торҙо һәм тора.
     Бөгөнгө көндә сәләфиттәр нимәгә килеп төртөлдө? Болгар академияһы президенты Камил Исхаков һөйләй: Быйылғы йылдың (2017) 7 февралендә беҙҙе Сауд Ғәрәбстаны короле ҡабул иткәндә бик һөҙөмтәле һөйләшеү булды, бында Татарстан президенты Рөстәм Миңнеханов ҡатнашты. Беҙ барыбыҙ ҙа шунда булғанда, король бер нисә мөһим рәсми белдереү яһаны. Ул бер ҙә икеләнеп тормайынса: «Беҙ – ваһһабсылар түгел», – тип белдерҙе. Сауд Ғәрәбстанын йыш ҡына ваһһабсылыҡ менән бутайҙар бит. Минең өсөн был шаҡ ҡатҡыс хәл ине. Сөнки миңә руханиҙҙәр доньяһы таныш, был машина, механизмдың нисек эшләгәнен беләм. Һәм король үҙ өҫтөнә шундай ҙур яуаплылыҡ алып: «Юҡ, Сауд Ғәрәбстаны ваһһабсылар ояһы түгел», – тип белдерҙе.
     Королдең икенсе белдереүе лә бик ҡыҙыҡ ине. Ул беҙгә былай тине: «Мин өс диндең барыһы да бергә бер үк ваҡытта һәм дуҫ йәшәүе яҡлы һәм был дөрөҫ тип һанайым». Өс дин тигәндә ул ислам, христиан һәм иудаизмды күҙҙә тотто. Был да бик мөһим белдереү, сөнки быға тиклем Сауд Ғәрәбстанының бер етәксеһе лә бындай һүҙҙәрҙе әйткәне юҡ ине. Һәм шулай уҡ 2018 йылда Сауд Ғәрәбстанының принцы Мөхәммәд ибн Сәлмән «Вашингтон пост» тигән гәзеткә интервью биргәндә элек ваһһабсылыҡты (салафизм) идеологияһын донъяла, шул рәттән СССР-ға Көнбайыш илдәре ҡушыуы буйынса тараттыҡ тине. СССР -ҙағы мосолмандырҙы ыҙғыштырырға, талаштырырға һәм совет илен тарҡатыр өсөн тей. Сауд Ғәрәбстанының беҙ элек ваһһабтар иле тиһәктә ысыныда унда сунниттәрҙә, шииттәрҙә бар, Хәнбәли мәҙһәбен тоталар. Һуңғы йылдарҙа мәүлидтәр, суфыйҙарҙың зекерҙәрен киң үткәрә башланылар. Видеоларҙы аҫтағы ссылкаларҙа ҡарағыҙ. 
     Бөгөнгө көндә сәләфиттәрҙе кем үҙенә һыйҙырыр икән? Саудтар ил үҫешен тотҡарлаған радикализмды алып ташлап үҫешкә китте. Сәләфиттәр кемгә таянырға белмәй хәҙер, юлдары ла ваһһабсылыҡтың идеологияһында. Ынтылһындар белемгә — юлдар асыҡ, аҡты ҡаранан айырһындар, үҙҙәрен бер лидерҙарына һуҡыр сысҡан һымаҡ эйәрмәһендәр. Һәр кем хаталы була бит, бер кешенең фекеренә генә таянмаһындар.
     Дин — ул традиция. Һәр урыңдын традицияһы бар, хатта ғәрәптәрҙә лә. Әлеге йәштәребеҙ ғәрәптәр шулай кейенә тип, шуларҙың да кейемен кейеп маташалар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында рәсүлебеҙҙең дошманы Әбү Джәһил шул уҡ ғәрәп кейемендә булған, динлеләрҙән айырылыр өсөн айырым кейем кейеп йөрөмәгән. Сәләфиттәрҙең беҙ генә хаҡлы, беҙ ғәрәптәр һымаҡ уҡыйбыҙ, беҙҙең олатай-бабайҙар намаҙҙы дөрөҫ уҡымаған, уларҙың традициялары миңә нимәгә кәрәк һәм тора-бара башҡорт теле кәрәкмәй, йола, ғөрөф-ғәҙәттәр кәрәкмәй, беҙҙе нисек өйрәттеләр, шулай йәшәйбеҙ, тип сит ғәрәп традицияларын дин тип ҡабул итә башлай. Уларҙың, атай-әсәй намаҙ уҡымай, тип, улар менән бергә ултырып ашамағандары ла билгеле. Хатта бына миңә килеп ҡаҙ салып бир әле, улым мин салғанды ашамай тип арттан йөрөйҙәр. «Минең атай-әсәй намаҙ уҡымай, улар — кафырҙар», — тиҙәр улар. Үҙ ата-атаһын кафыр тип әйткән йәштәр менән нишләрбеҙ? Ана шул ваһһабтарҙың йоғонтоһына бирелгән йәштәргә эсмәй, тартмай, намаҙ уҡый, тип шатланағыҙ. Ә улар тыуған ере традицияларынан айырылып, манҡортҡа әүерелеп, радикаллашып барған әҙәмдәрҙән киләсәктә нимә көтәгеҙ?
     Сауд Ғәрәбстанында Ханбәли мәҙһәбе нигеҙендә йәшәй һәм был илдә гел мосолмандар ғына булғас, улар Ислам диненә хас булмаған күп әйберҙәрҙе ҡәтғи рәүештә инҡар итә. Ә беҙҙең йәшәү рәүеше башҡа. Эргә тирәбеҙҙә икенсе дин, башҡа милләт кешеләре лә йәшәй. Уларҙың да донъяға үҙ ҡарашы бар һәм шуға яраҡлашып бында Хәнәфиләр мәҙһәбе тамырланған. Ә ваһһабсылыҡтың идеология буйынса бында йәшәүсе халыҡҡа хас булмаған, был төбәкә хас булмаған традицияларҙы таратыу, халыҡты мең йыллыҡ традицион тамырҙарынан айырыу. Ваһһабсылар, тип әйткәндә, улар был ерҙән, был культура һәм мәҙәниәттән айырылған кешеләр тип аңларға кәрәк. Бөгөн улар беҙҙең музыка ҡоралы ҡурайҙы тыя, иртәгә Урал батыр эпосын мәжүсилек заманы ҡалдығы тип тыйыр. Әле бына нимәләрҙә тыйырға маташалар — әйтәйек, һин олатай-өләсәй, атай-әсәй ҡәберенә йөрөмәҫкә, изгеләр ерләнгән урындарға бармаҫҡа тейеш булаһың. Был тыйыуҙар Ғәрәбстанда йәшәгән, традициялары сүл шарттарында формалашҡан халыҡ өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ул сүлдә йәшәй, сәйәхәт итә, яҡыны вафат булһа, шунда уҡ ерләп китә, артабан ул ҡәберҙе таба ла алмайҙар. Шуға ла яҡындарың күмелгән урынға мөнәсәбәт тигән төшөнсә улар өсөн ят нәмә. Улар ҡаты бәғерле кешеләр. Ә беҙҙә тормош икенсе төрлө. Күҙ алдында килтерәйек, ауылда тыуып үҫкән, шунда йәшәгән, үҙен ысын Ислам динендә тигән мосолман көн дә, зыярат янынан уҙып, мәсеткә йөрөй, әммә зыяратҡа бармай икән. Ғилеме булған, биш ваҡыт намаҙ уҡыған мосолман ата-бабаһының ҡәберен ташландыҡ хәлгә килтереп, уны сүп-сарға батырған икән, уның халыҡ араһындағы абруйы бер тинлек тә булмаясаҡ. Ысынын да дингә генә инаныу ғына түгел, әхлаҡи йөҙөң дә булырға тейеш. Шуның менән бергә мәйеттең 3-өн, 7-ен, 40-ын үткәреү-үткәрмәү мәсьәләһен бик ҡуйырталар. Йәнәһе, бындай мәжлестәргә йөрөмәгеҙ, улар тыйылған, кем тыйған һуң күмәкләшеп табын артында Ҡөръән уҡыуҙы? Ислам динендә камиллыҡ булдырыу, яҡшылыҡ һәм изгелек тигән төшөнсә бар. Ҡөръән табынына бөтә туғандар, ағай-эне йыйыла. Кешеләр ихлас йөрәктән аяттар тыңларға йыйыла, улар яҡын әруахтар рухына Ҡөръән уҡытыу өсөн табын әҙерләгән. Был инде муллаға өгөт-нәсихәт өсөн әҙер аудитория. Бында кеше үлем хаҡында, улар был донъяның ваҡытлы ғына ҡунағы булыуы ғына, Аллаһы ҡаршына барырға тура киләсәге тураһында уйлана. Ә инде бындай мәжлестәрҙе инҡар итеү — йыйылған халыҡты, йәғни әҙер аудиторияны инҡар итеү тигән һүҙ. Икенсе төрлө уларҙы нисек йыяһың? Ваһһабсылыҡтың үҙ ерҙәрендә бер зыяны ла юҡтыр, әммә беҙҙә ул күп аңлашылмаусылыҡ һәм ҡаршылыҡ тыуҙыра. Вафат булған кешенең 3-ен, 7-ен, 40-ын үткәреү ваҡытындағы Ҡөръән уҡыу, вәғәҙ һөйләү, саҙаҡа биреүҙә Ислам диненә хилафлыҡ килтергән бер нәмә лә юҡ.
     Сәләфит-ваһһабсыларҙың яңылышҡандарын, милләтебеҙгә зыян килтереүҙәрен аңлатырға тейешбеҙ. Милләтебеҙ, динебеҙ мәнфәғәте иң юғары, иң ҡиммәтле. Шуны һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, хыянат итмәйек. Хыянат итеүселәрҙе туҡтатайыҡ. Донъя болғап йөрөмәһендәр! Халыҡты аҙаштырмаһындар! Беҙгә нәфрәт кәрәкмәй, илеңде һаҡлау һәм яратыу кәрәк. Милләттәштәребеҙҙе тупларға, дуҫлаштырырға ине. Алдыбыҙҙа торған ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеү, сисеү өсөн дуҫлыҡ, үҙ-ара бәйләнеш, рухи көс кәрәк. Көс-ҡеүәт булмаһа, уларҙы хәл итә алмайынса, тарих сүплегендә ҡалыуыбыҙ бар.

     Ҡөръәндән хөкөм сығарыу: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-yulynda.html

     Ғәрәпстанда суфыйҙар һәм Мәүлид байрамы; https://nazir1965.com/din/%d2%93%d3%99r%d3%99pstanda-sufyj%d2%99ar-%d2%bb%d3%99m-m%d3%99%d2%aflid.html

     Праздник «Маулид ан-Наби» https://nazir1965.com/din/prazdnik-maulid-an-nabi.html#more-10014