Сәхәбәләр Башҡорт илендә

                                                       Сәхәбәләр Башҡорт илендә

                                             Сәхәбәләр Башҡорт иленә ҡасан килгән?
     Ғ. Аматуллаһтың «Нарыҫтау — башҡорт иленең нурлы төбәге, бәйғәмбәребеҙ илселәренең һуңғы төйәге» тигән мәҡәләһе «Йәшлек»тең (29 июнь) дини ҡарашлы уҡыусыларын ғына ҡыҙыҡһындырып ҡалманы. Автор Ҡаҙандың дин тарихсыһы Шәрәфетдин ибн Хисаметдин XVI (?) мәғлүмәттәренә һәм ике сит ил әүлиә шәйехтәренә һылтанған. Тәүге илсе ролендә киң билдәле Ибн Фаҙлан ҡатнашҡан экспедиция түгел, ә Мөхәммәт ғәләйһис- сәләм бәйғәмбәрҙең өс сәхәбәһе күрһәтелгән. Әйтергә кәрәк, Аматуллаһ актуаль ғилми проблеманы күтәргән. Сөнки йыйылған факттар рәсми ҡарашты етди шик аҫтына ҡуя. Уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрәйек: XX быуат уртаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Левашовкала боронғо урта быуатҡа ҡараған, мосолманса ерләнгән ҡәберлектәр һәм VIII-IX быуат ғәрәп тәңкәләре табыла. Шишмә районындағы Аҡзыяратта боронғо ҡуфа стилендәге ғәрәп яҙмалы ҡәбер таштары табылған, был уларҙың VI-IX быуаттарҙа барлыҡҡа килеүенә дәлил.

     Ибн Фаҙлан да үҙенең яҙмаһында илселек төркөмөндә башҡорт мосолманы булыуы хаҡында телгә ала. Киләсәктә тағы ла шундай меңләгән дәлил табылмаҫ тимә, сөнки хәҙерге ваҡытта Ҡаҙан һәм Өфө архивтарында каталогтарға индерелмәгән, бөтөнләй өйрәнелмәгән ғәрәп графикаһында яҙылған меңләрләгән ҡулъяҙма ята. Уларҙа ауыл, төбәк тарихтары сағылған, дини ҡараштан сығып яҙылған төрлө мәғлүмәттәр, әүлиәләр тормошо һүрәтләнә. Археология фәне лә әле үҙенең һуңғы һүҙен әйтмәгән. Был мәҡәлә, бығаса билдәле сығанаҡтар нигеҙендә тарихыбыҙҙың мөһим мәлдәрен яҡтыртырға тырышыу ул.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең өс сәхәбәһенең илселеге хаҡында төп һәм берҙән — бер мәғлүмәт биреүсе булып Шәрәфетдин ибн Хисаметдиндың (ҡайһы бер баҫмаларҙа Хисаметдин ибн Шәрәфетдин) «Тауарихи-и Болғария» һәм Тажетдин ибн Ялсығолдоң (1768—1838) «Тарихнамә-и Болғар» китаптары тора. Шуны әйтергә кәрәк, барлыҡ тарихсылар ҙа, шулай уҡ мосолман тарихсылары ла, был хеҙмәттәрҙең ғилми ҡиммәтен тейешле кимәлдә баһалап еткермәгән. Ҡайһы берәүҙәр беренсе китаптың ысынбарлыҡта барлығына, хатта, «был китап аҫтында XIX быуат башына ҡараған аноним йәшенгән», тип шиктәрен дә белдергәйне.
     Икенсе китапҡа килгәндә инде, ул киң билдәле дин эшмәкәре, оло ғалим һәм күп хеҙмәттәр авторы булған.
     Сәхәбәләр тураһындағы хикәйәләргә ышанмаусанлыҡ тыуҙырыусы сәбәптәрҙең береһе, имеш, илселәр Айҙар хан хакимлыҡ иткән заманда Болғарҙа булған, тигән уйҙырма. Ә Иҙел болғарҙары X быуат башында ғына, Болғар ырыуҙары көнсығыш Европа далаларынан Урта Иҙел буйына күскән ваҡытта барлыҡҡа килгәнлеге яҡшы билдәле. Бәлки, был авторҙар «Болғария» термины аҫтында беҙ уйлағанса түгел, икенсе нәмәне күҙ уңында тотҡандарҙыр?
     Тажетдин Ялсығолдоң Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән алып башлаған шәжәрәһенә күҙ һалайыҡ, күренеүенсә, уның боронғо олатаһы Кинйәнең Татар, Мишәр, Иштәк һәм Нуғай тигән улдары булған. Тажетдин Иштәкте үҙенең нәҫел башы, тип иҫәпләгән. Иштәктең Тамъян, Үҫәргән, Күбәләк, Бәкәтун, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Дыуан исемле улдары булған. Былар барыһы ла буласаҡ башҡорт ырыуҙарының исемдәре ул. Мейәс йылғаһы буйында йәшәгән Бәкәтундың Әйле, Юрмый, Байлар, Байҡы, Ирәкте тигән улдары булған. Улар ҙа башҡорт ырыуҙарының исемдәре. Әйлеләрҙең боронғо нәҫел-заты булған Туҡый хан Болғар илендә урынлашҡан. Унан Айҙар хан тыуған. Артабан, Тажетдин «Бәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең 9-сы һижри йылында (630 й. — С.Т.) Айҙар хан тәхеткә менә. Бәйғәмбәр, сәхәбәләренән өс кеше һайлап, Исламға саҡырырға ҡушып Болғарға юллай», тип яҙа.
     Беренсеһе — Зәбир улы Ғабдрахман була, икенсеһе — Рабиғ улы Һантыл, өсөнсөһө — Джағда улы Зәбир булған. Шунан Бәйғәмбәр был өс сәхәбәгә «Мин һеҙгә өс әйбер бирәм. Һеҙҙән кирамат күрһәтеүҙе һораһалар, ошо өс әйберҙе ҡулланығыҙ», тип әйткән, имеш. Ҡара һауытын ул Зәбиргә, таяҡты Һантылға, ә сәлләне Ғабдрахманға биргән".
     Айҙар хандың ҡыҙын сәхәбәләр һауыҡтырғандан һуң, ул уларға шәриғәтте уҡытырға рөхсәт итә. Һантыл хандың ҡыҙы Туйбикәгә өйләнә, унан башҡорттарҙың ырыу башлығы Сәйет хан тыуған. Әйле башҡорто Тажетдин үҙен Сәйет хан нәҫеленән, тип иҫәпләгән, һәм үҙен «Болғар ерҙәре иштәге», — тип атаған.
     Урал-Иҙел буйы тарихын, динен өйрәнеүсе һәм көнсығыш белгесе Михаэль Кемпер: «Беҙ XIX быуат текстарында һәр ваҡыт осратҡан „Иҙел болғарҙары“, тигән үҙбилдәләнештең мәғәнәһе шулай — Иҙел һәм Көньяҡ Урал регионында йәшәгән һәм борондан Ислам динен тотҡан кешеләр хаҡында әйтелгән. Бөгөн Татарстанда „необулгаризм“ яҡлы ҡайһы берәүҙәр аңлауынса, был „болғарҙыҡы“ тигән оҡшашлыҡ этник категория түгел, ә полемик фекерләүсә һәм уларҙың оппоненттары менән Иҙел буйында һәм Урал буйында шулай уҡ „үҙ“ генеалогияларын булдырған. Шулай, татар мырҙалары үҙҙәренең шәжәрәләрен Ҡаҙан ханлығы заманындағы аҫыл нәҫелдәргә ҡайтарып ҡалдыра, ә Урал буйы генеалогияһы буйынса башҡорт ырыуҙарының төбө уртаҡ төрки бабаға барып етә. Бындай „татар“ҙарҙың йәки „башҡорт“тарҙың этник үҙаңы үҙҙәрен болғарҙар тип иҫәпләүе, суфый һәм ғалим Тажетдин бин Ялсығол миҫалында күрәбеҙ. Үҙенең дини хеҙмәттәрендә ул үҙен „болғар“ мәҙәни мираҫы менән бәйләй һәм үҙен Тажетдин әл-Болғари, тип атай. Тик бынан тыш, ул үҙенең башҡорт шәжәрәһен ентекле төҙөп ҡалдырған. Һәм бында бер ниндәй ҙә ҡапма-ҡаршылыҡ юҡ».
     Хисаметдин ибн Шәрәфетдин шулай уҡ, «Болғар иле» тигәндә Иҙел буйы болғарын ғына түгел, ә дөйөм Иҙел-Урал буйы регионын күҙ уңында тота. Ул сәхәбәләр хаҡында шундай уҡ легенданы телгә ала, әммә Һантыл ибн Рабиғ урынына Талха ибн Усман тора. Бынан тыш, ул беренсе башҡорт мосолмандарының исемдәрен атай: Әйле ырыуынан Айытҡол, Зәйет улы Ҡотлобай, Дәүләтбай һәм Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған ерҙә йәшәгән Байдджура хандың ҡул аҫтындағы Джанҡол һәм Аманҡол исемдәрен әйтә
Иҙел буйында оҙаҡ ваҡыт йәшәгән ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм географы Әбү Хәмид Ғарнати (1080—1169) шуға оҡшаш тарихты тапшыра. Унда сәхәбәләр урынына медицинаны яҡшы белгән фәҡиһ, Бохаранан килгән мосолман сауҙагәре хаҡында һөйләнелә. Был тарих Хисаметдин менән Тажетдин һөйләгәндәрен кире ҡағыуҙан да бигерәк, хуплау булып тора.
     Кемпер был боронғо легенда персонаждарын асыҡлап маташҡан. Уныңса, Абдрахман бин Зөбәйер — Ибн Сәйеттең (845 йылда үлгән) тәүге мосолмандар биографияһы йыйынтығында телгә алына һәм Абдул-Ашиас ҡушаматлы була (ялбыр сәсле кеше) һәм һижри 46-47 йылда үлә. Һантал бин Рабиғ — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең кәтибе (писары) ҡушаматлы була. Зөбәйер бин Джағд — ул Зөбәйер бин Әүүәм — бәйғәмбәрҙең хәрби көрәштәше. Шулаймы-юҡмы, әммә әл-Әүүәм 656 йылда Басранан йыраҡ түгел «Дөйә һуғышы»нда һәләк булған.
     Тиҙ генә ышанып бармаусы уҡыусыла «Ни өсөн Мөхәммәт үҙенең сәхәбәләрен фәҡәт беҙҙең алыҫ илгә ебәргән?» — тигән һорау тыуыуы ихтимал. «Эй, рәсүл! Раббыңдан индерелгәнде еткер. Әгәр һин быны эшләмәһәң, Уның рисәләтен тапшырған булмаҫһың», — тиелгән Ҡөрьәндә (5:67) 31. Ысынбарлыҡта, Мөхәммәт Ғәрәбстандан тыш, сит илдәрҙә лә Исламды әүҙем таратырға тырышҡан. Ул илселәрен хатта иң ҡөҙрәтле монархтарға ла юллаған: христиан донъяһының башы, Византия императоры Ираклиға ла һәм фарсы шахы Хөсрәү II Пәрүәзгә лә. Үлер алдынан рәсүл «Аллаһҡа дан, мин Уның бойорғанын үтәнем», тигән.
                           Салауат Таймаҫов, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы доценты. «Башҡортостан — әүлиәләр иле” китабынан.