Рәсүлуллаһ дәғүәте

                                                                        Рәсүлуллаһ дәғүәте

                                                                           Йәшерен дәғүәт
   Рәсүлуллаһ дәғүәткә һаҡлыҡ менән, йәшерен хәлдә генә кереште. Иң әүәл үҙ туғандарын һәм һүҙ үтәрҙәй кешеләрҙе вәғәзләй башланы. Ғәрәптәрҙән иң беренсе динде ҡабул итеүселәр түбәндәгеләр:
хәҙрәти Хәҙисә, Ғәли бин Әбү Талиб, Зәид бин Хәрисә һәм Зәидтең ҡатыны Умм Әймән.
   Ул ваҡыттарҙа Ғәли 8-10 йәштәрендә бала булып, рәсүлуллаһ тәрбиәһендә ине. Сөнки пәйғәмбәрлек килгәнсе, Ҡөрәйшкә аслыҡ килгәндә Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм Ғәлиҙе, Ғаббас Йәғфәрҙе аталарынан — Әбү Талибтан тәрбиә өсөн алғайны.
   (Зәид бин Хәрисә, әүәл Хәҙисәнең ҡоло булып, рәсүлуллаһҡа бүләк итеп бирелгәйне. Бер ваҡыттарҙа Зәидтең атаһы һәм яҡындары Мәҙинәгә килеп рәсүлуллаһтан Зәидте мал бәрәбәренә алмаштырып алмаҡсы булдылар. Рәсүлуллаһ уларға: «Бик яҡшы, әүәл үҙенән һорайыҡ, һеҙҙе ихтыяр ҡылһа, алып китэрһегеҙ, мине ихтыяр ҡылһа, миндә ҡалыр», — тине. Зәидкә мәсьәләне һөйләгәс, Зәид: «Мин Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдән башҡа һис кемде ихтыяр итмәйәсәкмен. Ул минең атайым да, әсәйем дә, атайымдың ағаһы ла», — тине. Ата һәм яҡындары илап: «И Зәид, хөрриәткә ҡоллоҡтомо ихтыяр итәһең? — тиеүҙәренә Зәид: «Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм янында ҡол булып тормаҡ хөрриәттән артыҡтыр,» — тип яуап бирҙе. Рәсүлуллаһ, Зәидтең шул ҡәҙәр ихласын белгәс, уны азат итте һәм үҙенә ул итеп алды. Бынан һуң Зәидкә Зәид бин Мөхәммәд тип әйтелде.


   Бынан һуң рәсүлуллаһ үҙенең иң яҡын дуҫы булған Әбү Бәкр бин әби Кәхәфте дәғүәт итте. Әбү Бәкр Ҡөрәйш араһында бик күренекле бер зат ине.
   Күркәм йөҙлө, гүзәл холҡло, мөләйем тәбиғәтле, хуш мәжлесле бер ҡарт ине. Ул сауҙа менән мәшғүл булғанлыҡтан, байлығы ла күп ине. Әбү Бәкр, рәсүлуллаһ менән күп ваҡыттарҙан бирле дуҫ булып, унан һис бер ялған ишетмәгән, уның холҡон иң юғары дәрәжәлә тип белгәнлектән, рәсүлуллаһ дәғүәт итә башлағанда уҡ, уға иман килтерҙе.
   Бындай бөйөк үә абруйлы бер заттың һис шикләнмәйсә шунда уҡ иман килтереүе рәсүлуллаһты бик шатландырҙы, дәғүәт итеүгә өмөтөн арттырҙы. Әбү Бәкр рәсүлуллаһҡа ҙур ярҙамсы булды. Уның тырышлығы арҡаһында, күп кешеләр Исламды ҡабул иттеләр. Шуның өсөн рәсулуллаһтың Әбү Бәкр хаҡында: «Исламға дәғүәт иткән кешеләр араһында Әбү Бәкр генә Исламды берҙән ҡабул итте, ҡалғандары бер ҡәҙәр уйланып, шикләнеп кенә ҡабул иттеләр», — тигәне билдәлелер.

                            Әбү Бәкр тырышлығы арҡаһында Ислам динен ҡабул итеүселәр

   Рәсүлуллаһҡа вәхи инеп тора ине, рәсүлуллаһ Әбү Бәкр менән йәшерен рәүештә һүҙҙәре үтә торған кешеләрҙе дингә дәғүәт итәләр, Ҡөрәйш мөшриҡтәренең уларҙың эштәренән хәбәрҙәре юҡ ине. Әбү Бәкр тырышлығы арҡаһында, Исламға килгән кешеләр шуларҙыр:
   Ғусман бин Ғаффан — егерме йәштәрҙәге бер егет ине. Атаһының ағаһы Хәкәм, уның Исламға кергәнен белгәс, иҫке диненә ҡайтарырға төрлөсә тырышып ҡараны, арҡандар менән дә бәйләп ҡараны. Ләкин Ғусман: «Теләһәң мине үлтер, динемдән ҡайтасаҡ түгелмен», — тип әйткәс, атаһының ағаһы уны үҙ ихтыярына ҡуйҙы.
   Зүбәир бин Ғәввәм — яңы бәлиғ булған бер егет ине. Уның атаһының ағаһы ла уға ғәйәт яфа һәм ғазап ҡылды: бер ергә бәйләп ҡуйып, ауыҙ-боронона төтөн ебәреп ғазаплай ине. Ләкин Зүбәир был яфаларға әһәмиәт бирмәне. Үҙ динендә ныҡ булып ҡалды.
   Ғабдуррахман бин Ғауф — яһилиәт ваҡытында исеме Ғабд Ғамр булып, рәсүлуллаһ уға Ғабдуррахман тип исем бирҙе.
   Талха бин Ғүбәйдуллаһ — насара монахтарынан пәйғәмбәрҙәр тураһында ишетеп, рисәләт хаҡында бер ни ҡәҙәр мәғлүмәте бар ине. Дәғүәт ҡылынған нәрҫә аҡылға муафиҡ үә файҙалы булып күренгәс, оҙаҡ уйламайса, иманға килде.
   Сәғд бин әби Вәҡҡас — уның әсәһе Хамна бинт әби Суфьян бин Умайя, улының Исламға кергәнен белгәс, бик ҡаты ҡайғырҙы. Улын саҡырып: «Улым, һин ата-бабаның динен ташлағанһың тип ишеттем, әгәр ул динеңдән ҡайтмаһаң, миңә ашау, эсеү, эҫе һәм һыуыҡтан йәшеренеү харам булһын», — тип нәҙер әйтте һәм шул нәҙерендә өс көн торҙо. Сәғд әсәһенең был хәлдә булыуын күреп, рәсүлуллаһҡа мәсьәләне еткерҙе. Рәсүлуллаһ: «Ата-әсәне хөрмәтләү, уларға итәғәт итеү вәжеб булһа ла, бындай эштә итәғәт тейеш түгел», — тип яуап бирҙе. Ғәнкәбут сүрәһендәге 8-се аят шул хаҡта иңде тиҙәр:

   «Беҙ кеше затына ата үә әсәгә изгелек итәргә әмер бирҙек, әгәр атаң һәм әсәң һин Аллаһ тип танымаған, Аллаһуҙан башҡа бер нәрҫәне Аллаһ тип танырға көсләһәләр, ул ваҡытта уларға итәғәт итмә, бит ҡайтыуығыҙ минең янымалыр, ҡылған эштәрегеҙҙән хәбәр бирермен һәм яза ҡылырмын».
   Ошо юл менән Мәккә эсендә Исламиәт әкрен-әкрен тарала ине, ғәрәп мөшриҡтәре быны белһәләр ҙә, ул ҡәҙәр әһәмиәт бирмәйҙәр, рәсүлуллаһҡа һәм был эштә ҙур ярҙам күрһәтә торған Әбү Бәкргә ҡағылмайҙар ине. Ислам динен ҡабул итеүселәр ғибәҙәттәрен йәшерен рәүештә ҡылалар, мөмкин ҡәҙәр мөшриҡтәрҙең асыуҙарын ҡабартмаҫҡа тырышалар, Ислам тураһында улар менән бер һүҙ ҙә һөйләшмәйҙәр ине.

                                                                       Асыҡ дәғүәт
   Пәйғәмбәрлектең дүртенсе йылы баштарына ҡәҙәр дәғүәт гел йәшерен рәүештә дауам итте. Исламиәтте ҡабул иткән кешеләр диндәрен мөмкин ҡәҙәр мөшриҡтәргә белдермәҫкә тырышалар, ғибәҙәттәрен дә тау араларына барып йәшерен рәүештә генә ҡылалар ине. Исламға кергән кешеләрҙең һаны утыҙға етеп, рәсүлуллаһтың уларға дин үә шәриғәтте өйрәтеүе зарур булғанлыҡтан, улар Әл-Әкрам тигән сәхәбә өйөндә йыйылалар ине. Сәхәбәләр һәр көн тиәрлек йәшерен рәүештә шунда йыйылып ғибәҙәт итәләр, рәсүлуллаһтан дин өйрәнәләр ине. Был ваҡыттарҙа мөшриҡтәр рәсүлуллаһтың яңы бер дингә дәғүәт итеп үә халыҡты эйәртеп йөрөүен бер ни тиклем белһәләр ҙә, мосолмандар уларҙың диндәренә теймәгәнлектән, йәшерен ғибәҙәт ҡылғандары өсөн тауыш сығармай инеләр. Шулай йәшерен хәлдә улар 3 йыл ғибәҙәт иттеләр. Дүртенсе йылда Аллаһу Тағәлә тарафынан Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмгә Хижер сүрәһендә 94-се аят инде:

   «Инде хәҙер Ислам динен асыҡ иҙһар ҡыл! Кешеләрҙе иманға үә Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылырға асыҡтан-асыҡ өндә! һис кемдән ҡурҡма! Үә мөшриҡтәрҙән айырыл, улар менән булашып, ваҡытыңды әрәм итмә!»
   Шул уҡ ваҡыт Шүғәрә сүрәһендәге 214-се аят иңде:«Яҡындарыңды Аллаһ ғазабы менән ҡурҡыт!» — тигән.
   Шунан һуң рәсүлуллаһ кешеләрҙе асыҡ рәүештә Ислам диненә өндәй башланы. Иң беренсе рәсүлуллаһ үҙ туғандарын дәғүәткә йыйҙы. Яҡындарынан мәжлескә ҡырҡ кеше самаһы килде. Рәсүлебеҙ уларға шундай һүҙҙәр һөйләне: «Мин бөтә кешегә ялған һөйләһәм дә, һеҙгә ялған һөйләмәҫ инем, бөтә кешене алдаһам да, һеҙҙе алдамаҫ инем. Аллаһ менән ант итеп әйтәмен ки, мин бөтә халыҡҡа, шулай уҡ һеҙгә лә Аллаһуҙың рәсүлемен. Һеҙ йоҡлаған кеүек үләсәкһегеҙ, уянған кеүек ҡубарыласаҡһығыҙ, ҡылған эштәрегеҙҙән хисап ҡылынасаҡһығыҙ, яҡшылыҡҡа — яҡшылыҡ, насарлыҡҡа насарлыҡ менән яза ҡылынасаҡһығыҙ, һеҙҙең барасаҡ ерегеҙ йә йәннәт, йә йәһәннәм буласаҡ. Әй, Ғәбдел Мутталиб балалары! Мин ҡәүемемә мин килтергән нәрҫәнән артыҡ нәрҫә килтергән кешене белмәйем, мин һеҙгә донъя үә ахирәт сәғәҙәте килтерҙем», — тине. Мәжлестәге халыҡ, Әбү Ләһәбтән башҡалары, рәсүлуллаһҡа бик ҡаршы килмәнеләр. Әбү Ләһәб яҡындарыңа: «Мөхәммәдте (ғәләйһи үә сәлләм) был эшенән тыярға кәрәк, әгәр тиҙ арала сараһына керешелмәһә, ғәрәптәр араһында уңайһыҙ хәлдәр килеп сығасаҡ», — тине. Быға ҡаршы Әбү Талиб рәсүлуллаһты үҙе үлгәнсе яҡлаясағын һөйләне.

                                                      Сафа тауында ҡөрәйштәргә дәғүәт ҡылыу
   Шунан һуң рәсүлуллаһ бөтә Ҡөрәйш ғәрәптәрен дәғүәт итергә кереште. Бер көн Сафа тауына менеп, Мәккә халҡын саҡыра башланы. Тауышты ишеткәс, Мәккә халҡы тауышҡа таба йыйыла башланы. Халыҡ йыйылып бөткәс, рәсүлуллаһ уларға: «Әгәр ҙә мин һеҙгә был тау артында атлы ғәскәр бар, Мәккәгә һөжүм итәсәк тип хәбәр бирһәм, һүҙемә ышаныр инегеҙме?» — тип һораны.
  Мәккә ғәрәптәре: «Әлбиттә, ышаныр инек, сөнки һинән был көнгә саҡлы ялғандың әҙ генәһен дә ишеткәнебеҙ юҡ ине,» — тип яуап бирҙеләр. Рәсүлуллаһ дауам итте: «Улай булһа, мин һеҙҙе һын үә поттарға ғибәҙәт итеүҙән тыям, яңғыҙ булған Аллаһу Тағәләгэ ғибәҙәт итергә саҡырам, әгәр шул батыл динегеҙҙә ҡалыуҙы дауам итһәгеҙ, һеҙҙе ҡаты ғазап көтәсәк», — тине. Унда йыйылған кешеләр рәсүлдең был һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәнеләр. Мөхәммәд шашҡан булырға кәрәк, бындай юҡ нәрҫәләр һөйләмәҫ ине, тигән кеүек һүҙҙәр әйтеп таралдылар. Халыҡ араһында Әбү Ләһәб тә бар ине, ул рәсүлгә ҡаршы ҡаты-ҡаты һүҙҙәр әйтеп китте.
   Рәсүлуллаһ дәғүәт иткән дин , — аҡылға муафиҡ, ҡабул итеү өсөн бик еңел бер дин булыуына ҡарамаҫтан, ата-бабаларының юлынан барған наҙан ғәрәптәргә ул бик ят күренде.
   Пәйғәмбәрҙе һәм иман килтергән мосолмандарҙы аҙашҡан кешеләр тип, төрлөсә мәсхәрә итә башланылар. Мөшриҡтәр нисек тә пәйғәмбәрҙе дәғүәтенән туҡтатырға сара эҙләй башланылар. Ләкин Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмде Мәккә ҡалаһында мөхтәрәм булған Әбү Талиб яҡлай ине.

                                             Мөшриҡтәрҙең Әбү Талиб янына барыуҙары

   Шуның өсөн Мәккәләге олуғтар йыйылып, Әбү Талибҡа килеп: «Әй Әбү Талиб, Мөхәммәдтең, ата-бабаһының динен ташлап, яңы бер дингә дәғүәт итеүен беләһең, беҙ Мөхәммәдтең был эшенә түҙә алмайбыҙ, һин йә Мөхәммәдте был эшенән тый, йә беҙгә уға һөжүм итәргә ирек бир», — тинеләр. Әбү Талиб уларҙы йомшаҡ һүҙҙәр менән ҡайтарып ебәрҙе. Фәҡәт был хосуста бер һүҙ һөйләмәне. Мәккә олуғтары, Әбү Талибтың рәсүлуллаһты тыймауына кәйефтәре китеп, икенсе мәртәбә барҙылар.: «И Әбү Талиб, һин беҙҙең арабыҙҙа хөрмәтле аҡһаҡалдарҙанһың. һинән Мөхәмәдте был эшенән тыйыуҙы һораныҡ, һин ҡабул итмәнең. Беҙ ата-бабаларҙың юлын уның мәсхәрә итеүенә түҙә алмайбыҙ, йә һин Мөхәммәдте был эштән тыясаҡһың, йә беҙ икегеҙ менән дә һуғышасаҡбыҙ», — тинеләр. Әбү Талиб рәсүлуллаһты күреп: «И Мөхәммәд, миңә Ҡөрәйш рәйестәре шундай һүҙҙәр һөйләнеләр, һин үҙеңде һаҡла, миңә лә ауырлыҡ килтермә!» — тине. Әбү Талибтың был һүҙҙәренә рәсүлуллаһ: «Был эште ташлатыу өсөн ҡояшты уң яғыма, айҙы һул яғыма килтереп ҡуйһалар ҙа, динемде ташлаясаҡ түгелмен, үлгәнсе шул юлымдан айырылмаясаҡмын», — тип яуап бирҙе. Әбү Талиб рәсүлдең шул һүҙҙәренә шәфҡәте килеп: «И Мөхәммәд, теләгәнеңде һөйлә, мин һине яҡлаясаҡмын», — тине. Был эшкә мөшриҡтәр ни эшләргә белмәнеләр, сөнки Әбү Талиб иғтибарлы үә мәрхәмәтле бер шәйех булғанға, уға ҡаршы һуғыш асҡанда, уға эйәргән ҡәбиләләр менән бик ҡанлы һуғыш сығыу ихтималы бар ине. Шуның өсөн улар рәсүлуллаһты көс менән туҡтатырға, йәки уны үлтерергә батырсылыҡ итмәйҙәр ине. Ләкин Ислам диненә төрлөсә аяҡ салыу, Исламды тараттырмау, пәйғәмбәргә эйәргән кешеләргә һөжүм яһау, уларҙы кәметергә мөмкин ҡәҙәр тырышалар ине, хатта халыҡты рәсүл янына барыуҙан, уның менән һөйләшеүҙән тыя башланылар. Урамға сыҡһа, уға мәжнүн, сихырсы кеүек һүҙҙәр әйтә башланылар, ишеге төбөнә абынһын, йығылһын өсөн төрлө әйберҙәр ҡуя инеләр, һүҙ һөйләй башлаһа, халыҡҡа тәьҫир итеүҙән ҡурҡып тауышланалар ине. Ҡәғбә янына барып, Аллаһуға ғибәҙәт итә башлаһа, өҫтөнә балсыҡ, таш, хайуан эсәктәре аталар ине.

Сөнғәтулла Бикбулат «Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм» китабынан, Сәнә Сабирйәнова тәржемәһе