Лоҡман-Хәким

                                                            Лоҡман-Хәким

   Заманының иң оло хикмәт эйәләренән, әүлиәләрҙән булған Лоҡман-Хәким бер балта оҫтаһының ҡоло, үҙе лә балта оҫтаһы була. Ғалимдарҙы хөрмәт итә, хикмәт эйәләренә ҡатнашып, уларҙың тапҡыр һүҙҙәрен тыңлап һәм хәтергә алып ҡына йөрөй. Аллаһтың да ул ямғырҙар менән ерҙе йәшәрткәне кеүек хикмәт нуры менән күңелдәрҙе лә терелтеп кенә торғанын яҡшы белә.
   — Мин, — тигән ул үҙенең улына нәсихәт биреп, — күп пәйғәмбәрҙәргә хеҙмәт иттем. Улар биргән хикмәтле һабаҡтарҙың һигеҙен үҙем өсөн һайлап алдым. Был кәңәштәргә тоғро булып ҡала алһаң, һин дә отолоуҙа булмаҫһың:
   — намаҙ ваҡытында — күңелеңде,
   — кешеләр араһында теленде һаҡла,
   — өҫтәл артында ултырғанда ҡулыңды тик тот,
   — ҡунаҡта күҙеңде тыя бел. Быныһы — тәүге дүртеһе. Ҡалған хикмәттәрҙең икеһен һәр ваҡыт хәтерҙә тот, икеһен онот.
   Аллаһы Тәғәләне хәтереңдән сығарма, Уны маҡтап-ололап ҡына тор. Үлем хаҡында онотма. Кешегә ҡарата үҙең эшләгән игелектәрҙе лә, һиңә ҡарата улар эшләгән насарлыҡтарҙы ла хәтерҙә генә тотма — бына ошо хикмәттәр улар.
   — Эй, улым! Донъя — тәрән диңгеҙ кеүек. Күп кешеләрҙе тартып алған ул. Унда кәмәң — тәҡүәлек, йөгөң — иман, хәлең тәүәккәллек булһа, батмаҫһың.
   — Эй, улым! Аллаһы Тәғәләне зекер итеп кенә торған кешеләрҙе күрһәң, улар менән бергәрәк булырға тырыш.

   Ғалим булһаң, ғилемең арта төшөр, файҙаһын күрерһең. Уларға булған рәхмәтенән Аллаһ һиңә лә өлөш сығарыр; Аллаһты зекер итмәгәндәр араһына барып инһәң, ташлап китергә ашыҡ.
   — Кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәткәндә үҙеңде лә онотма! Юғиһә шәмгә оҡшап ҡалырһың. Шәм дә бит кешеләрҙе яҡтырта, үҙе янып юҡҡа сыға.
   — Ялғандан һаҡлан! Ялған ул динде лә боҙа, кешеләр араһында дәрәжәңде лә төшөрә.
   — Эй, улым! Насар холоҡтан, күңел тарлығынан һаҡлан, сабырлыҡтарҙан айырылма, юғиһә иптәш тә таба алмаҫһың.
   «Лоҡман-Хәким пәйғәмбәр түгел, ғибәҙәттә бик күп тороусы ҡолдарҙан ғына була, — тиелә Ғабдулла ибн Ғүмәр әйтеп ҡалдырған хәҙистә. — Гонаһтарҙан уны Аллаһы Тәғәлә үҙе ҡурсалап тора. Бик тә уйланыусан, иманда көслө, Аллаһты — ул, уны Аллаһ ярата торған кешеләрҙән була. Аллаһ уны хикмәт менән бүләкләй».

                                                                 Хикәйәт

   Бер ваҡыт Лоҡман, ғәләйһис-сәләм, өйөнә фәрештәләр килә:
   — Эй, Лоҡман! — тиҙәр уға. — Беҙҙе бында Раббыбыҙ үҙе ебәрҙе. Һине ер йөҙөнә хәлифә итербеҙ, бәндәләр араһында тоғролоҡ менән хөкөм йөрөтөрһөң.
   — Был эш миңә Раббымдың фарманы булһа, әлбиттә, ҡабул итәм. Ул мине тәүфиҡтан да, ярҙамынан да ташламаҫ. Әммә был турала Ул мине үҙ ихтыярыма ҡуйһа, мин үҙемә тән сәләмәтлеге теләп, хәлифәлек менән хакимлыҡты ҡабул итмәҫ инем, — ти Лоҡман-Хәким. — Пәйғәмбәрҙәргә лә пәйғәмбәрлек менән бергә бәләләр ҙә килеп кенә тора. Хәлифәләр ҙә бәләнән азат түгел. Әгәр ҙә ғәҙел хөкөм йөрөтә белһә — бер хәл, ғәҙел хөкөм йөрөтә белмәһә, донъяла — бола, Ахирәттә — йәһәннәм.
   Был тормошта ауырлыҡ күреп тә, Ахирәттә ҡәҙерем булыу — минең өсөн артығыраҡ.
   Лоҡмандың бик тә тапҡыр яуабын ишеткәс, фәрештәләр уның аҡыл, хикмәт эйәһе булыуын, аҡыл менән эш итеүен хуплайҙар. Үҙ иркенә ҡуялар. Ә хикмәтте уға Аллаһы Тәғәлә үҙе бүләк итеп бирә. Имештер, унан ҡалған ун мең әйтем, ун мең йор һәм тапҡыр һүҙ ата-бабаларҙан балаларға күсә килә һәм уның һәр береһе донъя баһаһына торорлоҡ.
   Был да — хикмәт.
   Ҡөрьәндә лә әйтелә: «Хикмәтте Аллаһ үҙе теләгән кешеһенә генә бирә. Хикмәт алған кеше — бөйөк ниғмәт алған кеше. Аҡылы булғандар ғына бындай нәсихәттәргә ҡолаҡ һала белә», — тиелә.
                                                                                    «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 269-сы аят
   Лоҡман-Хәким бик тә йомарт кеше була. Кәрәк- яраҡтарҙы йәки аҡсаны мохтаждарға бурысҡа биреп торорға ярата. Бер ваҡыт бер кеше унан мең алтын алып тора. Әммә ҡулына алтындар килеп эләгеү менән шайтан ҡотҡоһона бирелә: бурысты ҡайтарып бирмәү юлдарын эҙләй башлай. Бер аҙ барғас, тоҡсайын ергә ҡуйып, хәжәтен үтәргә туҡтай.
   Шул уҡ мәлдә бер ҡош төшөп тоҡсайы менән бергә алтындарҙы алып китә лә Лоҡман-Хәким эргәһенә илтеп ташлай. Алтындарҙы күреү менән Лоҡман- Хәким, әлбиттә, уның үҙенеке булыуын аңлай.
   ...Бурыс алған кеше тағы ла йүгереп килә: «Эй, Лоҡман! Алтындарҙы ҡош бында килтерҙеме?» — ти. «Эйе, килтерҙе, әммә ҡабат һиңә бер нәмә лә бирмәҫкә кәңәш биреп тә китте. Һин уны ҡайтарып бирмәҫкә ниәт ҡорғанһың», — ти Хәким. Күңеленән тәүбәгә килеп, кеше насар ниәтен үҙгәртә. Быны һиҙеп торған Лоҡман-Хәким алтындарҙы тағы ла бурысҡа биреп ебәрә. Унан бик күп файҙа күреп, был кеше бурысын ҡайтарып бирә.
   «Һинең тәбиғәтеңдәге беҙ күреп торған өҫтөнлөктәр ҡайҙан килә?» — тип һорайҙар унан. — «Ғәҙеллектән, — ти Лоҡман-Хәким, — тоғролоҡло, ихлас һәм киң күңелле була белеүҙән. Үҙемә ҡағылмаған нәмәгә мин бер ваҡытта ла ҡағылып бармайым».
                                                                           * * *
   Залим батшаларҙан берәү бер ваҡыт асыуына түҙә алмай, Лоҡман-Хәкимде ҡоҙоҡҡа һалып, өҫтөн ҡаплаған ергә иген сәсеп ҡуйырға бойора. Күп замандар үтмәй, залим батша үҙе лә үлеп китә лә, уның урынына икенсе берәү килә. Уныһы сәрхүш, эскесе булын сыға. Бер саҡ шулай һөйәктән елек һурып ултырғанда, елек менән бергә батша тамағына һөйәк ҡаҙала. Батша тирәһендә йөрөгән бер табип та был һөйәкте алыуҙың әмәлен тапмай.
   Ахыр сиктә бер ҡарт килеп:
   — Әгәр ҙә Лоҡман-Хәким булған булһа, был һөйәкте алыу юлдарын да таба алған булыр ине, — ти.
   — Кем ул, ҡайҙа? — ти батша.
   — Һинән элек йәшәгән хөкөмдар уны тереләй ҡоҙоҡҡа күмдереп, өҫтөнә иген сәстереп ҡуйҙы. Күмеп ҡуйылғанына ете йыл. Ғәжәп аҡыллы кеше ине, берәр сараһын табып, бәлки, иҫән дә ҡалғандыр, — тине ҡарт.
   Ҡоҙоҡто барып табалар, Лоҡман-Хәкимде тартып сығаралар. Үлмәгән. Һауа етешмәүҙән тәне генә бик тә зәғифләнгән. Шуға ла бер нисә көн дауамында ул үҙен үҙе дауалай, унан батша эргәһенә килә:
   — Был ауырыуҙың дауаһы — улында. Улыңдың йөрәген бешереп ашарға кәрәк, — ти.
Батшаның ул берҙән-бер улы була. Улын үлтерергә ризалыҡ бирмәй.
   — Эй, батша! — тиҙәр вәзирҙәр. — Ағас сәләмәт булһа, уның ботаҡтары тағы ла үҫеп сығыр, тамырҙан яңы үҫентеләр күтәрелер. Ағас ҡороһа, олоно ла ҡорор.
   Йән ғәзиз бит. Күп кенә өгөт-нәсихәттәрҙән һуң, батша ризалыҡ бирә. Улын бәйләп һалалар. Илай-илай быны батша үҙе лә ҡарап тора.
   — Күҙең менән ҡарап торһаң, аҡылыңдан яҙырһың, — ти Лоҡман-Хәким. Ике араға шаршау ҡороп ҡуя.
Лоҡмаңдың һорауы буйынса бер ҡуй тотоп килтерәләр. «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр!» — тип уны салып ташлайҙар. Сәсрәп ҡан аға башлауҙан бик тә хәсрәтләнеп: «Аһ!» — тип әйтеүе була, батша тамағынан һөйәк тә атылып сыға.
   — Маҡсатыбыҙға өлгәштек! — тип Лоҡман-Хәким батшаның улын шаршау артынан атаһы эргәһенә сығара. Улының да сәләмәт булыуын күреп, батша бик тә һөйөнә. Башҡалар ҙа Лоҡман-Хәкимдең аҡылына таң ҡала.
   «Лоҡманға, Беҙ Аллаһҡа шөкөр итһен тип, зиһен камиллығы һәм хикмәт бирҙек, — тиелә аятта. — Был — хаҡ. Кешенең шөкөр итә белеүе — үҙ файҙаһына, шөкөр итә белмәй икән — итмәһен: уның шөкөр итеүенә Аллаһ мохтаж түгел».
                                                                                                       «Лоҡман» сүрәһе, 12-се аят
   Лоҡман-Хәким Әйүбтең, ғәләйһис-сәләм, ҡыҙ ҡәрҙәшенең улы, икенсе бер риүәйәттә уның әсәһе менән бер туған ҡыҙ ҡәрҙәшенең улы ине, — тип таныштыра «Киссас-әл-Әнбиә» китабы. — Мең йыл ғүмер һөрҙө, Дауыт, ғәләйһис-сәләм, ваҡытында тере ине. Уның менән күп замандар кәңәштә булып, ғилем алды.
Бер ваҡыт:
   — Бер ҡуй һуйып, уның иң ләззәтле еренән ике ҡалъя ит бешереп килтер, — тип Лоҡман-Хәкимгә бойора Дауыт, ғәләйһис-сәләм.
   Ҡуйҙы һуйып, Лоҡман-Хәким теле менән йөрәген бешереп килтерә.
   Икенсе тапҡыр Дауыт, ғәләйһис-сәләм, ҡуйҙың иң ләззәтһеҙ еренән ике ҡалъя ит бешереп килтерергә бойора. Лоҡман-Хәким тағы ла ҡуйҙың теле менән йөрәген бешереп килтерә.
   Быға аптырап ҡалған Дауыт:
   — Иң ләззәтле ерен тигәндә лә, иң ләззәтһеҙ ерен теләгәндә лә теле менән йөрәген бешереп килтерҙең. Быны нисек аңларға? — тип хикмәт эйәһенә һорау бирә.
   — Эй, Рәсүлулла! — ти Лоҡман-Хәким. — Тәндең ләззәтле ере лә, ләззәте бөтөнләй булмағаны ла — ошо ике нәмә. Был ике ағзаһы яҡшы булһа, кеше лә — яҡшы; яман булһа, ул да — яман».

                                                                                      Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр. Сәләх Суҡбаев