Йәннәт баҡсаһы

                                                          Йәннәт баҡсаһы

                                        Йәннәт баҡсаһы (башы), Гүзәл СИТДЫҠОВА

   Бисмиллаһир-рахмәнир-рәхим
   Һөрөлгән шайтандан Аллаһы тәғәләгә һығынамын. Ҡыҙғаныусы һәм бағышлаусы булған Аллаһы тәғәләнең исеме менән башлайым.
   Был яҙмаларым 2005 йылдың ғинуар айында ҡылынған хажым хаҡында. Башҡортостандың гүзәл баш ҡалаһы Өфөбөҙҙөң ”Ихлас” мәсете мәхәлләһе ағзаларынан 55 кеше олуғ ғибәҙәтебеҙҙе үтәргә бергә сәфәргә сыҡтыҡ. Ҡайта-ҡайта шул ваҡиғаларҙы иҫемә алғанда көнө генә түгел, һәр минуты, хатта секунды фәһемле, кинәйәле, бөйөк тәрбиәгә эйә булғанын йәнем-ҡәлбем менән төшөнә барам. Йәннәт баҡсаһын, йәғни унда барыр һуҡмаҡты күреп, аңлап ҡайттыҡ беҙ.
   Юлға сығырға һанаулы ғына көндәр ҡалғас, ҡаты ауырып киттем. И Раббым, хажға юлымды яба ғына күрмә инде, ни күрһәм, шуға риза булып йөрөп ҡайтырмын, тип төндәрен илай-илай ялбарыуҙарымды белһәгеҙ...


   Алланан бик һорағанһыңдыр, һәр ғәмәлен еренә еткереп үтәнең хажыңдың, тинеләр хәҙер инде өсөнсө-дүртенсегә Мәккә-Мәҙинәгә барған апайҙар. Баҡһаң, төрлө сәбәптәр арҡаһында хажын үтәй алмай ҡайтыусылар ҙа була икән. Янында тәжрибәле кеше булмаһа, һәммә нескәлектәрҙе ҡайҙан белеп бөтәһең. Шуның өсөн дә барлыҡ юлдаштарыма, бигерәк тә ”Ихлас” мәсете имамы Мөхәмәт хәҙрәт Ғәлләмовҡа, бүлмәләштәрем Нура апай Ғариповаға, Мөсәлиә апай Базыҡаеваға ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм.
   Яҙмаларым хаж сәфәрендә дин ҡәрҙәштәремә күпмелер файҙа килтерһә, бик бәхетле булыр инем.
   Хаҡ тәғәлә һәммәбеҙҙән риза булһын. Амин!

                                                                       Мәккә-и-Мәҙинә
Бәхилләшеп таңда юлға сыҡтым,
Шулай сығыу икән — хаж йолаһы,
Юлыбыҙҙы ҡояш аймап бара,
Балаҫ итеп һалып ал юлағын.
Тәҙрәһенән баҡһам осағымдың,
Быуаттарҙы үтә бағам төҫлө,
Аҡ һөйәге менән бабаларҙың
Күперләнгән кеүек тупраҡ өҫтө.
Кем барышлай ҡалған, кем ҡайтышлай,
Хаж һуҡмағын беҙгә таҡырайтып,
Бөгөнгөләй, йәйғор юлы менән
Тапҡыр булмай барып, тапҡыр ҡайтып.
Йәйәүләп тә ҡибла эҙләгәндәр,
Ғазап сигеп, ҡибла төҙләгәндәр,
Яҙлыҡтырмай изге сығанаҡты,
Киләсәкте беҙҙең күҙләгәндәр.
Төҙләп торғас иман маяҡтарын,
Ни күрһә лә халҡым аҙашмаған,
Сабах намаҙ менән таң ҡаршылап,
Кисен тәре үбеп алдашмаған.
Егерменсе йөҙҙә ауаз килгән:
Ҡибла тигәнегеҙ ялған, имеш.
Шағирҙар ҙа хатта баҙап ҡалған,
Ҡайҙа, тиеп, Алла, ҡайҙа Иблис.
Әҙәмдәрҙән Алла яһағандар,
Һәм дәһрилек ҡылыс һелтәп елгән.
Ҡәберҙәргә күскән күпме Ҡөръән,
Аҡ күперҙәр ергә һеңгән...
һеңгән...
Ҡыйылып та ҡалҡҡан йәш Ай — һилал
Үҙ ишкәйен тапмай манарала,
Мәсет-клубта иҫерек йәштәр йыры
Таңға тиклем тынмай, йән яралап.
Иблис йөрөй бейеп араларҙа,
Бейеп йөрөй ҡәбер өҫтәрендә,
Ҡайҙа ла тип миңә ишек асыҡ,
Урын бар тип һәр кем өҫтәлендә.
Белеүсе аҙ ҡайҙа хәләл, хәрәм,
Инә белмәй ҡыҙын, ата — улын,
Иман осҡан күңел бушлығына
Һәр тарафтан инә шайтан тулып.
Ярлыҡаныу эҫтәп сәфәр сыҡтым,
Киләсәккә төҙләр өсөн Ҡиблам.
Ап-аҡ күпер — аяҡ аҫтарымда
Юл яңыртып киләм һиңә, Илаһ,
Яҙыҡтарым өсөн илап-илап.

                                                                АП-АҠ КҮПЕР АЯҠ АҪТАРЫМДА
                                                                           Ике сик аша
   Ниһайәт, сәфәремде тамамлап, тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫтым. ”Әсәй, ҡотлайым имен-аман ҡайтыуын, менән, хажың ҡабул булһын”, — таможня ишегенән үк үтеп, әйберҙәремде күтәрешергә ингән улым ҡосаҡлап алды.
   Ишектән сығыу менән ейәнсәрҙәремдең, ҡыҙымдың, балаларымдың атаһының ҡәҙерле йөҙҙәрен күрәм. Төнө буйы йоҡламай көткәндәр — самолет Иорданияның Акаба ҡалаһынан бер нисә сәғәткә һуңлап күтәрелгәйне. Гөр килешеп өйгә ҡайтып индек. Зәмзәм һыуынан сәй әҙерләп эсеүгә ғаиләбеҙҙәге ир заттарына эшкә китер ваҡыт та етте.
   — Йә, әсәй, нисек уҙҙы хажың, юлың ауыр булманымы? — ҡыҙым һорау бирә, ә үҙенең йоҡоһо йөҙөнә сыҡҡан.
   — Аҙаҡ ентекләп һөйләрмен, балам, бар, ял итегеҙ, — тип ейәнсәрҙәрем менән ҡайтарып ебәрҙем дә танһыҡлаған яҫтығыма барып яттым. Тик ни тиклем арыған булһам да, күҙемә йоҡо инмәй бер итте.
   Һыҙланыуға түҙмәй тороп ултырҙым. Мәккәлә саҡта уҡ бөтәбеҙ ҙә тиерлек йүткереп, температурабыҙ күтәрелеп ауырый башлағайныҡ. Бөтә сирҙәрем бер юлы ашҡынды, ахыры, янып барам. Сәфәремдең тәүге яртыһында уҡ ниндәй ауырыуым бар, бөтәһе лә ҡалҡып сыҡҡайны, шикелле. Ҡайтҡанда температуралы көйө ялһыҙ ике тәүлек автобуста килеү, әллә нисә сәғәт Акабала самолет көтөп ултырыу, оҙайлы осош та ҡаҡшатты.
   Йонсотолған, әлбиттә — хаж бит ул! Элек изге сәфәргә хатта бәхилләшеп китә торған булғандар ҙаһа. Ғәрәбстан эҫеһендә тамаҡҡа йүнләп аш бармай — өс аҙна тиерлек күберәк һут та кефир әсеп йән аҫралды. Хәрәкәт, физик көсөргәнеш күп — арытҡан. Көҙгөгә күҙ һалам — битем ҡалаҡтай ғына ҡалған, һыҙланыуҙарым, йонсоуым күҙемә сыҡҡан.
Алып ҡайтҡан бүләктәремде, күстәнәстәремде туғандарыма, дуҫтарыма, коллегаларыма тәғәйенләп, айырып һалырға булып киттем — хасталандым, тип иртәгә эшкә сыҡмай ҡала алмайым бит инде... Ҡулдарым төйөнсөктәр әҙерләй, ә уйым — хаж юлында.

                                                        Биҙрәләрем тулы йондоҙ ине
   Хажға юлым ошо сәфәремдән күпкә алданыраҡ башланды түгелме икән? Ә, бәлки, ул кешене донъяға килгән көнөнән үк үҙ тарафына йүнәлтәлер? Әҙәм заты мосолман, йәғни саф иманлы булып донъяға килә, тиҙәр бит.
   ...Иҫ белгәндән әсәйемдең бисмилла әйтеп ҡойондорғаны, сәстәремде үргәне, аш яраштырғаны күҙ алдында. Тик мин бәләкәй саҡта күберәк Илаһи заттың исемен балаларҙы ҡурҡытыу өсөн телгә алалар ине, буғай. Дәһрилек заманындағы әлеге ”халыҡ педагогикаһы” ла диндән биҙҙереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Гәзиттә редактор булып эшләгән сағымда тәржемәсебеҙ Әминә апай һөйләгән бер хәл иҫкә төшә. Ҡайһылыр танышы улын, Алла башыңа һуға, тип ҡурҡыта торғас, тегеһе бер көндө нәҡ үҙ ауылдары һөйләшендә: ”Балдарҙың (балаларҙың) башына һуғып йөрөгәс, Аллаң да йүнде кеше түгел инде”, — тип һалмаһынмы! Бөгөн бәғзе наҙан муллаларҙың дингә өйрәтеүе лә ошо хәлгә оҡшап ҡала.
   Донъяға ҡарашым дәһрилектең иң юғары нөктәһенә еткән заманда тәрбиәләнеүен иҫәпкә алғанда, һикәлтәләре лә, аҙаштырырлыҡ ҡара урмандары ла, ғазаплы упҡындары ла байтаҡ булған хажға илткән юлымдың. Ни мөғжизә менәндер уларҙы артыҡ буталанмай уҙа алғанмын.
   Мәктәптә, Алла юҡ, уны бар, тип әйтеүселәр — томаналар, наҙандар, тип өйрәтеп ҡайтарҙылар. Анауындай оло Ғаләм дә, Ер ҙә, әҙәм заты үҙе лә үҙлегенән барлыҡҡа килгән, имеш. Дин таратыусылар иһә — зарарлы, замандан артта ҡалған кешеләр.
Ҡайтыуыма күрше ауылдан өләсәйем ҡунаҡҡа килгән, намаҙ уҡып ултыра. ”Томана” өләсәйемде ”зарарлы” ғәмәленән туҡтатырға тырышып ни ҡыланғанымды хәҙер иҫләргә лә оялам. Ә иҫкә төшөрөргә кәрәк. Тәүбә итер өсөн.
   Атайым мәктәп директоры ине. Уға атеистик эш алып барырға дәрәжәһе, коммунист исеме ҡуша. Өләсәйемдең намаҙын боҙғанымды әйткәс, ул нисектер баҙап ҡалды, ахыры. Шунан әйтеп ҡуйҙы: ”Өләсәйең ҡарт кеше, уны хәҙер үҙгәртеп булмай инде, үҙе белгәнсә эшләһен”.
   Вафатына күп тә ҡалмаҫтан, дин, атеизм хаҡында һүҙ сыҡҡас, әйткәне хәтеремә уйылып ҡалды:
   — Иҫлә, мин берәй саҡ Алла барлығы-юҡлығы хаҡында берәй һүҙ әйткәнем булдымы? Юҡ! Заманы шундай ине, әммә минең кешеләрҙе аҙаштырғым килмәне. Һәр кем үҙенсә уйларға хаҡлы.
   Эйе, һәр кем үҙенсә уйларға хаҡлы. Минең дә үҙ фекеремде көсләп тағырға ниәтем юҡ. Бары тик үҙ уйланыуҙарымды, кисергәндәремде бәйән итәм.
   Алтынсыла уҡығандамы икән, ҡышҡы каникулға атайым күрше ауылға, өләсәйем янына ҡунаҡҡа алып барҙы. Ураҙа ваҡытына тура килдем. Өләсәйем биттәре туҙып бөткән ”Ҡөръән”ен уҡый, килгән әхирәттәренә тәфсирен һөйләй. Кистәрен ашҡа йөрөйҙәр. Ҡыҙыҡ күреп, ғәрәп хәрефтәрен бер ҡағыҙға күсерә башланым. Хәрефтең ниндәй өндө аңлатҡанын белмәһәм дә, бөгөлдәрен, нөктәләрен төп нөсхәләгесә итергә тырышам. Өләсәйем һөйөнөп китте, үҙендә булмаған ниндәйҙер доғаны яҙып алыуымды һораны. Эй маҡтаны инде шунан, матур яҙғанһың, тип, эй маҡтаны. Намаҙын боҙорға тырышмағаныма ла шатланғандыр инде, бахыр.
  Рәсми тәрбиә һәм өй тәрбиәһенең ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы бер мине генә аҙаштырмағандыр инде ул.
  ...Ураҙа байрамы сабый саҡтан тылсым тулы, иң шатлыҡлы байрам булып иҫтә ҡалған. Был көнгә әсәйем әллә күпмегә алдан әҙерләнә башлар ине — туғандары һалған посылкаларҙағы тәм-том ашап бөтөлмәй, хатта айҙар буйы һаҡлана. Беҙгә, бәләкәстәргә, күрһәтмәй генә бүләктәр алына. Байрам алдынан әсәйем айырым бер тырышлыҡ менән өйҙө таҙартырға тотона. Тәҙрә ҡорғандары, түшәк-йәймә, ашъяулыҡтар, сигеүле-селтәрле мендәр тыштары ап-аҡ итеп ҡайнатып йыуыла. Уларҙың һәр береһенә әсәйемдең күҙ нуры нағышланған: әкиәти гөлләмәләр, суҡышына хат ҡыҫтырған күгәрсен, донъяла булмағанса сағыу ҡанатлы ҡоштар, күбәләктәр — һәммәһе әле лә күҙ алдында.
   Иҙәнде бысаҡ менән ҡырып йыуғанды яратманы әсәйем, таҡтаһы сүбәкләнә, ти торғайны. Ҡаҙан тултырып һыу ҡайнатабыҙ, шунан башлана инде эш. Ҡул түҙер-түҙмәҫ ҡайнар һыуға һалабаш йыуғыстар һалып беҙ, береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙы, ваҡ ҡына йыуғыстар алып, күперткәнсе һабынлап иҙән ышҡыған булабыҙ. Эште тамамлағас, маҡтала-маҡтала сәй менән һыйланабыҙ, берәр кәнфит тә эләгә — хан һыйы инде. Самалап ҡына ҡабып сәй эскәс, ҡалғанын йыйып ҡуябыҙ — гел тәтеп тормай ҙаһа. Өйгә тәмле булып еүеш ағас еҫе тарала. Иҙән кипкәс, затлы паркеттарың ары торһон — ялтырап ята. Һәр баҫҡан эҙең полировкалағы кеүек тап ҡалдыра. Шуға оло яҡҡа бик индермәйҙәр.
   Әсәйемдең аллы-гөллө сигеүҙәре үҙ урынын ала: һырлы рамлы дәү көҙгө башына ла, стеналарға ла, тәҙрәгә лә, карауат, радио, өҫтәл өҫтәренә лә тәғәйенләнгәндәре бар. Бөтә ерҙә аҡлыҡ-паклыҡ.
   Байрам еткәс, әсәйем иртә менән шым ғына тороп мейес яға, өйгә ҡоймаҡ еҫе тарала. һәр ваҡыттағыса һамаҡлап беҙҙе уята: ”Тороғоҙ, ҡолонсаҡтарым, йөрәкәстәрем, бәхетте таң атҡанға тиклем тараталар”, — тип башыбыҙҙан һыйпай. Бер аҙ ғына наҙланып ятҡас, өсөбөҙ ҙә һикереп торабыҙ — әсәйемдең бүләктәр әҙерләгәнен, таҫлап үтекләгәнен кистән шым ғына күҙәтеп яттыҡ та инде.
   Өсөбөҙҙө лә ғөсөл ҡойондороп, әсәйем беҙгә ап-аҡ эске кейемдәр кейҙерә. Бер иштән теккән яңы шау биҙәк күлдәктәр һона. Ап-аҡ, селтәрлекәй ебәк ойоҡбаштарҙы кейә һалып алабыҙ. Ошо көнгә тип һалып ҡуйған аллы-гөллө ебәк таҫмалар менән сәстәребеҙҙе үрә. Өйөбөҙ нур эсендә йөҙгәндәй, ә үҙебеҙ үтә күренә башлағандай тойола миңә шул саҡ.
   Сигеүле ап-аҡ ашъяулыҡ өҫтөнә теҙелгән һый-ниғмәттәрҙе ауыҙ итер мәл дә етә. Үзбәкстандан апаһы ебәргән йөҙөм-өрөктәр, Дүртөйлө сәтләүеге, йәй үҙебеҙ йыйған еләк вареньелары табын түрендә. Дүрткел кәсәләрҙә хуш еҫе аңҡып торған алһыу кеҫәл...
   Һыйланып алғас, әсәйем миңә — оло ҡыҙына — эш ҡуша: ”Бар, балам, һыуға барып кил. Таңдан һыуға барған кешенең теләктәре ҡабул була. Раббым-Аллам, донъяға именлек бир, атай-әсәйем тигеҙ ғүмер итһен, үҙемә, һеңлеләремә бәхет-тәүфиҡ, оҙон ғүмер бир, тип телә”.
   Баҡсабыҙҙан ғына ағып ятҡан Оҙонуйҙан уймаҡтай ғына биҙрәләремә тултырып һыу алам. Шишмә төбө тулы йондоҙ. Улар минең биҙрәләремә лә күсә. Әсәйем әйткәнсә, һыуҙың бер тамсыһын да сайпылтмаҫҡа тырышып атлап барғанда теләктәремде доға урынына ҡабатлайым.
   Йылға буйынан болдоробоҙ күренеп тора. Унда әсәйем сығып баҫҡан. Йылмая, абыныпмы, тайыпмы йығылып китмәһен бәләкәсем, тип
борсолоп торалыр инде. Әммә ҡурсып эргәмә килмәне. Дөрөҫ эшләгән. Ғөмүмән, гел үҙаллы булырға өйрәткән ул мине һиҙҙермәй генә.
   Күңелем тулы изге доғалар, биҙрәләрем тулы йондоҙ ине был миҙгелдә, был илаһи таңда. Сабый йөҙөмдө меңдәрсә тапҡыр көҙгөләге кеүек сағылдырған, ҡайһы мәл күҙ йәштәремде йыуған, йәйге селләләрҙә һалҡын һыуы менән ялҡынымды баҫҡан Оҙонуйым хаҡында ине яҙған тәүге шиғырҙарым да.

Ете төндә — етмеш уйым,
Шишмә аға — Оҙонуйым,
Ә төбөндә — Ай мөгөҙө,
Йондоҙ төшкән уйым-уйым.
Йондоҙҙарҙы йолҡоп-йолҡоп
Ағым алып китмәк була,
Ай мөгөҙөн айҡап-сайҡап,
Алҡа итеп киҫмәк була.
Ташҡа бәрелеп йондоҙ сыңлай
Сылтыр-сылтыр, сылтыр-сылтыр...
Йондоҙҙарҙың ҡыңғырауын
Төн буйына тыңлап сыҡтым.

   Аяҡ аҫтына баҡһам да, күккә ҡараш ташлаһам да, тик йондоҙ, балҡып торған Айҙы ғына күрергә һәләтле йәшлегем шиғыры был. Урталыҡта — мин. Ҡайҙа ысынбарлыҡ, ҡайҙа сағылыш, күҙ быуыу ғына икәнлеген әле бик айырмаған хыялый йәшлек. Күктәге хәрәкәтһеҙ ай-йондоҙҙарға ҡарағанда тилбер шишмә ағымында сағылып сайҡалғандарына хатта күберәк тә иғтибар иткәнмендер. Ер менән күк, дәһрилек менән исламиәт араһында — минең йәшлегем.

                                                       Хаж — экскурсия түгел
   2005 йылдың 10 ғинуары көнө беҙ ике ҡатлы өй ҙурлыҡ аэробуста Сәғүд Ғәрәбстанына, изге Ҡәғбәтуллабыҙ тарафына йүнәлдек. Өс йөҙҙән ашыу буласаҡ хажи араһында — Татарстан, Башҡортостан, Пермь, Һарытау өлкәләре, хатта Тажикстан һәм Үзбәкстан кешеләре. Ҡаҙандың ”Йҙел-хаж” туризм департаменты хеҙмәткәрҙәре, Мәккәнән алтмыш ҡына саҡырымдағы Джидда ҡалаһына төшәсәкбеҙ, тип вәғәҙә биргәйне, яҙмаған икән. Йорданиялағы Акаба ҡалаһында төн үткәрҙек. Кисен үк изгеләрҙән-изге Әл-Хәрәм мәсетенә барып үмрә хажын — кесе хажды үтәп ҡуйырға тигән ниәттәр селпәрәмә килде. Бер нисә тәүлек автобуста хитланаһы, быны белмәгәнлектән килеп сыҡҡан аҙаптарҙы кисерәһе булған. Хәйер, бер алданыу менән генә тамамланһа икән дә ғибәҙәтебеҙ...
   Акабалағы аэропортҡа килеп төшөү менән — Рәсәй ғәҙәте инде — халыҡ яу булып үткәреү пунктына эркелде, бәғзе берәүҙәр алдан уҙырға маташып, талашып та бөттө. Әйтерһең, тәүгеләрҙе алдан айырым ғына Ғәрәбстанға оҙатасаҡтар! Автобустарға ултырғанда ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Багажниктарға яҡын килермен тимә, этеп-төртөп, ситкә тибәреп кенә торалар. Мин иң һуңғы автобусҡа ҡалырға мәжбүр булдым һәм яҡташтарымды, таныштарымды юғалттым.
   Ярай ҙа әле бик хөрт булмаған ҡунаҡханаларға урынлаштырҙылар, мосафирҙарға хәйер итеп, бушлай туҡландырҙылар. Тәрилкәләргә бер кеше ашап бөтә алмаҫлыҡ ризыҡ һалалар. Ике илдә лә шуға иғтибар иттем: карауатҡа бер генә йәймә ябалар, одеялдар — тышлыҡһыҙ, ә минең ундай яҫтыҡҡа аллергия. Әлдә йоҡлап йөрөргә һырма тоҡ алғайным, ҡаптырмаһын ысҡындырып, юрған урынына шуны ябындым.
   Бүлмәлә өс ҡатын урынлаштыҡ. Тағы берәү килеп инеү менән нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙләнеп, уф-пуф килде лә китеп юғалды. Күршеләрем Татарстандан (аҙаҡ Мина үҙәнендәге палаткала ла бергә тура килдек). Элекке укытыусылар, бик һәйбәт апайҙар. Дини белемдәре бар, белгәндәрен миңә лә һөйләнеләр.
   Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел икән, Рәшиҙә Исхаҡи апайҙың хаж сәфәре хаҡында ентекләп яҙған китабын һалып алғайным. Шунан Ҡәғбәтулла янынан урағанда, йәғни тәуаф ҡылғанда һәм Сафа-Мәрүә ҡалҡыулыҡтары араһында сәъи (ҡатылыҡ билдәһе урынында ғәрәптең ”айн” өнө, уны беҙҙә, ғәҙәттә, ”ғ” менән алыштыралар, әммә әйтелеше мин яҙғанға яҡыныраҡ) ҡылғанда әйтелә торған доға-теләктәрҙе уҡып бирҙем. Һөйөнә-һөйөнә яҙып алдылар. Рәхмәт инде Рәшиҙә апайға — бик файҙалы ҡулланма булды уның был хеҙмәте.
   Тәҙрәнән ҡаршылағы йорттоң тимер-томор, ҡый-һай тулы башы күренә. Аҫҡы ҡатында — сәстараш. Яуым-төшөм аҙ булғанлыҡтандыр инде, беҙҙәгеләй ҡабарынҡы ҡыйыҡтар бында ла, Ғәрәбстанда ла юҡ — өй баштары өҫтәл кеүек тигеҙ, күптәренә һыу йылытыу өсөн цистерналар ҡуйылған.
   Өфөнән яңы таныштар таптым: Исмәғилев Сәғит атлы милләттәшебеҙ ғаиләһе — ҡатыны Таңһылыу, ун ике йәшлек ҡыҙы Таңсулпан менән юлға сыҡҡан. Улар ҙа сабыр ғына ситтә баҫып торғайнылар шул аэропортта. Ошо ифрат ипле кешеләр менән ҡаланы ҡарап йөрөнөк.
   Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы ҡупшы ғына ҡала. Тирә-яғын ҡараһыу-көрән ташлы тауҙар уратып алһа ла, урамдарҙа йәшеллек күп. Диңгеҙ ярындағы ҡоймалы пальмалыҡта иртәнге еләҫтә бер ир түтәлдәрен утап йөрөй. Шау ҡом ҡыҙғылт тупраҡҡа редис, һарымһаҡ, тәмләткес үләндәр ултыртҡан. Ҡайһы берәүҙәр диңгеҙҙә һыу инеп тә килгәндәр. Сәғит туған ошо тирәлә хеҙмәт иткән, ”тимер шаршау” асылғандан һуң хажға юлланған ҡатындар менән булған бер хәлде һөйләне. Баҡһаң, килеп төшөү менән диңгеҙҙе күреп, түҙмәй, һыу ингәндәр. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ инде нисек кейенгән булғандарын. Полиция күреп ҡалған да, ярым яланғас ҡатындарҙы, әхлаҡһыҙлыкта ғәйепләп, кире Рәсәйгә оҙатҡан. Бына һиңә хаж!
  Ул ваҡыттан алып хәлдәр бер аҙ үҙгәргәндер, бәлки. Ана бит, беҙҙең ҡунаҡхананан йыраҡ та түгел бер урамда хәмер-шарап та һатыла, ресторандан Европа көйҙәре ишетелә. Туристар өсөндөр инде. Витриналарҙа ҡатын-ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән рекламалар ҙа күренә — ислам күҙлегенән бик үк әҙәпле тип һаналмаҫлыҡтары ла бар.
Диңгеҙ ярындағы ғәләмәт ҙур ҡолғала өс һыҙатлы, бер нисә тиҫтә метр оҙонлоҡ ил байрағы елберҙәй. Хажға китер алдынан ғына тап ошо байраҡты тотош бер команда ғәскәриҙәр нисек беркеткәндәрен телевидениела күреп ҡалғайным. Бына бит, ”тереләй” тамаша ҡылырға яҙған.
   Таңһылыуҙар менән мәсеткә барып, өйлә намаҙы уҡыныҡ. Бында һәм Ҡәғбәтулла мәсетенән башҡаһында ирҙәр менән ҡатындар залы айырым. Үҙебеҙгә тейешле яҡты мәсет әһелдәренән һорашып белештек тә икенсе
ҡатҡа күтәрелдек. Бүтән ҡатындар юҡ, ҡибланы билдәләй алмайбыҙ. Сығып, теге ирҙәрҙән һорайым тиһәм, һил булғандар, беҙ булған ергә яҡын тороуҙы әҙәпһеҙлек һанағандарҙыр инде. Саҡ табып алдым.
   Ҡунаҡханаға ҡайтһаҡ, автобустың кискә хәтле булмаясағын әйттеләр. Ҡала буйлап тағы йөрөп килергә ҡарар ҡылдыҡ. Беҙгә бер апай ҙа эйәрҙе. Таңсулпан бәләкәй генә булһа ла, беҙҙән мәғлүмәтлерәк — ғәрәпсә лә, инглизсә лә аңлай, һөйләшә ала. Килә торғас, ул көлөп ебәрҙе лә ишеткәнен тәржемә итте:
   — Кафе алдында ултырған кешеләр: ”Бынау иргә эйәргән ҡатындарҙың береһе — әсәһе, береһе — ҡәйнәһе, икәүһе ҡатындарылыр инде”, — тип һөйләнеп ҡалдылар.
Бер кибеткә килеп индек. һаҡал-түшелдереккә оҡшаған шау тәңкә- мәрйенле, йоҡа туҡыманан тегелгән монаят күҙемә салынды. Тик өҫ яғындағы ике уйым ғына ғәжәп тойолдо. Баҡһаң, күсәбә бәҙәүи ҡатындарының бит бөркәнсеге икән, уйымдар — ҡарар өсөн.
   Сәй тәҡдим иттеләр. Төркиәлә булғанымда бындай тәртипкә күнеккәйнем инде, ҡайнар ҙа булғас, шөбһәһеҙ генә тәмләп ҡараным һәм... шарап тәме иткәндәй тойолоп, бөркөп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шигемде аңлағас, һатыусы аҡлана башланы. Бәлки, яңылышҡанмындыр тип, үҙем дә ғәфү үтенеп, урамға ашыҡтыҡ.
   Сит илдәрҙә тәҡдим ителгән һәр нәмәне тәмләп барырға ярамайҙыр ул — ризыҡтың сифаты ла, һауыт-һабаның таҙамы-юҡмы икәнлеге лә билдәле түгел. Үҙҙәре өйрәнеп бөткән, әммә башҡа тарафтарҙан килгәндәр өсөн ҡурҡыныслы вирустар ҙа эләгеүе мөмкин бит әле. Әлеге хәл һабаҡ булды — һаҡлыҡты оноторға ярамай.
   Акабала ла, һуңынан Ғәрәбстанда ла тәбиғи ҡиммәтле таштарҙың, уларҙан эшләнгән биҙәүестәрҙең күплеге хайран итте. Мәккә менән Мәҙинәлә алтын кибеттәре ҡуҙлы мейес эсе шикелле баҙлап тора. Тик бер нәмә лә һатып алманым — биҙәүестәргә ғүмер баҡый битарафмын, нәфсем тыныс. Хажға китеп барғанда — бигерәк тә...
   Ғәрәбстанға юлланыуҙы көн оҙоно көтһәк тә, ваҡытты буш хәбәрҙәргә әрәм итмәнек. Фойела әллә нисә сәғәт ултырған арала байтаҡ фәһемле вәғәздәр ҙә тыңлап өлгөрҙөк.
   Иорданиянан Сәғүд Ғәрәбстанына сыҡҡанда таможняла ярты көн ултырҙыҡ. Сик буйында автобустан барланырға сыҡтыҡ. Әрпешлек баҫҡан, келәт кеүек бәләкәй генә бинала аҡса алмаштыралар. Иорданияныҡын да, Ғәрәбстандыҡын да алырға мөмкин. Бөхөллөк шик уята, Иорданияның һигеҙ ҡырлы динарын сәйлек кенә алмаштырып, туҡталышҡа йүнәлдем. Ошонда уҡ мәсет тә бар — намаҙ уҡып килдек.
   Урамда ҡуйылған өҫтәл артында бер төркөм татар ҡатындары менән сәй эстек. Бындай әңгәмәләр бер-беребеҙҙе нығыраҡ аңларға булышлыҡ иткәндер, сөнки ҡайһы мәл ике милләт араһын бутарға маташыусылар йоғонтоһо ла тойолоп ҡалғыланы. Әйткәндәй, хажда йөрөгәндә хатта себенде лә үлтерергә ярамай.
   Гәрәбә кеүек үтә күренеп торған таҙа һары ҡом өҫтөндә ниндәйҙер ҡошмо, йәнлекме эҙҙәре семәрләнгән. Йылдар, елдәр йыш иләктән иләгән — бер тигеҙ генә ваҡ онтаҡ. Иҫ киткес таҙа — тәһәрәтләнерлек тә шул. Күсеп йөрөгән ҡом бөртөктәре араһында, бәлки, пәйғәмбәрҙәр усына йә аяҡ аҫтына эләккәндәре лә барҙыр әле. Ҡайтышлай иҫтәлеккә һалып алырға ниәтләп ҡуйҙым. (Бөгөн эшләргә мөмкинде иртәгәгә
ҡалдырма — тормош әллә нисә иҫбатлаған хәҡиҡәт. Ҡайтышлай бындай форсат булманы).
   Ғәрәбстан яғында йөктәрҙе тикшерә башлағанда эңер төшкәйне инде. Ҡатын-ҡыҙҙы айырым ангарға индереп, пәрәнжәле ҡыҙҙар тентене. Сум- камдағы йод менән ”зеленка” быларҙа шик уятты, мине айырып алып ҡалып, ишектән-ишеккә, тәҙрәнән-тәҙрәгә байтаҡ йөҙәтеп йөрөттөләр. Ә багажымдағы шундай уҡ дарыуҙарҙы иғтибарға ла алыусы булмаған.
                                                               ***
   Алып ҡайтҡан бүләктәрем араһында Ҡәғбәтулланың тышҡы диуарына терәтеп һалынған кибеттә алынғандары ла бар. Сандал ағасынан эшләнгән хикмәтле тәсбихтәр изге ғибәҙәтханаға кире ҡайтарғандай булды — йөҙөнсө, туплам быуынындағы бәләкәй генә быяла ”тәҙрә” аша мәсет күренештәрен ҡарай-ҡарай кисерештәремде яңырттым.
   ...Тәүлектәр буйы автобуста ултырып килеү, аяҡ һәленгән килеш йоҡлау үҙенекен итте — ботинкам ”бәләкәсәйҙе”. Ярай иркенерәген һәм йомшаҡ табанлыһын алғанмын — йөн ойоҡбаш менән дә һыя ине. Ҡатын-ҡыҙға еңелерәк, теләгәнен кейә ала, ә бына ирҙәргә — ялан аяҡҡа артһыҙ шлепанцы-”сәпелдәк” кенә рөхсәт ителә. Уныһы ла, имеш, тегелгән булырға тейеш түгел. Был — артығылыр тип уйлайым, сөнки дини китаптарҙа, кеше үҙ хәленә ҡарап кейенергә тейеш, тигәнде осратҡаным бар.
   Туҡталыштарҙағы һыу ҙа һәр саҡ йылы түгел, бигерәк тә таңға табан. Эҫергәнеп килеп төшәбеҙ ҙә тәһәрәтләнәбеҙ — һыуыҡ теймәһә, шәп инде.
   Мәккә-и-Мөкәрәмә эңер монарында ҡаршы алды беҙҙе. Ҡала ”ҡапҡа”һынан инер ерҙә король күстәнәсе тараттылар — ҡатырға ҡумта эсенә тәм-том, һут, һөт, зәмзәм һыуы тултырылған. Туҡталышта уҡ бәләкәй генә бювет яһалған — төшөп, рәхәтләнеп изге һыуҙы туйғансы эстек. Алланың рәхмәте — бығаса хажиҙар алып ҡайтҡан һыуҙы алтын бәрәбәренә, йотомлап ҡына тәмләгән бар ине.
   Татарстан вәкиллегенә килеп еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Ойоштороусыларыбыҙ унан ғәрәпсә нимәлер яҙылған дермантин ”беләҙек” алып сыҡты. Аҙашһағыҙ, шуны күрһәтерһегеҙ, тинеләр. Фотоларыбыҙ йәбештерелгән, инглизсә исем-шәрифтәребеҙ, илебеҙ яҙылған шәхеснамәне муйындарыбыҙға таҡтыҡ. Был нәмәләрҙең файҙаһы, бәлки, бик булмағандыр, сөнки Минала Барый исемле оло йәштәге бер ағайыбыҙ 12 сәғәт аҙашып йөрөгәндә һис ярҙам тапмаған.
   Өфөлә үк Мөсәлиә тигән апай менән танышҡайным, ул әсәһе һәм электән хажда бергә булған Нура исемле апай менән бергә юлға йыйыныуын әйткәйне. Акаба аэропортында уҡ аймылыштыҡ. Әле лә таба алмайым — бергә урынлашырға ине, сөнки хажға уның өсөнсөгә килеүе. Ниҙе лә булһа тейешенсә эшләмәүҙән һәм шул арҡала ғибәҙәтем яңылышҡа сығыуҙан ҡурҡам.
   Емерек өй харабалары һерәйеп торған бысраҡ майҙансыҡ ситендә ҡунаҡханаға сират көтәбеҙ. Ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы айырып, унар-унар итеп алып китә торалар — бүлмәләргә шунса кеше урынлаштыралар, күрәһең. Ғаиләлеләр бер-береһенән айырым йәшәйәсәк. Мин сабыр итергә булдым — хаж мәлендә хәлдәр үҙ яйына нисек бара, шуға буйһонормон, тип ниәтләп сыҡҡайным. Алланың яҙғаны булыр әле.
   Майҙансыҡта әҙ генә ҡалдыҡ. Таныш тауышҡа боролоп ҡараһам, үҙенә бирелгән бүлмәне яратмай, ойоштороусыларҙы эҙләп Мөсәлиә апай килгән. Таяҡ менән генә йөрөгән 78 йәшлек әсәһен өсөнсө ҡатҡа урынлаштырғандар. Ә лифт юҡ. Ыңғайы сыҡҡанда әйтеп үтәйем — сит илдәрҙең байтағында аҫҡы ҡат иҫәпкә инмәй. Тимәк, әбекәйгә дүртенсе ҡатҡа күтәрелергә тура киләсәк. Тик түбәнге ҡаттарҙан бүлмә эҙләп ҡараһалар ҙа, тапманылар. Бүлмә дүрт кешелек, ти. Әләйгәс, апайҙар янында миңә лә урын була. Һөйөнә-һөйөнә арттарынан эйәрҙем. Аҙаҡ Өфөләге һөйләшеүҙе хәтергә төшөрөп, көлөшөп алдыҡ:
   — Насип булһа, бергә урынлашырбыҙ дүртәүләп, тигәйнек. Алланың ”амин” тигән сағына тура килгән. Аймылышҡас, табыштыҡ бынау бутҡала.
   Әйткәндәй, йәнә ике апай, ойоштороусыларҙың иғтибары етмәү арҡаһында бер ҡайҙа ла урынлаштырылмаған, төнө буйы вестибюлдә ултырып сыҡҡан.
   Бүлмәгә күҙ йүгертәм. Ғәҙәттә бында ике кеше йәшәйҙер, карауаттар араһында намаҙлыҡ түшәрҙәй урын тапмаҫһың. Тар ғына бер аралыҡта алмаш-тилмәш уҡынып йөрөнөк. Душы, бәҙрәфе бергә. Раковина аҫтынан һаҫыҡ һыу ҡойола. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренең ҡолаҡ итен сәйнәй торғас, ике тәүлектән бер аҙ йүнәткәндәй иттеләр. Кер йыуыр, йыуһаң киптерер урын юҡ. Шулай ҙа апайҙар ҡәнәғәт: тәүге килгәндәрендә, шарттар булмағанлыҡтан, целлофан тоҡсайҙар эсендә кер йыуа торған булғандар.
    Ҡайтҡас, етешһеҙлектәр өсөн тип, ойоштороусылар юл хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтарҙы. Әйтәһе түгел, күпме кеше ауырыны, медицина ярҙамы ала алмай йонсоно, дарыуҙар етмәне, йәшәү шарттары ла вәғәҙә ителгәндән күпкә ҡайтыш булды. Ә бит төркөмдә медиктар буласаҡ, тип вәғәҙә ителгәйне. Хатта сәләмәтлек торошо тураһында белешмә юллатып башты ҡаңғыртҡайнылар. Страховкала ҡаралған шарттар буйынса күп осраҡтарҙа дауаланыу хаҡын фирма түләргә тейеш булған. Тик ул мәлдә ҡулда килешеү ҙә, страховка ла, хатта самолет билеты ла юҡ ине! Ҡайтҡас бирҙеләр.
   — Хажға барырға теләүселәр күп булғанлыҡтан, өлгөртә алманыҡ, — тип аҡландылар һуңынан фирма вәкилдәре.
   Йәтеш шул, берәйһе үлә-нитә ҡалһа, йә етди ауырып, хастаханаға эләкһә, белмәмеш тә күрмәмеш булырға мөмкин: ”Эйе, виза, билет алып бирештек, әммә хажға барыу тураһында килешеү төҙөлмәне”. Бөттө-китте.
   Зарланыу өсөн һөйләмәйем быларҙы — хажымдан ризамын. Сәфәремдә шундай ауырлыҡтар кисерергә яҙған булған, тимәк. Әммә киләсәктә хажға барыусыларға дөрөҫ мәғлүмәт бирелергә, тейешле документтар барыһы ла законға ярашлы һәм ваҡытында эшләнергә тейеш тип һанайым. Сәфәребеҙ турфирмаға ла һабаҡ биргәндер. Әйткәндәй, хаж ҡылыусылар араһында республикабыҙ хөкүмәтенең ул саҡтағы Дин эштәре буйынса советы етәксеһе Шаһиев Марс Хызыр улы ла бар ине. Ойоштороу эштәрендә бер ҡатнашы булмаһа ла, яҡташтарыбыҙ төрлө дәғүәләре менән уның быуынына төштөләр. Марс Хызыр улына, теләйме-теләмәйме, мәле менән психологҡа ла, координаторға ла әүерелергә тура килде.
   Хаж — кәйеф-сафа ҡороп, иркәләнеп кенә йөрөп ҡайтыр ер түгел. Экскурсия өсөн генә ниәтләп сыҡмаһаң, әлбиттә. Юл бит ул, уның аҙабын гүр ғазабы менән юҡҡа ғына сағыштырмағандарҙыр. Транспорт емерелеп, бөтөнләй көтөлмәгән ерҙәрҙә тороп ҡалыуын, да, әллә ниндәй фажиғәләргә тарыуың да ихтимал. Мөздәлифәлә — асыҡ яланда ташлы тупраҡ өҫтөндә, Мина үҙәнендә палаткаларҙа балаҫ ҡына түшәлгән ерҙә йоҡларға тура килә. Йәйәү, менәрләгән халыҡ ташҡынын йырып йөрөү өсөн дә күпме көс кәрәк.
   Хаж — ул ғибәҙәт. Ә ғибәҙәт йәнен-тәнен менән Аллаға бирелгәнлекте, унын ҡушҡанын тәҡүәлек менән үтәүҙе, яҡшыһын да, яманын да сабырлыҡ менән күтәрә белеүҙе, сыныҡҡанлыҡты талап итә.
   ...Мосафирҙар араһында ла кеме юҡ — берәү ил күрер өсөн генә, берәү ”хажи” тигән исемде матди маҡсатта файҙаланыр өсөн, берәү дан өсөн юлға сыҡҡан. Ундайҙар күренеп тора. Һүҙе булмаһа — ҡылығы, ҡылығы булмаһа — ҡарашы, ҡарашы булмаһа бер хәрәкәте генә лә һата. Хажға барыусы бындай юлдаштар осрау ихтималлығын да иҫтә тоторға, һәр нәмәгә әҙер булырға тейеш.
   Ризаитдин Фәхретдинден: ”Боҙоҡ ниәт менән хаж ҡылып ҡайтыусынын ҡиәмәт көнөндә ҙур шелтә үә ғазапҡа осрауы мөмкин булған кеүек, дөрөҫ ниәт менән ауылдарҙа староста, старшиналыҡ вазифаларын үтәү, Дума һәм земстволарҙа хеҙмәттәр итеү сәбәпле, нәфел хаж сауаптарына осрауҙары мөмкин. Бөтә хикмәт үә мәғәнә — ниәттәлер”, — тигән һүҙҙәрен йыш ҡына иҫкә алам.
  Изге ниәт менән юлға сыҡҡан яҡташтарым әлдә генә, юлыбыҙ аҙаплы булһа ла, имен-аман ҡайтып етте, хаж ғәмәлдәрен тейешенсә үтәй алды. Шуға һөйөнәм.

                                                                          Саф шишмә
   Атеизм, дәһрилек, бик күптәр кеүек, мине лә урап үтмәне, ә дингә ныҡлы килеүемә Ризаитдин бине Фәхретдин әҫәрҙәре мөғжизәле йоғонто яһаны. Унын: ”Ғаҡыллы кеше динһеҙ булмаҫ, динһеҙ була алмаҫ. Ғаҡыллы кеше динһеҙ хайәттән мәғәнә тапмаҫ. Ғаҡыл һәм динһеҙлектен бер кешелә йыйылыу ихтималы юҡ”, — тигән һүҙҙәре йәнемә-йөрәгемә үтеп инде. Тормош үҙе лә ғалимыбыҙҙын хаҡлығын иҫбатлай тора. Әҙәм балаһы әйҙә бик үк аҡыллы ла булмаһын, ти, әммә ул динле икән, бик күп аҡылһыҙлыҡтарҙан ситтә торасаҡ.
   Бер саҡ район һәм ҡалалар хакимиәттәре белгестәре алдында сығыш яһарға тура килгәйне. Динебеҙҙен халҡыбыҙ рухиәтенә быуаттар дауамында йоғонто яһауын, юғары әхлаҡ тәрбиәләүен һөйләгәйнем, үҙем бик ихтирам иткән бер ханым:
   — Әгәр республикабыҙҙа Ислам диненә өҫтөнлөк бирелһә, өй эсегеҙҙән танауығыҙҙы ла сығара алмай көн күрер, ирегеҙҙе һәм балағыҙҙы ҡарауҙан уҙа алмаҫ инегеҙ, депутатлыҡ төшөгөҙгә лә инмәҫ ине, -— тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. -— Был фекер менән бәхәсләшә алмаҫһығыҙ бит?! — тип өҫтәп ҡуйҙы.
   Шулай ҙа бәхәскә индем:
   — Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарынан хатта ил президенты, хөкүмәт башлығы һайланғаны бар — улар Беназир Бһутто һәм Тансу Чилләр. Мосолман илдәренен байтағында парламентта ханымдар һаны Рәсәйҙәгенән күберәк, — тип яуапланым.
   Йәнә бер осрашыуҙы телгә алмау мөмкин түгел. Бөтә донъя төрки ҡатын-ҡыҙҙары берлеге рәйесе Шенол Бал ханым республикабыҙға килгәнендә йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Шунда уға, Төркиәлә ҡатын-ҡыҙ эшһеҙлеге мәсьәләһе нисек хәл ителә, тип һорау бирҙеләр.
— Төркиәлә ҡайҙалыр эшләргә теләгән ҡатын-ҡыҙ шөғөл тапмай ҡалмаҫ, — тип яуапланы ул. — Әммә беҙҙә әсә булыу, балаларын тәрбиә итеү бик маҡтаулы, престижлы эш һанала.
   Шенол ханымдың яуабын, дөрөҫөн әйткәндә, бер аҙ ғәжәпһенеп ҡабул иттеләр. Беҙҙең ғәжәпләнгәнгә Шенол үҙе ғәжәпләнде. Бына ни хәлгә еткәнбеҙ — әсә булыу, бала бағыу беҙҙә маҡтаулы тип һанала ла алмай икән.
   Шулай уҡ хоҡуҡһыҙ булғанмы мөслимәләр, әллә хоҡуғын көслө зат аңлы рәүештә сикләгәнме? Сикләү бар икән, ул ни кимәлдә һәм ни өсөн барлыҡҡа килгән? Диндәме икән хикмәт? Ошо һорауҙарға яуап эҙләгәндә Ризаитдин бине Фәхретдин егерменсе быуат башында, әле октябрь ихтилалы тигән түңкәрелеш булмаған, совет иле тарихы башланмаған осорҙа яҙған ”Жәвәмиғүл кәлим шәрхе” тигән хеҙмәтенә килеп юлыҡтым. Китап 1917 йылда Ырымбур ҡалаһында нәшер ителгән һәм күренекле ғалимыбыҙ Рауил Үтәбай-Кәрими тарафынан эшкәртелеп, кириллица менән 1995 йылда Ҡазанда донъя күргән.
   Атаҡлы исламиәт ғалимы был хеҙмәтендә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары мәсьәләләрен бик ентекле тасуир итеп, тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙың дин өлкәһендә, шәриғәттә хәбәрҙар булыуы зарурлығын иҫбатлай.
   Рәсүлулла заманында ҡатындарҙың йомаларға, йәмәғәт намаҙҙарына йөрөүҙәрен, ирҙәр менән бер рәттән вәғәздәрҙе тыңлауын, хатта шөбһәләре булғанда һорауҙар биреүен, ошо ғилемдәре рухында үҙ балаларын тәрбиә ҡылыуҙарын бәйән итә ул һәм, Исламдың шөһрәтен донъяға таратыусылар -— ошондай ҡатындарҙың ҡосаҡтарында үҫкән балалар, тип йомғаҡлап ҡуя.
   ”Ҡатындарҙың мәсеттәрҙән маниғ ителеүҙәре, йәғни ситтә ҡалдырылыуҙары, дин һәм дә әхлаҡ ғилеменән, тәрбиә рәүештәрен үә йәмәғәт әҙәптәрен белеүҙән мәхрүм ҡалыуҙарына сәбәп булды. Дөйөм Әһле Ислам өсөн был эштең зарарлы икәнлеге мәғлүм”, — тип яҙа олуғ ғалимыбыҙ һәм бөйөк пәйғәмбәребеҙҙең: ”Ҡатындарҙы мәсеттәрҙән маниғ итмәгеҙ”, — тигән фарманын килтерә.
Ҡатындарҙың йәмәғәт һәм йома намаҙҙарына йөрөүҙәре үҙе заман боҙолоу үә фетнә күбәйеү хасталығына иң шифалы дауа булған булыр ине, тип яҙа ул.
   Заман, йәмғиәт торошо үҙгәреү сәбәпле, мәғрифәтсе ғалим ҡыҙҙарға үҙ көндәрен үҙе күрерлек тәрбиә биреү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙ үҙ ризығыбыҙҙы үҙебеҙ табырға мәжбүрбеҙ, ти ул. Иренең кәсебе, байлығы етерлек булған хәлдә лә һөнәренең зарары булмаҫ, ашарға һорамаҫ, әгәр инде ире артыҡ хәлле булмаһа йәки хасталанһа, ҡатынының һөнәре эшкә ярар, тип яҙа Ризаитдин бине Фәхретдин. Ир балаға ла, ҡыҙ балаға ла белем биреү, мәктәптәрҙә уҡытыу зарурлығын ҡат-ҡат телгә ала.
   Ошо урында ғалимдың суфыйҙар тарафына әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр, моғайын. Уларҙың: ”Был заманда хәләл кәсеп табыу мөмкин түгел”, — тигән һүҙҙәрен инҡар итеп, Ризаитдин былай ти: ”Хәләл кәсеп һәр урында һәм һәр заманда табылалыр. Әҙәм балаһы йә ахирәте, йә донъяһы өсөн тырышыу өҫтөндә булырға тейешле. Кәсеп итеү, эш эшләү инсандарға ялҡаулыҡтан, фәҡирлек һәм урлашыу кеүек нәмәләрҙән һаҡланырға сәбәп була”. Хәҙер инде беҙҙең заманға ҡайтайыҡ — Төркиә, Польша, Ҡытай тарафтарына сауҙа юлын нәфис зат һалды һәм тотоп килә түгелме? Ҡатындарыбыҙ шәп беҙҙең — уңған, аҡыллы, ҡара тырыш.
   Ғаилә ҡороу, никахлашыу, туйҙарға ҡағылышлы иһә ғалим ошондай зиннәтле һүҙҙәр яҙа: ”Никах ваҡытында әһәмиәт биреләсәк нәмә мәһәр, туй, бирнә үә йыһаз түгел, бәлки һәр ике тараф араһында дин үә әхлаҡ, тәрбиә үә тәбиғәт тураһында мәнфәғәтле булыуҙыр”. Йәғни ғаиләнең ныҡлы булыуы йәһәтенән һәр ике яҡ берҙәй үк бурыслы, берҙәй үк яуаплы һәм был, матди хәлдән бигерәк, рухи өлкәгә ҡайтып ҡала.
   Ғаилә эсендәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләргә бөйөк мәғрифәтсе, Исламиәт белгесе булараҡ, ентекле байҡау яһай, аңлатмалар бирә. Мәҫәлән, Хәҙис шәрифтән ул ошондай тәржемәне миҫалға килтерә: ”Әҙәмдәрҙең яуызы үҙенең ғаиләһенә (ҡатыны һәм балаларына) ашау-эсеү, кейем-һалым тураһында үә башҡа мөғәмәләләрҙә ғәҙәттән тыш тығыҙлыҡ ҡылыусы кешелер”.
   ”Беҙ мосолмандарҙа ир менән ҡатын араһында булған мөнәсәбәттәр хужа менән хеҙмәтсе араһындағы мөнәсәбәттән күп айырым булмай, — тип яҙа Ризаитдин бине Фәхретдин хәҙрәттәре. — Хужа менән хеҙмәтселәр араһында булған балаларҙың яҡшы тәрбиә күреүҙәре мөмкин түгел”. Бына ни өсөн кәрәк икән ул ир һәм ҡатындың тиң хоҡуҡлығы!
   Ире өйгә ҡайтып ингәндә ҡатыны, балалары ҡурҡып, ҡалтыранып, унда-бында ҡаса башлаһа, ул сығып китеү менән иркен тын алып шатланһа, рәхәтлек кисерһә — был кешене яуыз тимәй, ни тиһең... Ғаилә төҙөк булыуға беренсе сәбәп — ир булған кеше ҡатынын үҙенә иптәш, үҙе юҡта үҙ урынында ҡалыусы хужа тип белергә, өй идараһын бөтөнләй уға тапшырырға үә иркенлек бирергә тейешле, тип яҙа олуғ мәғрифәтсе. Бына шулай, баҡһаң, исламиәттә лә тиң хоҡуҡлыҡ, ирле-ҡатынлыларҙың бер-береһенә ихтирамлы ҡарашта булыуы, йөктө һәр кемдең көсөнән килгәнсә тигеҙ тартыуы талап ителә.
   Ғаиләлә берлек һәм мөхәббәт хөкөм һөрөргә тейеш. Әфәндебеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең: ”Һеҙҙең хәйерлегеҙ ҡатындарығыҙ өсөн хәйерле булғанығыҙҙыр”, — тигән ғибрәтле һүҙен ағай-эне иҫтә тотһа, ҡатын-ҡыҙға, бәлки, донъя көтөүе күпкә еңелерәк булыр ине. Әлбиттә, нәфис заттан да шундай уҡ ижтиһад талап ителә, һәм бөйөк ғалимыбыҙ әйтмешләй: ”Ҡатындарҙың күркәмлеге һәм камиллығы кейеменең ҡиммәтле һәм йыһаздары күп булыуҙа, аҫыл таш тағыуҙары һәм модаға эйәреүҙәрендә түгел, бәлки тәдбирле һәм иҡтисадлы булыуҙарында һәм дә ғаиләлә әсәлек вазифаһын итә белеүҙәлер”.
   Ризаитдин бине Фәхретдин бик күп ислам ғалим-ғөләмәләренең хеҙмәттәрен уҡып, хәҙистәрҙе өйрәнеп, уларҙы өгөт-нәсихәттә ҡуллана, фекерен шулар менән дәлилләп ҡуя. Ҡатын-ҡыҙға бәйле шундай бер хәҙисте ул Сәнән ибн Маджада исеменән килтерә. Ул былай яңғырай: ”Аллаһы тәғәлә бер кешегә яҡшы ҡатын бирһә, уның ярты динен һаҡларға ярҙам биреүелер. Инде ул кеше ҡалған яртыһында Аллаға тәҡүәлек итһен!”
   Яҡшы ҡатын дин һаҡлау йәһәтенән иренә иң беренсе ярҙамсы, әҙәмселекле, яҡшы күңелле, ти Фәхретдин. Уларҙы боҙоусылар һәм яман ҡатын исеме алыуҙарында сәбәпселәр, күбеһенсә, боҙоҡ һәм хаяһыҙ ирҙәрҙер. Яҡшы ҡатындар күктән төшмәйҙәр, диңгеҙҙән сыҡмайҙар, бәлки үҙ арабыҙҙа үҫәләр. Яҡшы ҡатындар етештереү өсөн яҡшы тәрбиә үә ҙур ижтиһадтар лазым. Был вазифалар иһә ирҙәр өҫтөндә, тип дауам ителә хеҙмәттә.
   Ислам динендә ҡатындар тарафына булған һәммә нәсихәттәр бер нөктәгә барып терәлә — ғаилә хәлен төҙөк тотоу һәм күркәм рәүештә донъяла йәшәүҙе тәьмин итеү. Ғаилә хәле төҙөк булмаған, сәй һәм мәйханаларҙа бушҡа ғүмер, мал сарыф итеүгә ғәҙәт ҡылған милләттә оят һәм нәҫел дауамы бөтмәү ихтималы юҡ, тип иҫкәртә мәғрифәтсе. Европалыларҙан ниндәйҙер ғәҙәт алына икән, динебеҙгә хилаф килтерерлек булмауын да иҫтә тоторға ҡуша ул.
   Йәмғиәтебеҙҙә һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың йыназаға бәйле хоҡуҡтары тураһында һүҙ ҡуҙғатыла башланы. Баҡһаң, ҡайһы бер муллалар зыяраттарға ҡатын-ҡыҙҙы индереүҙе тыя. Йәнә Ризаитдин Фәхретдиндең хеҙмәтенә мөрәжәғәт итәйек.
   Ҡатын-ҡыҙҙың йыназаларға эйәреп барыуҙары дөрөҫмө, тигән һорауға: ”Ҡөръән Кәримдә бынан маниғ (тыйыу) юҡ”, — тип яуап бирә ул. Миҫалға, туғаны Роҡыя ҡәбере янында хәҙрәте Фатима илағанда Рәсүлулла үҙ ҡулы менән уның йәшен һөрттө, тип Хафиз ибн Хәжәрҙең зекер ҡылыуын килтерә. Әҙәп үә инсаф юлынан айырылмай йөрөгәндә, ҡатындарҙың йыназа оҙатыуҙары Ислам шәриғәтендә тыйылған һәм хәрәм эш түгел. Ирҙәр юҡ ваҡытта йыназа оҙатыу вазифаһы бөтөнләй ҡатындарға йөкмәтелә, тип яҙа ғалим. Раҫ — аслыҡ, һуғыш йылдарында был ауыр вазифаны йыш ҡына ҡатындар үтәгән дә инде.
   Мосолман мотлаҡ үтәргә тейешле биш бурыстың береһе — хаж ҡылыу. Ҡатын-ҡыҙҙың ошо ғибәҙәтте үтәүе йәһәтенән дә әленән-әле төрлө бәхәстәр ҡубып тора. Ире йәки мәхрәме (йәғни уға өйләнергә хаҡы булмаған ир туғандары) менән генә сәфәр ҡыла ала, тип ҡайһы бер илдәрҙә, милләттәрҙә ҡатындарҙы изге ғәмәлен үтәүҙән мәхрүм итәләр. Шуға күрә виза юллар алдынан турфирма вәкилдәренә: ”Хәләл ефетем бармағас, миңә хажға рөхсәт булырмы?” — тип һораным. "Олоғайғандарға — рөхсәт, йәшерәктәргә кәртәләр булыуы ихтимал”, — тип яуапланылар.
   Ризаитдин Фәхретдин был мәсьәләне лә ентекле яҡтырта. Юл имен һәм ышаныслы ҡатындар менән берлектә булыу шарты менән фарыз хаж сәфәре ҡатын-ҡыҙға иренән һәм мәхрәменән башҡа ла сәфәр ҡылыу дөрөҫ, тигән фекерҙе яҡлап сыға ул.
   ”Жәвәмиғүл кәлим шәрхе”ндә ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡ мәсьәләләре генә түгел, ғөмүмән, көнитмеше төрлө яҡлап сағылыш таба. Хатта аш-һыуға ҡағылышлы кәңәштәр ҙә осрай. Йәшелсәләр үҫтермәй, ризыҡтары гел ҡамыр аштарынан ғибәрәт булыуын, ҡуйы итеп күп сәй эсеү, артыҡ бөркәнеп, мамыҡ шәлдәргә уранып йөрөүҙәрҙе, ҡалала йәшәгән бай ҡатындарының өйҙән сыҡмай ултырыуҙары сәбәпле, зәғиф һәм хастаға әүерелеүҙәре, шул арҡала балалары сәләмәт булмауын тәнҡит менән телгә ала ғалим.
   Ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙан да насар ғәмәлдәре өсөн яуап алынасағы мәғлүм ителә. Бер ҡатындың, ас тотоу сәбәпле, бесәйе үлеүе тураһындағы хәҙисте миҫалға килтереп, хайуандарҙы ғазаплау, ҡоштарҙы рәнйетеү — хыянат һәм енәйәт, тип белдерә Ризаитдин Фәхретдин. Күңеле пак кеше һәр бер мәхлүкте Аллаһы тәғәләнең әҫәре һәм һәр ағас һәм үлән япрағын Алла һүҙе яҙылған ҡағыҙ тип белер, тигән һүҙҙәре бөгөн экология тураһында лаф ора-ора тәбиғәтте ҡыйратыуыбыҙға бер шелтә булып яңғырамаймы ни?!
   Ә хәҙер китаптан бер өҙөк килтерәм һәм бының ҡайһы заманға һәм ниндәй илгә тап килеүен фекерләп ҡарарға тәҡдим итәм: ”Мөслимәләр бик боҙолдолар. Былар ситтәре алтын һәм ынйылар менән сигелгән ебәк күлдәктәр кейәләр, баш кейемдәре алтын һәм көмөш, ынйы һәм яҡуттан туҡылған ебәк нәмәләр була, күлдәк итәктәре бик киң, ике-өс аршын ҡәҙәре ерҙән һөйрәлеп йөрөй. Ҡиммәтле кейемдәр кейеп, хушбуйҙарға ғарыҡ булып, ирҙәр менән тығыҙлашып үә һауаланып баҙарҙарҙа йөрөйҙәр. Ирҙәр менән көймәлә йөрөйҙәр, ирҙәр хозурында ҡысҡырып йырлайҙар, ирҙәрҙең муйындарына атландылар, ирҙәрҙе теләһә нишләтәләр. Бәғзе бер ҡатындар хәрәм нәмәләр һаталар, ирҙәр менән ҡатындар араһында яҙыусылыҡ итәләр, урамдарҙа ирҙәрҙе аулап йөрөйҙәр. Бәғзе бер ҡатындар бағыусылыҡ, им-том итеп халыҡтарҙы алдайҙар, сихырсылыҡ ҡылалар, кибеттәрҙә ултырып сауҙа итәләр, араларында ялланып уйын уйнаусылар һәм йырлап йөрөүселәр бар”.
   Был Рәсәй мөслимәләре хаҡында түгел, бәғеркәйҙәрем, ә Мысыр тарафтары тураһында, һәм уны миләди, йәғни хәҙерге йыл иҫәбендә 1451 йылда вафат булған Ғыйна хәҙрәттәре яҙып ҡалдырған.
   Ҡатындарҙы маҡтар өсөн дә, яманлар өсөн дә тема күп, ти Ризаитдин Фәхретдин һәм һаман беҙҙе яҡлауын дауам итә. Ирҙәрҙең яҡшылары һәм уҫалдары булған кеүек, ҡатындарҙың да уҫалдары һәм яҡшылары булыуы мөмкин, ти ул һәм бер ғәрәп шағирының шиғырын ике телдә миҫалға килтерә. Эстәлеге былай: яҡшы тәрбиә бирмәһәң, ҡатын шайтан булыр, яҡшы тәрбиә бирелһә, ҡатын фәрештә булыр. Ҡатынды шелтә ҡылма, үҙеңде шелтә ҡыл.
   Ҡатын шайтан булмаһын өсөн ни эшләргә һуң, ни тәрбиә ҡылырға? Ир-атҡа ошондай кәңәштәр бирелә: ҡатынды рыяһыҙ һөйөп, уны үҙеңә иң ышаныслы иптәш тип белергә, уны һәр төрлө ауырлыҡтарҙан һаҡларға, ел-ямғыр тейҙермәҫкә, йомшаҡ һөйләшергә, артыҡ уйын- көлкө итмәҫкә, яҡшы һәм файҙалы нәсихәт бирһә, ҡолаҡҡа алырға һәм ғәмәл ҡылырға, һүҙ йөрөтөүсе һәм ғәйбәт һөйләп йөрөүсе ҡатындар менән ҡатышыуҙан һаҡларға, иҡтисад менән эш ҡылыу тураһында тәнбиһ итеп торорға, үҙе алдында уны кешеләргә маҡтамаҫҡа, һәр хәлдә уның ҡаты мөғәмәләләренә түҙергә һәм шуның бәрәбәренә Аллаһы тәғәләнән сауап өмөт ҡылырға. Быларҙың һәр беренән бигерәк ҡатындарға хәрәм һәм хәләл мәсьәләләрен аңлатырға һәм хәләл-хәрәмгә сәбәп буласаҡ эштәрҙән хәбәрҙәр ҡылырға. Бына нисек!
   Беҙ, ҡатындар, инде бөгөн кеше көнлө, ир көнлө түгелбеҙ, тиң хоҡуҡлыбыҙ, тип һөйләнгән, берсә әүлиә, фәрештә, берсә иблисә булып донъя йөгөн көсәнеп тартҡан булабыҙ. Ә барыбер бер-беребеҙһеҙ көсһөҙбөҙ, бер-беребеҙһеҙ тормоштоң мәғәнәһе юғала, иң мөһиме, бер- беребеҙһеҙ нәҫел дауамы юҡ, тимәк, кешелектең киләсәге лә юҡ. Ошо хаҡта Ризаитдин бине Фәхретдиндең ”Жәвәмиғул кәлим шәрхе” тигән китабы.
   Рәхмәт, остаз, быуаттар аша биргән ғилемеңә, өгөт-нәсихәтеңә, тормошҡа күҙҙәремде асҡаныңа!

                                                                           Үмрә хажы
   Ҡунаҡханала әйберҙәребеҙҙе арлы-бирле урынлаштырҙыҡ та Ҡәғбәтуллаға йыйындыҡ. Килеп ете менән Хәрәм мәсеткә барыуҙың, тәуаф ҡылыуҙың сауабы ҙур икән. Әйтәм бит, белгән кеше белгән кеше инде, үҙем кеүек тәжрибәһеҙҙәр менән булһам, ятып йоҡлап алыр инем әле.
   Ашыҡ-бошоҡ ҡына сәй ҡайнатып эстек. Фирма туҡланыу тураһында килешмәгән, шуға ла бешеренеү-төшөрөнөү үҙ елкәбеҙгә төштө. Ярай ҙа былтыр хажда булғандарҙан белешеп, электр ҡайнатҡысы, ҙур кружка алғайным. Күршеләрем дә һауыт алып тора — тиҙ өлгөртөлә торған туҡмастар, иҙмәләр бер нисә көнгә төп ризығыбыҙға әүерелде. Һуңғараҡ әллә эҫелектән (көндөҙ 35 градусҡа етә), әллә сырхаулау сәбәпле, миңә уныһы ла үтмәй башланы.
   Тәһәрәтләнгәс, төн булһа ла, халыҡ ҡайнап торған урамға сығып, Хәрәм мәсеткә юл һораштыҡ та тау түбәненә елдерҙек. 78 йәшлек Тәпкилә инәй, таяҡҡа ҡалған булһа ла, һис ҡалышмай. Йәшәгән еребеҙҙән Ҡәғбәтуллаға тиклем ике саҡырым да юҡ, тигәйнеләр фирма әһелдәре, юҡты һөйләгәндәр икән. Белһәк, такси алған булыр инек — апайҙар арыны.
   Түбә ябылған тар ғына урамға килеп индек — ике яҡтан да кибеттәр теҙелеп киткән. Аяҡ аҫтында әленән-әле һоранып ултырған ҡара тәнле ғәриптәрҙе күреп, йән өшөнө. Кемдәрҙеңдер төптән үк ике ҡулы юҡ, аяҡһыҙҙар, сәйер ҡиәфәттә кәүҙәләре ҡатып ҡалғандар... Тәүбә- тәүбә, Аллам күрһәтмәһен. Аңлатыуҙарынса, Африка тауҙарындағы бер ҡәбиләлә тыуыу менән балаларын төрлөсә ғәрипләйҙәр икән — башҡаса йән аҫрарлыҡ мөмкинлектәре юҡ, ти. Ә былай хәйергә көн күрергә мөмкин...
   Урам осонда, уйламағанда, майҙан асылып, мөһабәт Ҡәғбәтулла диуарҙары пәйҙә булды. Көтөлмәгәнлектән шаңҡып ҡалдым, арҡаларым семерҙәп китте. Йәнем-тәнем менән тартылған изге урынды күреүҙән түгел, ә уның тирә-яғын Иблис ояһына — баҙарҙарға әүерелдереүҙәренән. И, Пәйғәмбәребеҙ, пак йәнгенәң нисектәр генә түҙәлер был хәлгә?!
   Насар уйымдан тиҙ генә ҡотолорға тырышып, бар диҡҡәтемде бөйөк ғибәҙәтхана — Хәрәм мәсеткә йүнәлтәм. Беҙ торған урын ҡалҡыуыраҡ, бынан семәрле тимер ҡоймалар аша ап-аҡ мәрмәр иҙәнле ихата күренә. 12 гектарға яҡын майҙанды биләп торған мөһабәт ғибәҙәтхана 12 меңләгән кешене һыйҙыра ала, тиҙәр. Күккә ашҡан манаралары әллә ҡайҙан балҡып, саҡырып тора.
   Баш осонда — йәш ай, һилал. Беҙҙә уны, урыҫҡа эйәреп, ”ярым ай” тип исемләгән булалар. Ана ниндәй матур атамаһы бар уның — һилал. Был һүҙ хәҙер фамилияларҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ҡара бәрхәт күк йөҙөндәге сихриәткә арбалып берауыҡҡа онотолам — әйтерһең, Ҡәғбәтулланың тап уртаһына күҙгә күренмәҫ манара күтәрелгән дә, осона тәбиғи ай беркетелгән. Ул беҙҙәге кеүек ҡырын ятмай, ә ултыртып ҡуйылған кәсә рәүешле. Шуға ла Ғәрәбстандағы мәсет манараларындағы һилалдың ”мөгөҙҙәре” ике яҡҡа ла тигеҙ итеп ҡуйылғандыр әле.
   Пәйғәмбәрҙәрҙең күҙ нурҙарын, ҡул йылыһын һаҡлаған ҡара таш ҡуйыулы мәсет иҙәненә баҫҡандағы кисерештәремде аңлатырлыҡ түгел — баҙау, һөйөнөс, йән талпыныуы... Ятҡа бикләп алынмаған — китаптарымды сығарып, ғәрәпсә, башҡортса махсус доғаларҙы уҡыйым. Апайҙарҙың күҙендә йәш ялтырай. Мин иһә ятһыраңғырайым — Төркиә мәсеттәрен күреп өйрәнгәнгәме, башҡасараҡ итеп күҙаллағайным бит барыһын да.
   Ҡапҡанан ингәс, аяҡ кейемдәрен сисеп, мәсет намаҙы уҡыныҡ та Ҡара таш янына үтер ишеккә йүнәлдек. Пәрәнжәле ҡатын сумканы ла, кейемде лә тентегәс, ниңәлер: ”Турисмы?” — тип һорап ҡуйҙы. Хажға килгәнемде аңлатҡас, дуҫтарса арҡамдан ҡағып, барыр яҡты күрһәтеп ебәрҙе. Бында фото һәм кино аппараттарын индерергә рөхсәт юҡ, ә барыбер бәғзеләр ҡәҙерле иҫтәлек күренештәрен алып ҡайтыр юлын таба.
   Ҡара таш... Бына ниндәй икәнһең һин! Мәрмәр колонналар артынан алтын ишекле, ҡара япмалы, куб рәүешле ҡыйыҡһыҙ бәләкәй генә бина күҙгә салыныу менән бөтә диҡҡәтемде арбап алды. ”Куб” кәлимәһе лә тап ғәрәпсә ”ҡәғбә” тигәндән килеп сыҡҡан. Ул мәсет биләмәһенең иң түбәнге өлөшөндә урынлашҡан — асыҡ көмбәҙҙән диуарҙар аша Мәккәне уратып алған тауҙар, йорттар, төҙөлөш крандары күренә. Мин иһә, киреһенсә, Ҡәғбәтулла иң бейек, һәр тарафтан күренеп торған урындалыр, тип уйлай торғайным.
   Был ғибәҙәтхананы Ибраһим пәйғәмбәр менән уның улы, нәҫеленән данлы мосолман милләте барлыҡҡа килгән Исмәғил һалған. Уларға туфан ваҡытынан ҡалған ожмах ташын — ҡара ташты Ябраил фәрештә күрһәткән, тиелә риүәйәттә. Хажиҙар тап бына шул ташҡа ҡағылып, теләк әйтергә тырыша ла инде. Был, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, ташҡа табыныу, унан хикмәт көтөү түгел, ә ихластан Аллаға, унан ингән дингә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләмгә инаныуҙы белдереү ғәмәле. Әйткәндәй, хәҙер Ҡара ташты көпләп, тапҡырына ҡара бау тағып ҡуйғандар. Мосафирҙар шуға ҡағылыу менән генә мөрхәтһенә. Унда яҡын да барырлыҡ түгел, ә маҡсатына ирешкәндәр ҡыуанысын тыя алмай илай, көлә, доғалар ҡысҡыра...
   Ғибәҙәтхана тирәләй ап-аҡ тулҡын өйөрмәһе — хажиҙар ағымы бер генә минутҡа ла өҙөлмәй, һулдан уңға ҡарай уралып, өлкән майҙанда ҡайнап тора. Беҙ ҙә, өйрәтелгәнсә, йәшел табло ҡаршыһынан тәуаф башлайбыҙ. Бының үҙ нескәлеге бар — иҙәндә илаһи Ҡара таш тапҡырынан майҙан ситендәге тупһаларға еткәнсе аяҡ табаны һыйырлыҡ көрән һыҙат һалынған. Тап шуға баҫып, ”Бисмиллаһи, Аллаһу әкбәр” тип, уң ҡулыңды һуҙып Ҡәғбәтулланы сәләмләйһең. Һыҙатта теләнгән теләк мотлаҡ ҡабул була, ти.
   Ойоштороусылар оҙатып йөрөмәү арҡаһында, тарау-торау килгән беҙҙең ватандаштар, тап бына ошо нескәлекте белмәгәнлектән, Ҡәғбәтулла тирәләй дөрөҫ үтмәгән. Шайтанға таш атып килгәндән һуң Өфө вуздарының береһендә уҡытып йөрөгән ханымдар менән тәуаф ҡылдыҡ. Кәрәкле тәртибен күрһәткәйнем, тәүге көн тейешенсә үтмәгәнбеҙ, тип бик бошондолар.
   Рәшиҙә Исхаҡиҙың китабы үтә файҙалы булды — ете үтешкә шунан алып ете төрлө доға-теләктәр уҡыным һәм уларҙың һәр береһен үҙемә генә түгел, ғаиләмә, яҡындарыма, милләтемә, илемә, кешелеккә иң изге теләктәр менән тамамланым.
   Ҡара таш ишеге яғындағы мөйөштә Ибраһим пәйғәмбәрҙең ташта уйылып ҡалған эҙҙәре быяла ҡалпаҡ эсенә ҡуйылған — тәуаф ҡылыусылар уға ҡул тейҙереп уҙырға тырыша. Уйламағанда мин дә ҡомартҡы янына барып сыҡтым һәм уға ҡағылғас ҡына: ”Хәрәм- хәрәм”, — тип ҡысҡырыуҙы ишеттем. Полицейский шулай ағымды ярамаған эштән тыйырға маташа икән. Хаж ҡылыусы витрина эргәһенән Ҡәғбәтулла яҡлап түгел, ә тышҡы яҡтан үтергә кәрәклеген дә иҫтә тоторға тейеш.
   Яу булып килгән халыҡтың аяҡ аҫтында ултырып намаҙ уҡыусылар ҙа бар. Тапап китерҙәр, тип тә ҡурҡмайҙар. Ә беҙҙе, аяҡ кейемегеҙ йә башҡа бер нәмәгеҙ төшһә, алырға маташмағыҙ, халыҡ ташҡыны аҫтында ҡалып һәләк булыуығыҙ бар, тип иҫкәрткәйнеләр. Сәғиттәр шундай фажиғә шаһиты булған — арттан ҡыҫырыҡланып килгән хажиҙар ағымы туҡтай аламы ни, абынып иҙәнгә йығылған берәү уларҙың күҙ алдында шәһит үлеме менән донъянан киткән. Тәуаф ҡылғанда беҙҙең алдан да бер нисә табут алып сыҡҡайнылар...
   Аҡ мәрмәрҙә тулып ятҡан һыңар аяҡ кейемен дә, китаптарҙы ла, башҡа ваҡ-төйәкте лә аша атлап үтәһең. Анауындай мәхшәрҙә йыйыштырыусылар юлды ҡамай һалып, ялт иттереп йыуып алырға ла өлгөрәләр бит әле. Йөк машиналары менән кузов-кузов ”сәпелдәк” түгәләр, ти.
   Әйткәндәй, ғәрәптәр ислам ҡабул иткәнгә тиклем дә Ҡәғбәтуллаға һәм Сафа-Мәрүәгә тәуаф ҡыла торған булған. Быға аптырайһы түгел, сөнки Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләм яңы дин ижад итмәүен, ә бары тик Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙеүен Ҡөръән Кәримдә ҡат- ҡат телгә ала. Тәү атабыҙ — Әҙәм ғәләйһиссәләмгә индерелгән изге китап бәндәлек сифаттары арҡауында боҙолған һайын төп нөсхәне тергеҙеү йәки заманаға ярашлы телгә күсереү өсөн Аллаһ ерҙә үҙ илселәрен тәғәйенләгән.
   Тәуафты тамамлау менән алтын ишек тапҡырында ике рәҡәғәт намаҙы уҡып, мөғжизәле зәмзәм шишмәһе сығанағына ыңғайланыҡ. Ул көпләнгән, һыу крандарҙан бирелә. Һәр һемәк эргәһендә бушлай таратылған бер ҡулланыр стакандар өйөмө кәмемәй, өҫтәлеп кенә тора — кешеләр тейешле доғаһын уҡып, тылсымлы тамсыларҙы баштарына, кейемдәренә, тәндәренә ҡоялар. һыу һыуыҡ, көсөргәнешле ғибәҙәттән тирләп сыҡҡан кешеләр өсөн һәйбәттер, тип уйламайым. Ғәжәп, мәсет тышында — өйгә алып ҡайтыр өсөн ҙур-ҙур һауыттарға тултырған ерҙә — йылы. Киреһенсә булырға тейештер ҙә бит. Әйтеүҙәренсә, эсәр зәмзәмгә боҙ һалып һыуытып торалар.
   Артабан — Сафа һәм Мәрүә ҡалҡыулыҡтары араһында сәъи ҡылыу. Унда барып сығыу менән, риүәйәте иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәш эркелде. Исмәғил затының тәү инәһе Һәжәр сабыйы менән ошо яланғас, шөҡәтһеҙ тауҙар араһында япа-яңғыҙ ҡалып, һыу эҙләп йүгереп йөрөгән аралыҡ был. Етенсе тапҡырына йүгереп төшкәнендә Исмәғиле эргәһендә Ябраил фәрештәне һәм уның уң аяғы аҫтынан шишмә урғылып сығыуын күрә. Һыу тиҙ генә эргә-тирәне баҫа башлағас, Һәжәр: ”3әм- зәм, зәм-зәм (беҙҙеңсә ”сеү-сеү” һымағыраҡ)”, — тип тыя-тыя балсыҡ менән ҡоймалап ала. Изге ҡатын ағымды шулай туҡтатмаһа, һыу бар донъяны баҫыр ине, тиелә риүәйәттә.
   Әсә сабырлығы, мөхәббәте, Аллаға инанғанлығына хөрмәт белдереү, баш эйеү булараҡ ҡабул иттем мин был ғибәҙәтте. Ә ғәрәптәрҙең тәү бабалары Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр төҙөгән Ҡәғбәтуллаға тәуаф — ата рухын да ололауҙыр.
   Ғәжәйеп сифаттарға эйә ул зәмзәм! Йылдар буйы торһа ла, боҙолмаҫ, ауырыуҙарҙы сихәтләндерер шифаһы менән дан тота. ”3әмзәмде ни маҡсат менән эсһәң, шул булыр”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләм. ”Сарсауҙан эсһәң — һыуһының ҡандырыр, зиһен һораһаң — зиһен, йән һәм тән сәләмәтлеге һораһаң — сәләмәтлек бирер, яҡлау һораһаң — яҡлаулы булырһың. Быларҙың барыһы ла — Аллаһы тәғәлә ҡөҙрәте”, — тигән хәҙис тә бар. Көмөш кеүек ялтырап торған һыуҙың әҙ генәһе лә бер сәйнүк ҡаты һыуҙы йомшарта, сәйҙе сығышлы һәм тәмле итә. Ҡайтҡас, үҙем һынаным.
   Элек, ата-бабалар шул һынлы ергә йәйәү тиерлек йөрөгән саҡта, хаждан ҡайтыусылар зәмзәмде тамсылап ҡына тәмләткән, тиҙәр. Дарыуға шул да етеп ҡуйған.
   ...Таңға, сабах намаҙы етәрәк, үмрә (кесе) хажыбыҙҙы тамамлап та ҡуйҙыҡ. Әлегә хажиә түгел, хажжә тип исемләнәбеҙ икән.
   — Бәхетең, артыҡ тығыҙ булманы, бына хәҙер мәхшәр башланасаҡ,
— тип ҡуйҙы юлдашым Мөсәлиә апай.
   Бик яйлы тәһәрәтханала ипләнеп, таҙарынып алыуға моңло аҙан яңғыраны, йәмәғәт менән иртәнге намаҙҙы ла уҡып, ҡайтыр яҡҡа юлландыҡ.
   Үмрә һуңында ирҙәр сәсен алдыра, ҡатын-ҡыҙ толомоноң осон ғына киҫергә тейеш. Был шартты ла бүлмәгә ҡайтыу менән үтәп ҡуйҙыҡ.
   Үмрә хажын башҡалар өсөн дә ҡылырға мөмкин, баҡһаң. Ләкин бының өсөн яңынан ниәт әйтеп, Мәккәнән ситкә сығыу, тейешле намаҙын уҡып, ғөсөлләнеп, ихрам кейеү фарыз икән. Апайҙарҙың мәрхүмдәре өсөн тәуафҡа тағы барасаҡтарын белгәс, ятып ҡала аламмы ни — уларға рәхмәттәр әйтә-әйтә ғибәҙәткә йыйындым.
   Кистән бер-ике сәғәт кенә серем итеп алдыҡ та Мәккә тышындағы Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһү мәсетенә юлландыҡ. Такси яллар өсөн ҡунаҡхана хеҙмәткәрен саҡырып сығарҙыҡ — төнө менән йөрөп ятҡан ҡатындарҙы еңел холоҡло, тип уйлап әллә ҡайҙа алып китеүҙәренән дә шөрләйбеҙ.
   Ғәйшә мәсете — нурлы мәсет. Уны күреү менән күңелемә йылы йүгерҙе. Ете төн уртаһы булғас, кеше аҙ. Апайҙар юлды онота төшкән, ғибәҙәтхананың оло юлға ҡараған яғынан уҙа башлағайныҡ, туҡталыштағы микроавтобустар эргәһендәге ирҙәрҙең, ”хәрәм да хәрәм”, тип һөрән һалыуҙарынан йөрәгем ярыла яҙҙы.
   — Уй, апайҙар, бынан йөрөргә ярамайҙыр ул, ана, ҡайһылай аҡыралар, тиҙерәк боролайыҡ, — тим.
   — Юҡ, Хәрәм мәсеткә пассажирҙар йыялар, — тип йыуата һалды мине Нура апай.
   Ысынлап шулай икән. Тейешле ғәмәлдәрҙе атҡарып, беҙ ҙә ошонан Хәрәм мәсеткә, йәғни Ҡәғбәтуллаға такси ялланыҡ.
   Ҡыҫҡаһы, өс тапҡыр ҡылдым мин үмрә хажын. Һуңғы барғанымда Нура апай менән Ҡәғбәтулла ҡапҡаһы янына уҙа алдыҡ, Алланың рәхмәте. Ҡара ташҡа яҡынлатмаһалар ҙа, унан йыраҡ түгел пәйғәмбәребеҙ һалған изге диуарға ҡулдарымды терәп, теләк-доғаларымды әйттем, шунда уҡ тубыҡланып шөкрана намаҙы ла уҡыныҡ. һирәк тейәлер бындай бәхет — аҙаҡ килгәндәремдә халыҡ ташҡыны яҡын да ебәрмәне, ә был юлы, ғәжәп, алдымда юл үҙенән-үҙе асылып, бушлыҡ барлыҡҡа килеп торҙо.
   Атай-әсәйемдең рухтары шат булһын, Раббым уларҙың бәндәлек менән ҡылған гонаһтарын ярлыҡаһын, сауаптарын арттырһын, ҡараңғы гүрҙәрен яҡты ҡылһын.

                                                                          Ҡорбан байрамы
   Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә Ҡорбан байрамы башлана. Хаждағылар был көндө тулыһы менән Ғәрәфәттә үткәрергә тейеш. Таңға беҙҙе лә шунда алып киттеләр. Машиналар ағымының осо-ҡырыйы юҡ. Автобустар төнө буйы Мәккә менән Ғәрәфәт араһында ҡайнап торҙо. Юлдаштарыбыҙҙың бер өлөшө кистән үк Ғәрәфәткә киткәйне инде, сөнки ғәрәптәрҙә яңы көн ҡояш байыу менән башлана.
   Сатырҙар ҡоролған ҡаласыҡҡа беҙҙе индермәй интектерҙеләр. Ҡояштан йәшенер урын юҡ, аяҡ аҫты борхолдап торған туҙан. Тын алыуы ауыр, бәғзе кешеләр юҡҡа ғына битлек кеймәгәндер. Ниһайәт, ойоштороусыларыбыҙ йыйылып, ғәрәптәр менән аңлашҡандан һуң иң төпкөлгә алып барып урынлаштырҙылар. Намаҙ-ғибәҙәттәр менән бер аҙ ваҡыт уҙҙы. Көн шундай аяҙ, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра — нәҡ беҙҙәге йәй уртаһы.
   Ихрам кейгән йәш кенә ир илай-илай һоранып уҙҙы — аңлашылмаған һүҙҙәр араһында Ираҡ тигәне ишетелеп ҡала. Һуғыш барған ерҙән бит, тип йәлләй-йәлләй хәйер итеп аҡса тотторҙоҡ. Уның артынан ҙур ҡара полиэтилен тоҡ күтәреп, сүп йыйыусы күренде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр, шул иҫәптән мин дә, һуңлап ҡына аңланыҡ — был меҫкендәргә бер кем дә түләмәй, хеҙмәттәре өсөн хажиҙар аҡса тотторорға тейеш икән. Ә беҙ ҡый-һайыбыҙҙы тоҡҡа һалдыҡ та бер ни ҙә бирмәнек. Яҡын-тирә илдәрҙән хаж мәлендә әҙ булһа ла аҡса эшләү маҡсаты менән Ғәрәбстанға килеп тулалар, ти. һәммәһе лә сибек кенә, күҙҙәре бойоҡ, кейемдәре иҫке-моҫҡо. Әле лә йәлләп иҫкә төшөрәм.
   Хажиҙарса кейенеп теләнселәгәндәр Мина үҙәнендә сатырҙарҙа йәшәгәндә лә байтаҡ осраны. Профессионалдарҙыр, тип уйлайым, сөнки бүлмә һайын инеп, яҡшы ҡуйылған тауыш менән бер үк һүҙҙәрҙе һөйләп, бер үк урынында илап йөрөй алмайҙыр ул зарураттан һораныусы. Туҡыма стеналар аша әллә ҡайҙа ишетелеп тора ине уларҙың тауышы. Һәр береһе телендә — Ираҡ.
   Изге Зөлхизә айында байып ҡалыр ниәттән бурҙар ҙа, ихрам кейеп, хатта Ҡәғбәтулла эсендә әҙәм талап йөрөүселәр осраштырғылай, ти. Ирҙәрҙең өҫтөндә ике киң таҫтамал ғына. Биленә бәйләнгәне өҫтөнән ҡәмәр, йәғни аҡса һалыр кеҫәһе булған яҫы ҡайыш быуып ҡуялар. Ана шунан аҡса, документ урлаусылар була икән. Шөкөр, беҙҙекеләр быйыл ундай бәләгә тарыманы, тәуаф үткәнебеҙҙә әйләнә-тирәләгеләр ҙә тыныс тойолдо.
   Ерҙә ултырған теләнселәр ҙә ҡурҡыныс икән был йәһәттән — элгәре килгәндә бер апайҙың итәк аҫтына ҡул тығып, аҡса тегелгән резина билбауын саҡ тартып алмағандар. Кем — дине, кем көнө тип йөрөй хажға. Ә кибеттәр барыбер бикләнмәй. Аҙан тауышын ишетеүҙәре була, һатыусылар утты һүндереп, ишеккә арҡыры берәй нәмә ҡуя ла йәмәғәт намаҙына баҫа. Хатта алтын һатылғандарында ла.
   ...Оло хаж башланды. Уға ла әҙерлек үмрәләге кеүек — ғөсөл ҡойоноп, тырнаҡты киҫәһең, тәндәге төктәрҙән арынаһың, ихрам кейәһең, ике рәҡәғәт намаҙ уҡығас, ”Аллаһүмә ләббәйкә хаджан” тип ниәт әйтәһең. Ихрам хәлендәге кеше, йәғни мөхрим теленән тәлбиәне төшөрмәҫкә тейеш. ”Ләббәйкә Аллаһүмә ләббәйкә! Ләббәйкә лә шәрикә ләкә ләббәйкә! Иннәл-хәмдү вән-ниғмәтә ләкә үәл мүлк! Лә шәрикә ләк!” — юлда ла, Ҡәғбәтулла янында ла, Ғәрәфәттә торғанда ла, шайтанға таш атырға барғанда ла ошо һүҙҙәр төрлө раса, төрлө милләт кешеләре ауыҙынан яңғырап торҙо.
   Беҙ сиктәре һары һыҙат менән билдәләнгән ғәләмәт киң үҙәнгә мегаполис булып теҙелгән сатырҙарҙың береһе эсендә намаҙ уҡыйбыҙ, вәғәз тыңлайбыҙ. һыҙаттан тышта ҡалыу — ғәфү ителмәҫ хата, сөнки ул тарафтар Ғәрәфәт тауына инмәй. Ошо тауҙа тороу иһә хаждың иң мөһим ғәмәлдәренең береһе. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: ”Хаж ул — Ғәрәфәт тауында ғибәҙәт ҡылыу”, — тип әйткән. Сиккә тура килгән мәсет тә бар икән, уның бер яғындағы хаж ғибәҙәте дөрөҫ була, һыҙаттан тышта ҡалғанында — юҡ!
   Ғәрәфәт тауының ҡайһы урынында доға ҡылһаң да ярай, әммә Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләм үҙе Рәхмәт тауы ҡаялары янында ғибәҙәт ҡыла торған булған. Мөмкинсә шунда булыу мәғҡул, тигән ғөләмәләр.
   Таңһылыу менән тирә-йүнде ҡараштырып килдек — тамаҡ ялғарҙай урындар күренмәй, алыҫыраҡталыр. Үркәстәренә матур балаҫтар ябылған, йөндәренә аллы-гөллө суҡ-таҫмалар үрелгән дөйәләргә ултыртып фотоға төшөрәләр ҙә шунда уҡ иҫтәлекле кадрҙы ҡулыңа тотторалар. Ә күңел урынында түгел, шунлыҡтан тиҙ үк сатырыбыҙға кире ҡайттым. Йәнем Рәхмәт тауының илаһи үренә ҡоштай талпына, күрмәй китһәм, хажым да, күңелем дә тулы булмаҫ кеүек.
   Сәғүд Ғәрәбстанында дини белем эстәгән йәш кенә имамдан һорағас, был фарыз түгел, сөннәт кенә, тип тупаҫ ҡына яуап бирҙе, вәғәзендә лә исемемде әйтмәй генә шелтәләп алды. Рәхмәт яуғыры, үҙебеҙҙең Өфө имамы Мөхәмәт хәҙрәт Ғәлләмов, минең йәш тулған күҙҙәремде күреп, үҙҙәре барырға йыйналған төркөмгә саҡырҙы. Беҙгә яҡын ғына Украина мосолмандары урынлашҡан икән. Киев ҡалаһының имамы етәкселегендә Джәбәл әр-Рәхмә тарафына йүнәлдек. Миңә иптәшкә Одесса ҡалаһынан мосолманлыҡ ҡабул иткән бер мәрйә ханымды алдылар.
   ...Раббым миңә ғүмерҙе ожмахтарыңа торорлоҡ гүзәл тәбиғәтле Инйәр төбәгендә, таулы төйәктә бүләк иткән. Уралымдың мөһабәт үрҙәренең, һырт артында һырттарҙың күкһел сикһеҙлегенең, көмөш сабаҡ уйнаған йылғалар сафлығының, еләктәре түшәлеп ятҡан аҡландарының, йәнлек ҡымжып торған урап сыҡҡыһыҙ урмандарының йәмен, тәмен белеп үҫеүем менән бәхетлемен. Уралымдың таштары бишегем булған, ҡаялары ҡанатымды нығытҡан.
   Кавказдың болоттарҙы тишеп үткән ҡарлы түбәләрен, Арараттың күкте терәгән арҡаларын, Саксонияның йүкә баҫҡан үңерҙәрен, Рерих һүрәттәрендәге сихри Тибет ҡаяларын таулы асылым менән тамашалап, һуштарымды йыя алмай торғаным бар. Тик һуңғы һулышыма ҡәҙәр күҙ алдымдан китмәҫ, рухыма ныҡлыҡ биреп, йәнемде сафландырып торор үҙенә башҡа бер тау бар, ул — пәйғәмбәребеҙ эҙҙәрен һаҡлаған Рәхмәт йәки Доға тауы (ғәрәпсә Джәбәл әр-Рәхмә йәки Джәбәл әд-Доға). 2005 йылдың ғинуар айында, Зөлхизәлә, миңә ошо мөҡәддәс тауҙың пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм баҫҡан илаһи таштарына ҡағылыу, ҡағылыу ғына түгел, улар буйлап күтәрелеп, ғибәҙәт ҡылыу насип булды.
   Бөгөн — яҡташтарым әйтмешләй, Әрәпә байрамы, Зөлхизә айының туғыҙынсы көнө. Ғәрәфәт тауы исеменән килеп ингән икән дәһә был һүҙ телебеҙгә. Ожмахтан ергә төшөрөлгән Инәбеҙ һауа менән Атабыҙ Әҙәм бер-береһен быуаттар дауамында эҙләгәндән һуң тап ошо көндә, ошо тауҙа килеп табышҡан, тиелә дини риүәйәттәрҙә. Ошонда әҙәмдән әҙәм яралған, түл йәйгән, йәғни кешелектең тәү Ватаны — ошонда. Әҙәми зат юҡтан бар ҡылынған ошо көн айырым бер мөғжизәле көскә эйә — Аллаһы Хаҡ Тәғәлә тәхете ергә тамам яҡыная, доғаларҙың күбеһе ҡабул ҡылына, тип инана мосолмандар. Заман теле менән әйткәндә, уй-теләк матдиләшә.
   Юлды ҡыҫҡартыр өсөн әллә ниндәй таш ҡоймалар аша ырғып, хатта сүплектәр, сәнскеле ҡыуаҡтар үтә барһаҡ та, ҡыуанысым эсемә һыймай — мин Рәсүлебеҙ вәғәз һөйләгән тауҙы, ул баҫып торған урынды күрәсәкмен!
   Шоссе буйлап төрлө урында бушлай ризыҡ тараталар. Ғәҙәттә, ҡатырға ҡумталарҙа дөгө менән тауыҡ бото була. ”Ҡоро паек” та бар — уныһында һыу, төрлө тәм-том, хөрмә (финик). Ризыҡ алырға һыу буйы халыҡ торһа ла, сират тиҙ үтә. Беҙ туҡтап торманыҡ, шулай ҙа сиратһыҙ-ниһеҙ бер урында банан тоттороп ебәрҙеләр.
   Бына ул — Джәбәл әр-Рәхмә! Тирә-яҡтағы ҡара-көрән яланғас ташлы түбәләстәр араһында бер ул ғына тыуған яғымдың күҙ яуын алырлыҡ сафлыҡ бөркөгән ҡарлы тауын хәтерләтеп, ап-аҡ булып күренеп ултыра. Әйтерһең, донъяның бар аҡ күгәрсендәре осоп килгән дә, туп булып һарыған. Динебеҙ сафлығы, иманыбыҙ сафлығы һынланышы лаһа был күренеш! Төркиәлә ергә төшкән ғәләмәт ҙур болот өйкөмөн хәтерләткән ”Памуҡ-ҡалә” (беҙҙеңсә Мамыҡ ҡәлғә) тигән тау бар. Йәйен- ҡышын кеше тәне температураһында ҡалған мөғжизәле һыуы шулай ағартып, паклап тора икән. Был да шундайыраҡ бер урынмы икән, тип уйлап ҡуйғайным. Яҡыныраҡ килгәс кенә аңланым — баҡтиһәң, аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалдырмай мыжғып торған хажиҙарҙың ихра- мы бар битләүҙе аҡҡа бөркәгән.
   Тау итәгендә халыҡ араһынан йырып үтеүе ауырлашты, тәпәш кенә сатыр ҡороп та, сатырһыҙ ҙа йыйналышып ултырып алғандар, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл: кем ғибәҙәт ҡыла, кем тамаҡ ялғай, кем йоҡлап ята. Тар ғына һуҡмаҡтан өҫкә ынтылабыҙ. Шымарып бөткән ҙур-ҙур таштарға, ап-аҡ ихрамымды йәлләп тормай, ҡайһы саҡ үрмәләп менергә тура килһә лә, юлдаштарымдан ҡалмайым, улар үҙҙәре лә ярҙамынан ҡалдырманы. Еләк эҙләп ҡаялар араһын ҡыҙырып үҫеүем дә бик ярап ҡуйҙы — таҫылһыҙға тау менеү, айһай!
   Оҙон буйлы ҡара тәнле мосафирҙар, ваҡ ҡына индонезиялылар, епкә тағылған муйынса кеүек, араларына һис кемде индермәй, үткәрмәй әрһеҙләнеп юл быуа. Уларҙы ла аңларға була — тороп ҡалдыңмы, меңәр-меңәр халыҡ араһында аҙашаһың да ҡуяһың. Баштараҡ яҙғанымса, беҙҙең төркөмдән Барый исемле оло йәштәге бер ағай иртәгеһен Мина үҙәнендә яҙлығып ҡалып, 12 сәғәт әллә ҡайҙарҙа эҙләнеп йөрөгән. Ирҙәргә артһыҙ ”сәпелдәк” кенә кейергә рөхсәт ителә тигәйнем инде — улары төшөп ҡалып, аяҡтары сей яраға әйләнгән меҫкенкәйҙең. Быны ул Өфөгә ҡайтҡас, ”Ихлас” мәсетендә хажиҙар йыйналған көндә күҙҙәренә йәш алып һөйләне.
   ...Ярайһы уҡ бейеккә күтәрелдек. Барған һайын таштар эрерәк, әллә ни мөғжизә менән эләгеп тора. Беҙ туҡтаған тапҡырҙағыһын ағастар менән терәтеп ҡуйғандар. Ныҡлы күренһәләр ҙә, бәғзе берҙә онталып китеп, аҫтында кешеләр ҡалғаны ла бар икән. Шуға хәүефләнеп, бында йөрөмәүебеҙҙе хуп күргәндер йәш имам.
   Ә минең йөрәгемдә һис хафа юҡ, бары ус аяһындай ҙа болото булмаған күккә ашырырҙай булып, шатлыҡ ҡанаттарым ошо илаһи бейеклеккә өйөрөлтөп артылдыра, йәнем күктәр менән һөйләшә. Берсә һөйөнөс, берсә яҙыҡтарым өсөн әрнеү йәштәре пәйғәмбәр эҙҙәре йылыһын һаҡлаған таштарға субырлап ҡойола.
Одессистка ла доғаларҙан күҙ яҙҙырмай. Бер ҡағыҙын ел осортоп, һарыҡташтар араһындағы ҡыуышҡа атып бәрҙе. Беҙ төшөп кенә алырлыҡ түгел. Шунда йөрөгән негр малайҙары, ымыбыҙҙы аңлап, йылмая- йылмая сүп-сар араһынан кириллица менән яҙылған доғаларҙы табып алып бирҙе. Илаһи көндә кешегә изгелек ҡыла алыуҙарынан шат булыуҙары йөҙҙәренә яҙылған, беҙ ҙә йәш диндәштәребеҙгә рәхмәт тойғоһо кисерәбеҙ — туғанлыҡ, бер бөтөнлөк тойғоһо ярала.
   Ултырған ташыбыҙҙан күҙ күреме ерҙә сатырҙар теҙелеп киткән. Рәсми хәбәр итеүҙәренсә генә лә быйыл ике миллиондан ашыу кеше хажға килгән. Ә инде ҡунаҡханаға урынлашмай, саҡырымдар һуҙымында тау итәгендә, урамдарҙа йоҡлап ятҡан кешеләрҙе иҫәпкә алыусы ла юҡ — улары әллә нисә миллиондыр әле.
   Хаж — ул ахыры заманда ҡубарылыр халыҡтың кескәй өлгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ихрам да бит кәфенде хәтерләтә... Үҙ төркөмдәшең генә булмаһа, һис кемдең һис кемдә эше юҡ. Битарафлыҡ тип атап булмайҙыр быны, бәлки, хажға килеүселәрҙең үҙ эске донъяһын бар- лауы, тәүбәгә килеүе, хатта бер ни тиклем фанатиклығы ла барҙыр. Әммә яһилланып кешегә ҡанығыуҙы ла, тупаҫлыҡты ла күрмәнем тиерлек.
   Мин дә эске донъяма бикләнәм — бер кемде лә, бер ниҙе лә күрмәҫ булам. Тиҙлек менән елгән экспресс шикелле ғүмер юлым күҙ алдымдан үтә. Яҙмышыма зарланырлыҡ түгел, шөкөр. Тик бәндәлек менән ебәргән яҙыҡтарҙан мин дә азат түгел, белә-күрә гонаһ ҡылмаҫҡа тырышһам да, белмәй ҡылынғандары ла барҙыр. Күп нәмәне яңы төшөнә башланым бит әле, ни үкенес. Хаталарым иҫкә төшкән һайын ”экспресс” _бер аҙға туҡтай, артҡа сигенә төшә, шунан тағы елдерә, тағы туҡтай... Йәнемде- тәнемде оялыу, үкенес уты ялмай. Телем: ”И Раббым, тәүбәләремде ҡабул ҡыл, бәндәлек менән ҡылған гонаһтарымды ярлыҡа”, — тиеүҙән талмай. Игелегем дә тейәлер кешеләргә, шулай ҙа уларын иҫкә алмайым — Аллаһы Хаҡ Тәғәлә үҙе белә, тик сауапһыҙ ғына ҡалдырмаһын. Ә миңә выждан утында янып, таҙарыныу фарыз. Тамуҡ уты шулдыр ул.
   Байтаҡ ваҡыт таш өҫтөндә ғибәҙәт-доғалар ҡылып ултырғандан һуң ҡайтыр яҡҡа юлланабыҙ. Хуш, Джәбәл әр-Рәхмә, хуш, Рәхмәт тауы! Йәнемә һинең сафлығыңды, аҡлығыңды сорнап алып китәм, уны өлөш- өлөш итеп яҙмышымда осраған кешеләргә һәҙиә итеп таратырға Раббым насип итһен! Таңдарҙа йәнем аҡ күгәрсен булып һиңә осоп килер ҙә минең кеүек үк һине һағынғандарҙың йәндәре менән осрашыр. Ябай күҙҙәр күрмәһә лә, Әрәпә көнө генә түгел, һәр саҡ ап-аҡһыңдыр һин, Джәбәл әр-Рәхмә!

дауамы ошо биттә;  //nazir1965.com/tarix/j%D3%99nn%D3%99t-ba%D2%A1salary-dauamy.html#more-5136