Ерәнсә

                                                                     Ерәнсә сәсән

   Бер көн ҡаҙаҡ байҙары менән Абулхайыр* хан башҡорт тарханы Аҡмәмбәткә* ҡунаҡҡа килгән. Килгәс, Аҡмәмбәткә:

   - Һинең атаң менән беҙҙең аталар һәр ваҡыт татыу йәшәгән, һин был Яйыҡ буйынан, беҙҙең һыулауҙан кит, үҙеңә тыныс булыр; ҡыш тибенлеккә кәрәк тиһәң, Ирәндектә, Әтәстә* малың ҡышлатырһың. Мин бүтән халыҡты нисек өркөтөргә белермен. Улар үҙҙәре лә ҡасыр, — тигән.
   Аҡмәмбәт, малын ҡурсып, Уралға китмәк булған. Айырым байҙарҙы үҙе менән алып китеүҙе аңлатыу өсөн, «ҡунаҡ күрергә» Абулхайыр хандар янына саҡырған. Ерәнсә сәсән был хәлде белгән дә саҡырмаһалар ҙа килгән. Шунда байҙар менән хан: «Халыҡты ыҙғытаһың», — тип, Ерәнсәгә үҙ шелтәләрен әйтә башлағандар икән, Ерәнсә Абулхайыр ханға былай тигән.

Мин әйтмәйем, күп әйтә, әү,
Күп — сүп түгел, шул әйтә, әү,
Эй, күп — сүп түгел, шул әйтә.
Күп эсендә кем сүп түгел, әү,
Күп һүҙен һәм* шул әйтә.
Күп тигәнем халыҡ булыр, әү,
Тотҡан юлы хаҡ булыр, әү,
Әй, һүҙе һөттән аҡ булыр,
Яҡшыға ышыҡтай тау булыр, әү,
Яуызға ҡаршы яу булыр.

Күп эсендә баламын, әү,
Һеҙҙең күҙгә ҡарамын*, әү,
Әй, һеҙҙең күҙгә ҡарамын.
Күп һүҙен әйтер баламын, әү,
Үлгәнсе күптә ҡаламын.
Хоҙайым һеҙҙе яратҡан,
Күптеме һеҙгә ҡаратҡан,
Эй, күпте һеҙҙән талатҡан.
Күптең дә барыр ере гүр,
Аҙҙың да барыр ере шул.

Хан булып та белмәһәң, әү,
Шәжәрәү асып күрмәһәң, әү,
Әй, күреп тә аңлар булмаһаң,
Һөйләйем, ауырға алмаһаң, әү,
Илемә ҡәһәр һалмаһаң.

Хандар ҙа тыуған, хан булған, ти,
Берәү ҙә түгел, күп булған, ти,
Әй, берәү ҙә түгел, күп булған.
Яманлығын әйтмәйем, әү,
Яҡшыһы булырын көтмәйем.
Абулхайыр тигән хан булған,
Һин түгел, борон хан булған*.
Эй, бүлгеләнмәҫ ҙур булған.
Тоҡомонан Ибраҡ* бар булған.
Себергә килеп хан булған.
Атаһы ерен тарлатҡан, ти,
Тота алмайса тарҡатҡан, ти,
Эй, тота алмай тарҡатҡан.
Себерҙә үҙен һайлатҡан, ти,
Ханлығын киңәйтмәй тарайтҡан.

Күсеп тә килгән күсендә*, ти.
Күсеме* тыуған күсендә, ти,
Әй, ҡар ҡаплаған ҡыуышында.
Көслөгә ҡаршы көрәшкәндә, ти,
Көсөм дә ҡалған күсемгә, ти.
Себерҙән туҙып ҡасҡанда, ти,
Арбаһы һаҙға батҡанда, ти,
Әй, аптырап һаҙҙа ятҡанда,
Муйынына боғалаҡ таҡҡан да, ти,
Йәне сыҡҡан, ти, арҡанда.

Аблай* тигән дә ул ине, ти,
Төйә лә көткән ҡол ине, ти,
Әй, ҡаты ла тотҡан ҡул ине.
Мин, мин, тигән, мин, тигән, ти,
Аҡ шоңҡарҙай ир, тигән, ти,
Эй, донъяла мин — бер, тигән.
Дошмандан өркмәй, кил, тигән,
Йәнегеҙ алам, бир, тигән.
Бармы берәйһе күренгән, әү,
Ҡамҡа* тунға төрөнгән, әү,
Әй, ҡамҡа тунға төрөнгән.
Бары ла гүргә һөрөлгән, әү,
Кәфенгә сырмап төрөлгән!

Күптән сүптәй үк алынған, әү,
Башына ташы ҡағылған, әү,
Битенә ҡара яғылған!
Уларҙан һуң да табылған, әү,
Ханға шулай яҙылған.
Мин әйтмәйем, быны күп әйтә,
Миңә түгел, әү, һиңә әйтә,
Әү, миңә түгел, һиңә әйтә:
Ханмы беҙҙән, ти, мал көтә,
Ханмы беҙҙән, ти, ҡан көтә?

Ҡайғыһыҙ йоҡо йоҡлаған, ти,
Ҡарыуһыҙ мал туплаған, ти,
Әй, ҡарыуһыҙ мал туплаған.
Күп — күҫәген һутлаған, ти,
Табынына ҡарай ыҡлаған.

Аҡмәмбәт тә аш һалған, ти,
Аш һалмаған, баш һалған, ти,
Әй, халыҡ та уға таш яҙған.
Хан да кире сыға алмаҫ, әү,
Кисеүенә халыҡ таш һалған

*Абулхайыр — ун һигеҙенсе быуаттың беренсе яртыһындағы ҡаҙаҡ ханы.
*Аҡмәмбәт. — тарихсылар тарафынан Аҡсаҡ Ҡөлөмбәт (Аҡсаҡ Килембәт), Меңле ырыуының шәжәрәһендә Аҡсаҡ Килмәт тип күрһәтелгән нуғай мырҙаһы.
*Әтәс — Магнитогорск ҡалаһы янындағы тау исеме. Халыҡ телендәге ысын исеме — Аташ йәки Отас. «Ут ташы» (ҡаҙаҡса «от тасы») һүҙҙәренән яһалған.
*Һәм башҡорт халыҡ ижадында осрамай тип әйтерлек. Был урында боронғо төрки (сығтай) телендәгесә дә теркәүесе хеҙмәтен үтәп килгән.
*Һеҙҙең күҙгә ҡарамын — һеҙгә генә ҡара, ҡәҙерһеҙ кеше булып күренәмен
*Ун бишенсе быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән узбек ханы Абулхайыр күҙ уңында тотола булһа кәрөк.
*Ибраҡ — ун бишенсе быуаттың икенсе яртыһында Себер ханы Ибраһим (тарих китаптарында — Ибаҡ) күҙ уңында тотола.
*Кусендә — үҙ күсенең (халҡының) эсендә.
*Кусем — ун алтынсы быуаттың икенсе яртыһында ҡырҡ йыл буйы хакимлыҡ иткән Себер ханы (урыҫ телендә Кучум-хан).
*Аблай — ун етенсе быуатта Себер ханы.
*Ҡамҡа — ҡара ебәктән тышланып, ең остары һәм итәге ҡама менән уратылған тун.
                           Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. Өсөнсө том. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1982. 80 — 82-се биттәр.