Батырша менән Яныш

                                                          Батырша менән Яныш

   Батырша хәҙрәт Юғары Ҡарышта тыуып үҫкән.
   Юғары Ҡарыш үҙе бик күптәнге ауыл. Юғары Ҡарышҡа башта Алтай тауҙарынан ике бабай килеп ултырған. Береһе — Байбирҙе, береһе — Туҡай ҡарт. Шулар нигеҙләгән әлеге ауылдарҙы. Ауылдары хәҙерге ике Ҡарыш — Юғары һәм Түбән Ҡарыш —араһында булған. Был ҡарттар нәҫеле үрсеп киткәс, бүленеп ултырғандар: Банбирҙе— Юғары Ҡарышта, Туҡай — Түбән Ҡ арышта.
   Был тирәләр әүәл әҙәм үткеһеҙ ҡуйы урманлыҡ булған. Ҡара тупраҡлы ерҙә игене лә бик уңған. Шундай урман-һыуы, шәп ере булған был яҡҡа ситтән күп кешеләр килеп ултыра башлаған. Иҙел буйынан Таулар ауылынан килеп ултырғандар. Ырымбурҙан килгән нәҫел бар. Аҙаҡ мишәрҙәр күбәйгән.
   Батырша хәҙрәт заманында беҙҙең ауыл тирә-яҡта данлыҡлы булып киткән. Хәҙрәт үҙе мәҙрәсә тотҡан, шунда мөдәррис булып балалар уҡытҡан. Уҡымышлы булғаны өсөн тирә-яҡ ауылдарынан бай кешеләр үҙ балаларын Батырша хәҙрәттә уҡытырға тырышҡан.
Батыршаның бик абруйлы булып китеүе Яныш старшинаға оҡшамаған. Ул, күрәһең, үҙ дәрәжәһе тешөүенән ҡурыҡҡан. Үтә тәкәббер, көнсөл, хәйләкәр әҙәм булған ул. Тирә-яҡ халҡын үҙ ҡулында ҡан ҡалтыратып тотҡан, ти.
   Яныш старшина һунар яратҡан. Бер ваҡыт Яныштың бер өйөр эте хәҙрәт мәҙрәсәһенә эйәләшеп, ситтән килгән шәкерттәрҙең аҙыҡ-түлектәрен ашап йөҙәтә башлаған. Был хәлде Батырша хәҙрәткә һөйләгәндәр. «Йөҙәтһәләр, ҡайнар һыу һибеп, теге эттәрҙе биҙҙерегеҙ», — тигән хәҙрәт. Шул саҡ старшинаның бер яратҡан эте үлеп китә. Яныш, Батырша хәҙрәткә тағы ла нығыраҡ үсегеп киткән, уны хас дошман итеп күрә башлаған.
   Батырша хәҙрәт менән Яныш старшинаның аралары боҙолоуға серлерәк сәбәп тә булған, тиҙәр. Улар ниндәйҙер бер йәшереп хазинаға юлығып, шуны бүлешә алмайынса асыуланышҡандар булһа кәрәк. Батырша хәҙрәт Яныштың төрлө мутлыҡтарын, этлектәрен күп белгән. Шуға ла ул ҡурҡыр булған.
   Тыштан былай улар һин дә мин булған, тиҙәр. Көнсөл Яныш Батыршаны гел аҫтан киҫергә тырышҡан. Абруйлы кеше булғаны өсөн бер саҡ Ырымбурҙан Батыршаны ахунлыҡҡа үткәреү тураһында ҡағыҙ килгән. Яныш старшина ул ҡағыҙҙы йәшереп ҡалған, Ырымбурға, Батыршаны ахун итергә ярамай, тип хәбәр иткән.
   Ул замандарҙа донъялар тыныс булмаған. Хөкүмәт тоҙға хәтле налог һалған. Халыҡтың ризаһыҙлығы көсәйгән. Мосолман динен дә ҡыҫа башлағандар. Шул хәлдәр хаҡында һорашып хәҙрәткә ситтән дә күп кешеләр килер булған. Ул үҙе лә йыраҡ-йыраҡ ауылдарға сығып йөрөгән. Уны һәр ерҙә хөрмәт итеп ҡаршылағандар, ололап ҡунаҡ иткәндәр.
   Динде, мәсетте бер заман ныҡ ҡыҫа башлағас, мосолмандар йыйылып Батырша хәҙрәттән бөтә халыҡҡа ғарызнамә яҙырға үтенгәндәр, ти. Өс көн, өс төн бер ҙә бүленмәй ултырып, ул ғарызнамәпе яҙып бөткән. Хәҙрәттең яҡын шәкерттәре уны күсереп тирә-яҡҡа сапҡын ебәреп таратҡандар. Шул ғарызнамә буйынса бөтә ил яуға сыҡҡан. Тик мосолмандар — башҡорттар ҙа, мишәрҙәр ҙә батша ғәскәренән еңелгән. Аҫыу-киҫеү, төрмәгә ябыу башланған.
   Яныш старшина Батырша хәҙрәттең мосолмандарҙы ҡотортоуын башта уҡ күреп-белеп торһа ла, губернаторға донос яҙмаған. Халыҡтан ҡурҡҡан, ахыры. Баш бирмәҫ уҫалыраҡ ир-егеттәрҙе батша хәҙрәттәренә хеҙмәткә тиҙерәк оҙатырға тырышҡан. Мишәрҙәрҙән бер нисә отряд төҙөп Өфөгә ебәргән.
   Батырша хәҙрәт, Яныш мине барыбер яман күрһәтеп хөкүмәт ҡулына тотоп бирер тип, мәҙрәсәһендәге унлап шәкерте менән урманға ҡасҡан, тиҙәр. Үҙе менән бөтә ғаиләһен дә алған. Шәкерттәренең күбеһе аҙаҡ арып-йонсоп ауылға кире ҡайтҡан. Ҡайтҡан берен, допрос алып, Яныш старшина Уфаға төрмәгә оҙата торған.
   Ул хәҙер нисек тә булһа Батыршаны ҡулға үҙе төшөрөргә тырышҡан. Урмандарға әллә ни саҡлы ҡораллы кешеләрен эҙләргә ебәргән. Ни өсөн тигәндә, Батыршаны тотҡанға губернатор мең һум ярлыҡаш тәғәйенләгән. Ярлыҡашынан да бигерәк, Янышты дан, дәрәжә ҡыҙыҡтырған. Ул көн-төн тигәндәй тирә-яҡҡа шымсыларын, кешеләрен сығарған. Хатта Себер, Ҡазан яҡтарына сапҡындар ебәргән. Тик уны барыбер таба алмаған.
Батырша аҙаҡ үҙе тотолған, тиҙәр. Ул ҡайҙалыр Петербург яғында таш төрмәлә үлгән, ахыры. Батырша хәҙрәттең тоҡомо ҡалмаған. Уның балаларына хәтле тотоп ҡайҙалыр һатҡандар, ти.
   Бына атайым һөйләүе буйынса ишеткәндәрем, хәтерҙә ҡалғандары шул.

Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf