Башҡорт

башкир

                              Башҡорт

      Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре

   Россия тауарихтарынан, хосусан «Уфимская справочная книга» һәм «Губернские ведомостиҙарҙан» мәғлүмдер ки, Иван Васильевич Грозный заманында, башҡорттар ихтияр баш һалған өсөн, ерҙәренә грамоталар бирелеп, [уларҙан] себер татарҙарынан һәм ҡырғыҙҙарҙан (ҡаҙаҡтарҙан.— Ғ. Ҡ.) рус һәм үҙ ерҙәрен һаҡларға вәғәҙә алынған. 1556 [йылда] йәнлек тиреһенән һәм балдан бәйғәт* биргәндәр. Яһаҡты Ҡазанға түләгәндәр. Әммә 1572 йылда, Ҡазанға йөрөмәктәрен йыраҡ тип, Торатауҙа, йәғни Өфө тауында ҡала һалырға һәм ғәскәр тоторға һорағандар. Сөнки ул заманда ҡалмыҡ халҡы көслө булып, башҡорт йортон бик ғарәт* ҡылғандар. 1574 йылда Иван Нагой исемле ҙур чиновник ҡәлғә һала башлаған. 1575 йылда Себер ханының балалары Аблай менән Тәүкил Өфө ҡалаһын һалыуға мәнег* ҡылғандар. Башҡорттар, рустар менән бер яҡлы булып, себер татарҙарын боҙоп, хан балаларын әсир иткәндәр. Был яҡтан башҡорттар гәһедтәренә вафа ҡылғандар*. Шул йылда башҡорт дүрт юлға бүленеп, дүрт старшина ҡуйылған: Себер, Ҡазан, Нуғай һәм Оса юлдары.

   1584 [йылда] Табын ҡәлғәһе яһалған. 1586 йылда Өфө указ буйынса ҡала булып, шул заман Мәскәүҙә батшалыҡта фитрәт* булып һәм башҡорттар уны ишетеп, гәһедте боҙа башланылар. Был фитрәт заманынан башлап, афәткә ғәйепле баярҙарҙы, поляктарҙы һәм атҡыусы* исемле ғәскәр халҡын нәфи әл-бәләд* итеп ебәрә башланылар.
   1598 йылда Өфөнән ғәскәр сығып, Себер ханы Күсемде боҙоп, әсир итте. .
   1613 йылда Романовтарҙан әүәл Михаил Федорович батша булып, Мәскәү тыныслыҡ тапты.
   Башҡорт йортонда ҡашмау һәм һаҡалтай, ваҡ саф көмөш аҡсалар батша Михаил һәм Алексей заманынан күберәк ҡалғандар. Был батшалар, башҡорттоң, Иван Васильевичтан бирелгән вәғәҙәһен яңыртып, [уны] тынысландырмыштыр. Әммә 1676 йылда башҡорт, мишәр һәм Ҡазан татарҙары, ҡалмыҡ халҡы менән ҡушылып, башҡорт енесенән Сәйет исемле старшинаны баш ҡылып, күп йылдар рус менән һуғышып, [был яу] биш йылда тамам булды. Бәғзеләр* һигеҙ йыл тимештәр.
   Император Петр 1 заманында, 1707 йылда, башҡорт старшиналары Алдар һәм Күсем Өфө ҡалаһының комиссары Сергеевка хушнуд* булмай, бола яһап, ул ике йылда тамам булған. Сергеевты Петр батша ғәйепле табып, ҡател* ҡылдырып, башҡортто ризалыҡта ҡалдырған.
   1730 йылда, Өфө ҡалаһында воевода тигән оло түрә Бутурлин заманында, Әстрхан тарафындағы Волга иҙеле менән Яйыҡ араһындағы Кесе Урҙа тигән ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар.— Ғ. Ҡ.) [ханлығының] ханы Әбулхәйер, урыҫҡа баш һаламын тип, шарттарын яҙып һәм башҡорт халҡының ҡағиҙәһе менән торабыҙ тип, Өфө ҡалаһына илсе ебәргән. 1731 йылда, императрица Анна Ивановна заманында, башҡорттарҙың ярҙамы менән хан Әбулхәйер баш һалған һәм уның илселәре Өфөнән башҡорт старшинаһы Алдар менән императрицаға барып ҡайтмыштыр... Бәғдә Петербургтан Ҡотлоәхмәт Тәфкилев исемле тәржемәсе, шах тарафынан Әбулхәйер ханға барып, ант һәм гәһед* алмыш.
   1734 [йылда] ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ.— Ғ. К.) халҡы Ор һыуының, тамағында ҡәлғә һалырға һорамыш. Шул сәбәпле ҡәлғәне яһап Оренбург исеме ҡушҡандар, һуңынан Оренбург ҡалаһын Ор тамағынан Һаҡмар тамағына күсермештәр. Ә ундағы ҡәлғә Орск булып ҡалмыштыр.
   Йәнә беҙҙең башҡорттоң гәһеденә вафа ҡылған эштәренән береһе булыр: 1734 йылда ҡырғыҙҙарҙың (ҡаҙаҡтарҙың. — Ғ. Ҡ.) Урта Урҙаһынан, Омск һәм Петропавловск тарафынан, ун меңдән зиядә* ҡырғыҙҙар сығып, башҡорт йортон ғарәт ҡыла башлағас, башҡорттар үҙҙәренең Таймас тархан тигән түрәһен баш итеп, уларҙы боҙоп, тоугтарын* алып, илдәренә ҡыуалап ебэрмештәрҙер. Бының һуңында, шул уҡ йылда, Урта Урҙаның ханы Шимәки (Шимәк) хан егерме мең ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ.— Ғ. Ҡ.) менән икенсе кәррә* килеп, башҡорттарға һөжүм иткәнендә, башҡорттар ғәскәрҙәрен тайяр* ҡылып, ҡаршы һуғышып, Шимәки (Шимәк) ханды һәм егерме мең ғәскәр халҡын әсир итеп, урыҫҡа баш һалырға ант иттереп, Шимәкиҙең (Шимәктең) вәкил-илселәрен Өфө ҡалаһына алып ҡайтып, ғәһед вә шарт яҙҙырып алғандар. Шулай булғас был дәхи* башҡорттоң вәғәҙәгә вафаһылыр, йөҙөнөң ағылыр. Әммә рус тауарихтарында башҡорттоң бунттарын күп яҙып, хеҙмәттәрен бик аҙ йәд* ҡылалар, һәр кем үҙен үҙе маҡтамаһа, ғәйре* кеше маҡтамаҫ тигәндер башҡорт мәҡәле.
   1734 йылдың 1 майында Оренбург ҡалаһын һалырға указ бирелмеш. Шул сәбәптән Петербургтан Өфөгә [килгән] статский советник Кириллов һәм полковник Ҡотлоэхмэт Тәфкилев 1735 йылдың 15 июнендә Ор һыуының тамағына еткәс тә, Килмәк Абыҙ исемле старшина, башҡорттоң гәһедле ерен алырға ҡасд* ҡылалар тип, яу сығарҙы. Был яу йәнә биш йыл бармыш. Дим буйында Ҡазан губернаторы, һуңынан мәшһүр сәр ғәскәр* Румянцев-Задунайский башҡорттар менән бик ныҡ һуғышмыш. Бәғдә Румянцев төрөк һуғышына саҡырылып, кенәз Голицын уның урынына губернатор булып күп тормош. Был ҡайғынан Кириллов 1737 йылда Һамар ҡәлғәһендә вафаттыр.
   Оренбургты һалмаҫтан борон Кириллов башҡорт халҡын ырыуға һәм волосҡа [бүлеп] һәм тархандарын айырып яҙып, башҡорт, мишәргә хеҙмәт, типтәрҙәргә ҡара эш тәғәйенләп, Оренбургты һалырға бергә алып киткән икән. Бының һуңында генералдар Татищев һәм Соймонов, крепостәр һалып, бунтты ҡатг ҡылырға тырышҡандар. Бунтта Әбулхәйер хан йәнә баш тартып, Татищев һәм тәржемәсе Арслан Бахметовтың ижтиһады менән кире ҡайтҡан. Мәгәр: «Башҡорт халҡы рустан сыҡты, улымды хан ҡылайым», — тип уйлаған икән. Әммә 1738 йылда Тәфкилев хозурында йәнә ант иткән.
   Килмәк Абыҙ яуы Татищевтан һуң, генерал кенәз Урусов заманында, 1740 [йылда] тамам булған. Был Килмәк яуында типтәр, мишәрҙәр ҡатнашмағандар. Шуның өсөн уларға башҡорт ерендә әжерһеҙ ер биләргә бойоролған...
   Дәхи мишәр халҡы был Килмәк яуында, русҡа ҡуштанлыҡ күрһәтеп, Батырша исемле мөдәррис* ишанды тотоп бирмештәр. Ул зат шәриф Петербургта әсир тороп, рус данишмәндтәре менән ғәрәп һәм рус нәхүҙәрен* мөҡабәлә ҡылмыш тип нәҡыл* итәләр.
   Батыршаны ҡыҙғанып, мишәр халҡына әйтерҙәр икән:.
                          Мишәр тигән һүҙҙең мәғәнәһен
                          Ҡарағыҙ һеҙ лөғәт* фарсыла.
                          Ер алырға тырышып йөрөй торғас,
                          Ишандарын һатҡан барыһы ла.
   Бында кенә юҡтыр, мәгәр бер мәҡәл һүҙ булып ҡалмыштыр. Татар, мишәр һәм башҡорт ҡәҙимдән бер ата балаларылыр. Татар, мишәр мөҡәддәмерәк ерҙәрен юғалтып, башҡорт туганына килмештер. Башҡорттар: «Күңелебеҙ киң, еребеҙ киң, ҡабулыбыҙ бар», — тимештәр...
   1762 йылда Өфөлә ҡырғыҙҙың (ҡаҙаҡтың — Ғ. Ҡ.) Нурғәле ханы нисә айҙар аманат тормоштор. Бәғдә Оренбургка ҡуйылып унан ҡасып киткән.
   1765 йылда Илек ҡәлғәһенән* Стәрлетамаҡҡа, унан Ағиҙел, Чулман* [буйлап] Нижныйға тоҙ юлы күрһәтелгән. Тоҙҙо башҡорттар хеҙмәт бәрәбәренә ташыған.
   1767 йылда Мәскәүгә башҡорт һәм ғәйре енестәр яңы ҡанун яһашырға комиссияға депутат булып барғандар...
   1773 йылда... Яйыҡ казактарына Дон буйынан [сыҡҡан] Пугачев исемле казак баш булып, был Чулман һәм Ағиҙел һыуҙарын алып, Ҡазанға барып, Волга буйлап Саратов тарафына йөрөп, ҙур фетнәләре һәр кемгә мәғлүмдер. Был яуҙа башҡорттар йәнә Пугачев тарафын тотоп, күп һәләкәткә төшмөштөр. Быларҙың араһында Өфө өйәҙенең Шайтан Көҙөй волосынан Юлай һәм [уның] улы Салауат башлап йөрөмөштәр...
   Өфө ҡалаһын Пугачевтың наибтары* — Оренбург тарафынан Чика, Богородский тарафынан Губанов исемле рустар — хәсар* ҡылғандар. Хикәйәттәре «Справочная книгала» һәм мәғлүмдер. Былар 1775 йылда ... ҡател* ҡылынмыштарҙыр.
   Әммә Салауат һәм Юлай Балтик диңгеҙендәге Рогервик исемле крепосҡа, һуҡтырылып һәм төрлө язалар [аша үткәрелеп], оҙатылмыштарҙыр. Йөмләнән береһе: морондарын телеп, йөҙҙәренә мисәт баҫып, Өфө өйәҙендә, ауылдан ауылға йөрөтөп, һуҡтырғандар...
   1774 йылдың ноябрь айында Өфөгә мәшһүр батыр генерал Суворов килеп, биш көндән Саратовҡа юлланмыштыр. Әммә Пугачевты полковник Михельсон боҙоп, тотоп мәҙкүр* Суворовҡа, был һәм иң ҙур сәр ғәскәр граф Панинға тапшырмыштыр.
   Пугачев Мәскәүҙә ҡател булынмыш. Әммә Чика менән Губанов Өфөлә ҡател булынмыштар. Был яуҙа дүрт йыл эсендә алтмыш мең әҙәм һәләк булып, заводтарға ирешкән зарарҙар егерме һигеҙ миллион һум тимештәр.
   1778 йылдың 22 сентябрендә Екатерина 2 Духовное собрание исеме менән ислам дине мәхкәмәһенә* указ биреп, 1789 йылдың 4 декабрендә Өфө ҡалаһында мәхкәмә фәтих* ителмештер...
   1790 йылда башҡорт һәм мишәрҙәр швед походына барғандар. Мөҡәддәмерәк* поляк һуғышына йөрөгәндәр...
   1797 [йылда], император Павел I заманында, башҡорттар ерҙәрен межа менән әйләндерергә һорағандар. 1798 йылда башҡорт халҡын ғәскәр яһап, кантондарға бүлгәндәр. Алтмыш биш йыл ғәскәри булып, 1863 йылда [башҡорттар] дөйөм крәҫтиән мәхкәмәләренә тапшырылмыштар.
   1800 йылда Өфөнән наместник мәхкәмәһе китеп, Оренбург губернаһы булып, йәнә 1804 йылда, Александр I заманында, Өфө губернаһы булды.
   1812 йылда башҡорт һәм мишәрҙәр француз һуғышына Наполеон 1 ҡаршы бармыштарҙыр һәм уны һөрөп Париж ҡалаһына кермештәрҙер. 1827 — 1829 йылдарҙа башҡорт, мишәрҙәр төрөк һуғышына — Дунай буйына, Молдавияға, 1830— 1831 йылдарҙа поляк һуғышына — Варшава ҡалаһына барғандар. Бәғзеләре Могилев губернаһында торғандар. Шуның өсөн [башҡорттарҙың] Могилевҡа походы тип әйтерҙәр ине. Беҙҙең атайыбыҙ ҙа шул походта булмыштыр...
   1855 йыл башҡорттар йәнә төрөк һуғышына барҙылар. Ҡырым һуғышы йәки Севастополь һуғышы тимәк менән мәшһүрҙер.
   1863 йылда башҡорт һәм мишәрҙең ғәскәр исеме һәм кантондар бөтөрөлөп, волостной правлениелар булды. 1869 йылда Оренбургтағы ер комиссияһы бөтөп, ер эштәре губерна крәҫтиән присутствиеларына бирелде. 1863 йылда башҡортҡа ерҙәрен теләгәнсә һатыу ихтыяр булып, ул 1876 йылда, дәғүә күп булғанлыҡтан, мәнег булды. Бының бәғдәһендә, 1881 йылда,... Оренбург генерал-губернаторы лөзуме мөнҡәтиғ* булып, Өфө губернаһы ғәскәр хосусында Ҡазан хәрби округына дахил* булды. Был көндәрҙә хәрби округ суды һәм интендантство Ҡазандалыр.
   1882 йылда Златоуст ҡалаһында, император Александр Николаевич наследник заманында, 1837 йылда килеп тамаша ҡылған тауҙарының береһендә һәйкәл яһанылар. Ҡайһыңа татарса “Александр 2” тип тимергә ҡаҙаҡлар өсөн алтынлы хат беҙҙән яҙҙырҙылар.
   1883 йылда император Александр Александровичтың коронованиеһы булды. 1889 [йылдың] 4 декабрендә мосолмандарҙың Духовное собраниеһының асылыуына 100 йыл тулды. Был хосуста фәҡирегеҙ китап яҙмыштыр. Рус һәм татар телендә булыр. Татарсаһы оҙонораҡтыр.
Бәйғәт — ант, вәғәҙә; ризалыҡ.
Ғарәт — баҫып алыу, барымта, талау.
Мәнег — рөхсәт итмәү, ҡамасаулау.
Гәһедтәренә вафа ҡылыу — вәғәҙәләренә тоғро булыу.
Фитрәт — төшөнкөлөк, тынысһыҙлыҡ.
Атҡыусы — стрелец.
Нәфи әл -бәләд — илдән һөрөлеүсе.
Бәғзе — ҡайһы бер, ҡайһы.
Хушнуд — ҡәнәғәт, риза.
Ҡател — үлтереү, юҡ итеү.
Бәғдә — һуңынан, аҙаҡ.
Зиядә — артығыраҡ, күп.
Тоуг — буйһоноу, тыңлау, теләк.
Кәррә — тапҡыр, мәртәбә.
Тайяр — әҙер; осоусы.
Дәхи — тағы, йәнә.
Йәд — иҫкә төшөрөу, телгә алыу.
Ғәйре — башҡа, бүтән.
Ҡасд — ниәт, теләк, маҡсат.
Сәр ғәскәр — ғәскәр башлыгы (полководец).
Ҡатг — киҫеү, өҙөү, сабыу.
Хозур — күҙ алды. ян, эргә.
Мөдәррис — мәҙрәсәнең өлкән уҡытыусыһы.
Зат шәриф — күренекле (бөйөк, ҡәҙерле) зат.
Данишмәнд — ғалим, белгес.
Нәхү — грамматика, синтаксис.
Мөҡабәлә — сағыштырыу.
Нәҡыл — һөйләү, телдән телгә тапшырыу.
Лөғәт — тел; һүҙлек, һүҙ.
Ҡ алғә — нығытма, крепость.
Чулман — Кама.
Наиб — урынбаҫар.
Хәсар — зарар, зыян.
Мәҙкүр — үрҙә телгә алынған, әйтеп үтелгән.
Мәхкәмә — хөкөм йорто, хөкөм итә торган идара.
Фәтих — асыу, башлау.
Мөҡәддәм — элек, тәүҙә, башта.
Лөзүме мөнҡәтиғ— кәрәк (тейеш) булыуы бөтөрөлөү. Дахил — ҡатнашыусы, эскә кереүсе; әнберҙең эске яғы.
                      Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың (1841—1907) “Йәдкәр” китабынан
   Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғиниәт Ҡунафин. Башҡортостан китап нәшриәте. 1984 йыл.