Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

                                              Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан

     Башҡорт суфый шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың (1833—1917 ) ҡыҫҡаса тормош юлы
     Зәйнулла-ишан 1833 йылдың 23 мартында Ҡорбан байрамы көнөндә Троицк өйәҙенә ҡараған Туңғатар волосының (хәҙерге Башҡортостан Републикаһының Учалы районы) Шәрип ауылында ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары ғаиләһендә тыуған.
     Уның шәжәрәһе түбәндәгесә: Зәйнулла — Хәбибулла — Рәсүл — Муса — Байрамғол — Ғашиҡ — Солтанай — Морат Тобай — Ураҙғали — Яғшай — Ятабай — Ҡабул (Ҡабулдың кем улы булыуы билдәһеҙ).
     Зәйнулла тәүҙә үҙенең тыуған ауылында, унан һуң Малай Муйнаҡ ауылында Яҡуп-шәйехтә белем ала. Был шәйех Ахун ауылына (хәҙерге Учалы районы Ахун ауылы) күсеп киткәс, уҡыусылары, шул иҫәптән, үҫмер Зәйнулла ла уның артынан китә. 1851 йылда 17 йәшендә Троицкиға юллана. Унда дамулла Әхмәт бин Хәлит әл-Минҡариҙан (1870 йылда вафат була) шәриғәт буйынса тәрән белем ала. Зәйнулла ете йыл буйына ғәрәп теленән, фекерләү, хикмәт, кәлам (был фәндән ул «Шәрх Ғакаид Ғадудия» китабын уҡып сыға) фәндәренән белем туплай. Шәйех дамулла Мөхәммәт Шаһ бин Мираҫтан Изге Ҡөрьәнде уҡыу (тәжүит) буйынса ла белем ала. Мәҙрәсәне тамамлап, уҡытыусылыҡ эшенә таныҡлыҡ (ижазәт) алып, тыуған яғына ҡайта. 1858 йылда Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Аҡҡужа ауылына имам итеп тәғәйенләнә. Бында үҙенең мәҙрәсәһенә нигеҙ һала һәм уҡытыу эшен башлай. Шул йылда өйләнә.

     Зәйнулла «Әз-заһир» белемдәре менән генә ҡәнәғәт булмай. 1859 йылда «Әл-батын» буйынса белем алыу маҡсатында ул Сарҙаҡлы ауылына юллана һәм Ғ әбделкәрим Сарҙаҡлы (1872 йылда вафат була) етәкселегендә Нәҡшбәндиә-Мөджәдидиәнең суфыйсылыҡ тәриҡәтенә инә. Сарҙаҡлының рухи күсәгилешлелек һыҙаты (силсилә) үҙенең башланғысын танылған имам ар-Раббаниҙың улы Мәүләнә Мөхәммәт Муғсумдән ете араҙашсы (посредник) аша ала. 1870 йылда Зәйнулла-ишан ун йыл тәриҡәттә торғандан һуң беренсе тапҡыр хажға юллана. Истамбулда ул суфый Әш-шәйех Әхмәт Зыяуетдин Көмөшхәнәуи (1893 йылда вафат була) менән таныша. Был шәйех Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең Хәлидиә тармағы әһеле булып тора. Зәйнулла Көмөшхәнәүи менән 40 көн буйына аулаҡлап, икәүҙән-икәү генә ураҙа тота, ҙикер әйтә. Унан һуң туғаны Муса менән Мәҙинә ҡалаһына сәфәргә сығалар. Бер юлы Александрия, Ҡаһирә, Танта, Суэц һәм Янбуғ ҡалалары аша үтәләр. Мәҙинәлә Зәйнулла шул осорҙағы билдәле ғалимдар менән таныша һәм уларҙың дәрестәрен тыңлай. Мәҙинә ҡалаһынан хаж ҡылырға Мәккәгә юлланалар. Аҙаҡ Жидда ҡалаһына киләләр. Унан һуң диңгеҙ юлы менән Истамбулға ҡайталар. Унда Зәйнулла Нәҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәте сиктәрендә өгөт-нәсихәт биреүсе хоҡуғын ала һәм Көмөшхәнәүи шәйехтең урындағы идара башлығы итеп тәғәйенләнә. Бының менән бергә ул Ҡөрьән һәм хәҙис уҡыу кеүек шәриғәт фәндәрен, шулай уҡ «ҡасида һәм бурда» кеүек суфыйсылыҡ дәрестәрен уҡытырға ла хоҡуҡ яулай.
     Һөҙөмтәлә ул Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең бер юлы ике сылбыры буйынса камил (бар яҡлап та килгән) хәлиф — идара башлығы булып китә. Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең Мөджәдидиә тармағы был төбәктә киң таралған була. Шулай уҡ ул осорҙа Волга-Урал төбәгендә лә тәриҡәт халыҡ араһында диндең берҙән-бер йәшәү рәүеше, күпселек мосолмандарҙың тәриҡәткә эйәреүселәр (эшен дауам итеүселәр) булыуын да онотмаҫҡа кәрәк.
     Бер йыл илгиҙәрлек иткәндән һуң Зәйнулла-ишан «камил шәйех» булып тыуған иленә ҡайта һәм шул йылдың көҙөндә өгөт-нәсихәт һәм уҡытыу эшмәкәрлеген башлай. Зәйнулла-шәйехтең уҡыусылары күбәйгәндән-күбәйә, абруйы арта бара. Башҡа шәйехтәрҙең мөриттәре лә Зәйнулла- хәҙрәткә күсә. Был хәл Сарҙаҡлы шәйехкә эйәреүселәр яғынан көнләшеү тыуҙыра. Сарҙаҡлы ла, үҙ сиратында, Зәйнуллаға ризаһыҙлығын белдереп, хәбәр (ялыу) ебәрә.
     Зәйнулла-ишан үҙенең әҫәрҙәрендә яҙып ҡалдырыуынса, бер ҡасан да Сарҙаҡлы-шәйехтән баш тартмай.
     Ике ҡатыны менән айырылышып, өсөнсөгә өйләнеүе лә килеп тыуған хәлде ҡатмарлаштыра, Һөҙөмтәлә, бик күп ялыуҙар нигеҙендә 1872 йылда Зәйнулла-шәйехте һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең икенсе суфыйы Ғатаулла-хажи Әбделмәликовты Өфөгә Диниә назаратына Сәлимгәрәй мөфтөйгә саҡырталар. Мөфтөй уларҙан һорау алғандан һуң тура юлдан йөрөүселәр икәненә инанып ҡайтарып ебәрә. Әммә Өфө губернаторының әмере буйынса юлда ҡулға алыналар. Уларҙы Златоуст ҡалаһы төрмәһенә ябалар, һигеҙ ай тотҡонлоҡта булғандан һуң, 1873 йылдың ғинуарында, Зәйнулла-ишанды һәм Ғатаулла-хажиҙы Вологда өлкәһенең Никольск ҡалаһына һөргөнгә ебәрәләр. Бер генә мосолман да йәшәмәгән ерҙә улар өс йыл була. Һуңынан Зәйнулла-ишандың үтенесе буйынса улар Кострома ҡалаһына күсерелә. Кострома мосолмандары араһында биш йыл йәшәйҙәр. Аҙаҡтан изгелекле кешеләр ярҙамында Зәйнулла-ишанға Башҡортостанға ҡайтырға рөхсәт ителә.
     Һөргөндән ҡайтҡас, 1882 йылда, ул туғаны Муса-хажи менән икенсе тапҡыр хажға сәфәр сыға. Истамбулда Көмөшхәнәүи менән осрашып, уның нәсихәттәрен ала.
     1884 йылда Зәйнулла Рәсүлев Хәбибулла байҙан, Троицк ҡалаһына килеп төпләнеп, имам, укытыусы, дини өгөтләүсе булырға, тигән саҡырыу ала. Ул саҡырыуҙы ҡабул итә һәм Троицкиға күсеп килә. Ҡаланың Амур урамында «Рәсүлиә» мәсетен һәм мәҙрәсәһен төҙөтә. Был мәҙрәсә Көньяҡ Уралдағы иң беренсе яңы уҡытыу алымдары менән белем биреүсе мәҙрәсә була. Урамдың исемен иһә «әл-Мәмуриә», йәғни «яңы төҙөлгән», «күсеп киленгән» мәғәнәһендә үҙгәртәләр. Төрлө яҡтарҙан уҡырға һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә инергә теләгән кешеләр йыйыла башлай. Уҡыусыларҙың күплегенә ҡарап, Зәйнулла үҙ иҫәбенә лә, байҙарҙың ярҙамы менән дә мәҙрәсәне киңәйтә. Зәйнулла-ишандың башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, үзбәк, нуғай, Дағстан һәм башҡа төрки халыҡтары араһында шәкерттәре артҡандан-арта. Иң күренеклеләре һәм танылғандары: Ғәлимйән Баруди (1857- 1921), Ризаитдин бин Фәхретдин (1859—1936), Мөхәммәт Морат Рәмзи (1854—1937), сәсән Шафиҡ Әминев-Тамьяни (1858—1936), буласаҡ мөфтөй Абдрахман Рәсүлев (1889—1950) менән Шәкир Хыялетдинов (1890—1974), Сабирйән Хәсәни (йылдары мәғлүм түгел), Әхмәт Зәки Вәлиди Туған (1890- 1970), уның атаһы һәм башҡалар.
     Зәйнулла-ишан 1917 йылдың 2 февралендә вафат була һәм Силәбе әлкәһенең Троицк ҡалаһында ерләнә. Шәйехтең бер нисә ҡатыны, 4 улы һәм 7 ҡыҙы була. Өлкән улы Абдрахман Рәсүлев Бөтә Союз Диниә назаратының мөфтөй-рәйесе (1936—1950) була.
     3. Рәсүлев шул осорҙағы башҡа ғалимдар кеүек дини фәндәрҙе классик китаптарҙан өйрәнә. Был ваҡытта йәҙитселек (жәдидә — яңылыҡ, ике йүнәлештә, диндәге һәм уҡытыу алымдарындағы, дини һәм социаль тормоштағы яңы ысулдар) идеялары ла тарала башлай. Күп ғалимдар уларҙы яҡлап сыға. Ә традицион ысул яҡлылар — ҡәҙимселәр ҡаршы сыға, араларында танылған ғалимдар ҙа була. Әммә билдәле һәм киң танылыу алған ғалимдар, мәҫәлән: Ризаитдин Фәхретдинов, Муса Бигиев, Зыя Камали, Шиһабетдин Мәржәни, Ғәбденнәсир Ҡурсауи һәм башҡалар йәҙитселектә күпселек була. Улар араһында 3. Рәсүлевтың да исеме осрай. Төбәктең бик күп мәҙрәсәләре лә, ғалимдары ла яңы ысул менән эшләүселәр иҫәбенә инә.
     3. Рәсүлевтың дини-генеалогик сылбыры (силсиләһе):
Хәлидиә сылбыры: шәйех Әхмәт Сирхинди (1034—1625) —> Мөхәммәт хужа Мәғсум (1079—1668) —> Нурмөхәммәт Баҙаюни (1135—1723) —> Дели ҡалаһынан Мирҙа Маҙһар Йән- Йынан (1195—1781) һәм Ғүләм Әли Дихләүи (1240—1824) —> Бағдаттан Мәүләнә Хәлит Бағдад (1242—1827) —>Трипаль һәм Истамбулдан Әхмәт бин Сөләймән Арваси (1275—1858) —> Зыяуитдин Көмөшхәнәүи (1311—1893) —> Зәйнулла-ишан Рәсүлев (1833—1917).
     Мөджәдидиә сылбыры: шәйех Әхмәт Сирхинди (1034г- 1625) —> Мөхәммәт Хужа Мәғсүм (1079—1668) —> Мәккә ҡалаһынан шәйех Әхмәт һәм Бохаранан шәйех Хәбибулла —> шәйех Хоҙайғол—> Хаджул-харамейн Муллағид Әхмәт —> Бохаранан Мулла Иҙрис Мөхәммәт —> Ниязғол Хан Төркмәни —> Стәрлетамаҡтан Ғабдуннәсир Ҡурсауи (1812) —> Шәрәфетдин (1262—1846) Стәрлетамаҡтан —> Силәбенән Әбделхәким Сарҙаҡлы (1292—1872) —> Троицкиҙан шәйех Зәйнулла Рәсүлев (1833—1917).
     Барлыҡ ғүмерен динде таратыуға һәм уҡытыуға арнаған 3. Рәсүлев яҙма мираҫ ҡалдырмаған тиерлек. Был — суфый шәйехтәргә хас күренеш. Билдәле булыуынса, тәриҡәттә китап яҙыуға түгел, ә уҡыусылар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға күберәк иғтибар бүленгән. Күпселек бөйөк суфыйҙар үҙҙәренән һуң, ғөмүмән, яҙма мираҫ ҡалдырмаған. Шуға күрә беҙгә Зәйнулла Рәсүлевтың бер нисә ҙур булмаған китабы һәм мәҡәләләр йыйынтығы билдәле:
     «Әл-Фәүәидүл-мүһиммә ли-мүршидин-Нәҡшбәндиә үәл-әүрадүл-мисанил үәссаләтүл мағсура». Санкт-Петер- бург, 1898 йыл. Китап Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә ҡараусыларға мотлаҡ уҡыла торған доға һәм ҙикерҙәрҙән тора. Уларҙы ҡасан һәм нисек уҡырға кәрәклеге яҙылған.
     «Әлифба хаҡында». Ырымбур, 1912 йыл. Был китапта автор тауыш (өн) ысулы менән уҡытыуҙың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй һәм классик сығанаҡтарҙан миҫалдар килтерә. Билдәле булыуынса, традиционалист ғалимдар, алфавитты тауыш ысулы менән уҡытыу Ислам ҡанундарына тап килмәй, тип белдерә. Шәйех 3. Рәсүлев килтергән миҫалдар иһә бындай фекерҙәрҙе кире ҡаға.
     «Троицк ғөләмәсе вә ысулы-жәдид». Ырымбур, 1911 йыл. Был баҫмала ғилми даирәлә әҫәрҙә уҡытыуҙың яңы ысулдарын ҡулланыу дәлилләнә.
     «Мәҡәләти зәйниә». Ҡазан, 1908 йыл. Был китапта Хиз- ра, Ибн Таймии тормошо һәм ҡайһы бер ғалимдарҙың уға ҡарата фекерҙәре, шағир Әбү Ғәлә әл-Мәғарри тураһында, Ғайса пәйғәмбәр, ғәрәп хәрефтәренең әйтелеш юлдары хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән.
                                         Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»