Башҡорт көрәшсеһе

Башкирская борьба

                    Башҡорт көрәшсеһе

   Башҡорт батырҙары бил көрәшендә бер ҡасанда һыр бирмәгән. Был әҫәрҙә ун туғыҙынсы быуаттың аҙағында башҡорттарҙың көрәшсе батыры Абдулла Нафиҡов тураһында шул замандың билгеле кешеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙған хәбәрҙән аҫтағы тексты тәҡьдим итәм.
   Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Йәдкәр” китабындағы әҫәрҙә яҙа: Беҙҙә, Өфө ҡалаһында, 29 ғинуар көнөндә Россиялағы “Первое товарищество” циркында политика өлкәһендә Япон-Ҡытай һуғышы һымағыраҡ ваҡиға булып үтте. Ошо нәмә алдынан уҡ үҙе 13 музыка оркестранты күтәргән данлыҡлы Россия көрәшсеһе Моорҙың (Знаменский А. В.)  Абдулла Нафиҡов тигән ит сабыусы булып эшләгән башҡорт менән циркта көрәшәсәге, еңеүсенең ул мәлдәге 100 һум аҡса менән бүләкләнәсәге хаҡында иғлан ителеп ҙур реклама яһалды. Был цирктағы буласаҡ көрәштең “аҡса һуғышының” ҙур килем бирәсәген һиҙеп алып, билет хаҡында арттыра һалдылар.

   Знаменский Александр Владимирович (1877—1928 йыл) үҙең Вильямс Моор тип атап йөрөткән. Атлет һәм көрәшсе. Пианиноны пианисе менән күтәреп алып йөрөгән. Музыкантарҙың оркестрын помост ярҙамында күтәреп торған. Бер ҡулы менән икешәр гир күтәргән, береһен икенсеһе өҫтөнә ҡуйып. Рекордтары: 1895 йылда ике ҡуллап 132 кило күтәрһә, 1897 йылда 154 килограмм күтәреп Ганс Бек тигән әҙәмдең рекордынан үтә. Ваҡытында бик маҡтаулы әҙәм.

   Хикәйәнең дауамында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙа: икенсе антракттан һуң, сәхнәгә, көрәш майҙанына ике мыҡты ир сыҡты. Береһе — әлеге Моор: акробаттар костюмы кейгән, бик яман мускулдары сығып һерәйеп тора, 30 йәштәр самаһындағы кеше. Икенсеһе— беҙҙең Нафиҡов: шулай уҡ бик таҙа көслө кәүҙәле, буйы Моорҙан аша ҡарап, бейегерәк, төҫкә һылыу, өҫтөндә киндер күлдәге, 60 йәштәр самаһы. Улар икеһе лә сәхнәнең көрәш майҙанының ике яҡ башына барып баҫтылар һәм урталарына көрәште алып барыусы судья сыҡты. Ул көрәштең тәртибен иҫкәртеп, уларға аңлатты. Көрәшсе үҙ дошманын ике яурын башы ла арена еренә терәлерлек итеп салҡан ташларға тейеш. Көрәш ваҡыты ҡытайса түгел, ә ни бары һигеҙ минут. Абдулла Нафиҡов бик тыныс үҙен тота, ә Вильямс Моорҙың йөҙө, һығып алған сепрәк кеүек, ағарған, кәүҙәһе ҡылтырашҡан кеүек күренә, әйтерһең, ул үҙенең яңғырауыҡлы шөһрәтле исемен юғалтырмын тип ҡурҡа. Судьяның сигналы буйынса көрәш башланды. Улар бер-береһенә дөп-дөрөҫ тотоноштолар. Абдулла Нафиҡов , аяҡтарын айыра баҫып, күкрәген алға сығарып, ҡулдары менән дошманының билен ҡапшаны. Әммә Моор, ни өсөндөр, гел артҡа шылып, алыштан ҡасып, баш тартты. Шуның өсөн дә бында йыйылған тамашасылар уға «Ҡытай» тигән ҡушамат та тағып өлгөрҙөләр. Шуға ҡарамаҫтан, Нафиҡов,ҡайышты шаҡара тотоп, Моорҙы үҙенә тартты ла һәм һөйрәп алып күкрәгенә һалып, күҙ асып йомған арала, майҙанға ташланы. Ләкин теге әҙәм арҡаһы менән түгел, һуҙлайып йөҙ түбән барып төштө, йәнә тотоношоп китеүҙәре булды, шул ваҡыт сәхнәгә үҙенең ун ярҙамсыһы менән управляющий килеп тә сыҡты. Улар күмәкләп Абдуллаға дошман көрәшсеһен матҡып тотоп алырға ҡамасаулап, Моор Вильямсты төрлөсә яҡланылар. Тамашасылар быға түҙмәй геүләп ҡысҡырыша башланылар:
      — Ҡамасауламағыҙ көрәшергә!
      — Ышыҡламағыҙ, китегеҙ!
   Теге Моорҙың «дипломаттары» бер нисә аҙым арена өҫтөндә яһарға ла өлгөрҙөләрме- юҡмы — Абдулла Нафиҡов Моорҙы йәнә алып ташланы. Был юлы ул ҡабырғаһы менән ергә барып төштө.
   Өсөнсө ваҡытҡа китте әлеге көрәш. Ләкин баяғы «дипломаттар» уларҙы тағы ла уратып алдылар, ҡысҡырышып-баҡырышып был «Ҡытай» Моорҙы яҡларға тотондолар. «Дипломаттар»ҙың араһынан иң күренекле вәкилдәре пристав Пичелейский ҙа быларҙың араһында этешеп-төртөшөп, ҡулдарын болғай-болғай, шайылдап йөрөй. Быға түҙмәгән халыҡ йәнә ҡысҡыраша башланы:
      — Китегеҙ унан!
      — Ҡамасауламағыҙ!
   Ошо барған мәхшәр эсендә Абдулланың ҡулында булған ҡайышы өҙөлөп китте хатта. Исеме Сильзбери тигән көрәшкә яуаплы кеше, эштең айышына төшөнөр өсөн тип, барған көрәште ваҡытлыса туҡтатты. Ошонан файҙаланып, урыҫ Моор, тәғәйенләнгән ваҡыт бөтмәҫ элек үк, ҡайҙалыр тайып, юҡ булды. Тамашасылар башҡорт Абдулланы еңеүсе итеп ҡотлап ҡысҡырышалар, көслө ҡул сабалар һәм цирктың өсөнсө бүлеге башланыуын да көтмәйенсә, урындарынан ҡуҙғалып, таралыша башланылар. Цирктың управляющий әҙәме, фәҡәт көрәшселәр арҡаһында аҡса эшләргә маташып, билет хаҡын кеше ышанмаҫлыҡ хаҡҡа күтәреп, бер нисә мең һумлыҡ табыш алһа ла, иртәгеһенә Абдуллаға шуның эсенән ни бары егерме биш һумын ғына бирә. Ә бит быға тиклем циркка тамашасылар ана шул көрәшселәрҙе күреп, тамаша ҡылыр өсөн генә бер ҡасан да былай йыйылғаны юҡ ине.
   Йәнә шуныһын әйтергә кәрәк, башҡорт Абдулла Нафиҡов бөгөнгө көндә иң көслө көрәшселәрҙән түгел. Ләкин шуныһы ғәжәпләндерә: ул инде утыҙ йылдар самаһы көрәшеп йөрөй. Ә уның һымаҡ ҙур көрәшселәр 10-15 йылдан артыҡ көрәшмәгәндәр икән. Халыҡ араһындағы атаҡлы көрәшселәр үҙҙәрендә көс-ғәйрәт кәмеүен белдермәҫ өсөн, көрәштәге тәүге йығылыуҙан һуң, көрәш майҙанын ташлап китәләр тигән һүҙ йәшәй.
   Беҙҙең башҡорт көрәше — донъялағы иң ғәҙел көрәштәрҙең береһе булып һанала. Ҡаҙаҡтар ғөмүмән дөрөҫ көрәшмәйҙәр, урыҫтар көс менән түгел, ә ауырлыҡ менән алдыралар, ҡырым татарҙары ла йүнләп көрәшә белмәйҙәр — дошманын үҙенән атып бәргәндә бер ниндәй таҫыл ҡулланмайҙар. Ә дөрөҫ һаналған башҡорт көрәшендә ике төрлө алым бар: күкрәккә күтәреп һалыу һәм йә үҙеңдең аяҡ аҫтыңа, йә, саңҡая биреп, ситкә ырғытыу. Былар күҙ асып йомғансы эшләнә. Башҡа төрлө көрәш алымдарҙың береһе лә иҫәпкә алынмай һәм лайыҡлы призға хоҡуҡ бирмәй.
   Ошо уҡ башҡорт Абдулла Нафиҡов 1884 йылдың май айында... бер көтөү көрәшселәрҙе еңә, ә инде 1891 йылда үҙ ғүмерендә 480 көрәшсе батырҙы еңгән данлыҡлы Европа көрәшсе-атлеты Курдты йығып ташлай. Шуның хөрмәтенә Курд үҙе уға сәғәт бүләк итә. Ошондай Абдулла һымаҡ көслө көрәшселәрҙе Башҡортостандың өйәҙҙәрендә үткәрелгән һабантуйҙарында, төрлө оло йыйындарында ла осратырға һәм һайлап алырға була.