Башҡорт ҡыҙына

                       башкирская красавицаБашҡорт ҡыҙына

 

Эй ғиффәтле ханым Миңлеһылыу,
Ҡара ҡаш һин, түңәрәк битле һылыу.

Тулған айға йөҙөң оҡшашлы һинең,
Битеңдең иң осонда нурлы миңең.

Үҫеп етеп киләлер зифа буйың,
Атаң, әсәң етә тип көтә туйың.

Вә ләкин кәмселегең бар бер эштә:
Уйың-фекерең һинең алтын-көмөштә.

Тағаһың тәңкәләр күп шалтыратып,
Йөрөйһөң алдың, артың ялтыратып.

Еләнгә теҙһәң тәңкә йоҡалар,
Яға, итәктән әйләнә уҡалар.

Уҡалап кейәһең әллә нисә ҡат,
Башың сайҡап, йөрөйһөң, гүйә, шәп ат.

Бына ҡыҙҙар бейәһе тип, биреп ат
Атаң-әсәң был эшкә булалыр шат.

Был эшең һис түгел бит шатланырлыҡ,
Фекерләһәң хәсрәткә ҡалырлыҡ.

Бер иҫке, юҡ ғәҙәттәрҙер был эштәр,
Яһиләттән' эйәрә уға йәштәр.

Әгәр һаман был ғәҙәткә ҡараһағыҙ,
Беләһеңме, ни эшкә һеҙ ярарһығыҙ?

Яраҡлы булаһыҙ тик көн итергә,
Бейә, һыйыр һауып, быҙау көтөргә.

Һин алданма! Тышыңдан ялтырауға,
Ҡалай ҡурғашың, көмөштәр шалтырауға.

Тышыңдан ялтырайҙыр уҡа, көмөш,
Мәғариф нурынан һинең эсең буш.

Замана ҡыҙҙарына һин күҙең һал!
Иман ислам ғаҡидәңде белеп ал.

Әҙәп өйрән, тотоң өҫ-баштарың аҡ,
Ғилемле, мәғрифәтле бул, ай, ап-аҡ!

Һөйәрҙәр һине шул саҡ, Миңлеһылыу,
Урының түрҙә булыр, исемең оло.

                                                                                             Сафуан Яҡшығолов (1871—1931)

Яһиләт — наҙанлыҡ.
Ғаҡид — ышаныу, иман.
Ғиффәт — пак, саф.