Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары

                                                    Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте

     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Тәнемдә йәнем бар икән, мин — Изге Ҡөрьән ҡоло һәм хеҙмәтсеһе, мин Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мохтарҙың, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, фатихалы юлы туҙаны. Ә кемдер минең һүҙҙәремә ниҙер өҫтәһә (яңылыш яҡҡа борһа), ул үҙе лә, уның һүҙҙәре лә миңә яҡын түгел!»
     [Шәйех Мәүләнәнең был һүҙҙәре уның Аллаһ һүҙенә, Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) оло һөйөүен, күндәмлеген сағылдыра.
     Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фатихалы юлы туҙаны булыу һәм шул юлға ғүмереңде бағышлау - һуңғы һулышыңа ҡәҙәр Пәйғәмбәребеҙ менән бергә булыу, уға оло һөйөү менән бөтә тормошоңдо Уның Сөннәһенә ярашлы ҡороу ул.

     Һис шикһеҙ, шәйех Мәүләнә һәм Аллаһтың бөтә һайлам ҡолдары өсөн илһам сығанағы - Ҡөрьән һәм Сөннә. Пәйғәмбәребеҙ юлы туҙаны булған Аллаһтың салих заттары - ғаләм серҙәре асҡыстарын ҡулына алған бөйөк шәхестәр - Ҡөрьән һәм Сөннәгә таянып, Илаһи һөйөүҙе ҡанат итеп, Раббыбыҙ ҡаршында рухи донъя солтандары дәрәжәһенә күтәрелеүселәр.
     Шәйех Мәүләнә, шулай уҡ бихисап хәҡиҡәт юлсылары, поэманы дөрөҫ аңлаһындар, асылына төшөнә алһындар өсөн, уның үҙен дә, һүҙҙәрен дә аңламаған, мәғәнәһен боҙған еңел фекер йөрөткән ғәмһеҙ кешеләрҙән баш тартҡан, алыҫ булырға тырышҡан.
     Шәйех Мәүләнәнең һис тайпылмай Ҡөрьән һәм Сөннә юлынан атлаған Аллаһтың тәҡүәле ҡоло булыуын инҡар итеүселәр, хатта уны башҡа дин әһеле итеп күрһәтергә маташыусы мәғрифәттән йыраҡ торған әҙәмдәр хәҙер ҙә табылып ҡына тора.
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус ниәт менәнме, хәбәрҙар булмау арҡаһындамы, Мәүләнәне рухи тамырҙарҙан, юғары мәғәнә, энергиянан мәхрүм булған, материаль донъя төшөнсәләре һәм теләктәре менән янған кеше итеп тасуирларға тырышалар.
     Улар шәйех Мәүләнәне, уның юлын, хатта тасаввуфты (суфыйлыҡ) Изге Ҡөрьән һәм Сөннәгә башкөллө сумыу, Аллаһ һине күреп торғандай ҡурҡып, камил ғибәҙәттә булыу юлы рәүешендә түгел, үҙҙәре теләгәнсә тәфсирләргә һәм юғары рухи ҡиммәттәрҙе шәхси маҡсаттарының ҡалыбына тығырға маташа.
     Мәҫәлән, «Мәснәүиҙәр»ҙә камил кеше кәүҙәләнеше булған нэй (флейта), улар фекеренсә, музыка ҡоралы ғына, Мәүләнә юлында мөһим урын биләгән, «зекерҙәр йыйынығы», Аллаһҡа яҡынайыу сараһы булған сема - музыкаға өйөрөлөү, фольклор бейеүҙәре.
     Әммә шәйех Мәүләнә - рухиәт, хәҡиҡәт донъяһына юл асыусы, кешелеккә Ҡөрьәндең бөйөк юлын асып һалыусы. Уның Ҡиәмәткә ҡәҙәр кешелеккә төбәлгән өндәүенең асылы шунда: иман йөрәктәргә ләззәт бирергә, Ҡөрьән хикмәте хазинаһы һәм Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәлбенең нуры саҡматаш һымаҡ йөрәктәрҙә Илаһи һөйөү утын ҡабыҙырға тейеш.]
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Егеттәр артынан мәмерйәгә ингән «Ҡытмыр» ҡушаматлы эт бысраҡ хайуан булыуҙан туҡтай һәм падишаһ һарайындагы табын артында урын ала.
     Эт, мәмерйәне төйәк иткән егеттәргә тоғролоҡ күрһәтеп, мәмерйә ауыҙын һаҡлап ятыуҙы хуп күрә һәм бының өсөн, Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары шикелле, Илаһи рәхмәт океаны һыуын туйғансы эсеүгә лайыҡ була».
     [Ғалимдар һәм мәғрифәт нуры бирелгән тарифтарҙың һөйөүе һәм һоҡланыуы рухи әңгәмәләренә лә күсә. Йөрәктәренең йәшерен Илаһи серҙәр нуры тыңлаусыларҙы ялмап ала, тәҡүәлеләр янында булғандарҙың әхүәле рухиәһе улар рухиәте нурына ҡойона, яйлап уларға хас сифаттарға - иманға эйә була.
     Изге Ҡөрьәндәге мәмерйә әһелдәре хаҡындағы бәйән ана шул хәҡиҡәтте аса. Ҡытмыр эт кенә, әммә тәҡүәле ихлас ҡолдарҙы һаҡлағанда, уларҙың гүзәл халәте уға ла күсә, әйтелгәнсә, изгеләр менән бергә булыу арҡаһында, ул да йәннәтле буласаҡ.
     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдарын тоғро һаҡлаған эт шундай дәрәжәгә лайыҡ булғас, Раббыбыҙҙың салих заттарына күңелендә ихлас һөйөү йөрөткән тәҡүәле мөьминдәрҙең ниндәй юғары дәрәжәгә лайыҡ буласағын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Аллаһ Изге аятта әйтә:
     «Эй, иман килтергән кешеләр! Аллаһ ҡаршыһында гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ һәм тура юлдағылар менән бергә булығыҙ». (Тәүбә, 119)
     Ул беҙҙе гонаһкәрҙәр һәм залимдар менән бергә булыуҙың кире йоғонтоһо хаҡында ла киҫәтә:
     «Аяттарыбыҙ хаҡында урынһыҙ бәхәсләшә торған кешеләрҙе осратһаң, һүҙҙәре башҡа нәмәгә күскәнсегә саҡлы, уларҙан йыраҡ тор. Әгәр шайтан һиңә быны онотторһа, һис юғында иҫеңә төшкәс, залимдар менән рәттән ултырма!» (Әнғәм, 68)
     «...Ул (Аллаһ) китапта һеҙгә шуны индергән: Аллаһтың аяттарын инҡар итеп йәки уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырырға тырышып һөйләүселәрҙе ишеткәс тә, улар башҡа берәй һүҙ башлағансыга саҡлы, кәферҙәр менән бергә ултырмағыҙ, юҡһа һеҙ ҙә улар кеүек булырһығыҙ. Әлбиттә, Аллаһ монафиктарҙың һәм кәферҙәрҙең барыһын йәһәннәмгә туплаясаҡ». (Нисә, 140)
     Рухи әңгәмәләр, тәҡүәлеләр һәм Аллаһтың ихлас ҡолдары менән бергә булыу, дуҫлыҡ рухиәтте күтәрә, кешеләрҙең күңеленә изге хис һәм ниәттәр булып инә. Ә гонаһкәрҙәр, иманһыҙҙар, монафиктар тик кире йоғонто ғына яһай. Шуға бәйле Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
     «Әҙәм балаһы яҡын дуҫының динен ала, бәс, шулай булғас, һәр берегеҙ кем менән дуҫ булыуына иғтибар итһен!» (Тирмиҙи, Зөһд, 45)
     Иманлы әҙәмдәр яндарында булғандарҙың, дуҫ булып йөрөгәндәрҙең кемлегенә, иманына иғтибарлы булһын.
     Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм уның рухи вариҫтары булған салих заттарҙың уй-ғәмәлдәре, халәте, нәсихәттәренә күңел күҙе менән бағып, «Әҙәм үҙенең һөйгәне янында» хәҙисенең серенә төшөнөрбөҙ, ә мәңгелек тормошта - ин шә Аллаһ - тәҡүәлеләр менән бергә булырбыҙ...]
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Ниндәй генә ҡаты булһаң да, ташмы йәки мәрмәрме, йөрәге Раббыбыҙга һөйөү менән нурланған кешене осратһаң, һин мотлаҡ нәфис ынйыға әүереләсәкһең».
     [Ғалим-алхимиктар һис ҡиммәте булмаған әйберҙәрҙе хазинаға өйләндереү серен асҡан кеүек, хәҡиҡәт мәғрифәте менән нурланған пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың вариҫтары - Аллаһтан ҡурҡҡан ғалимдар һәм тәҡүәлеләр - рухиәт алхимияһын асҡан. Нәфселе теләктәр океанындағы күпме тупаҫ күңел, шәфҡәт утрауы булған йөрәктәр янына һөйөү һәм күндәмлек менән туҡтап, тыныслыҡ тапҡан, остаҙының рухи көсө ярҙамында камил затҡа әүерелгән.
     Хозурлыҡ осоро - бының сағыу миҫалы. Мәғәнәһеҙ ҡанундарға таянып йәшәгән ярым ҡырағай наҙан йәмғиәт, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тәрбиәһен алғас, юғары әхлаҡ, яуаплылыҡ һәм шәфҡәткә эйә булған кешелек тарихындағы иң күркәм цивилизацияға әүерелә.
     Ҡарағура баҫҡан ер оҫта баҡсасы ҡулында ҡараштарҙы һәм йөрәктәрҙе арбарлыҡ рауза баҡсаһына әйләнгән кеүек, нәфрәт, дошманлыҡ менән ҡапланған ҡанлы сүллектәр, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килгәс, тыныслыҡ оазисына әүерелә. Уның фатихалы йылмайыуы нәфрәт уты менән янып күмергә ҡалған йәндәрҙе шәфҡәт тулы гөлдәр баҡсаһына әйләндерә, күп илаһлыҡ, иманһыҙлыҡ ағыуына мансылған күпме ҡара йөрәк, уның рухи бәрәкәттәр тулы нәсихәттәренән һуң, ялтрап торған гәүһәргә әйләнә. Әҙәпһеҙ, тупаҫ йәмғиәттән, бөтә кешелеккә юл күрһәтеп, Ҡиәмәткә ҡәҙәр күк көмбәҙендә балҡыясаҡ сағыу йондоҙҙар ише иҫ киткес намыҫлы, лайыҡлы шәхестәр үҫеп сыға.
     Һинд океанындағы төпһөҙ упҡындарға торошло әхлаҡһыҙ йәмғиәт, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) рухиәте нуры һәм күркәм әхлағы нәтижәһендә шәфҡәт, йомартлыҡ, фиҙакәрлек йәһәтенән Эверестан да юғары күтәрелә, Аллаһ бар ҡылған бөтә барлыҡҡа шәфҡәт күҙе менән ҡарарға өйрәнә.
     Әсәһе ҡулынан ҡыҙын йолҡоп алып ҡомға күмгән ҡырағай әҙәм иреп юҡҡа сыға, уның урынына миһырбанлы, фиҙакәр, һиҙгер йөрәкле, күҙҙәренә йәш тулған кеше килә. Исламды ҡабул иткәс, ҡаты күңелле Ғүмәр юғала, оло йөрәкле, һиҙгер, киң күңелле Хәлифә Ғүмәр пәйҙә була. Ул тирә-йүндәге һәр нәмәгә үҙен яуаплы итеп тоя: «Ефрат буйында бер бәрәс юғалһа ла, бының өсөн Аллаһ минән һорар кеүек тойолдо миңә».
     Эфиоп Вәхши хәҡиҡәт юлына баҫҡанға ҡәҙәр ысын мәғәнәһендә ҡанэскес бәндә булһа, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нәсихәттәренә күндәмлек менән буйһоноп, тура юлды тапҡас, ихлас, уйсан, йомшаҡ күңелле сәхәбәгә әүерелә. Үле рухиәтлеләр, хәҡиҡәт юлына баҫҡанға ҡәҙәр дейеү тырнағы аҫтында йөрөгәндәй, әшәке сифаттар, ҡырағай йолалар ҡорбаны булһа, хәҡиҡәт юлы йәншишмәһенең саф һыуын уртлап, әхүәле рухиәләре аҙашҡандарҙы, йонсоу йөрәктәрҙе һыйындырырлыҡ төйәккә әүерелә. Тол ҡатындар, етемдәр, йәберләнгәндәр уларҙың шәфҡәте һәм миһырбанлығы күләгәһендә төйәк, йыуаныс, яҡлау таба.
     Йөрәктәрҙең гүзәл рәүештә яңырыуы тураһында Исламдың билдәле хоҡуҡ белгесе Карафи шулай ти:
     «Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) башҡа мөгжизәләр бирелмәгән хәлдә лә, оло йөрәкле сәхәбәләр ҙә (уның тәрбиәһен күргән) уның пәйғәмбәрлегенә етерлек дәлил булыр ине».
     Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә сәхәбәләрҙе «өлгөлө быуын» итеп тасуирлай. Изге аятта әйтелә:
     «Мөһәжирҙәрҙән һәм ансарҙарҙан элек килгән һәм уларға эйәреүселәрҙән Аллаһ ҡәнәғәт ҡалды, улар ҙа Аллаһтан риза булды...» (Тәүбә, 100)
     Беҙ - Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәте, уның менән беҙҙең арала 1400 йыл ята. Уның сәхәбәһе булыу мөмкинлегебеҙ юҡ, әммә Ҡиәмәткә ҡәҙәр пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенең «мөһәжирҙәр һәм ансарҙар артынан эйәреүселәр» затынан булыу мөмкинлеге бар.
     Әгәр беҙ, мөһәжирҙәр һымаҡ, ялғандан - хәҡиҡәткә, ямандан - яҡшыға, гонаһтарҙан - Аллаһтан ҡурҡыуға, мин-минлектән - киң күңеллелеккә, үҙемселектән фиҙакәрлеккә күсә алһаҡ;
     әгәр беҙ, ансарҙар һымаҡ, бөтә көсөбөҙҙө Аллаһ диненә хеҙмәт итеүгә һалһаҡ һәм йәберләнгән, яфа сиккән диндәштәребеҙ менән йомарт булһаҡ, ул саҡта беҙ - ин шә Аллаһ - оло йөрәкле сәхәбәләр юлынан барған һәм уларҙың эшен дауам иткәндәрҙән булырбыҙ.
     Фиҙакәр сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шәкерттәре булған кеүек, беҙ ҙә уның өммәте һәм шәкерттәре, беҙгә лә, Ҡиәмәт алдындағыларға, шул ук изге аяттар һәм фатихалы хәҙистәр юл күрһәтеүсе.
     Пәйғәмбәребеҙҙән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙе нисәмә быуат айырһа ла, уға яҡынлығыбыҙ һәм Аллаһ алдындағы дәрәжәбеҙ Аллаһтан курка белеү серенә генә бәйләнгән. Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был хәҡиҡәткә ҡағылышлы әйткән:
     «Миңә иң яҡын кешеләр, ҡайҙа һәм кем генә булмаһындар, - Аллаһтан ҡурҡыусылар». (Әхмәт, V, 235; Хәйсәми, ГХ, 22)
     Икенсе бер хәҙисендә ул былай ти:
     «Хаҡтыр, минең ысын дуҫтарым - Аллаһтан ҡурҡыусылар». (Әбү Дауыт, Фитан, 1/4242)
     Намыҫлы сәхәбәләр Раббыбыҙға һәм Уның Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яҡынайыу маҡсатында Уларҙың нәсихәттәрен, ҡушҡандарын фиҙакәрлек менән тормошҡа ашырған кеүек, беҙгә лә шундай уҡ тырышлыҡ һалыу лазым.
     Юғары ҡиммәттәргә ҡоролған иң һоҡланғыс цивилизацияны булдырған сәхәбәләрҙән үрнәк алыу, дин юлында арымай-талмай хеҙмәт итеү кәрәк беҙгә, һәр цивилизация үҙенә ярашлы кешене тыуҙыра. Беҙ - йәше 14 быуат булған, хозурлыҡ осоронда (сәғәҙәт ғасырында) нигеҙ һалынған цивилизация вәкилдәре, тимәк шул быуат рухында йәшәргә, булған ғилемде түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
     «Минең өммәтем ямғыр ише - нимә яҡшы булыры билдәһеҙ: уның башымы, әллә аҙағымы». (Тирмиҙи, Әҙәп, 81)
     Фекерләп ҡарайыҡ:
     * Бөгөн бәрәкәтле ошо ямғырҙың шифалы тамсыһы булыр өсөн етерлек тырышлыҡ күрһәтәбеҙме?
     * Ғаләмгә шәфҡәт булып килгән Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә ниндәй өлөш индерәбеҙ?
     * Халәтебеҙ «шәфҡәт өммәте» атамаһына тап киләме?
     * Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) «мин уларҙы һағынам» тип әйткән киләсәк быуын тәҡүәлеләре сафына беҙ инә алабыҙмы?
     * Рәсүлуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм оло йөрәкле сәхәбәләр һалған юлдан атлайбыҙмы? Әллә донъяуи һәм нәфселе теләктәребеҙ беҙҙе ситкә алып китәме?
     * Рәсүлуллаһтан (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм уның сәхәбәләренән өлгө алыу урынына, хаҡтан мәхрүм ҡалғандарға ҡарап тыныслынып, үҙебеҙҙе буш өмөттәр менән йыуатмайбыҙмы?
     * Намыҫлы сәхәбәләр балаларын нисек тәрбиәләгән? Тәбиғиндәрҙең ниндәй быуынын тәрбиәләгән улар? Балаларыбыҙға ни кимәлдә етди рухи тәрбиә бирәбеҙ? Балаларыбыҙға яуаплы ҡарайбыҙмы? Телевизор, интернет, медиа һәм насар мөхит йоғонтоһонан ҡурсалайбыҙмы?
     Илаһи йәһәттән ҡарағанда, беҙҙең заман наҙанлығы һәм Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) осоро наҙанлығы араһында айырма юҡ. Элекке замандағы һымаҡ көслөләр көсһөҙҙәрҙе йәберләй, залимдар ҡануниәтте аяҡ аҫтына һалып тапай, үҙҙәрен һәр саҡ хаҡлы тип иҫәпләй. Бер үк енәйәттәр быуаттан-быуатка күсеп йөрөй.
     Ул заманда гонаһһыҙ яңы тыуған ҡыҙ балаларҙы, әсәләренән тартып алып, тереләй ергә күмгәндәр, сөнки ул үҫкәс ғаиләне хурлыҡҡа төшөрөр тип уйлағандар йәки артыҡ тамаҡ итеп күргәндәр. Заманыбыҙҙың наҙан кешеләре, кеше үлтереүсе врачтарға таянып, тағы ла ҡәбәхәтерәк енәйәттәр эшләй — тыумаҫ борон балаларының ғүмерен өҙә. Аллаһ, Ҡиәмәт көнө иҫәп-хисабын тасуирлап, Изге аятта былай ти:
     «...тереләй ергә күмелгән сабый ҡыҙ баланан: ни сәбәпле һине шулай ҡылдылар, тип һорар ваҡыт еткәс!» (Тәкүир, 8-9)
     Замандың кеше үлтереүсе врачтарын, һис шикһеҙ, ауыр иҫәп-хисап һәм Илаһи киҫәтеү буйынса ғазаплы яза көтә.
     Енәйәткә барып, аҡларлыҡ сәбәпһеҙ балаларын йәлләттәргә биреүселәрҙән һорарға кәрәк ине:
     «Раббыбыҙ биргән йәнде ҡыйырға кем уларға хоҡуҡ биргән?! Йәшерен серҙәрҙе һин белә алаһыңмы ни?! Киләсәгеңде һин ҡайҙан беләһең? Һин бөгөн йәнен ҡыйған балаң, бәлки, иртәгә терәгең, таянысың булыр ине. Япа-яңғыҙ ҡалып, мохтажлыҡ кисергәндә, бәлки, ул һинең ярҙамсың булыр ине...»
     Тимәк, ниндәй генә быуатта йәшәмәһен, әгәр ул Раббыбыҙ ҡанундарына ярашлы тәрбиәләнмәһә, аят һүҙҙәре менән әйткәндә, ул - «залим» һәм «яһил», йәғни, ситән тыш ғәҙелһеҙ һәм сиктән тыш наҙан.
     Аллаһтан һәм Уның Илсеһенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алыҫ тороп йәшәлгән һәр быуат — томана наҙанлыҡ быуаты, һәр быуаттың Аллаһтың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең нәсихәттәре менән төҙәтелмәгән ҡырағайлығы, йәбер-золомо бер иш...
     Заман, урын, тормош шарттарының, декорацияларҙың үҙгәреүе кеше тәбиғәтен үҙгәртмәй. Бушты-бушҡа ауҙарып, тормоштан шау ләззәт көҫәгән заманыбыҙ кешеһе VII быуаттағы наҙан бәҙәүиҙән гардеробынан башҡа тағы нимәһе менән айырыла?
     Һығымта яһап шуны әйтергә мөмкин: заманында Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡырағай наҙан халыҡты төҙәтергә ярҙам итеп, хозурлыҡ осоро йәмғиәте булдырған кеүек, әлеге иманһыҙлыҡ, рухиәтһеҙлек һаҙлығына батҡан йәмғиәтте Уның шәфҡәт һулышы ғына шөкөр итә белгән, аһәңле йәмғиәткә әйләндерә аласаҡ.
     Йәмғиәт кисә уға мохтаж булған кеүек, бөгөн дә уға мохтаж һәм Ҡиәмәткә ҡәҙәр ҙә мохтаж буласаҡ, сөнки уның йәшәү бүләк итә торған принциптары - бөтә замандар өсөн рухи тыныслыҡ табыуҙың берҙән-бер рецебы.
     Заман сиктәре юйылған Миғраж төнөндә Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Йәннәт тә, Йәһәннәм дә, Ҡиәмәткә ҡәҙәр өммәттең өҫтөнә төшәсәк бөтә хәлдәр һәм һынауҙар ҙа күрһәтелә, уларҙың күбеһе фетнә хаҡындағы хәҙистәрҙә ентекләп тасуирланған.
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең замандарҙа «тарихи» тип аталған алым Пәйғәмбәребеҙҙең нәсихәттәре актуаллеген хаталы рәүештә сикләй. Был алым яҡлылар фекеренсә, күп шәриғәт аяттарының срогы үткән һәм улар беҙҙең заманға тап килмәй. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә бирелгән мираҫ хоҡуғы хаҡындағы закон үҙгәртелгән. Ошо алым яҡлылар ҡайһы бер Илаһи әмерҙәрҙе тормошобоҙҙан алып ташлау өсөн бөтә көсөн һала.
     Йәнә бер хаталы фекер: «Әгәр бөгөн Аллаһ Илсеһе килһә, беҙ уға буйһонасаҡбыҙ, әммә хәҙер икенсе ваҡыт, һәм беҙ үҙ методтарыбыҙҙан баш тартмаясаҡбыҙ», йәғни Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән килгән хәҡиҡәттәр - әстәғәфируллаһ - «архивҡа оҙатыла».
     Һис шикһеҙ, Ислам - Ҡиәмәткә ҡәҙәр хәҡиҡи булған дин - дингә ҡаршы булғандарҙың мөртәтлектәренән таҙа, саф. Аллаһ алдындағы берҙән-бер хәҡиҡи, камил дин - Ислам.
     Мосолман өммәтен тарҡатырға маташҡан ул мөртәттәр - шаҡшылар. Беҙ, мосолмандар, иғтибарлы һәм зирәк булырға, үҙебеҙҙе һәм йәш быуынды ундай фетнәселәрҙән ҡурсаларға тейешбеҙ.
     Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яратҡан сәхәбәһе Абдуллаһ бин Ғүмәргә (раҙыйаллаһу ғәнһү) һәм уның йөҙөндә Ҡиәмәткә ҡәҙәр бөтә өммәткә шундай нәсихәт биргән:
     «Әй, Ибн Ғүмәр! Динеңә ныҡ тотон, динеңә ныҡ тотон! Ул - һинең тәнең һәм ҡаның. Дини гилемде кемдән алыуыңа иғтибарлы бул! Дини ғилемде тура юлдан барыусы ғалимдарҙан ал, тура юлдан яҙлыҡҡандарҙан алма!» (Хатыб әл-Бағдади, әл-Кифайя фи ғильмир- ривайя, 121-се бит)]
     Аллаһу Тәғәлә тура юлдағы аяҡтарыбыҙҙы ныҡ ҡылһын! Хаҡты хаҡ тип танып, шуға эйәрергә һәм ялғанды ялған тип танып, унан баш тартырға насип итһен! Һөйгән ҡолдары юлынан беҙҙе тайпылдырмаһын! Аллаһу Тәғәлә мәңгелек тормошта беҙҙе һөйгән һайлам ҡолдары менән бергә тергеҙһен!
     Әмин!

                                              «Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте», Мәүләнә Йәләлетдин Руми. Нуриман Мусин