90 -сы йылдың фәрештәләре һәм иблистәре
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү мосолман ҡәрҙәш!
Был «Әбйәлил» сайтымдағы Дәджәлдәрҙең ерҙә әллә ҡасандан булыуын, Дәджәл системаһында йәшәүебеҙҙең, Мәһди хәҙрәт килеүең, Ислам метафизикаһы темаһын дауам итер өсөн иң башта донъяла һәм илдә булған һәм барған тарихтарҙы, сәйәсәттәрҙе барламайынса ахыр заман йәмғиәтенең аҙашҡан ҡолдары икәнен аңламаясаҡбыҙ. Дәджәл тураһында хәҙистәр ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, ҡарайбыҙ һәм уның яуызлыҡтары алыҫ әле, беҙгә килеп етмәгән әле тип, ҡыуанабыҙ. Әммә беҙ барыбыҙҙа шуның ағыуында һәм йәшәү шарттарында! Беҙ бәләкәй саҡтан уҡ Иблис һәм Дәджәлдең йәшәү һәм уҡытыу системаһына индерелгән пропаганда тәьҫирендә.
Нимә ул пропаганда? Википедияны ҡарайыҡ: «Пропаганда (лат. congregātiō dе рrорагаndā fidē) ышаныс, ышаныу, инаныу, иман таратыу конгрегацияһы — кәрәкле йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм йәмәғәтселек аңын манипуляциялау маҡсатында ҡараштар, факттар, аргументтар, имеш — мимештәр, мәғлүмәт (шул иҫәптән боҙоп күрһәтелгән) йәки шулай уҡ ялған мәғлүмәттәр таратыу». Был нәмә динебеҙгә лә ныҡ үтеп ингән. Был алым авторитар режим ваҡытында йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм ил менән идара итеүҙең мөһим ҡоралы.
Башыбыҙға нимә һеңгән? Рәсәй бөйөк, ғәҙеллек, тоғро, хаҡ, берҙән бер дөрөҫ юлда барған күп милләтле, иманлы һәм башҡа маҡтаулы ил, тип инанғандарҙы, хатта хакимлектең ялғаны, бер туҡтауһыҙ алдашыуҙары – Ҡөръән аяттарына ҡаршы килеүҙәре лә был ҡанға һеңгән ялған инаныстан арындыра алмай. Мин аптырағандан уларҙы Иблис, шайтан ялсыларын – матур ғына итеп, һарыҡбаштар тиеп, әйтергә мәжбүрмен. Дөрөҫөрәге – улар имандарын юғалтҡан лицемерҙәр һәм монафиҡтар инде.
Ундай булмаҫ өсөн төрлө яҡтан белем алыр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм, әйткәнсә: «Ҡытайға булһа ла барып белем алығыҙ!. Бында нәҡ Ҡытай иленә барып түгел, ә донъяуи белемдә булыр кәрәк тигәнде аңлата. Ҡоро Ҡөръән аяттары ятлап түгел, ә мәғәнәлерен, үткән тарих һәм әле барған сәйәсәт менән бәйләр кәрәк.
Шуға ла ошо китапты һәм киләсәктә һалынған мәғлүмәттәрҙе лә аңлап, уҡыу кәрәктер.
Игорь Владимирович Молотов үҙҙенең: «Демоны и ангелы российской политики лихих 90-х. Сбитые летчики», тигән китабында 2000 йылдар башында хакимлеккә ынтылған лидерҙәр тураһында яҙа. Быларҙың күбеһен тиерлек Путин сәйәсәте юҡ итә, ә ҡалғандары ҡасып китеп, хәҙер сит илдәрҙә һәм үҙҙәрен Рәсәйҙең оппозицияһы имеш тип, йәшерен, Дәджәл һәм Иблис аша идара ителгән массондар режимына ҡаршы көрәшәләр, үҙҙәрендә шул заттан икәнен онотоп.
Автор: «Был китап миңә лә, барыбыҙға ла, беҙҙең хәтеребеҙгә лә бүләк булып тора, сөнки беҙҙең һуңғы тарихтан крутой роман юҡ, уның персонаждары башлыса голливуд фильмдарындағы йыртҡыстарҙан артығыраҡ, бик ҡурҡынысыраҡ. Был китаптың бөтә биттәренән ҡарап үтеп, уҡыусы ни өсөн тап шулай килеп сыҡҡанын һәм буяуҙарҙың элеккесә тоноҡ булмауын аңлай. Элекке бандиттар хәҙерге коммерсанттарға әйләнһә лә.
Был китаптың күп геройҙарын мин шәхсән белә инем, ҡайһы берҙәре менән үҙ һөнәрем һәм дуҫтарымдың киң, үҙенсәлекле даирәһе арҡаһында осраштым йәки аралаштым. Бында һеҙ рәсми шымартылған биографиялар таба алмаясаҡһығыҙ. Һәр персонаж минең ҡабул итеү призмаһы аша үтә, был китапты күберәк документаль роман йәки сәйәси силуэттар коллекцияһы итә, Эдуард Лимонов һәм Лев Троцкий кеүек публицистиканың алтын ҡауырһындары традицияһында ҡабул ителгән кеүек».
«Мы чувствуем себя хозяевам истории. Подозреваем, что самозвацны, но оттого еще более настырны в своей прыти. Рвем ее на части, дробим, манипулируем и извращаем до неузнаваемости. Для нас это пища для провокаций, для самопиара, для самоутверждения. Запомните меня таким», — сказала бы добрая половина списка ста ведущих политиков 2001 года.
Был китаптан башҡортсаға тәржемә ителгән өҙөктәр...
«Ҡулының етешһеҙлеге булмаһа Ельцинды ярайһы уҡ һөйкөмлө тип атарға мөмкин булыр ине. Һул ҡулында ике бармағы һәм өсөнсөһөнөң фалангаһы етмәй. Ельцин фаразы буйынса, ул уларҙы һүтергә маташҡан граната шартлаған ваҡытта юғалта».
«Һуғыш, бөтә балалар фронтҡа ынтыла, әммә беҙҙе, әлбиттә, унда ебәрмәйҙәр. Пистолеттар, мылтыҡтар, хатта пушкалар эшләнек. Гранаталар табып, уларҙы һүтеп, унда нимә барлығын өйрәнергә һәм аңларға ҡарар итек. Мин сиркәүгә эсенә инергә булдым (унда хәрби склад урынлашҡан).
Төндә сәнскеле тимер сымдың өс һыҙаты аша үтеп һәм, ҡарауылсыһы икенсе яҡта булған саҡта, тәҙрә рәшәткәһен бысып, эскә индем, ике ргд-33 гранатаһын запалдары менән алдым һәм, бәхеткә күрә, имен-аман (ҡарауылсыһы иҫкәртеүһеҙ атыр ине) кире сыҡтым. Алтмыш саҡрымлыҡ (?) алыҫлыҡтағы урманға барып, гранаталарҙы һүтергә ҡарар итәләр. Малайҙарҙы йөҙ метр алыҫлыҡҡа китергә күндерә: гранатаны ташҡа һалып, тубыҡланып сүкеш менән һуға. Шартлау... һәм бармаҡтары юҡ. Малайҙарға бер нәмә лә булмай. Ҡалаға барып еткәнсе бер нисә тапҡыр аңын юғалта. Дауаханала атайымдың ҡултамғаһы аҫтында (гангрена башлана) операция яһайҙар, бармаҡтарымды ҡырҡып алалар, мәктәпкә мин бәйләнгән ҡулым менән килдем»...
«Беҙ Ослан (Масхадов) менән академияны тамамлағандан һуң ун йыл үткәс осраштыҡ. Ул Ленинградҡа килә. Ул саҡта үҙе: «ни өсөн был литваларға бүленергә?». Хәтеремдә, беҙ яҡшы кәйефтә ултырҙыҡ. Курсташтарыбыҙҙың береһе бокал күтәрә: «Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе бер ҡасан да прицел аша күҙ уңында тотмауыбыҙ өсөн эсәйек». Ослан асыуланып: «Һин нимә тураһында һөйләйһең? Был булмаясаҡ!». Беҙ өс йылдан һуң бәрелештек. Беренсе Чечен һуғышы башлана. Масхадов Грозныйҙа президент һарайын обороналау менән етәкселек итә. Ул ваҡытта уның «Терек-1» тигән позывное була, һәм ул йыш ҡына эфирға сыға. Үҙҙәренә ҡаршы атҡан элекке курсташтары-артиллеристарҙан һуғыш яланында һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен алып сығыу өсөн ул ут атышыуҙы туҡтатып тороуҙы һорай. Ҡаршы яҡ был килешеүгә ыңғай килә.
Осланға һорау бирәләр: "Нисек инде беҙ бер-беребеҙгә ҡаршы һуғышабыҙ? Ул: "Быларҙың барыһы ла тиҙҙән тамамланасаҡ. Беҙ осрашырбыҙ һәм бөтәһе тураһында һөйләшербеҙ».
(Рәсәй-Украин бәрелеше башланғанда ла шул уҡ хәл булды: бергә уҡыған командирҙәр бер-береһенең армияһын үлтерә, Рәсәй яғында йәшәгән украинец үҙ тыуған ҡалаһын бомбаға тота, Украина ла тыуған Рәсәй ДУМА председателе Валка-стакан үҙ тыуған иленә һуғыш асҡанды хуплай...)