Мөғжизә килтереүҙе һорау

                                                   Мөғжизә килтереүҙе һорау
   Рәсүлуллаһ, мәккәлеләрҙең мыҫҡыллауҙарына үә яфалауҙарына ҡарамаҫтан, иңеп тора торған Ҡөрьән аяттарын мөшриҡтәрҙең янына килеп уҡый ине. Ҡөрьән Кәрим уларҙы тәүхидкә (бер Аллаһуға ышаныу), ҡиәмәт көнөнә ышанырға, яҡшы, изге ғәмәлдәр ҡылырға, поттарға табыныуҙы ташларға, насар эштәрҙән үә ғәҙәттәрҙән һәм насар холҡтарҙан ҡотолорға, төрлө дәлилдәр менән Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдең пәйғәмбәрлеген иҫбат итә ине. Ҡөрьәндә ҡайһы аяттар туранан-тура, ә ҡайһылары үткән өммәттәрҙең ваҡиғаларын һөйләп, төрлөсә миҫалдар килтереп, кешеләрҙе вәғәзләйҙәр ине. Донъяла иң бөйөк, иң дәрәжәле булған Ҡөрьән ғәрәптәргә ҡаты тәьҫир итә ине, улар уға ҡаршы ни эшләргә белмәйҙәр ине. Рәсүлуллаһҡа мәжнүн, кәһин, шағир, сихырсы кеүек ифтиралар әйтһәләр ҙә, был үҙҙәрен алдау йәки үҙҙәрен йыуатыу ғына ине. Сөнки мәжнүндән ундай һүҙҙәр сыға алмағанын, кәһиндәрҙең күрәҙәлек ҡылыу кеүек нәрҫәләр менән генә булғанлығын, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең быға ҡәҙәр шиғыр менән шөғөлләнмәгәнлеген, шуның өсөн уның кинәт шағир була алмағанын, шуның өҫтөнә Ҡөрьәндең шиғырға бер ҙә оҡшамағанлығын улар бик яҡшы беләләр ине.
   Улар бигерәк тә рәсүлуллаһты сихырсы тинеләр. Быға килтергән дәлилдәре шул ине: рәсүл атанан баланы, баланан атаны айырып алып үҙенә эйәртә, тинеләр. Ләкин быны ла рәсүлде башҡаса ғәйепләй алмағандан, мәжбүр булған өсөн генә әйтәләр ине. Уның сихырсы түгеллеген улар яҡшы беләләр ине.
   Ғәрәптәр рәсүлдең фәрештә булмайса, үҙҙәре кеүек бер кеше булып, уның баҙарҙарҙа сауҙа итеп йөрөүен, ашау-эсеүен пәйғәмбәрлеккә шөбһә килтерер өсөн дәлил итәләр ине. Был турала Ҡөрьәндә Фурҡан сүрәһендә, 7-8-се аяттарҙа:
   «Мөшриҡтәр әйттеләр: «Мин пәйғәмбәр тиеүсе Мөхәммәдкә ни булды, әгәр Мөхәммәдкә бер фәрештә иңгән булһа, шул фәрештә менән уның Аллаһ ғазабы менән ҡурҡытыусы пәйғәмбәр икәнлеге асыҡланыр ине. Йәки уға күктән ниғмәттәр иңдерелһә, баҙарҙа йөрөмәҫ ине, йәки уның һәр төрлө емеш бирә торған баҡсаһы булып, шул баҡсанан ашаһын ине», — тип. Йәнә ул залимдар әйттеләр: «Әгәр һеҙ был Мөхәммәдкә эйәрһәгеҙ, сихырланған кешегә эйәргән булаһығыҙ», — тип».
   Ләкин был да ни әйтергә белмәгәндән генә әйтелгән һүҙҙәр ине. Сөнки улар үҙҙәре үк ҡайһы бер ваҡыт: «Был Ҡөрьән ҙурыраҡ бер кешегә килгән булһа, беҙ уны ҡабул итер инек», — тип тә әйтәләр ине.
   Был турала Зөхреф сүрәһендә, 30-31-се аяттарҙа:
   «Ҡайсан уларға Ҡөрьән килде иһә, был — сихыр, беҙ уға ышанмайбыҙ, тинеләр.
   Улар йәнә әйттеләр: «Ни булыр ине, әгәр был Ҡөрьән Мәккә йәки Таиф ҡалаһындағы бер олуғ, дәрәжәле бай иргә иңдерелгән булһа», — тип».
   Ғәрәптәр Ҡөрьән тураһында баштарына ни килһә, шуны әйтәләр ине. Ҡөрьән ул әүәлгеләрҙән ҡалған әкиәттәр, йәки Мөхәммәд уны башҡаларҙан да өйрәнә тип тә әйтәләр ине. Фурҡан сүрәһе, 4-се аят:
   «Иманһыҙҙар әйттеләр: «Ошбу Ҡөрьән һис нәрҫә түгел, мәгәр уны Мөхәммәд үҙе уйлап сығарҙы, унан һуң Аллаһуҙан килде, тип ялғанланы һәм уға башҡа ҡәүем дә ярҙам итте,» — тип. Тәхҡиҡ, улар золом менән үә хаҡҡа ышанмау менән килделәр».
   Нәхел сүрәһе, 103-сө аят:

   «Тәхҡиҡ, беләбеҙ, Мөхәммәдкә аяттар Аллаһуҙаң килмәй уны кешеләр генә өйрәтә», — тигән һүҙҙәрен. Мөхәммәдте кеше генә өйрәтә тигән кешенең теле — сит ил телелер, әммә Ҡөрьән асыҡ мәғәнәле ғәрәп телендәлер».
   Фурҡан сүрәһе, 5-се аят:
   «Дәхи әйттеләр: «Ул Ҡөрьән — әүәлге өммәттәрҙең ялған һүҙҙәрелер, Мөхәммәд, уны күсереп яҙҙырҙы үә ул һүҙҙәр Мөхәммәдкә иртәләрҙә һәм кистәрҙә уҡыла», — тип».
   Бәҡара сүрәһе, 4-се аят:
   «И Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм, ул тәҡүә мөьминдәр, һиңә индерелгән Ҡөрьәнгә ышанып, уның менән ғәмәл ҡылалар һәм һинән элек иңдерелгән китаптарға ла ышаналар (ләкин Тәүрәт үә Инжил менән ғәмәл ҡылмайҙар) һәм ахирәткә лә ышанып, уның өсөн ғәмәл ҡылалар», һуд сүрәһе, 13, 38-се аяттар:
   «Йә ул мөшриҡтәр: «Мөхәммәд Ҡөрьәнде үҙе уйлап сығарҙы ла унан һуң Аллаһуға ифтира ҡыла», — тип әйтәләрме? Һин әйт: «һеҙ ҙә Ҡөрьән һүҙҙәре кеүек ун сүрә килтерегеҙ, уны үҙегеҙҙән уйлап сығарығыҙ һәм Аллаһуҙан башҡа көсөгөҙ еткән заттарҙы ярҙамға саҡырығыҙ, әгәр дөрөҫ һөйләүселәрҙән булһағыҙ!».
Нух кәмә яһай башланы, һәр ваҡыт уның ҡәүеменән олуғтары Нух янынан үтеп китһәләр, пәйғәмбәр балтасы булған тип, төрлөсә көлөп, мәсхәрә ҡылып үтәләр ине. Нух әйтте:
   «Бөгөн һеҙ беҙҙе мәсхәрә ҡылһағыҙ, иртәгә беҙ һеҙҙе мәсхәрә ҡылырбыҙ, һеҙ мәсхәрә ҡылған кеүек». Тур сүрәһе, 34-се аят:
   «Әгәр Мөхәммәд Ҡөрьәнде үҙе уйлап сығарған тигән һүҙҙәре дөрөҫ булһа, Ҡөрьән һүҙҙәренә оҡшаған һүҙҙәрҙе килтерһендәр».
   Исра сүрәһе, 88-се аят:
   «Аҡыллы кешеләргә әйт: «Әгәр кешеләр һәм ендәр, барсаһы бер урынға йыйылып, Ҡөрьән кеүек бер китап ижад итергә теләһәләр, бер-береһенә ярҙамлашып, Ҡөрьәнгә оҡшатып бер китап ижад итергә тырышһалар ҙа, һис тә ижад итә алмаҫтар». Был ваҡытта ғәрәптәр әҙәбиәттә бик ҡаты алға киткәйнеләр, араларында ауыҙҙарынан ут сәсә торған хатибтар, күңелгә, аҡылға тәьҫир итә торған шағирҙар була тороп, Ҡөрьән шикелле китап яҙа алманылар, ғажиз ҡалдылар. Мәккә мөшриҡтәре, рәсүлде һәм дингә кергән сәхәбәләрҙе рәнйетеү һәм ғазаплау менән генә диндән сығара алмағандарын аңлап, бер кәңәш мәжлесе яһап, Ғутба бин Рабиғаның фекере менән Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмде дингә саҡырыуҙан туҡтатыр өсөн түбәндәге фекергә килделәр:
   Мөхәммәдтең был эштә маҡсаты мал йыйыу булһа, уға мал йыйып бирергә;
   әгәр сәид булаһы килһә, уны сәид итеп ҡуйырға, унан башҡа һис бер мәсьәләне хәл ҡылмаҫҡа;
   әгәр батша булаһы килһә, үҙҙәренә батша яһарға;

   әгәр был эш ен ҡағылыу кеүек берәр сәбәптән килһә, уны табибтар саҡырып дауаларға.
   Ошондай фекерҙәрҙе рәсүлуллаһҡа һөйләр өсөн, Ғүтбә бин Рабиғаны ебәрҙеләр. Ғүтбә рәсүлуллаһҡа барып: «И Мөхәммәд, һин беҙҙең арала хөрмәтле бер кеше инең, һин был эшең менән ҡәүемеңдең араһын боҙҙоң, уларҙы бер-береһенән айырҙың, поттарҙы кәмһеттең, беҙҙең ата-бабаларҙың юлын дөрөҫ түгел тинең, һинең был эшеңдәй маҡсатың нәрҫә? Әгәр маҡсатың мал йыйыу булһа...» — тине. Ғүтбә һүҙенә Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм яуап итеп Фуссиләт сүрәһенең әүәленән бер-нисә аят уҡыны.
   Шул Ҡөрьән аяттары Ғүтбәгә тәьҫир яһаны. Сыҙай алмайынса, рәсүлуллаһтың ауыҙынан тотоп туҡтатты, һуңынан ҡәүеменә ҡайтып ошбу һүҙҙәрҙе һөйләне: «Мин Мөхәммәдтән шундай һүҙҙәр ишеттем, уның шикелле һүҙҙәрҙе ғүмеремдә ишеткәнем юҡ ине. Ул шиғыр ҙа түгел, бағыусылыҡ — күрәҙәселек тә түгел, сихыр ҙа түгел. Мин һеҙҙән Мөхәммәдте үҙ юлына ҡуйыуҙы, уны яфаламаҫҡа үтенәм! Әгәр Мөхәммәд өҫкә сыҡһа, ул һеҙҙең өсөн бик шәриф буласаҡ!»
   Ғүтбәнең был һүҙҙәрен ишеткәс, мөшриҡтәр: «Мөхәммәд һине лә сихырлаған икән», — тинеләр. Уларға ҡаршы Ғүтбә: «Был — минең үҙемдең фекерем, ҡабул итһәгеҙ — итегеҙ, итмәһәгеҙ — итмәгеҙ», — тине.

                       Ҡөрьәндән үҙҙәренә оҡшамаған һүҙҙәрҙе алып ташлауҙы үтенеүҙәре
   Бынан һуң Ҡөрәйш ғәрәптәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдән Ҡөрьәндәге ҡайһы бер аяттарҙы йомшартырға, һындарҙы яманлаған, поттарын кәмһеткән, ғазап менән ҡурҡытҡан аяттарҙы Ҡөрьәндән сығарыуҙы, шулай уҡ уларға оҡшамаған аяттарҙы уҡымаҫҡа үтенделәр. Быға ҡаршы рәсүлуллаһ Юныс сүрәһендәге 15-се аят:
   «Асыҡ мәғәнәле аяттарыбыҙ уҡылған Беҙгә килеп юлығасаҡты теләмәгән кафырҙар әйттеләр: «Беҙгә Ҡөрьәндән башҡа китап килтер йәки Ҡөрьәнде үҙгәрт», — тип. һин уларға әйт: «Үҙлегемдән Ҡөрьәнде алмаштырыу йәки хөкөмдәрен үҙгәртеү миңә һис тә мөмкин түгел, сөнки ул — Аллаһ һүҙе, мин үҙем дә Аллаһ миңә вәхи ҡылған хөкөмдәргә генә эйәрәмен, әгәр мин Раббыма ундай гонаһты ҡылһам, алдыбыҙҙа буласаҡ олуғ ҡиәмәт көнө ғазабынан ҡурҡамын», һәм Хакка сүрәһенең 44-46-сы аяттары менән яуап бирҙе:
   «Әгәр ул Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Беҙ әйтмәгән бәғзе һүҙҙе Аллаһуҙан тип ялғанлап һөйләһә ине. Әлбиттә, Беҙ уны ҡаты тотоу менән тотор инек».
   Рәсүлуллаһ менән һис бер юл менән килешеү мөмкин булмағас, йәбер һәм мыҫҡыллау менән дә уны туҡтатырға тырышыу нәтижәһеҙ булғас, унан, үҙенең рәсүлуллаһ икәнлегенә дәлил итеп, мөғжизәләр күрһәтеүен һоранылар. Улар: «Мөхәммәд, һин әгәр пәйғәмбәр булһаң, башҡа пәйғәмбәрҙәр кеүек мөғжизәләр килтер, беҙ һинең был Ҡөрьәнеңә генә ышана алмайбыҙ», — тинеләр. Улар рәсүлдән Ғәрәбстан сәхрәләрендә шишмәләр ағыҙыуын, йылғалар аға торған, хөрмә һәм йөҙөм ағастары үҫкән баҡсаларҙы булдырыуын, үҙенә алтын йә көмөш өйҙәр булдырыуын, Хижаз тауҙарын бөтөрөп, ерҙе тигеҙ итеп яһауын, күккә менеп, үҙенең пәйғәмбәрлеге тураһында яҙыу алып төшөүен, фәрештәләр алып килеп, үҙенең рәсүллеген тәсдиҡ итеүен һәм башҡа, һәм башҡа нәрҫәләр һоранылар. Уларҙың ниндәй нәрҫәләр талап иткәнлектәре Ҡөрьән Кәримдә бик күп сүрәләрҙә төрлө услубтарҙа зекер ителмештер. Ғәнкәбут сүрәһе, 50-51:
   «Мөшриҡтәр әйттеләр: «Ни булыр ине, әгәр Мөхәммәдкә Раббыһынан уның пәйғәмбәрлегенә мөғжизәләр индерелгән булһа?» һин уларға әйт: «Мөғжизәләр Аллаһ хозурындалыр, мин — фәҡәт ышанмаған үә итәғәт итмәгән кешеләрҙе йәһәннәм ғазабы менән ҡурҡытыусымын. Беҙ һиңә иңдергән Ҡөрьән уларға мөғжизә булырға етмәйме? Ул Ҡөрьән уларға даим уҡылалыр, үә ул Ҡөрьәндә мөьминдәр өсөн рәхмәт һәм вәғәздәр бар».
   Фурҡан сүрәһе, 7-8-се аяттар:
   «Мөшриҡтәр әйттеләр: «Мин пәйғәмбәр тийеүсе Мөхәммәдкә ни булды, башҡа кешеләр кеүек ризыҡ ашай, баҙарҙарҙа йөрөй, ни булыр ине, Мөхәммәдкә бер фәрештә иңгән булһа, шул фәрештә менән уның Аллаһ ғазабы менән ҡурҡытыусы пәйғәмбәр икәнлеге асыҡланыр ине. Йәки уға күктән ниғмәттәр иңдерелһә, баҙарҙа йөрөмәҫ ине, йәки уның һәр төрлө емеш бирә торған баҡсаһы булып, шул баҡсанан ашаһын ине», — тип. Йәнә ул залимдар әйттеләр: «Әгәр һеҙ ул Мөхәммәдкә эйәрһәгеҙ, сихырланған кешегә эйәргән булаһығыҙ», — тип.
   Хижер сүрәһе, 7, 8 ,14 ,15-се аяттар:
   «Әгәр һин дөрөҫ һөйләүселәрҙән булһаң, ни өсөн, һүҙеңде дөрөҫләр өсөн, беҙгә фәрештәләр килтермәйһең? Фәрештәләрҙе иңдерһәк, фәҡәт хаҡлыҡ менән иңдерәбеҙ, ул ваҡытта уларға тәүбә итәргә ваҡыт бирелмәҫ, фәрештә килеү менән уларҙы һәләк итер».
   «Ул кафырҙарға күктән ишек асһаҡ, үә ул ишектән фәрештәләр юғары менһәләр, кафырҙар шуны күреп торһалар. Әлбиттә, әйтерҙәр ине: «Күҙебеҙ пәрҙәләнде, бәлки беҙ сихырланғанбыҙ, Мөхәммәд беҙҙе сихырлаған», — тип.
   Рәғыд сүрәһе, 7, 31-се аяттар:
   «Ҡөрьәнгә ышанмаған кафырҙар әйтәләр: «Ҡөрьәндән башҡа Мөхәммәдтең пәйғәмбәрлеген дөрөҫләүсе Раббыһынан бер мөғжизә иңдерелһә, иман килтерер инек», -тип. Һин фәҡәт уларҙы Аллаһ ғазабы менән ҡурҡытыусы ғына.
   Ҡәүемдәрҙең һәр береһе өсөн тура юлға күндереүсе пәйғәмбәрҙәре булды. Пәйғәмбәрҙәрҙән һуң Ислам динен яҡшы белеүсе ғалимдар бар.
   «Әгәр «Ҡөрьән уҡымаҡ менән тауҙар урындарынан ҡупһалар ине, йәки Ҡөрьән уҡымаҡ менән йыраҡ ерҙәр тиҙ генә яҡын килһә ине, йәки Ҡөрьән уҡымаҡ менән үлгән кешеләр һөйләшһәләр ине, кафырҙар һаман да иман килтермәҫ инеләр. Йәғни шундай мөғжизәне үҙҙәре һорайҙар, әгәр күрһәтелһә, уны сихыр тиҙәр. Бит барса эштәр Аллаһ ихтыярында, йә мөьминдәр өмөттәрен өҙәләрме? Әгәр Аллаһ теләһә ки, бөтә донъя кешеләрен һиҙәйәткә һалыр ине. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн кафырҙарға бәлә, фетнә ирешеп торалыр, йәки ул бәлә уларға яҡын ергә килеп, хатта Аллаһуҙың вәғәҙәһе килгәнсе ҡурҡыуҙа торалар, тәхҡиҡ, Аллаһ вәғәҙәһенә хилафлыҡ ҡылмаҫ».
   Йунус сүрәһе, 20-се аят:
   «Йәнә улар әйтәләр: «Мөхәммәдкә пәйғәмбәрлеген белдерә торған берәй мөғжизә индерелгән булһа, иман килтерер инек», — тип. һин уларға әйт: «Йәшертен нәрҫәләрҙе белеү Аллаһҡа хас. Уның хөкүмен көтөгөҙ! Мин дә һеҙҙең менән һеҙгә ғазап килгәнен көтөүселэрҙәнмен», — тип.
   Әнғәм сүрәһе 8, 9, 37, 111 ,123-сө аяттары:
   «Кафырҙар әйтәләр: «Кәшки Мөхәммәдкә фәрештә иңгән булһасы, уның хаҡ пәйғәмбәр икәнлеген беҙгә әйтер ине», — тип. Аллаһ әйтте: «Әгәр беҙ уларға фәрештә иңдерһәк, әлбиттә, уларҙы һәләк итеү менән эш тамам булыр ине, фәрештә иңгәндән һуң, уларға һис нәмә өсөн ваҡыт бирелмәҫ».

   «Әгәр пәйғәмбәрҙе фәрештәнән ҡылһаҡ, әлбиттә, уны ир ҡиәфәтендә ҡылыр инек, улар кешеләр кейгән кейемде кейер инеләр».
   «Кафырҙар әйтәләр: «Кәшки Мөхәммәдкә Раббыһынан уның пәйғәмбәрлеген дөрөҫләүсе мөғжизә иңдерелһәсе», — тип. Һин уларға әйт: «Тәхҡиҡ, Аллаһ ҡадир мөғжизә индерергә, ләкин уларҙың күберәге белмәйҙәр». (Йәғни мөғжизәгә ышанмаған кешеләргә мөғжизәгә эйәреп ғазап килгәнен белмәйҙәр).
   «Әгәр уларға күрһәтеп фәрештәләр иңдерһәк үә мәйеттәрҙе тергеҙеп улар менән һөйләштерһәк һәм һәр нәрҫәне уларҙың алдарына ҡаршы ҡуйһаҡ (унан һуң ул нәрҫәләр: «Ҡөрьән — Аллаһ китабы», — тип һөйләп торһалар ҙа), иманһыҙҙар ышанасаҡ түгелдәр, мәгәр Аллаһ теләгән кешеләр иман килтерәсәктәр, ләкин уларҙың күберәге яһиллыҡ ҡылалар».
   «Әнә шулай һәр бер шәһәрҙә залим хужаларҙы — түрәләрҙе бар иттек, шул шәһәрҙәрҙә мәкерлектәр ҡылһындар өсөн, ҡылған мәкерлектәренең зарары, һәләкәтлеге үҙҙәренә буласаҡ, ләкин һиҙмәйҙәр».
   Әнбиә сүрәһе, 5-се аят:
   «Кафырҙар әйтәләр: «Ул Ҡөрьән — Мөхәммәдтең төшөндә һаташып күргән нәрҫәһелер, бәлки, ул Ҡөрьәнде үҙенән сығарҙы ла Аллаһуҙан тип ифтира ҡыла, йәки Мөхәммәд шағир булып, Ҡөрьән дә уның шиғырылыр! Ул беҙгә пәйғәмбәрлегенә мөғжизә килтерһен, әүәлге пәйғәмбәрҙәр килтергән кеүек».
   Бәни Исраил сүрәһе, 91, 92 ,93-сө аяттар:
   «Йәки йөҙөм, хөрмә баҡсаң булып, араларынан шишмәләрҙе ағыҙғаныңаса. Йәки үҙең әйткәнсә, күкте киҫәк- киҫәк итеп өҫтөбеҙгә төшөргәнеңәсә, йәки Аллаһуҙы үә фәрештәләрҙе алдыбыҙға килтереп баҫтырғаныңаса. Йәки һинең алтындан өйөң булғанғаса, йәки күккә менгәнеңәсә, күккә менһәң дә, ышанмабыҙ, унан китап алып килеп беҙгә уҡытмаһаң, шул нәмәләрҙе эшләмәһәң, һиңә иман килтермәйбеҙ», -тинеләр. һин уларға әйт: «Минең Раббым һәр кәмселектән пактыр, мин үҙем дә әүәлге рәсүлдәр кеүек кешенән булған бер рәсүлмен, һеҙ һораған нәмәләрҙе мин эшләй алмайым, ундай эштәрҙе фәҡәт Аллаһ эшләй».
   Әнғәм сүрәһе, 109-сы аят:
«Мөшриҡтәр, әгәр уларға Аллаһуҙан бер мөғжизә килһә, иман килтерер инек тип, Аллаһ исеме менән бик ҡаты ант итәләр. Әйт: «Мөғжизә Аллаһ ихтыярында, теләһә бирер», — тип. И мөьминдәр, әгәр уларға мөғжизә бирелгәс, иман килтерәсәктәрен нисек беләһегеҙ? Юҡ, мөғжизә бирелһә лә, иман килтерәсәк түгелдәр».
   Шүғәрэ сүрәһе, 197-се аят:
   «Уларға Ҡөрьәнде дөрөҫләүсе дәлилдәр булманымы, Яҡғуб балаларының ғалимдары, Тәүратта уҡып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдеңдең сифаттарын белгән кеүек».
   Әнғәм сүрәһе, 35-се аят:
«Үә әгәр кафырҙарҙың Исламдан баш тартыуҙары һиңә ауыр булһа, әгәр ергә тишек тишәргә вә күккә менәр өсөн баҫҡыс яһарға көсөң етһә — кафырҙарға мөғжизә күрһәтер инең. Әгәр Аллаһу Тағәлә теләһә, әлбиттә, уларҙың һәммәһен дә Ҡөрьән юлына йыйыр ине, ләкин теләмәне, һин яһилдарҙан булмағыл! Йәғни Аллаһ күндермәгән кешеләрҙе Ислам диненә күндерәм тип хыялланма һәм тырышма ла, булмаҫ».

  Сөнғәтулла Бикбулат «Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм» китабынан, Сәнә Сабирйәнова тәржемәһе