Өләсәй

Ишгали Нургалиев                                      Өләсәй

    Һеҙҙең иғтибарға Ишғәли Нурғәлиев яҙған “Ҡарабаш турғай” яҙмышнәмә                                                  әҫәренән өҙөк
                                                            Иманым — үҙем!
                                                            Ҡөрьәндер — һүҙем!
                                                                             Шәйехзада Бабич
   Минең уйлауымса, һәр сабыйҙың иң ышаныслы, иң яҡын кешеһе була. Минең дә балалыҡ йылдарымда шундай шәхес өләсәйем булғандыр. Юҡ, өләсәй татлы телле лә, йомарт та түгел ине, шулай ҙа сабый сағымда уҡ аңлағанмын, күрәһең: өләсәй булмаһа, минең өсөн яҡты донъяның ишеге ябылырға торалыр кеүек... Һәм ғүмерем буйына ҡолағым төбөндә уның һүҙҙәрен ишетеп йәшәйем. Мин белгәндә олатай исем өсөн генә ғаилә башлығы ине. Әлбиттә, ваҡытыңда бөтә йорт хужалығы уның ҡаты ҡулдарында була. Әммә бер һыйыр ғына ҡалғас, йорт дилбегәһе өләсәй ҡулына күсә. Бар мөлкәтен колхозға биргән өсөн өләсәй олатайҙы үҙенең беренсе дошманы итеп күрҙе, уға аҡланыу өсөн һүҙ ҡатырға ла ирек бирмәне.

   Өй эсендәге көндәлек тәртип өләсәй ҡушҡанса ғына үтәлергә тейеш булды, әгәр ҙә берәйһе ул тәртипте боҙһа, шелтә алды, ә инде был ҡылығы икенсегә ҡабатланһа, язаға тарттырылды.
   Барыһынан да элек шуныһы ҡыҙыҡ: өләсәй, үҙе әйтмешләй, шыр наҙан кеше, хәҙергесә әйткәндә, бер хәрефте лә танымаған, бер ҡасан да уҡып булашмаған, әммә, һәр кеше бар аҡылын тормоштан алырға тейеш, тиер ине. Эшләгән кеше өләсәй өсөн эш күрһәтеүсе йәки мал табыусы ғына түгел, ә уҡыусы ла, өйрәнеүсе лә, шул уҡ ваҡытта өйрәтеүсе лә булырға — ҡыҫҡаһы, әүлиә кеүек булырға тейеш ине.
   Өләсәйҙең көн тәртибе бер ваҡытта ла үҙгәрмәне: ул ҡаты, ғәҙәти. Өләсәй ауырыһа ла, байрам булһа ла, фажиғәле хәлдәр килеп тыуһа ла — бер төрлө ине. Ул сәғәткә ҡарап йәшәмәне, дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта сәғәт тигән нәмә бик һирәк кешеләрҙә генә була торғайны, һәм үҙенә генә билдәле эске тойомлауы менән, урындыҡтың билдәле генә бер урынына бер кем дә ҡағылырға тейеш булмаған ашъяулыҡ ҙурлығы таҙа сепрәген йәйеп, намаҙ уҡыр ине. Йәйге эш ваҡытында өләсәй өс рәҡәғәт намаҙға күсә. «Хоҙай ярлыҡар мине, Алла үҙе белә... ниңә өс намаҙға күсеүемде». Ул бер кемде лә намаҙға өндәмәне, ә беҙ ул ғибәҙәт ҡылғанда бары тыныс һәм тәртипле ултырырға бурыслыбыҙ. Әммә хәмер әсеүселәр, уйнашсылар был ваҡытта янында торһа — ҙур харамлыҡ кисерҙе... Өләсәйем һәр үткән көнгә шатланды: «Тағы бер көн йәшәнек, үлмәнек, иртәгә лә Алла шулай ҡушһын, шөкөр, балалар, Хоҙайға рәхмәт уҡығыҙ», — тиер ине. Уның йоҡларға ятҡас уҡый торған доғаһы булды, һәр кис ул шул доғаһын уҡымайынса йоҡламаны. Уҡый башлар алдынан беҙгә ишетелерлек итеп: «Ошо ятыуҙан да тора алмаһам», — тип башлар ине.
   Йоҡо доғаһын уҡыр алдынан өләсәйем иҫәп-хисап алып барҙы: баҙҙағы бәрәңге күпмегә етергә тейеш, башҡа ашамлыҡ күпме, етмәгәнен нисек табырға? Һәр ваҡыт: «Мин ҡара иҫәпте яҡшы беләм, һис кемдән оттормам», — тиер булды. Ул ваҡытта ла һалым йыйыусылар ябай кешеләрҙе оторға бик яратты, недоимка өсөн тип йә һыйырһыҙ, йә самауырһыҙ, йә башҡа кәрәк-яраҡһыҙ торғоҙоп ҡалдырырҙар ине. Ауыл Советы депутаттары килеп, әйберҙәр исемлеген яҙа ла тейәп алып китә, ә «мин ваҡытында түләнем» тигән кешене тыңлаусы ла юҡ. Өләсәй ул йәһәттән ҡара иҫәбен һәр көн алып барҙы, ваҡытында түләп, недоимка һораусыларҙы өйгә лә индермәне.
   Өләсәйҙең колхозға булған мөнәсәбәте мине ҙур үҫкәнсе аптырашта ҡалдырҙы. Олатай башҡа мөлкәт менән бергә алты еген атын колхозға тапшырған, әммә баҡсабыҙға ат йөгө менән бер нәмә лә кермәне. Ул ваҡытта ат колхоз ҡулында ине, колхозсылар нисек булһа ла ат көсө менән файҙаланалар. Ә өләсәй: «Колхоздыҡы кәрәкмәй, ҡаҙалһындар», — тине. Бик ҡыҙғаныс хәл, колхозға кергәндә ат түгел, бер ус әйбер ҙә бирмәгән кешеләр активист булып, колхоз мөлкәтенән файҙа күрҙе, утын, бесән, һалам килтерҙе, һәр төрлө башҡа эштәрен башҡарҙы, ә олатайға, тәүге колхоз рәйесенә, асҡа үлер алдынан аҙ ғына он бирергә лә теләмәнеләр. Колхозға малһыҙ кереүселәр был хәлгә тантана итте шикелле. Йәнәһе, бына ниндәй ул Совет власы, ярлыларҙы ҡарай. Шул уҡ активистар колхоз икмәген тыныс ҡына ашай алманы, нисек тә төртмә һүҙ менән өләсәйҙе ирештерергә тырышырҙар ине. Әммә өләсәйем дә һүҙһеҙ ҡалмай: «Туҡта, һин, колхозға тоҡсай тотоп кереүсе! Донъя ул — ҡуласа, килтерә лә бер баҫа»,— тиер ине. Ысынлап та, уның һүҙҙәре хаҡҡа сыҡты, донъя барыһын да тигеҙләне: йә күтәреп алды, йә атып бәрҙе, кеше хаҡы уларҙы барыбер ебәрмәне.
   Өләсәйҙең иң ҙур ҡағиҙәһе — харамды ашамаҫҡа. Харам сусҡа ите генә түгел, ул — кешегә тейеш булмаған аш, һәр ризыҡты ашар өсөн кешенең уға хаҡы булырға, аҙыҡ хәләл көс менән табылырға тейеш. Ә башҡа аҙыҡты ейгәндә кеше уның ҡайҙан, кем тарафынан табылғанын белергә, Алланан ғәфү үтенеп ашарға тейеш. Өләсәйем өсөн совет етәкселәре, һалым йыйыусылар һәм башҡа шундай бәндәләр кәсепһеҙ, харам ашаусылар иҫәпләнде.
   Төшөнкөлөккә бирелеүселәр, ҡул ҡаушырып ултырыусылар өләсәйгә дуҫ түгел: һәр кем йәшәр өсөн ашарға тейеш, ә ашар өсөн эшләргә тейеш. Мине өләсәй биш йәштән өйрәтә башланы, ул «йомош» тип атала ине. Әгәр йомош үтәлмәһә, шелтә эләгә, ә ҡайһы ваҡыт ул шелтә берәй тәмле нәмәнән мәхрүм булыу менән барып бөтөргә мөмкин. Әммә, хәтерләүемсә, уларҙы үтәмәгән сағым бик һирәк булды, күрәһең, сөнки өләсәй мине һәр саҡ маҡтай ине. Ә уның маҡтауы миңә һары майҙай яғыла. Уның ҡарауы, мин алты йәштә эш-көшкә өйрәндем. Өләсәйем миңә йәйге бесән, утын әҙерләү ваҡытында: «Һин эшләп ашайһың», — тип әйтә торғайны.
   Һөнәрселек яғынан да өләсәй кешенән ҡалышыуҙы яратманы. Мәҫәлән, ул киндер иләп, балаҫ һуға белде, был шөғөл өсөн уның бөтә ҡорамалдары ла бар ине. Беҙҙең өйҙә бүтән кеше һуҡҡан балаҫ йәйелмәне. «Буйлыҡ» киндерҙе ул күрше урыҫ ауылында йәшәгән ызнакумдарынан барып ала, ә «арҡырыһы»на өйҙәге бер генә сепрәкте лә әрәм итмәй файҙалана.
   Үҙ кейемдәрен дә, беҙҙең кейемдәрҙе лә үҙе текте. Әлбиттә, ул ваҡыттағы беҙ кейгән ыштандарҙы күрһәң, көлөп үлерлек, нишләйһең, заманаһы шундай булды.
   Мин, ғәҙәттә, мейес башында йоҡлай инем, унда минән башҡа тағы ла бер нисә бала һыйырлыҡ урын була торғайны әле. Өләсәйем сығарған мейес шулай тыштан килбәтһеҙ генә булһа ла, кешеләр әйтеүенә ҡарағанда, йылыны ла һәйбәт тота, һәйбәт тарта ла ине. Ул ваҡытта матурлыҡ ҡайғыһы юҡ, файҙалы һәм уңайлы булһа, шул етә.
   Өләсәйемдең бөтә һөнәрҙәренән тыш иң мөһиме — табиплыҡ һәләте булды. Кемдәр генә килмәй ине уға өшкөрттөрөргә. Бигерәк тә күҙ ауырыуҙары менән килеүселәр күп. Ниңәлер, ул ваҡытта күҙҙәренә сүп төшөп этләнеүселәр байтаҡ ине. Улар араһында урыҫ кешеләре лә була торғайны. Ҡайһы ваҡытта өләсәй өшкөргәндә беҙ, түҙә алмай, көлөшә инек. Әлбиттә, аҙаҡтан ныҡ ҡына эләгә торғайны. Ҡайсаҡ кешеләр өләсәйемә рәхмәт әйтер өсөн генә лә килә торғайны, тимәк, ысынлап та уның ярҙамы тейгән. Әммә өшкөрөү бер өләсәйҙең генә һөнәре булмаған. Мәҫәлән, күрше Ибраһим бабайҙың олатайы ла дауалау менән шөғөлләнгән, уға һирәкләп урыҫтар ҙа килгән. Ибраһим бабай ҙа, бала булғанлыҡтан, көлөп ултырған, һәм, әлбиттә, олатаһына ҡамасаулаған. Олатайы, урыҫтарҙың үҙен аңламауҙарынан файҙаланып, ғәрәпсә һүҙҙәрҙән башҡортсаға күскән һәм:
                        Исеме — нарыш, хаҡы — бер бот арыш,
                        Ибраһим, көлдөрәһең, бөлдөрәһең,
                        Көлкөң килһә, тышҡа сыҡ,
— тип һамаҡларға мәжбүр булған.
   ...Ул ваҡытта Әптек ауылы ҡатындарына бала табырға больница кеүек үҙәктәр булмаған. Бала таптырыу — кендек инәләренең эше. Минең өләсәйем дә шундай әбейҙәрҙең береһе ине. Миңә шуныһы билдәле: кендек әбейенең исеме яңы тыуған сабыйҙың ҡушаматына әүерелә. Бына шул хәл инде минең өсөн шаҡтай борсоулы булып сыҡты. Мин йәй көнө тыуғанмын. Ҡыҙыу мәл. Эш ваҡыты. Күрәһең, өләсәй өйҙә булмаған. Беҙ әле үҙебеҙҙең өйҙә йәшәгәнбеҙ. Мине донъяға килтерер өсөн күрше Хәҙисә әбейҙе саҡырғандар, шуға минең ҡушаматым «Хәҙисә әбей» ине. Ә ике туғандарым Иҡсан менән Әҡсән өләсәй ҡарамағында тыуғандар, уларҙың ҡушаматтары ла — «Көмөш әбей». Был хәл миңә бик отолошло. Сөнки улар мине «Хәҙисә әбей» тип үсекләй торғайны, ә мин «Көмөш әбей» тип әйтә алманым.
   Өләсәйем бер тапҡыр ҙа табиптарға мөрәжәғәт итмәне, дарыуҙарын да үҙе таба ине. Уның дарыуҙары — үләндәр: әрем, дегәнәк япрағы, тамыры, юл япрағы, мәтрүшкә һәм башҡа төрлө тәбиғәт бүләктәре.
    — Мин бер генә ауырырмын, — тине өләсәй. Шулай булып сыҡты ла. Ул 86 йәшендә ауырып китте һәм, беҙҙе ҡалдырып, «ысын донъя»ға күсте.
              Парсалар
   Аҙыҡ табырға ҡарабаш турғайҙан да оҫта ҡош юҡ. Эйе, ҡышын һыуыҡ көндәргә аҙыҡ табыу еңел түгел.
Ҡарабаш турғай ҡурҡыу белмәй. Был сифат — аслыҡтан...
   

   Тулыһынса уҡыр өсөн “Ағиҙел” журналы архивың 2009 йылдың 11 номерың һәм 12 номерың ҡарағыҙ, йәки ошо ссылкаларҙы күсереп “поиск”кә ҡуйығыҙ.

      Беренсеһе    //agidel-rb.ru/assets/files/arxiv/2009/agidel-11-2009.pdf 
      икенсеһе      //agidel-rb.ru/assets/files/arxiv/2009/agidel-12-2009.pdf