Йөрәктәрегеҙ тетрәнәме?
Йөрәктәре ҡатып, нескәлекте һиҙмәгән ҡайһы бер бәндәләр «Күңел илар был доғанан!» тигән ҡыҫҡа яҙманы уҡып: «Бында намаҙҙа уҡылған Ҡөръән аяттары ғына, уның бер ниндәй ҙә сихри көсө юҡ», – тинеләр. Улар өсөн был аудиолағы Аллаһ һүҙҙәре, Ҡөръән аяттары – исем өсөн генә, машинально, аңһыҙ рәүештә намаҙ уҡыған кеүек кенә ҡала. Әйе, беҙҙең күбебеҙ Ҡөръән Кәрим аяттарын «автоматик рәүештә», уның мәғәнәһенә төшөнмәйенсә уҡыйбыҙ. Аят һәм сүрәләрҙең ниндәй бөйөк көскә эйә икәнен аңламайбыҙ.
Ә сәхәбәләребеҙ Ҡөръәнде ҡалтырап, илап уҡығандар, хатта һуштарынан яҙғандар, йөрәк-күңелдәренә шул тиклем көслө тәьҫир алғандар. Читать далее
