Нисек ураҙа тоторға?

     Һaумыhығыҙ! Минең бер һорауым бар ине. Мин рамаҙан ураҙаһы тоторға ниәтләнәм, намаҙ уҡымайым. Нисек итеп  ураҙа тоторға? Ниндай доғалар уҡырға? Ниндәй әҙерлек кәрәк?

 

рамаҙан айы

рамаҙан айы апрель

 

     
     Бына ошондай һорауҙар миңә мөрәжәғәт итәләр. Был сайтта nazir1965.com Рамаҙан айы, ураҙа хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙән уҡып күберәк мәғлүмәт ала алаһығыҙ.

     Иң башта ихлас күңел менән: «Ләә иләәһә илләл-лааһ, Мөхәммәдүр рәсүлүллааһи» тип, телебеҙҙән төшөргә тейеш түгел зекерҙе: «Аллаһ Бөйөк, Аллаһ Бер, Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр Уның рәсүле» тип, үҙебеҙҙең мосолман булыуыбыҙҙы әйтеп раҫлайыҡ.
     Хәҙер инде иң ябай күрһәтмәләр. ИншаАллаһ, Рамаҙан айы башланғас (13 апрельдең таң атыр ваҡытында, 2021 йыл) беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ (ризыҡланабыҙ – туҡланабыҙ). Ваҡытын ошо сайтта һәм ВК (контакта, однокласниктә) ҡарап белә алаһығыҙ. Мәҫәлән: (һул яҡта таблица — сәхәр ваҡыты) 13 апрельдең таңғы ваҡытында сәхәрҙең ахырғы (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) ваҡыты 4.19 сәғәт, намаҙ башланыу ваҡыты 4.39 сәғәт. Намаҙ башланыу менән сәхәрҙең ашап бөтөү араһында ярты сәғәт ваҡыт бар. Был ярты сәғәт намаҙ уҡыусылар өсөн, намаҙға әҙерләнеү ваҡыты. Ураҙа тоторға ниәтләнеүселәр ошо намаҙ ваҡытына тиклем сәхәрҙәрен дауам итә ала. (4.39). Был Өфө ваҡыты – беҙҙә, мәҫәлән: Әбйәлилдә бынан ун минут алдараҡ йәшәйбеҙ. Намаҙ ваҡыттары минуттар менән айырылырға мөмкин. Сәхәрҙе төнгө 02 сәғәт 00 минутта башларға мөмкин, ләкин иң сауаплыһы, намаҙ алдынан таң алдынан тороу. Ураҙа тотор өсөн намаҙлы булыуҙа, тәһәрәт алыуҙа кәрәкмәй. Ниәтегеҙ булһын. 

     Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт (маҡтаулы). Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 13 апрель көнө сәғәт 04. 39 -ҡа (намаҙ ваҡытына) тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Сәхәрҙе намаҙ ваҡытынан алда тамамлағыҙ. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙен ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк. Бында Өфө ваҡыты бирелгән, таблицаларҙа ваҡыт төрлөсә булыуы мөмкин. Шул уҡ Өфөлә сәхәр һәм намаҙ ваҡыттары бер-береһенән айырыла. Әбйәлилдә ҡояш 10 минутҡа алда сыға. Теп-теүәл ваҡыттан һуңланым тип, баш ҡаңғыртмағыҙ. Ун-ун биш минутҡа һуңлау зыян килтермәҫ, әммә үҙ урындағы намаҙ ваҡытына һәм мәсеттәге аҙанға ҡарап эш итеү хәйерлерәк.

     Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа календарҙан ҡарап ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй — иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итегеҙ ҡурҡынысы юҡ. Ҡурҡынысы — һыуһап йөрөп хәлегеҙ бөтөүө ихтимал. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә — һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...