Ҡәһәрләнгән йәмғиәт
Бөгөн йәшәп ятҡан илебеҙҙең йәмғиәте генә түгел, ә бар донъя Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡәһәрләнә һәм шул арҡала ахыр замандың ауыр һынауҙарын елкәбеҙҙә татыр кәрәк икәнен бик күптәр төшөнмәй. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән аяттарында, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәрендә аныҡ итеп, шул замандар килер, үҙҙәрен мосолман, иманлы итеп һанағандар Иблистең юлында булырҙар тиелә. Быға миҫал итеп, үҙ йәшәгән йәмғиәттәрен маҡтарҙар, тирандарына эйәрерҙәр тиелә.
Ысынында шулай, халҡына тура юл күрһәтер өсөн тәғәйләнгән имамдар, мөхтәсибтәр, мөфтийҙәр ил башында торған тирандарын хөрмәт итәләр. Аллаһ Тәғәлә, Мөхәммәд пәйғәмбәр алдашыуға, боҙоҡлоҡҡа, тиранияға ҡоролған йәмғиәтте хуплағыҙ тигәнме? Имамдарҙың, мөхтәсибтәрҙең ҡайһы берҙәре, наҙандарын әйтеп тормайым, беҙ йәшәп ятҡан социаль йәмғиәт ыңғайына йәшәргә тейешбеҙ тиҙәр. Ел ҡайһы яҡҡа иҫә, шул яҡҡа яраҡлашырға тейешбеҙ тиҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, динебеҙҙе үҫтерергә мөмкинлек бирәләр икән, ҡыҫмайҙар, иркенлектәбеҙ икән, ни эшләп ҡаршы сығырға? Читать далее