Ялған «Имам Мәһди»ләр
Беҙҙең әлеге, тегенән-бынан алынған, түбән кимәлдә булған дин белемебеҙ менән хатта Ислам диненең ахыры алдынан буласаҡ иң мөһим ваҡиғаны – Имам Мәһди хәҙрәттең нисек һәм ҡайһы дәүерҙә килеүен белмәйбеҙ. Интернет биттәрен байҡаһаҡ, урыҫса Мәһди хәҙрәт тураһындағы хәҙистәрҙән алынған ары бире мәғлүмәттән башҡа хәбәр юҡ. Китаптарыбыҙҙала был ваҡиғаға ҡарата, заманаһына, сәйәсәтенә, фәни технологияларға бәйләнгән хәбәр юҡ, сөнки аңлатмалар диндең тәүге быуат цивилизация нигеҙҙәренән алынып, уның тәүге мәле сығыштырынан дәлиләнә. Ул ваҡыттарҙы бөгөнгө көндәр менән сағыштырһаҡ – улар ҡырағай мәлдәр булып сыға. Ә ошо яңы заманаларҙың, уның асыш-белем баҫҡыстарын, фән технологияһының тиҙ үҫеүен эшкә һанамай, һуңғы Ҡиәммәт ваҡиғаларына төшөнә алабыҙмы? Әлбиттә Ҡөръән Кәрим аяттары һәр яңы быуат өсөн асыштар алып килә, ул иҫкермәй.
Беҙ бала саҡта, октябряттәр значогында бөҙрә сәсле, ҡыҙыл битле бәләкәй дәджәлде күкрәктәрҙә йөрөттөк. Ҙурайғас коммунистик агитация менән колхозда көн-төнө, аҙна һайын туҡылған агитация менән коммунистәр рәтен яңы кешеләре менән тулыландырҙылар. Бына ошо Иблис идеологияһын ҡандарына һеңдергән Исламдың яңы «имамдар»ы, «бабайҙар» диненең тоғро һаҡсылары, — Имам Мәһди хәҙрәтте, Ленин бабай броневикә менеп Смольныйҙа сығыш яһаған кеүек, улда американдарҙың джип машинаһында, әллә Рәсәйҙең «Тигр» тигән бронеавтомобиле өҫтөнә баҫып, артынан мосолман армияһы эйәртеп, Мәккәне яулар тип, уйлайҙарҙыр ахыры.