Архив метки: һүгенеү

Һүгенеү

                                                   Һүгенеү
     Күптәр телмәрҙәрен «дәрәжәлерәк» итер өсөн йәки һүҙҙәре етмәгәнгә күрә һүгенеү һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшә. Әлбиттә бөйөк урыҫ культураһының «матур» һүҙҙәрен ҡушып. Һүгенеү, ҡарғау, тиргәнеү, һуҡраныу, талашыу, бәхәсләшеү, буш һүҙҙәр һөйләү, әсе теллеләнеү, яманлап һөйләү, яла яғыу (злословить, язвить) һәм башҡаһы яңы үҫкән быуын ғәмәлендә, балаларҙың һәм хатта ололарҙың теленән төшмәй.
    Үткән бер урыҫса ҡаты мәҡәләмдә «На меня донос» тигәнендә, был мулла ҡалай насар һүҙҙәр ҡулланды, тип уйлағанһығыҙҙыр. Насар һүҙҙәр ике төргә: оятһыҙ, әшәке, аҙғын йәки литература телмәрендәге әҙәби терминдарҙы ҡулланыуҙарға бүленә. Шуға ул яҙғанды бер яҡтан һүгенеү тип әйтеп булмай. Әхләкһеҙлек, тупаҫлылыҡ барҙа кеүек, әммә ошо әйтеүҙән сығып: кеше һүҙе кеше үлтерә тигән психологик аҙым, сөнки миңә зыян килтереүсенең үҙенә, репутацияһына һәм яҡын тирәһенә, унан ерәнһендәр өсөн тип, эшләнгән контр аҙым. Беҙҙенсә үс алыу, ашҡа аш, ташҡа таш менән ҡайтарыу, шундай уҡ яуап ҡайтарыу кеүектер. Ҡарғау сифатына ҡарайҙыр. Ҡарғау тураһында киләһе темаларҙа ҡараштырырбыҙ, иншаАллаһ.
                                    فَمَنِ اعْتَدَى عَلَيْكُمْ فَاعْتَدُوا عَلَيْهِ بِمِثْلِ مَا اعْتَدَى عَلَيْكُمْ
     Аллаһ Тәғәләнең «Әгәр берәр залим золом ( боҙоҡлоҡ) итһә, унан золом иткән хәтле үс алығыҙ» тигән аятты бар. Баҡара сүрәһе 194 Читать далее