Архив метки: ҡол

Манҡорт һәм ҡоллоҡ фекерләүе

     Манҡорт һәм ҡоллоҡ фекерләүе: Рухи үлем һәм хужа эҙләү тураһында вәғәҙ
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар!
     Бөгөн беҙҙең вәғәҙебеҙ ике ҡарашты берләштерә: бөйөк яҙыусы **Чингиз Айтматов** ижад иткән **манҡорт** образы һәм Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән Кәримдәге аяттары. Был ике сығанаҡ та беҙгә бер үк хәҡиҡәтте аңлата: кешенең үҙен юғалтыуы, рухи үлеме һәм был хәлдең нисек булдырылыуы.
     «Манҡорт» һүҙе Үҙәк Азия халыҡтары араһында боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Был һүҙ менән төрлө сәбәптәр арҡаһында – ауырыу, ағыуланыу йәки ауыр психологик шоктан – хәтер юғалтыу, амнезия менән яфаланыусы кешеләрҙе атағандар. Манҡорт – үҙенең сығышын, тамырҙарын, килеп сығышын онотҡан кеше. Ә үҙенең кем икәнен һәм ҡайҙан килгәнен онотҡан кешенән милли, дөйөм кешелек, хатта дини нормаларҙы һәм принциптарҙы үтәүен көтөп булмай. Читать далее