Йәсин сүрәһе менән өшкөрөү

                                               Йәсин сүрәһе менән өшкөрөү
     Йәсин сүрәһе менән боҙом һәм зәхмәттәрҙән ҡотолоу ысулы.
     Йәстү намаҙынан һуң йәки витр намаҙын уҡығансы Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тигән ниәт менән ике рәкәғәт намаҙ уҡыла.
     Намаҙҙың беренсе рәҡәғәтендә Әлхәм сүрәһенән һуң әл-Кәфирун сүрәһе, икенсе рәкәғәттә әл-Ихлас сүрәһе уҡылыр. Сәләм биреп ошо намаҙҙы тамамлағас, намаҙҙың әжер-сауаптарын Рәсүл Әкрам (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм)гә, уның әһле-бәйттәренә, сәхәбәләренең рухтарына арнау яҡшы булыр. Шунан, ҡабат аяҡ үрә баҫып намаҙға тотонорға кәрәк. Был юлы намаҙ дүрт рәҡәғәттән торасаҡ, намаҙҙы хәжәт намаҙы тип ниәтләргә кәрәк. Был намаҙҙың беренсе рәҡәғәтендә Әлхәм сүрәһенән һуң өс мәртәбә Аятүл — Көрси, намаҙҙың икенсе, өсөнсө, дүртенсе рәкәғәттәрҙә Әлхәм сүрәһенән һуң берәр мәртәбә әл-Ихлас, әл-Фәләк һәм ән-Нәс сүрәләрен уҡылыр.

     Шунан һуң сәләм биргәс Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә хәҙрәттәренә үҙеңде, ғәиләңде, яҡындарыңды боҙом, сихыр, зәхмәт, ең — бәреләрҙән, уларҙың ҡағылыштарынан һаҡлаһа ине тип ялбарып доға ҡылыу кәрәк. Шунан, алдан әҙерләп ҡуйған һыу өҫтөнә ауыҙ, ирендәрҙе яҡын килтереп үҙеңде, ғәиләңде, яҡындарыңды боҙом, сихыр, зәхмәт, ен — шайтандан, уларҙың ҡағылыуҙарынан арынырға ярҙам итһә ине тигән уй менән, файҙалы булһа ине тигән ниәт менән Йәсин сүрәһен киләһе тәртип буйынса уҡырға кәрәк:
     Йәсин сүрәһенең 1-12 аяттары һәм ете тапҡыр Аятүл — Көрси,
     Йәсин сүрәһенең 13 — 17 аяттары һәм ете мәртәбә әл — Фәләҡ сүрәһе,
     Йәсин сүрәһенең 18-24 аяттары һәм ете мәртәбә ән — Нәс сүрәһе,
     Йәсин сүрәһенең 25 — 47 аяттары һәм ете мәртәбә әл-Инширах сүрәһе,
     Йәсин сүрәһенең 48 — 60 аяттары һәм ете мәртәбә әл — Ихлас сүрәһе,
     Йәсин сүрәһенең 61 — 69 аяттары һәм ете мәртәбә әл — Әлхәм сүрәһе,
     Йәсин сүрәһенең 70 — 77 аяттары һәм ете мәртәбә әл-Бәҡара сүрәсенең 285-286 аяттар.
     Шунан Йәсин сүрәһенең ҡалған 77 — 83 аяттары уҡылыр һәм шуның менән тамамланыр.
     Йәсин сүрәһенең аяттарын (мүбиндәргә тиклем) һәм етешәр мәртәбә уҡыла торған сүрәләр уҡыған һайын һыу өҫтөнә өрөргә кәрәк. Шунан Әғүҙү-бисмилләһир әйтеп өшкөргән һыуҙан 3 йотом һыу әсергә кәрәк, шунан һуң һыуҙы бер аҙ усҡа һалып ошо һыу менән йөҙҙө, башты, муйынды, елкәләргә тиклем ҡулдарҙы һыпырып, йыуып сығырға кәрәк. Һыуҙың ҡалған өлөшө менән йорт-фатирҙың дүрт төп мөйөшөнә, һәр бүлмәнең ишек өҫтөнә, тәҙрәләргә, буҫағаһына сәсрәтеп һибеп сығырға кәрәк. Насип булһа, боҙом — зәхмәттәрҙән ҡотолорһығыҙ, иншәАллаһ.
     Өшкөрә торған һыуға саҡ ҡына Зәм-зәм һыуы өҫтәһәләр бик яҡшы булыр. Зәм-зәм һыуы булмаһа дингеҙ һыуын ҡулланырҙар. Уныһы булмаһа һыуға бер аҙ ғына тоҙ булһа ла һалып шул һыуҙы өшкөрөрҙәр.
                                                                                     Фәрид хәҙрәт Сәлмән календаре, 2019 йыл.

Йәсин сүрәһе: https://nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/j%D3%99sin-s%D2%AFr%D3%99%D2%BBe.html