Дарыу үләндәрен йыйыу


                                  Дарыу үләндәрен йыйыу

     Шифалы үҫемлекте экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйырға кәрәк. Машина күп йөрөгән юл буйҙарындағы үҫемлектәр машиналарҙан сыҡҡан зәһәрле газ матдәләре менән ағыуланған була. Шулай уҡ баҫыу ситендә үҫкәне лә йыйылмаһын, сөнки игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу, ҡый үләндәрен ҡоротоу маҡсатында төрлө көслө ағыу препараттары (гербицидтар, фунгицидтар һ.б.) ҡулланыла. Улар яҡында үҫкән үҫемлектәргә лә эләгә.
     Үләндәрҙең ҡайһылары бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Шуға күрә тик яҡшы белгәнең, танығаныңды ғына йыйырға кәрәк, юғиһә дарыу үләне урынына килешмәгәне, ағыулыһы эләгеүе ихтимал.
Дарыу үҫемлектәрен баҙарҙан һатып алыу ҙа хәүефле. Аҡсаға табынған берәй әҙәм шифалы үҫемлек урынына теләһә ҡайҙан йыйылған әллә ниндәй үлән һатыуы мөмкин.

     Дарыу үләндәренең күпселеген өҙөп түгел, ә ҡырҡып алырға кәңәш ителә. Ҡуйы үҫкәнен урып йәки сабып алырға була. Шифалы үҫемлекте йыйғанда йылдың миҙгеленә иғтибар итеү бик мөһим. Мәҫәлән, үҫемлектең бөрөләре кәрәк булһа, уларҙы япраҡ ярыр алдынан, бүртеп, тулышып торған сағында; япраҡ Һәм сәскәләре талап ителгәндә, үҫемлектең сәскә атыуының тәүге көндәрендә йыйыу һәйбәт. Ә инде тамыры йә тамырһабағы шифалы булғанда, уларҙы көҙгөһөн йәки яҙҙың тәүге айҙарында ҡаҙып алырға мөмкин.
     Япраҡ һәм сәскәне — ҡоро көндә, еләк-емеште иртәнсәк йә төштән һуң (ҡояштың ҡыҙыуы бер аҙ баҫылғас) йыйыу яҡшыраҡ. Сөнки эҫе мәлдә емеш-еләк ҡойолоусан була. Боҙола башлаған, ҡарайған үҫемлек алынырға тейеш түгел. Тағы шуға иғтибар ителһен: шифалы үҫемлек дауаһына яңылыш ят үлән- фәлән ҡушылмаһын.
     Үҫемлек дауаларының һәр береһе айырым һауытҡа йыйылһын. Япраҡтар һәм сәскәләр өсөн иң уңайлы һауыт — кәрзин.
                                               Киптереү һәм һаҡлау
     Йыйылған шифалы үҫемлектәрҙе һаҡлар өсөн күп осраҡта киптерәбеҙ. Сәскә, япраҡ, йыйғас уҡ, кисекмәҫтән киптереүҙе талап итә, сөнки улар тиҙ боҙолоп бара. Үҫемлек дауаларын күләгә һәм ҡоро урында, елләтелеп торған ерҙә киптерергә кәрәк. Дауалар аҡ ҡағыҙға йә сепрәккә йоҡа итеп йәйелһен, йыш-йыш әйләндерелһен. Тиҙ ҡойолоп бармаған үҫемлек дауаларын (мәҫәлән, үләнде) шәлкемләп элеп тә киптерергә мөмкин. Мейес һәм газ плитәһе духовкаһын да файҙаланып була. Әммә унда температура 50-60 градустан юғары булмаһын.
     Шифалы тамыр һәм тамырһабаҡ киптерер алдынан тупраҡтан таҙартылып, һалҡын һыуҙа (ағып торһа бигерәк һәйбәт) ентекләп йыуыла. Ҡайһылары асыҡ һауала ҡояшта һулытып алына. Тиҙерәк кипһен өсөн, эре тамырҙарын буйға киҫеп ваҡларға кәрәк. Кипкән үҫемлек дауалары ҡағыҙ ҡапта йәки сепрәк ҡапсыҡта ҡоро һәм еләҫ урында һаҡланырға тейеш. Был йәһәттән сарлаҡ уңайлы. Бутамаҫ өсөн һауыттың тышына үҫемлектең атамаһын, ҡасан йыйылғанын яҙып ҡуйырға кәрәк. Дөрөҫ һаҡлағанда, күпселек үҫемлек дауалары 1-2 йыл, ә тамыр һәм тамырһабаҡтары 3-4 йыл буйы үҙ шифаһын юғалтмай.
                                               Шифалы дауаны әҙерләү
     Дарыу үләндәренән төнәтмә, ҡайнатма, дарыу майы, онтаҡ дарыу, косметик шыйыҡса лосьондар әҙерләп була. Ҡайһы бер үҫемлектең һуты, яңы өҙөп алынған япрағы, үләне ҡулланыла.
Дарыу үҫемлегенең миҡдарын билдәләү мөһим. Өй шарттарында быны түбәндәгесә эшләп була. Кипкән һәм ваҡланған дарыу үләне: 1 балғалаҡҡа — 5 грамм, 1 десерт ҡалаҡҡа — 10 грамм, 1 аш ҡалағына 15 грамм (өйөп һалһаң 20 грамм) һыя.
     Ҡайнатманы әҙерләүҙәге айырма шунда: ҡайнар йә һалҡын һыуға һалып, үҫемлек дауаһы бер нисә минут ҡайнатылып алына.
     Спиртлы төнәтмәне әҙерләү тәртибе түбәндәгесә: билдәләнгән миҡдарҙағы үҫемлек дауаһы билдәле бер күләмдәге спиртҡа (йә булмаһа аҡ араҡыға) һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер көндән алып 10-12 көнгә тиклем өй шарттарында тотола (динебеҙ был ысул менән эшләнгән төнәтмәне ҡуланыуҙы тыя).
     Өлгөргән төнәтмә (ҡайнатма) 3-4 ҡат марля аша һарҡытыла. Ғәҙәттә, әҙерләү барышында дарыу шыйыҡсалары бер аҙ кәмей. Шуның өсөн төнәтмәгә ҡайнар һыу (ә спиртлы төнәтмәгә спирт йә аҡ араҡы) өҫтәп, дарыу шыйыҡсаһы элекке күләмгә еткерелә.
     Һыуҙа әҙерләнгән үҫемлек дарыуҙары тиҙ боҙолоп барыусан. У ларҙы һалҡыныраҡ урында ла 1-2 көндән артыҡ һаҡларға кәңәш ителмәй. Спиртлы төнәтмәне ябыҡ килеш һыуығыраҡ ерҙә бер нисә ай буйы һаҡлап була.
     Бер нисә шифалы үҫемлек дауаларын бергә ҡушып сәй ҡатнашмаһы ла әҙерләргә мөмкин. Уларҙың организмға файҙаһы күберәк. (Ҡатнашмалар хаҡында китаптың ҡушымтаһынан ҡарағыҙ.)
                                      Шифалы үҫемлектәрҙең һутын әҙерләү
      Уны, ғәҙәттә, үҫемлектең үләненән, япрағынан алалар. Яңы өҙөп алынған үлән, япраҡ һалҡын һыуҙа йыуылып, һут һыҡҡыс (соковыжималка) аша үткәрелә, ит турағыс менән дә файҙаланырға мөмкин. Барлыҡҡа килгән үҫемлек иҙмәһен 3-4 ҡат марля аша һөҙөргә кәрәк. Үҫемлек һуты тиҙ боҙолоусан. Уны ла һалҡыныраҡ урында 1-2 көндән артыҡ һаҡларға ярамай.
     Онтаҡ дарыуҙы әҙерләү: киптерелгән үҫемлек дауаһы (үләне, сәскәһе һ.б.) бик ентекләп ваҡлана һәм иләк аша үткәрелә.
     Дарыу майын әҙерләү. Үҫемлек онтағы билдәләнгән күләмдәге туң майға йәки аҡ майға, вазелинға һалып бутала. Күпселек осраҡта бер балғалаҡ үҫемлек онтағы 1-2 аш ҡалағы майға ҡушыла.
Дарыу майы менән һибелмәне лә һалҡыныраҡ урында, өҫтө ябыҡ килеш һаҡларға кәрәк.
                                                  Үҫемлек дарыуҙарын ҡулланыу
     Дауаланғанда сирле кешенең йәше, дөйөм һаулығы, ауырыуҙың төрө, барышы, уның осоро (яңы башланғанмы, аҙып киткәнме һ.б.), ҡулланған дауа килешәме, юҡмы — барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Әлбиттә, бөтә был нескәлектәрҙе дауалаусы врач ҡына билдәләй ала. Ул шифалы дауаны ҡулланыу миҡдарын да, нисә көн дауаланыу кәрәклеген дә билдәләй.
     Шуға күрә ниндәй генә шифалы үҫемлек дауаһы булмаһын, иң яҡшыһы уны медик-белгес билдәләүе буйынса ҡулланыу хәйерле.
     Иҫкәрмә
     Был китапта үҫемлек дарыуҙарының миҡдары урта йәштәгеләр өсөн бирелгән. Балаларға, өлкән йәштәгеләргә дарыу миҡдарын мотлаҡ рәүештә дауалаусы врач билдәләргә бурыслы.
     Дауаланған осорҙа туҡланыуҙа диета һаҡланырға тейеш, араҡы, шарап һәм башҡа иҫерткес эсемлектәрҙе ҡабул итеү тыйыла. Үҫемлек дауаһынан тыш, врач ҡушмай тороп, башҡа төрлө дарыу препараттары ҡулланылмаһын. Күпселек үҫемлек дарыуҙарын иң хәйерлеһе ас ҡарынға эсеү.
Эселә торған үҫемлек дарыуынан файҙа алам тиһәң, дауалау курсын кәм тигәндә 25-30 көн дауам итергә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт 10-15 көндән һуң был дауаланыуҙы ҡабатларға тура килә. Үҫемлек дарыуын ҡабул итеү ваҡыты уҙғас та 2-3 аҙна буйы туҡланыуҙа диетик режим һаҡланырға тейеш.
    Оҙаҡ ваҡыт гел бер генә шифалы үҫемлекте файҙаланырға ярамай, сөнки кеше организмы уға күнегеп китә, шифаһы кәмей. Иң хәйерлеһе — бер-ике дауалау курсын бер төрлө үҫемлектән файҙаланырға, шунан икенсе (шифаһы оҡшаш) үҫемлеккә күсергә кәрәк.
                                           Һөртөп дауаланыу үҙенсәлектәре
     Ванна яһау өсөн, ғәҙәттә, үҫемлек төнәтмәһе йәки ҡайнатмаһы ҡулланыла. Дауаланыуҙың маҡсатына, үҫемлектең төрөнә ҡарап, 8-10 литр ҡайнаған һыуға 1-3 стакан үҫемлек дауаһы һалына. Үҫемлек ваннаһын төнгә ҡаршы йоҡо алдынан эшләү һәйбәт. Ванна алыу ваҡыты 8-10 минут. Ванна көслө дауа. Шуға күрә уның менән дауаланыу ҙа мотлаҡ рәүештә врач билдәләүе буйынса үтергә тейеш.
     Экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙары булғанда, тире ҡыҙарып шешеп, еүешләнеп торһа, сылатҡыс (примочка) процедураһы үткәреп була. Ул түбәндәгесә яһала. Һалҡын төнәтмәлә йә ҡайнатмала 3-4 ҡат марля, бинт киҫәге йә таҙа сепрәк еңелсә сылатылып тәндең сирле урынына 4-5 минутҡа һалына. 1-2 минут үткәс, был сара яңынан ҡабатлана. Ошо рәүештә дауаланыу 40—45 минут дауам ителә. Сылатҡыс күпселек осраҡта 1-2 көн генә яһала.
     Ҡайһы бер тире ауырыуы сабыртмаһына үҫемлек төнәтмәһе, ҡайнатмаһы йә һуты һөртөлә йәки сылатыла.
     Үҫемлек дауалары компресс яһау өсөн дә ҡулланыла, мәҫәлән, аяҡ-ҡул һыҙлағанда компресс түбәндәгесә яһала. Бер иисә ҡат марля киҫәге (йә таҙа сепрәк) йылы үҫемлек дауаһында (төнәтмә, ҡайнатма) сылатыла ла ауыртҡан, һыҙлаған ергә Һалына. Шунан йылы тоторлоҡ ҡалын итеп (балауыҙлы ҡағыҙ ҡаплап) бәйләп ҡуйыла. Үҫемлектең япрағын, үләнен ҡулланып та компресс яһап була. Компресс төнгә ҡаршы эшләнергә тейеш. Компресс менән дауаланыу курсы 10-12 көнгә һуҙыла.
     Ауыҙ эсе боҙолғанда, унан насар еҫ килгәндә, теш ите шешкәндә, ҡанағанда, ангина булғанда, ҡайһы бер үҫемлектең төнәтмәһе (ҡайнатмаһы, һуты) ауыҙҙы сайҡау өсөн ҡулланыла. Ауыҙҙы ашағандан һуң сайҡарға кәңәш ителә. Сайҡағандан Һуң үҫемлек дарыуын 1-2 минут ауыҙҙа тоторға кәрәк. Был процедура ла төнгә ҡаршы яһалырға тейеш.
     Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ауырыуы булғанда (аналыҡ муйынтығы эрозияһы, еңсә тиресәһе шешеүе һ.б.) шифалы үҫемлек төнәтмәһе (ҡайнатмаһы, һуты) ярҙамында спринцлау процедураһы үткәрелә. Дауа махсус һиптергес ярҙамында ҡатын-ҡыҙ еңсәһенә һиптереп индерелә. Бындай һиптереүҙең тәртибен, нисә тапҡыр үткәреү кәрәклеген һәр бер осраҡта белгес-гинеколог билдәләргә тейеш.
     Айырым бер үҫемлек дауалары косметик битлек яһау өсөн ҡулланыла. Был сара түбәндәгесә үткәрелә. Үҫемлек дауаһы иҙмәһе үҙе генә (йә берәй нәмә ҡатнашлығында) биткә йә муйынға 10-30 минутҡа һалына, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөлә.
                                                                        «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров