Минең гүзәл динем

                                              БАШКИРКА С КОРАНОМ

              Минең гүзәл динем

            Аллаһҡа шөкөр ҡылам
     Бына бер нисә көн инде Айгөл ауырый һәм тышҡа сыға алмай. Бер аҙ хәле яҡшырҙы яҡшырыуын, тик әсәһе ятҡан урынынан тороп йөрөргә рөхсәт бирмәй. Тамам йүнәлер өсөн, яҡшы ризыҡланып, күпмелер ваҡыт һаҡланырға, көс йыйырға кәрәк.
     Айгөлдөң карауаты тәҙрә янында тора. Көн дауамында ул үтеп йөрөүселәрҙе күҙәтә, китап уҡый, ата-әсәһе менән һөйләшә, ләкин уға күңелһеҙ. Ашағыһы ла килмәй, әхирәттәрен һағына. Шул көндө Айгөлдөң уҡытыусыһы хәлен белергә килде. Бындай көтөлмәгән хәлгә Айгөл бик ҡыуанды. Уҡытыусыһы, уның маңлайынан үбеп, эргәһенә ултырҙы ла хәлен һорашты. Айгөл тәмһеҙ дарыуҙарҙы эсеп, урында ғына ятыуҙың бөтөнләй оҡшамауын, тиҙерәк һауығыуына өмөтләнеүен белдерҙе.

     Уҡытыусы, ҡыҙҙың башынан һыйпап, сабырлыҡ теләне. Айгөл уйға батты, сөнки уҡытыусы кәңәше уға бигүк оҡшаманы.
     - Ниңә Аллаһ сирҙәрҙе барлыҡҡа килтергән һуң? — тине ул.
     - Сәләмәтлегеңдең ҡәҙерен белеп, сабыр һәм рәхмәтле булыр өсөн, — тине уҡытыусы йылмайып.
Нисек инде? — Айгөл аңламаны.
     - Айгөл, гүзәлкәйем Айгөл, беҙҙең менән булған хәл-ваҡиғалар беҙҙе нимәгәлер өйрәтер өсөн ул. Сир сәләмәтлегебеҙҙең ҡәҙерен белер өсөн кәрәк. Аслыҡ — аҙыҡ, һыуһау һыу ҡәҙерен белергә өйрәтә. Шуны башыңдан үткәрмәйенсә, уларҙың баһаһын, нимәгә эйә икәнеңде аңламаясаҡһың.
     - Һеҙ хаҡлы, уҡытыусым, — тип ризалашырға мәжбүр булды Айгөл, мин, сирләп киткәс кенә, һаулыҡтың ҡәҙерен белдем.
     - Афарин, Айгөл, — тине уҡытыусы, ниндәй байлыҡҡа эйә булғаныбыҙҙы белмәйенсә, ысынлап тороп шуларҙы Бар ҡылыусыға рәхмәтле була алмайбыҙ. Был хәлдән һуң, һине сәләмәт бала итеп яралтҡан Аплаһҡа нығыраҡ рәхмәтле булырһың, тип уйлайым.
     Уҡытыусыһының күҙҙәренә тура ҡарап:
     - Эйе, һеҙ хаҡлы, — тине Айгөл, — мин быны онотмаясаҡмын.
     Аҙ ғына уйланып торғандан һуң, башына йәнә бер уй килде һәм ул һорау биреүҙән тыйыла алманы:
     - Уҡытыусым, — тине ул, — улай булғас, байҙар Аллаһҡа нығыраҡ рәхмәтле булырға тейешме?
     - Уйлап ҡара әле, — тине уҡытыусы, — кемдер берәү һуҡыр, әммә бай булһа, яҡты донъяны күрер өсөн, бөтөн байлығын бирергә риза булмаҫ инеме? Йәки һаңғырау булһа, был донъяның барлыҡ тауыштарын ишетер өсөн, бөтә аҡсаларын сарыф итмәҫ инеме?
     - Әлбиттә.
     - Шулай булғас, күҙҙәре күргән, ҡолаҡтары ишеткән, аяҡтары йөрөгән һәр кеше бик бай, тәү сиратта ул — фекерләр өсөн зиһене булған кеше.
     - Тимәк, мин бик бай, — тине Айгөл.
     - Эйе, — тине уҡытыусы, — һин бик бай, шуға күрә Аллаһҡа бөткөһөҙ рәхмәтле булырға тейешһең.
     - Мин бүтән зарланмаясаҡмын, уҡытыусым, Аплаһтың рәхмәтле ҡоло булырмын, — тип вәғәҙә бирҙе Айгөл. Уҡытыусы, ҡыҙҙың бәләкәй ҡулдарынан тотоп, маңлайынан үпте.
     - һауығып кит, Айгөл, мин Аллаһтан һине тиҙерәк һауыҡтырыуын үтенермен, — тине уҡытыусы хушлашҡанда...

                                                     Китапты тулыһынса уҡығыҙ: