Борһан тәүхид

                                                                Борһан тәүхид

                                        Аллаһының берлеген иҫбат итеү дәлиле
     Атеистик китаптарҙа, мәҫәлән Р.Р. Мәүлетовтың 1972 йылда сыҡҡан «Ислам дине», китабында: «динле кеше үҙ диненең килеп сығыуы тураһында әллә ни уйламай ҙа. Ул тәбиғи һәм зарури булып тойола. Дингә ышаныусы кеше фараз иткәненсә, алла үҙенең ғәҙҙәтән тыш мәрхәмәт күрһәтеүе менән уны «иң хаҡ һәм ысын дин» ҡосағында тыуырға лайыҡлы итеп тапҡан» – тип башлана. Совет осоронда бына шул һүҙҙәр менән дингә ҡаршы яҙылған ошо китап башлана. Яңылышҡан автор: Беҙ динһеҙлек осоронда тыуҙыҡ, был китап яҙылғанда миңә ете йәш ине әле.

     Шул ваҡытта уҡ мин әбәмдең (өләсәйемдең) ғәрәпсә яҙылған китабтарын алып нимә яҙылған икән тик ҡараштыра торғайным. Үҫә килә «мин кем», — тигән һорауға яуап эҙләй башланым. Аллаһҡа шөкөр, мәрхүмә әсәйем ауыл почтальонкаһы булып эшләне һәм бөтә матбуғат: ул ваҡытта тиҫтәләрсә гәзит һәм журналдар күп булды, барыһында уҡып, кәрәкле информация алып өлгөрә торғайным. Хатта библиотекаларҙа булған Лениндең һәм партия съездның томдарынан башҡа барыһында уҡып сыҡтым. Ана шул үҫмер ваҡытта Г. Гөбәйҙең дингә ҡаршы яҙылған «Ҡөръән серҙәре» тигән китапты ла уҡырға тура килде. Әле лә ғәрәпсә һәм татарса яҙылғандары күҙ алдында. Ғ. Мөслимовтың 1964 йылда сыҡҡан «Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?», тигән китабында әле лә китаханаларҙа табырға була. Бәләкәй саҡтан эҙләгән һорау мине динебеҙгә алып килде лә инде. Әлхәмдүллилләһи. Бар йәшәү ғәләмәтебеҙ Аллаһ Тәғәләнең тоғро ҡоло булыуында. «Беҙ... аллаға ышанмайбыҙ», — тине В. И. Ленин, икенсе әҫәрендә: «Дин – халыҡ өсөн әфиүн ул» — тип, атеистик тәрбиә бирергә маташыуҙары бушҡа булды. Аҫта 1968 йылда динебеҙгә ҡаршы сыҡҡандарҙы фаш итеп Ислам динең шул ваҡыт осоро менән аңлатҡан хәҙрәт Фәтхелкадыйр Бабичтың «Борһан тәүхид» китабын тәҡдим итәм.