Атайсал

                                                               Атайсал
     Был китап АТАЙСАЛ тип исемләнде.
     Атайсал — «ата-олаталар йәшәгән ер, ил» тигән киң мәғәнәлә ҡулланыла. Ошо мәғәнәлә ҡулланылыуына, күрәһең, уның нигеҙенә атай тигән һүҙҙең һалыныуы сәбәп булғандыр. Яңы барлыҡҡа килгән һүҙ борон-борондан телебеҙҙә ҡулланылған атай һәм сал морфемаларынан тора. Атай һүҙенең мәғәнәһе билдәле булһа ла, сал морфемаһының мәғәнәһе әлегә тулыһынса асыҡланмаған. Сал морфемаһы «ҡарт, иҫке, боронғо; сал сәсле, хөрмәтле ҡарт кеше» мәғәнәһен йөрөтөүе ихтимал. Сал һүҙе сал, сул, чул «таш, ҡаты, ныҡ» тигән боронғо болғар морфемалары менән дә бәйле булырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ул боронғо башҡорт шәжәрәләрендә батырҙар исеме араһында йыш ҡына осрай. Мәҫәлән, беҙгә бөрйән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән шәжәрәләрендә Атайсал, Байсал, Ҡаҙаҡсил, Сапсал, Ялпаҡсал тигән антропонимдар булыуы билдәле.

     Боронғо башҡорт һүҙе хәҙерге башҡорт телендә яңырыу кисерҙе һәм «ата- олатайҙар төйәге, тыуған ил» мәғәнәһендә ҡулланыла Атайсал ошо китапта тап шул мәғәнәгә эйә лә инде. Сөнки бында хәҙерге башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары нигеҙ һалған ауылдарҙың исемлеге, уларҙы өйрәнеү сығанаҡтары бирелде. Ошо исемлек бер үк ваҡытта хәҙерге башҡорттарҙың борон йәшәгән территорияһының, йәғни Боронғо Башҡортостандың яҡынса сиктәрен дә күрһәтеп тора.
     Был исемлек башҡорттар иле — Боронғо Башҡортостан буйынса юл күрһәткес-белешмә ролен дә үтәй. Ул һәр башҡорт ауылында башҡорт ауылдары тарихын өйрәнеүҙе маҡсат итеп тә ҡуйҙы. Бында документтар менән дәлилләнгән, ысынбарлыҡҡа тап килгән мәғлүмәттәр генә килтерелгән. Уларҙа боронғо һәм хәҙерге башҡорттарҙың Көньяҡ һәм Урта Уралда, Урал артында, Урал янында, Урта Волга буйында һәм Көнбайыш Себерҙә урынлашҡан ауылдары тураһында мәғлүмәттәр табып була.
                                                                Авторҙар АЗАТ менән ФИРҮЗӘ КАМАЛОВТАР