Хандаҡ йәки Әхзәб ғәзүәһе (алышы)

                                                       Хандаҡ йәки Әхзәб ғәзүәһе (алышы)

     Бәни Назир йәһүдиҙәре ватандарынан һөрөлгәндәренән һуң Шам тарафтарына үә бәғзелэре Хәйбәргә китеүҙәре юғарыла яҙылғайны. Хәйбәргә киткән йәһүдиҙәр һәр ваҡыт мосолмандарҙан үс алырға, ҡулдарынан киткән ерҙәрен яңынан үҙҙәренә ҡайтарырға форсат көтөп тормаҡта инеләр. Икенсе Бәҙергә сығыуға һүҙ биреп тә, сығыуға муафиҡ булмаған Ҡөрәйштәрҙең күңелдәрендә лә, форсат килгәндә, мосолмандарға бик ҙур бер ҡеүәт менән сығып, ҡаты бер һуғыш биреү ниәте бар ине. Быны бик яҡшы белгән Хүйәй ибн Ахтаб, Сәллам ибн Әби Хукайк, Кинәнә ибн әби Рабиғ, Сәлләм ибн Мишкәм кеүек ғәрәп ҡәбиләләрен ҡоторта башланылар. Иң элек Ҡөрәйш ҡәбиләһенә барып рәйестәрен күрҙеләр һәм уларға, әгәр әһел Ислам менән һуғышһалар, ярҙам итәсәктәрен вәғәҙә иттеләр. Мөшриҡтәр уларҙың һүҙҙәрен ҡабул иттеләр, һуңынан Ғатафан (Фәзәра, Мурра, Әшжәғ) ҡәбиләһенә барып, рәйестәре Ғуяйиә ибн Хисн Фәззәри, Хәрис ибн Ғәуф Мурра, Мисгар ибн Рухайлә Әшжәғи менән һөйләшеп, уларҙы мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡыҙыҡтырҙылар. Уларға Ҡөрәйш мөшриҡтәренең дә һуғышҡа әҙерләнгәндәрен һөйләнеләр. Былар ҙа уларҙың һүҙҙәрен ҡабул иттеләр. Бынан һуң башҡа ғәрәп ҡәбиләләрен күреп, уларҙан да бер ни ҡәҙәр тарафтарҙар йыйҙылар.

                                         Мөшриҡтәрҙең һуғышҡа сығыуҙары
     Шул Ҡөрәйштәр һәм уларға эйәргән бәғзе Тиһәмә үә Кинәнә ғәрәптәре, дүрт мең ҡәҙәр тупланып, Мәҙинәгә йүнәлделәр. Уларҙан өс йөҙө атлы ғәскәр ине. Ҡөрәйштең әләме Ғусман ибн әби Талха ҡулында ине. Ғатафан ҡәбиләһе Ғүяйнә ибн Хисн командаһында, Бәни Суләим ҡәбиләһе Суфьян ибн Ғабд Шәмс командаһында, Бәни Әсәд Туләйхә ибн Хуайлид командаһында Мәҙинәгә сыҡтылар. Бөтә ғәскәр ун меңләп булып, баш командан Әбү Суфьян булды.
                                                     Хандак ҡаҙыу
     Рәсүлуллаһтың союзнигы булған Бәни Хөзәгә ғәрәптәре мөшриҡтәрҙең ҡеүәтле ғәскәр менән Мәҙинәне барып баҫырға сыҡҡанлыҡтарын рәсүлуллаһҡа ирештерҙеләр. Уларға ҡаршы сығыу йәки Мәҙинәлә тороу тураһында рәсүлуллаһ сәхәбәләре менән кәңәш итте. Салман Фарси, Мәҙинә тарафына соҡор ҡаҙып, Мәҙинәлә торорға кәңәш бирҙе.
     Рәсүлуллаһ үә сәхәбәләр, был фекерҙе ғәйәт муафиҡ күреп, хандак ҡаҙырға керештеләр. Рәсүлуллаһ та хандак ҡаҙыу эшендә ҡатнаша ине. Ҡаҙыр өсөн һәр ун кешегә ҡырҡ аршин ер бүлеп бирелде. Хандак ҡаҙығанда рәсүлуллаһ һәм сәхәбәләр Ғабделлаһ ибн Раваханың түбәндәге шиғырҙарын тәҡрар итәләр ине: «И Раббым! Әгәр һинең ҡайғыртыуың булмаһа, беҙ тура юлға күнмәҫ инек, намаҙ уҡымаҫ инек үә саҙаҡалар ҙа бирмәҫ инек. Беҙгә тыныслыҡ бир, мөшриҡтәргә ҡаршы килгәндә, беҙҙе уларға ҡаршы ныҡ ҡыл. Мөшриҡтәр беҙгә золом ҡылдылар. Әгәр беҙҙе фетнәләндермәксе булһалар, беҙ ҡаршы торасаҡбыҙ. И Раббым! Ысын тормош — ахирәт тормошолор! Ахирәт тормошо өсөн тырышҡан ансарҙарға һәм мөһәжирҙәргә мәғрифәт ҡыл!» (Бухари 4ж, 26с). Хандак Мәҙинәнең төньяҡ тарафтарына көнсығыштан алып көнбайышҡа ҡәҙәр ҡаҙылды. Мәҙинәнең башҡа ерҙәре ҡуйы хөрмә ағастары үә крепость вазифаһын үтәй алырлыҡ өйҙәр менән әйләндерелгәнлектән, дошмандан ҡурҡыныс түгел ине. Мосолмандарға йыл насар килеп, күбеһенең ашарға аҙыҡтары булмағанлыҡтан һәм хандак ҡаҙыу өсөн етерлек дәрәжәлә ҡоралдары булмағанлыҡтан, улар хандак ҡаҙыуҙа күп мәшәҡәттәр сиктеләр.
     Хандак ҡаҙылып бөткәс, рәсүлуллаһ ҡатын үә бала-сағаларҙы Мәҙинәләге крепость һымаҡ өйҙәргә урынлаштырҙы, һунынан үҙ урынына Ибн Үмм Мәҡтүмде ҡалдырып, өс мең сәхәбә менән мөшриҡтәргә ҡаршы сыҡты.
     Мөһәжирҙәрҙең әләме Зәид ибн Хәрисәлә, ансарҙарҙың әләме Сағд ибн Ғүбәдәлә ине. Ғәскәр Мәҙинәнең төньяҡ тарафында Салғ тауына арты менән хандакка ҡаршы урынлашты.
Ҡөрәйштәр үә эйәрсендәре иһә Мәҙинәнең төньяҡ-көнбайыш тарафында Журуф менән Зәғабә араһына, Ғатафан һәм уларға эйәргән Нәжид халҡы Ухуд тарафына йыйылғайнылар.
                                          Хандак Мәҙинәне һөжүмдән һаҡлай
     Мәҙинәне ер менән тигеҙләмәк үә Ислам исемен ер йөҙөндә ҡалдырмау маҡсаты менән килгән ғәрәп мөшриҡтәре Мәҙинә тарафында хандак ҡаҙылғанын күреп, бик аптырап ҡалдылар. Сөнки был ваҡытҡа ҡәҙәр һуғыштарҙа хандак ҡаҙыу ғәрәптәрҙә бөтөнләй юҡ ине. Мосолмандарға хандак ҡаҙыуҙы ғәрәп булмаған, ләкин хәрби эш ғилемен белгән Салмай Фарси өйрәтте. Хандак мөшриҡтәрҙең һөжүмдәренән Мәҙинәне һаҡланы. Мәҙинә шәһәре мөшриҡтәр тарафынан бер ай ҡәҙәр солғап торолһа ла, ҡара-ҡаршы килеп, ҡылыс менән һуғышыу булманы. Тик хандак арҡылы атышыу ғына була ине. Бәғзе бер ваҡыт атышыу шул ҡәҙәр ҡеүәтле үә шул ҡәҙәр оҙаҡ дауам итә ки, мосолмандарҙы хандак тирәһенән китмәҫкә мәжбүр итә ине.
     Рәсүлуллаһ, төндә мөшриҡтәрҙең хандак арҡылы ат һикертеп кереүҙәренән ҡурҡып, ғәскәргә ҡарауыл ҡуя ине. Рәсүлуллаһ сәхәбәләрҙе һәр ваҡыт тынысландырып, Аллаһуҙың уларға ярҙам итәсәген вәғәҙә итә ине. Аллаһуҙың ярҙамына ышанып, сәхәбәләр ашарға рәтле аҙыҡтары булмауына ҡарамаҫтан, баһадирлыҡ менән Мәҙинә шәһәрен яҡлауын дауам итәләр ине.
                                    Мөшриҡтәр ат һикертеп хандактан үтәләр
     Оҙаҡ ваҡыттар атышыу менән генә бер нәтижә лә булмағас, мөшриҡтәрҙең баһадирҙары, хандактың тарыраҡ еренән ат һикертеп Ислам ғәскәренә һөжүм итеү ниәтенә килделәр.
     Мөшриҡтәрҙең бер нисә кешеһе, аттар менән хандак аша үтеп кесерәк Ислам ғәскәренә яҡынлаштылар. Мөшриҡтәрҙең мәшһүр баһадиры Ғәмр ибн Ғабд Вадд үҙенә ҡаршы һуғышырға мосолмандарҙан бер кеше талап итте. Уға ҡаршы сәхәбәләрҙең арыҫтарынан булған Ғәли ибн әбү Талиб сығып, уны тиҙ арала үлтерҙе. Быны күргәс, башҡа мөшриҡтәр боролоп ҡастылар. Нәүфәл ибн Ғабделлаһ исемле береһе, хандакка йығылып, муйынын һындырҙы.
                                           Курайза йәһүдиҙәрҙең хыянаты
     Мөшриҡтәр Мәҙинәне ҡамап торған ваҡытта, мосолмандар бик күп ҡыйынлыҡтар сиктеләр. Сөнки мөшриҡтәр мосолмандарға ҡарағанда ғәйәт күберәк булып һәм улар һәйбәтерәк ҡоралланғайнылар. Юғарыла яҙылғанса, Мәҙинәлә аслыҡ ине- мосолмандарҙың ашарға аҙыҡтары ла юҡ ине. Бының өҫтөнә Мәҙинә йәһүдиҙәренән Бәни Курайҙа мосолмандар менән араларында булған ғәһедте боҙҙо.
     Быға сәбәп Мәҙинәнән һөрөлгән Бәни Назир йәһүдиҙәренең башлығы Хүйәй ибн Әхтаб булды. Ул Бәни Курайза йәһүдиҙәренең рәйесе булған Ҡәғб ибн Әсәдкә барып, мосолмандар менән арала булған ғәһедте боҙорға уңайлы ваҡыт етте, тип ҡотортто.
     Ҡәғб уның һүҙен элек ҡабул итмәһә лә, һуңынан ҡабул итергә мәжбүр булды. Фәҡәт һуңынан ундай-бындай уңайһыҙлыҡтар сыҡһа, икебеҙ ҙә күрәйек тип, Хүйәй ибн Әхтабты үҙенең ҡәлғәһенә керергә өндәне. Хүйәй быны ҡабул итеп, ҡәлғәгә инде.
                                         Мәҙинәне һаҡлау өсөн ғәскәр ебәреү
     Ошбу хәбәр рәсүлуллаһҡа ирешкәс, ул уға ҡаты тәьҫир яһаны. Хәбәрҙең дөрөҫлөгөн белер өсөн, рәсүлуллаһ Сәғд ибн Муғәз, Сәғд ибн Ғүбәдә, Ғабделлаһ ибн Рауәхә һәм Хавәт ибн Жүбәирҙе ебәрҙе. Улар ҡайтып, рәсүлуллаһҡа хәбәрҙең дөрөҫ икәнлеген һөйләнеләр. Был хәбәр Ислам ғәскәренә таралғас, улар бик ҡаты ҡурҡыуға төштөлөр. Монафиктар үҙҙәренең монафиҡлыҡтарын асып: «Аллаһ үә Уның рәсүле беҙгә ялған вәғәҙә бирҙеләр, беҙҙең өйҙәребеҙ асыҡ, дошмандың ҡатындарыбыҙға үә балаларыбыҙға һөжүм итеү ҡурҡынысы бар», — тип, Мәҙинәгә ҡайтмаҡсы булдылар. Мәҙинәне Ҡурайҙа йәһүдиҙәренән һаҡлау өсөн, рәсүлуллаһ Мөслимә ибн әби Әсләм командаһында ике йөҙ, Зәид ибн Хәрис командаһында өс йөҙ ғәскәр ебәрергә мәжбүр булды.
                                 Рәсүлуллаһ Ғатафан менән килешмәксе була
     Рәсүлуллаһ төрлө тарафтан бындай хәлдәргә ҡалғас, Ғатафан ҡәбиләһен ҡайтарып ебәреп, мөшриҡтәрҙең ҡеүәтен әҙәйтеү ниәте менән рәйестәр Ғуяйнә ибн Хисн үә Хәрис ибн Ғүәфкә Мәҙинә емешенең өстән бер өлөшөн биреп, улар менән тыныслыҡ солохо төҙөү фекеренә килде. Был фекерҙе ансарҙарҙың рәйестәре булған Сәғд ибн Мүғәз менән Сәғд ибн Ғүбәдәгә һөйләне. Улар быға ҡаршы: «Йә рәсүлуллаһ! Был үҙ фекереңме, йәки Аллаһ тарафынан әмер килдеме?» — тинеләр. Рәсүлуллаһ бының үҙ фекере икәнлеген белдерткәс, Сәғд ибн Мүғәз тороп: «Беҙ поттарға табынған ваҡытыбыҙҙа улар беҙҙең емештәребеҙгә иҫтәре китмәй, тик һатып алып йәки ҡунаҡта булғанда ғына ашайҙар ине. Инде хәҙер, беҙ мосолман булғас, уларға емештәребеҙҙе бирәйекме? Был — буласаҡ эш түгел. Беҙ уларға ҡылыстан башҡа нәрҫә бирмәйәсәкбеҙ», — тине. Быны ишеткәс, рәсүлуллаһ үҙ фекеренән ҡайтты.
     Шул ваҡыттарҙа Ҡөрәйш, Ғатафан үә йәһүдиҙәр ҡаршында ышаныслы үә дәрәжәле булған Нәғим ибн Мәсғүд Әшжәғи, рәсүлуллаһҡа килеп, Исламды ҡабул итте үә көсө еткәнсе рәсүлуллаһҡа ярҙам күрһәтәсәген һөйләне. Рәсүлуллаһ быға бик шатланып рөхсәт бирҙе. Нәғим ибн Мәсғүд иң элек Бәни Курайҙа йәһүдиҙәренә барып: «Ҡәрҙәштәрегеҙ Бәни Нәзир үә кайнуҡағ йәһүдиҙәре Мөхәммәдкә булған ғәһедтәрен боҙоп, йорттарынан, мал үә милектәренән мәхрүм булдылар, һеҙ был эшегеҙҙә дауам итһәгеҙ, был хәлдәр һеҙҙең башығыҙға ла килер. Һеҙ үҙегеҙҙе ғәрәптәр менән тиңләштермәгеҙ, улар еңелһәләр, ватандарына ҡайтып китерҙәр. Ә һеҙ һәр ваҡыт Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм менән күрше булып торасаҡһығыҙ, һеҙгә уның менән татыу тороуҙан башҡа сара юҡ. Һеҙ уның менән һуғышырға ҡадир түгелһегеҙ, һеҙ Ҡөрәйш үә Ғатафандан, һеҙҙе ташлап китмәүҙәренә, улар араһынан хөрмәтле булған етмеш кешене раһен (заложник) итеп һорағыҙ. Әгәр улар бирмәһәләр, һуғышҡа ҡатнашмағыҙ!» — тине. Бынан һуң мөшриҡтәргә барып: «Курайҙа йәһүдиҙәре, һеҙҙең ташлап китеүегеҙҙән ҡурҡып, Мөхәммәд менән араларында булған ғәһедтәрен боҙғанға үкенделәр, Мөхәммәдкә кеше ебәреп, һеҙҙең бер нисә хөрмәтле кешегеҙҙе уға тотоп бирергә вәғәҙә иттеләр. Улар һеҙҙән бер нисә хөрмәтле кешегеҙҙе биреүегеҙҙе талап итәсәктәр, һаҡланығыҙ!» — тине.
                                                   Мөшриҡ ғәскәрендә ҡурҡыу
     Әбү Суфьян, Курайҙа йәһүдиҙәренә илсе ебәреп, һуғышҡа сығыуҙарын талап иткәндә, улар: «Беҙҙе ташлап китмәүегеҙгә раһен алмайса, Мөхәммәдкә ҡаршы сыҡмайбыҙ», — тип яуап бирҙеләр.
Быны ишеткәс, мөшриҡтәр ҡурҡып ҡалдылар, Нәғимдең һүҙе дөрөҫ булды, тип ышандылар. Шул ваҡыттарҙа, ҡараңғы бер кистә бик ҡаты ел сығып, мөшриҡтәрҙең сатырҙарын емерҙе. Ҡаҙандарын ауҙарып бөтөрҙө. Мөшриҡтәрҙең күңелдәренә тағы ла ҡурҡыу төштө. Улар, йәһүдиҙәр Ислам ғәскәре менән берләшеп, ҡараңғылыҡтан файҙаланып уларға һөжүм итәләр тип, шул төндө үк ғәйәт ашығыслыҡ менән өйҙәренә ҡайтып киттеләр. Арттарын Ислам ғәскәренән һаҡлау өсөн Халид ибн Валид ҡул аҫтында бер ҡәҙәр ғәскәр ҙә ҡуйҙылар.
                                                   Мөшриҡтәрҙең еңелеүҙәре
     Шулай итеп, ун мең һәйбәт ҡоралланған ғәскәр менән килеп, Мәҙинәне ер менән тигеҙ итмәк ниәтендә булған мөшриҡтәр, сәхәбәләрҙең ныҡлығы үә уларға Аллаһуҙың ярҙамы арҡаһында, бик хурлыҡлы рәүештә еңелделәр.
     Был һуғыш мөшриҡтәрҙең ғәрәптәр ҡаршыһында абруйҙарын һәм хөрмәттәрен кәметте. Мосолмандарҙың иһә рухтары күтәрелде, абруйҙары артты. Бынан һуң Ислам ҡеүәт алып китте. Был һуғыш тураһында Аллаһ, Әхзәб сүрәһен иңдереп, мөшриҡтәрҙең еңелеүҙәрен Үҙ тарафынан мосолмандарға ярҙам үә ниғмәт икәнен бәйән итте.
     Хандак һуғышында Әүс ҡәбиләһенең башлыҡтарынан булған Сәғд ибн Мүғәзгә уҡ тейеп, ҡаты һүрәттә йәрәхәтләнгәйне, һәм Бәни Курайҙа һуғышы һуңында шул йәрәхәтенән шәһит булды. Сәғд ибн Мүғәз — Исламиәткә иң бөйөк хеҙмәт иткән кешеләрҙәндер. Ансарҙар араһында Сәғдтең дәрәжәһе мөһәжирҙэр араһында Әбү Бәкрҙең дәрәжәһе кеүек ине. Рәсүлуллаһ уның вафатына бик ҡаты ҡайғырҙы.
     Хандак һуғышы тураһында Ҡөрьәндән Әхзаб сүрәһенән бер нисә аят күрһәтәбеҙ:
     9. «И мөьминдәр, Аллаһуҙың һеҙгә ярҙам-ниғмәтен хәтерләгеҙ, Хандак һуғышына һеҙҙең өҫтөгөҙгә ун мең мөшриҡ ғәскәре килде, Беҙ улар өҫтөнә ҡаты ел ебәрҙек, ул ел уларҙы туңдырҙы, уттарын һүндерҙе, күҙҙәренә тупраҡ тултырҙы үә сатырҙарын емерҙе, дәхи улар өҫтөнә мең фәрештә ебәрҙек, улар фәрештәләрҙе күрмәйҙәр, фәҡәт тауыштарын ғына ишетәләр ине. Аллаһ — һеҙҙең ни эшләгәнегеҙҙе күреүсе.
     10. Мөшриҡтәрҙең ярты ғәскәре йылғаның өҫ яғынан, икенсе яртыһы йылғаның аҫ яғынан һеҙгә ашығып йүгереп килделәр, шул ваҡытта мосолмандар, мөшриҡтәрҙең күплеген күреп, һәр нәрҫәне онотоп, мөшриҡтәргә шаҡ ҡатып ҡарап торҙолар. Үә йөрәктәре боғаҙҙарына тығылды үә һеҙ Аллаһуға төрлө заңдар ҡылдығыҙ.
     11. Шул ваҡытта мөьминдәр һыналдылар үә улар ҡаты тетрәү менән тетрәнеләр.
     12. Ул ваҡытта монафиҡтар үә күңелдәрендә насар иғтиҡад булған кешеләр әйттеләр: «Аллаһ үә Уның рәсүле беҙгә ярҙам буласаҡ тип, ысын вәғәҙә итмәнеләр, мәгәр беҙҙе алдамаҡ өсөн ялған вәғәҙә иттеләр!» — тип.
     13. Монафиҡтарҙан бер таифә әйтте: «И Мәҙинә халҡы, бында торорға һеҙгә урын юҡ, өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ!» Уларҙан бер йәмәғәт Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм янына килеп: «Өйҙәребеҙҙе һаҡлаусы юҡ, беҙгә ҡайтырға рөхсәт ит», — тинеләр, үәхәлән ки өйҙәре һаҡланмыш ине, бит улар ҡасырға ғына юл ҡарайҙар.
     14. Мөшриҡтәр, Мәҙинәнең төрлө тарафынан кереп, мона- фиҡтарҙы осратып, уларҙан, беҙҙең, яҡлы булып мосолмандарға ҡаршы һуғышаһығыҙмы, тип һораһалар, монафиҡтар, уйлап та тормайса, мосолмандарға ҡаршы һуғышабыҙ, тип яуап бирәләр.
     15. Тәхҡиҡ, ул монафиҡтар Хандак һуғышынан элек мөшриҡтәргә ҡаршы һуғышырға һәм һуғыштан ҡасмаҫҡа Аллаһуға ғәһед бирҙеләр. Бит Аллаһуға биргән ғәһедтән ҡиәмәт көндө, әлбиттә, һорау булыр.
     18. Аллаһ һуғышта пәйғәмбәргә ярҙам итеүҙән кешеләрҙе тыйыусы монафиҡтарҙы һәм: «Пәйғәмбәргә эйәреп һуғышҡа бармағыҙ, беҙҙең янға килегеҙ» тийеүселәрҙе беләлер, пәйғәмбәр хәтере өсөн үләргә бараһыңмы, тип, бер-береһен Һуғыштан тыйҙылар, шуның өсөн монафиҡтар һуғышҡа бик аҙ баралар ине.
     19. Улар фәҡәт һеҙҙән табыш малын ҡыҙғанып барырҙар, әгәр мосолмандарға кафырҙарҙан ҡурҡыныс килһә, уларҙы күрерһең: һиңә ҡарарҙар, күҙ алмалары әйләнер, үлем иҫереклегендә һушы киткән кеше кеүек, әгәр ҡурҡыу китһә, үткен тел менән һине рәнйетерҙәр: «Беҙҙең ярҙам менән еңдегеҙ, беҙгә табыш малын бирмәй ҡалдырмағыҙ!» — тиәрҙәр, табыш малына артыҡ ҡомһоҙ булғандары хәлдә. Ошбу монафиҡтар хәҡиҡәткә иман килтермәнеләр, Аллаһ уларҙың ғәмәлдәрен сауапһыҙ ҡылды, был эш Аллаһуға бик еңел булды.
    20. Монафиҡтар ҡурҡыуҙарынан кафырҙар ғәскәре еңелмәгән үә китмәгәндәр тип уйланылар. Әгәр кафырҙар ғәскәре икенсе мәртәбә килһә, монафиҡтар һуғыш ваҡытында һеҙҙең арағыҙҙа булмайса, сәхрә ғәрәптәре араһында булыуҙы теләйҙәр һәм үткән-барған кешеләрҙән, мосолмандар еңелмәйме әле, тип, һеҙҙең хәлегеҙҙән һорашып тороуҙы теләйҙәр. Әгәр улар һуғыш ваҡытында һеҙҙең арағыҙҙа булһалар, кафырҙарға ҡаршы һуғышмаҫтар ине, мәгәр рия менән генә, әҙ генә һуғышыр инеләр.
    22. Мөьминдәр кафыр ғәскәре килгәнен күрһәләр: «Ошбу көн — Аллаһ һәм Уның рәсүле вәғәҙә иткән һынау көнө үә ярҙам ирешәсәк көндөр, Аллаһ үә Уның рәсүле вәғәҙәләрендә торҙолар», — тиерҙәр. Кафыр ғәскәрҙең улар өҫтөнә килеүе мөьминдәрҙең фәҡәт имандарын һәм Аллаһ әмеренә риза булыуҙы ғына арттырҙы.
    25.Аллаһ кафырҙарҙы Хандак һуғышынан асыуланғандары хәлдә кире ҡайтарҙы, өмөттәренә ирешә алманылар, ел үә фәрештәләр ебәреп, мөьминдәргә ярҙам итергә Аллаһ Үҙе етте. Аллаһ ҡеүәтле үә еңеүсе булды.
                               Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм китабынан, Сөнғәтулла Бикбулат